Марафон «Башҡортостандың 100 йыллығына йөҙ исем»

28.04.2018 16:53

ДЕЛОВОЙ МИР БАШКОРТОСТАНА

информационно-рекламная газета

Учредитель и издатель — ООО «Гюлистан»

Адрес редакции: Россия, Республика Башкортостан,

450074, г. Уфа, ул. Софьи Перовской, 46, офис 3.

Тел./факс: (347)  289-42-92, 289-52-96, 289-47-40.

 

 

Иғтибар!

            2017 йылдың октябрь айында «Башҡортостандың 100 йыллығына йөҙ исем» тип аталыусы ижади марафон старт алды. Ул  2018  йылдың октябренә тиклем дауам итәсәк. «Деловой Мир Башҡортостана» гәзите барлыҡ теләүселәрҙе лә ошо сараға әүҙем ҡушылырға саҡыра. Ашығығыҙ! Марафон тамамланыуға күп ҡалманы! Иң әүҙемдәрҙе приздар көтә!

 

 

Ни өсөн беҙ марафон үткәрәбеҙ?

            2019 йылда Башҡортостан халҡы республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын  билдәләйәсәк. 2016 йылдың июлендә РФ президенты В. Путин  «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыу уңайынан байрам саралары ойоштороу тураһындағы» Указға  ҡул ҡуйҙы.

            «Деловой мир Башҡортостана» гәзите редакцияһы республикабыҙҙың  юбилейына арнап «Сто достижений к 100-летию Башкортостана» тигән русса китап әҙерләй. Беҙ унда республикабыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхестәр, шулай уҡ ситтә йәшәүсе башҡорттар һәм бүтән милләт вәкилдәре хаҡында бәйән итмәксебеҙ. Уларҙың Башҡортостандың, Рәсәй өлкәләренең иҡтисади, көнкүреш, мәҙәни үҫешенә индергән өлөшө сағыласаҡ был китапта. Шулай уҡ телебеҙҙе, милли рухиәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлаусы арҙаҡлы кешеләргә лә айырым иғтибар бирелә.

 

Кем марафонда ҡатнаша ала?

            Һөнәренә, йәшәгән урынына, милләтенә ҡарамаҫтан - һәр кем! Беҙ ошо юлдарҙы уҡыусыларҙы проектта ҡатнашырға лайыҡлы ата -әсәйҙәрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы, һөнәрҙәштәрегеҙҙе, таныштарығыҙҙы марафонға ҡушылырға өндәүегеҙҙе һорайбыҙ. Был шәхестәр табип, педагог, инженер, төҙөүсе, нефтсе, шахтер, фермер, эшҡыуар, һуғыш ветераны, ҡала –ҡасабаларыбыҙҙың почетлы азаматы,  етәксе, депутат һ.б булыуы мөмкин.

Дуҫтар! Беҙҙең оло марафоныбыҙҙа ихлас ҡатнашырһығыҙ һәм үҙегеҙҙең барлыҡ туғандарығыҙҙы, дуҫ-таныштарығыҙҙы ла йәлеп итерһегеҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Редакциябыҙға китапҡа инергә лайыҡлы шәхестәрҙең исем –шәрифтәрен һәм телефон һандарын биреүегеҙҙе үтенәбеҙ. Марафонда иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы беҙҙең редакцияның махсус бүләктәре көтә!

            Бынан тыш һеҙ атай -әсәйҙәрегеҙгә, яҡын кешеләрегеҙгә бынамын тигән сюрприз эшләй алаһығыҙ. Бының өсөн уларҙың данлы тормошо һәм фиҙәкәр хеҙмәт юлы тураһында мәҡәлә яҙып китапҡа индереү ҙә етә.

            «Сто достижений к 100 летию Башкортостана» китабы бүләк форматында, ялтырап торған яҡшы сифатлы ҡағыҙҙа сығасаҡ, ул бик матур иллюстрацияланасаҡ. Баҫмаға халыҡ - ара стандарт китап номеры – ISBN биреләсәк. Китаптың бер өлөшө проектта ҡатнашҡан предприятиеларға таратыласаҡ. Шулай уҡ министерстволар, ведомстволар, РФ төбәктәре етәкселәре, ҡала –өлкәләр башлыҡтары был китапты аласаҡ. Рәсәйҙең билдәле китапханаларына, китап палаталарына  ебәреләсәк. Рәсәй һәм халыҡ-ара китап йәрминкәләрендә, күргәҙмәләрҙә юғары форумдарҙа лайыҡлы урын аласаҡ. Китап Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә Рәсәй һәм сит дәүләттәрҙең делегацияларына тапшырыласаҡ.

«Сто достижений к 100 летию Башкортостана» китабына инергә лайыҡлы кешеләрҙең  телефондарын һәм тәҡдимдәрегеҙҙе  проекттың етәксеһе - «Деловой Мир Башҡортостана» гәзитенең баш мөхәррире Резида  Әҙһәм ҡыҙы Биҡҡоловаға еткерә алаһығыҙ.

            Телефондар:  8 (347) 289-47-40, 289-52-96, 8 987 492 56 14

            e-mail: radgul@mail.ru

Koнтакт

Книжный ларек keeper@knizhnyj-larek.ru