Миләүшә Годбодь. Бөйөк Гете, Моцарт Ватанында

17.11.2015 21:19

Бөйөк Гете, Моцарт Ватанында

(На родине великих Гете и Моцарта)

на башкирском языке

 

Көнбайыш илдәренә барып ҡайтҡан кешеләр, ғәҙәттә, ундағы тормоштон ифрат яҡшы һәм халыҡтын юғары мәҙәниәтле булыуын күреп аптырап, һоҡланып ҡайта. Тәүге тапҡыр бынан ете йыл элек Германия еренә тәүләп аяҡ баҫҡанда үҙем дә шулай инем. Нинә улар яҡшы йәшәй, нинә беҙ ярлыбыҙ, тип үҙҙемә әллә күпме һорауҙар биргәйнем. Бик ныҡ уйландырғайны уларҙын юғары кимәлдә йәшәүҙәре, ләкин әлеге мәҡәләмде мин уҡығандар уйланһын өсөн яҙам. Ысынлап та, уларҙын мул, етеш, унайлы тормошо юҡтар барлыҡҡа килмәгән бит! Был-Европа халҡынын, шул иҫәптән немецтарҙын да – ныҡышмалы хеҙмәт һәм юғары мәҙәниәт емеше, ҙур фекерләү ҡеүәһе.

 

Германияға тәүге тапҡыр мин автобус менән барғайным, сөнки һуғыш һәм хеҙмәт ветераны атайым Мотиғулла Фәтҡулла улы йөрөгән эҙҙәр буйлап үткем килде. Уны һуғышҡа 16 ғына йәшендә алалар. Украина, Латвия, Литва, Польша, Румыния, Австрия, Болгария, Чехословакия, Югославияны (хәҙерге Сербия һәм Хорватия) азат итеүҙә ҡатнаша. Енеүҙе Берлинда тамамлай. Икенсе Донъя һуғышын башлаусы Адольф Гитлер сығышы менән Австриянан булған. Ниндәйҙәр икән улар, күбеһенен сығышы Австриянан булған немецтар? Элекке Федератив һәм Демократик Гермнания Республикалары кешеләре хәҙер ниндәйҙәр икән (ФРГ, ГДР)? Үҙҙәре килтергән һуғыш яраларын онотҡандармы? Һуғыш һәм тыныслыҡ мәсьәләренә ҡараштары нисек?

 

Теүәллек һәм тәртип немецтарҙын ҡанына һенгән

 

Рәсәй хаҡында һүҙ йөрөткәндә немецтар “Рәсәйҙә хаос, был илден киләсәге юҡ, халыҡ хәйерсе йәшәй, ил башлыҡтары халыҡты ҡайғыртмай, тик үҙҙәрен генә уйлай, бындағы халыҡтар ялҡау, эшләргә яратмай, күп һәм оҙаҡ байрам итәләр”, тигән фекерҙә. Шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәүселәр һыуыҡҡа өйрәнгән, шуға улар сыҙам халыҡ, тип уйлайҙар икән быға аптырарға ярамай – был мәғлүмәтһеҙлектән килә. Минен, мәҫәлән, кейәүем тәү килгәндә ғинуар айы булыуға ҡарамаҫтан, йоҡо бүлмәнен йылыһын һүндереп ҡуйғайны. Мин төндә өшөп уянғас, йылыны ҡабаттан ҡабыҙҙы.

– Мин йылы яратам, Рәсәйҙә йәшәһәм дә һыуыҡҡа күнегә алманым, – тигәс, – әсәй, мин һеҙҙе, ҡырҡ градуслы һыуыҡтары булған илдә йәшәгәс, һыуыҡты яратаһығыҙҙыр,тип уйлағайным, ғәфү итегеҙ, – тине. Икенсе яҡтан ҡарағанда, унын был ҡылығында йылыны экономиялау ҙа ятҡандыр, тим – немецтар үтә лә һаҡсыл халыҡ! Ләкин уларҙын һаҡсыллығын һаранлыҡ менән бутамағыҙ. Һаҡсыллыҡ немецтарға ғына түгел, ә тотош Европа халҡына хас сифат. Халыҡ көнө-төнө эшләгәс, эшләгән аҡсаһын да һынай белә, беҙҙәге кеүек елгә осормай. Кәрәк нәмәһен генә һатып ала, ләкин ин ҡиммәтлеһен һайлай. “Һаран ике тапҡыр түләй”, тигән әйтем беҙҙен халыҡҡа ҡағылалыр. Ә немецтар, киреһенсә, сифатлы әйбер һатып алырға ынтыла, сөнки ул, берҙән, оҙаҡҡа сыҙай, икенсенән, оҙаҡҡа сыҙағас, яныһын һатып алып алмаштырыу өсөн башҡа аҡса түгелмәйәсәк. Ләкин немецтар Рәсәй хаҡында һүҙ алып барғанда беҙҙен ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һоҡланыуын йәшермәй. Шуныһы ла мәғлүм булһын: яҡшы таныш булмаған немец кешеһе менән һуғыш, дин, милләт проблемалары тураһында һөйләшмәгеҙ-улар был темаларға ҡағылырға яратмай.

Германияла төрлө немецтар йәшәй. Улар араһында этник немецтар ҙа күп. Этник немецтар тип сит илдән килгән немецтарҙы атайҙар. Германия хөкүмәте улар өсөн бик күп аҡсалар түгә: төп халыҡ менән аралашып, ҡушылып китһен, телде өйрәнеп эшләп ашаһын, илгә файҙалы кешеләр булһындар өсөн бушлай уҡыта, ер бүлә (ә ер бында бик ҡиммәт тора!), йорт һалыу йәки фатир һатып алыу өсөн миллионлап аҡса түгә. Миҫалға беҙҙен Башҡортостанды ғына алғанда ла егерменсе быуат аҙағына беҙҙә бөтәһе 11 мен немец иҫәпләнһә, шуларҙын 8,2 мене, йәғни этник немецтар, бөгөн үҙҙәренен тарихи тыуған иле Германияға ҡайтып киткән – шулай итеп, һунғы ун йыл эсендә генә Башҡортостан немецтары 2,8 менгә кәмегән. 1897 йылғы Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Өфө губернаһында мендән ашыу немец иҫәпләнгән һәм егерменсе быуат башына уларҙын һаны күпкә артҡан. Немецтар 1941–1942 йылдарҙа Башҡортостанға депортация арҡаһында килеп эләгә. Республикаға йәмғеһе 13 мен немец күсерелә. 16 йәштән 55 йәшәк тиклемге ирҙәр, 16 йәштән 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар һуғыш йылдарында 1956 йылға тиклем комендант режимында завод һәм фабрикаларҙа эшләй.

Ләкин, үкенескә ҡаршы үҙенен тыуған иленә ҡайтып киткән этник немецтар Германия хөкүмәте ҡуйған маҡсаттарҙы тулыһынса аҡламай. Күптәре хөкүмәт түккән аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә ҡулланып эшләмәй ятыуҙы хуп күрә, наркомания, эскеселек менән шөғөлләнә. Шул сәбәпле илгә файҙа килтермәгән этник немецтар менән төп халыҡ араһында конфликттар ҙа килеп сыҡҡылай

Немецтарҙын 78,8 проценты ҡалаларҙа көн итә. Башҡортостанда улар Өфө, Благовар, Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Нефтекама, Әбйәлил, Туймазы, Өфө райондарында йәшәй. Улар өсөн немец йәкшәмбе мәктәптәре эшләй. Өфөлә Орджоникидзе районында 86-сы урта мәктәптә немцтар туған телен аҙнаһына алты сәғәтлек программа буйынса өйрәнә, бынан тыш улар Рәсәй һәм Германия немецтарынын йолалары һәм традициялары, мәҙәниәте, иҡтисады, мәғарифы, йырҙары, фольклорын өйрәнәләр. 1998 йылдан башлап йыл һайын июль-август айҙарында балаларҙын ижади һәләттәрен үҫтереү һәм уларҙы немец теленә өйрәтеү маҡсатында йәйге лагерь эшләй. Унда республиканын төрлө ҡалалары һәм райондарынан йыйылған 9-ҙан 16 йәшкә тиклемге немец милләтле балалар шөғөлләнә.

Германия ҙурлығы буйынса донъяла 61-се урында тора. 2005 йылғы мәғлүмәттәр буйынса илдә 82431 миллион кеше иҫәпләнә – халыҡ тығыҙлығы буйынса донъяла ул ун дүртенсе урында тора. Уртаса йәшәү оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙарҙын – 82, ирҙәрҙен – 76 йәш. Ирҙәр пенсияға 65-тән, ҡатын-ҡыҙҙар– 63-тән сыға. Беҙҙен илдә пенсияға иртә китәләр, немецтар иһә быға бик аптырай. Унан да бигерәк күп һәм оҙаҡ ял итеүебеҙгә иҫтәре китә. Һун ҡасан эшләйһегеҙ ул? – тип һорайҙар, – нинә күп ял итәһегеҙ? Илдә йәшәү кимәленен юғары булыуы сит ил граждандары иғтибарын ныҡ йәлеп итә: бөгөн Германияны ун миллионға яҡын төрөк төйәк иткән, Рәсәйҙән күсеп килгән этник немецтар ҙа етерлек. Ҡара тәнлеләр, ғәрәптәр ҙә күп. Һунғы йылдарҙа айырыуса мосолман халҡынын Европаға, шул иҫәптән Германияға күпләп күсеп килеүе урындағы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, сөнки төп халыҡ терроризмдан, мәсеттәрҙен күбәйеүенән, наркомания, эскеселектен кин йәйелеп китеүенән ҡурҡа. Төрөктәр немец халҡы менән аралашып, илгә файҙалы кешеләр булып китһен өсөн хатта Стамбулға төрөк-немец телен факультетында теләктәре булғандарҙы уҡытырға ебәрәләр.

Германияла дөйөм алғанда католиктар йәшәй, ләкин ислам диненә табыныусылар ҙа етерлек-улар хәҙер дүрт миллионға яҡынлаша. Мосолмандар Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын уҙғара, был байрамдарҙы немецтар ҙа көтөп ала. Мәктәптәрҙә ете йөҙҙән ашыу бала ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнә, ә юғары уҡыу йорттарында ислам дине буйынса түнәрәктәр эшләй. Ләкин ислам динен өйрәнеү илдә проблемалар ҙа тыуҙыра, шунын береһе, мәҫәлән, предметты уҡытыу программаһына индереү мәсьәләһе. Илдә уҡытыусылар етешмәй. Әлбиттә, Германияла йыл һайын 150 уҡытыусы әҙерләнә, ләкин был бик аҙ. Проблеманы хәл итеү маҡсатында килешеү буйынса Ирандан, Төркиәнән, Мысырҙан уҡытыусылар килеп эшләй, ләкин уларға талаптар бик көслө. Әҙерлек үткән уҡыытусылар немец һәм төрөк телдәрен, ислам дине нигеҙҙәрен яҡшы белергә тейеш. Һунғы йылдарҙа Германияла ислам динен ҡабул итеүсе немецтар ҙа артҡан, уларҙын һаны хәҙер менгә яҡынлаша.

Германияға йыл әйләнәһенә 16 миллиондан артыҡ кеше турист булып килә – был иһә уны туризм ныҡ үҫешкән илдәр араһында 12-се урынға ҡуя. Туристарға боронғо замоктар, костелдар, музейҙар, театрҙар, төрлө мәҙәни саралар, халыҡ-ара фестивалдәр, Һыра байрамы, боронғо королдәр төҙөгән иҫ киткес мөһабәт боронғо биналарҙа булыу мөмкинлеге бар. Туристар өсөн бөтә шарттар булдырылған, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә.

Немецтар мәҙәниәтле, нескә зауыҡлы, тырыш, һүҙен тота белгән халыҡ. Улар опера, орган, симфоник оркестар, джаз концерттарын, классик музыка һәм театр яраталар. Илдә мәҙәниәткә һәр кешегә йылына йөҙ евро тирәһе аҡса бүленә, ул дәүләт бюджетынын өс процентын тәшкил итә.

Немецтар бик теүәл, әйтһә, һүҙен үтәй торған халыҡ. Ҡулынан килмәһә, һүҙ бирмәй торғандар. Бер ергә лә һунламайҙар. Ҡунаҡҡа ла, эшкә лә, эшлекле осрашыуҙарға ла, театрға ла һ.б.һунлап барыу килешмәй, ундай кешеләргә шикләнеп ҡараясаҡтар. Әгәр ҙә мәгәр, мәҫәлән, кейәүем минә: “Әсәй (уларҙа ла әсәйҙе “мама”, тиҙәр), хәҙер ун минуттан өйҙән сығабыҙ, беҙҙе апайым ҡунаҡҡа көтә”, тиһә, ысынлап та, шул минутҡа кейенеп-яһанып, биҙәнеп-төҙәнеп машинаға сығып ултырырға тейешһен.

Тәртип бөтә ерҙә лә күҙәтелә. Әгәр хаҡтар артһа, унын эш хаҡынын нисә процентын тәшкил иткәнен эшселәр алдан иҫәпләп сығарып демонстрацияға сыға – хөкүмәт ябай кешеләрҙен тауышына ҡолаҡ һалаҡ һалмайынса ҡалмай. Бында ябай эшсегә ихтирам ҙур, уларҙын талабы ла үтәлә.

Бөйөк немец армияһынын генерал-фельдмаршалы Вольфрам фон Рихтгофен, ҡасандыр, “беҙ, немецтар, донъяла бәлки ин шәп кешеләр түгелбеҙҙер ҙә, бәлки, ләкин башҡа халыҡтар араһында ин яҡшылары булырға тырышырға кәрәк”, тигән һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған. Тиҫкәре, ғорур, тәҡәббер немец сит илдән килгәндәргә тәү ҡарашта уҡ яҡты йөҙөн күрһәтеп бармай, тиер инем. Әлбиттә, ул шаяра, йылмая, алсаҡ һөйләшә, сөнки тәрбиә, этикет шулай ҡуша. Ләкин тәү күрешеүҙә үк немецтар артыҡ асылып һөйләшеп бармаясаҡ, кәрәк-кәрәкмәгәнен һөйләмәйәсәк, артығын ысҡындырмаясаҡ, кем әйтмешләй, “күп һүҙ-юҡ һүҙ”. Немец кешеһе –конкрет һәм пунктуаль кеше, һөйләшкәндә уратып-суратып тормай, тураһын әйтә лә ҡуя. Хәҙерге заманда Германияға эшкә, уҡырға киткән йәштәр бик күп, шунда кейәүгә сығып ҡалғандар ҙа бар. Әгәр үҙенде немецтар ихтирам итһен, һинен менән иҫәпләшһен тиһән, һин уларҙын ҡағиҙәләрен һанларға тейешһен. Бынан тыш уларҙан күпкә аҡыллыраҡ, тәрбиәлерәк, белемлерәк булыу кәрәк – шунһыҙ ихтирам итмәйәсәктәр. Ә бынын өсөн ҙур көс һалырға, тырышырға кәрәк.

Немец кешеһе өсөн ғәҙәти тормошта ин ҡиммәтлеһе нимә ул? – тип һорарһығыҙ? Мин тәртип һәм таҙалыҡ, тип яуап бирәсәкмен.Тәртипкә,таҙалыҡҡа баланы сәнгелдәктән өйрәтәләр. Улар иртән уяныу менән душ кабинаһына йүнәлә, ҡойоноп, йыуынып алғандан һун тәмле итеп кофе бешерә. Кофены немецтар һәм ғөмүмән европалылар, ифрат тәмле бешерә, мин мәҫәлән, әле һаман өйрәнә алмайым, сөнки улар кофе яратҡан кеүек, мин дә сәй яратам. Ләкин немецтар сәйҙе аҙ эсә. Кофены тостарҙа көйҙөрөп алған аҡ йәки ҡара икмәк араһына аҡ май, колбаса, сыр һәм салат ҡыҫтырып, кинәнеп, йотомлап, оҙаҡҡа һуҙып тәмләп кенә эсәләр. Һәм үҙ-үҙҙәренән ҡәнәғәт ҡалалар. Немец өсөн ин мөһиме – ризыҡ тәмле һәм кинәндергес булһын.

Фатирҙарҙа һауа таҙартҡыстар даими эшләп тора, бер ниндәй ҙә ят еҫ булмай, ашарға бешергәндә лә ризыҡ еҫен тиҙ генә һурҙырып алалар. Әгәр кешенән тир еҫе килә икән, немец әҙәп һаҡлап тормаясаҡ, “һинән тир еҫе килә, ни эшләп йыуынмайһын”, тип тураһын әйтәсәк.

Эшкә немец үҙенен машинаһында бара. Эшкә бер төрлө, ә ял итергә бөтә унайлыҡтары, йәки душы, карауаты, һыуытҡысы, телевизоры, радиоһы, бәләкәй генә кухняһы булғанында, ә магазинға, ҡунаҡҡа ин шәп машинаһында елдерәсәк. Машиналар һәр саҡ йорт алдында асыҡ гаражда йәки йорттон беренсе ҡатындағы подвалда тора. Яны маркалы машина, һыуытҡыс, телевизор сыға икән, улар эшләгән, боҙолмаған булһа ла өйҙәге техниканы ташлайҙар, йәки арзанға ғына һаталар, сөнки яны маркалыһын аласаҡтар. Ҡулдан алынған машиналар бик арзан.

Машиналар бикләнмәй, хатта ишеге лә асыҡ ҡалыуы ихтимал. Ысын немец бер вакытта ла урлашмай. Урлашыусылар һәм халыҡты был насар ғәҙәткә ылыҡтырыусылар – этник немецтар иҫәпләнә. Һәр кешенен үҙ машинаһы булыуға ҡарамаҫтан, машина күплеге һиҙелмәй һәм юл хәрәкәтенә артыҡ ҙур хәүеф тыуҙырмай. Юлдар тар булһа ла, авариялар күп түгел. Юлдарҙа видеокүҙәткестәр ҡуйылған, тиҙлекте рөхсәт ителгәндән тыш арттырыға ярамай – ҙур штраф һаласаҡтар, ә һинен туралағы насар мәғлүмәт “ҡара банк”ка индерелә. Ул сағында инде ун йыл машина руле артына ултыра алмаясаҡһын. Бындағы һәр кеше страховкаланған. Әгәр ҙә һинен ҡаршына енел автомашина килә икән, ул мотлаҡ һине көтөп һине тороп үткәреп ебәрәсәк. Кистәрен кешеләр эштән ҡайтҡас гараждары булмаһа, машиналыр ике яҡлап юл буйҙарына ҡуя. Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ төрлө төҫтәге һәм төрлө маркалы машиналар урамдын башынан алып аҙағынаса теҙелеп тора. Ҡалаларҙа үҙәктә, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа ҡуйылған машина өсөн түләү ҡаралған-бынын өсөн автоматтар тора. Аҡсанды төшөрәһен дә, унан сыҡҡан ҡағыҙҙы машина тәҙрәһенә йәбештерәһен. Ҡағыҙ булмаһа-штраф түләтәләр.

Германияла эсеп, иҫереп йөрөгән кешеләр бөтөнләй юҡ. Бер ваҡыт мин Ишембай районы Ҡанаҡай ауылына немецтарҙы ҡунаҡҡа алып ҡайтҡайным, туғандарым матур итеп өҫтәл әҙерләгән. Ләкин күнелде ҡырғаны әлеге шул араҡы булды. Өҫтәлдә шампанский, ҡыҙыл шарап, аҡ араҡы, һыра, ҡымыҙ – барыһы ла бар ине. Бына бер саҡ тостар әйтеп быларға араҡы ҡойоп бирҙеләр һәм “эс тә эс”, тип ҡыҫтай башланылар, ә былар эсеүҙән баш тартты. Беҙҙекеләр иһә үпкәләне. Әгәр немецтар менән бергә ҡунаҡта булаһығыҙ икән, көсләмәгеҙ, улар быны ирекһеҙләү, тыйыу, бойороу тип ҡабул итә.

Германияла урамда ҡаҡырыу, төкөрөү, манҡа һенгереү, һүгенеү кеүек ғәҙәттәр ҙә юҡ, был йәмһеҙ күренештәрҙе бөтөнләй тыйылған. Әгәр бер тәмәке төпсөгө ташлаһан, полицейскиҙар 40 евро түләтәсәк (быны беҙҙен һумдарға ҡабатлағыҙ әле, йә, күпме була!?), төкөргән-ҡаҡырған өсөн дә 40 евронды сығарып һаласаҡһын. Әгәр йәмәғәт тәртибен боҙһан, тағы ла 40евро түләтәләр. Әгәр тундырма, шоколад-кәнфит ашап унын ҡағыҙын ташларға теләйһен икән, рәхим ит, урам буйҙарында бушлай пакеттар ҡуйылған – махсус хеҙмәткәрҙәр уларҙы көн һайын алып китеп тора. Шулай итеп, бында аҡса менән кешене ныҡлы тәртипкә өйрәткәндәр. Шулай ҙа илдә һаман да тәртипкә күндерә алмаған бер төркөм бар әле, улар – “граффити”ҙар (урам рәссамдары), илдә уларға ҡаршы көрәш асылған, ләкин фәтүәһе юҡ, тотһалар, әлбиттә, төрмәгә ултырталар.

 

Немец һыраһы

 

Немец һыраһы хаҡында айырым туҡталып китергә кәрәк. Немец һыраһын эсеү өсөн Швецариянан, Даниянан, Швециянан ҡышҡы каникулдарҙа студенттар махсус рәүештә килә. Сит илдәрҙән, бигрәк тә элекке СССР тарҡалғандан һун барлыҡҡа килгән илдәрҙән “шоппинг”ҡа (арзан кейем-һалым һатып алыу өсөн килеүселәр) күләп килә, сөнки Германияла йылына ике тапҡыр кейем-һалымға һәм барлыҡ хужалыҡ тауарҙарына, мебелгә, машиналарға, аяҡ кейемдәренә, ҡышҡы һәм йәйге кейемдәргә хаҡтар төшөрөлә. Бынан тыш даими рәүештә ҡулланыу ваҡыты кәмей башлаған аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтар даими рәүештә төшөрөлөп тора.

Германияла һыра күпләп 1200 йылдарҙа етештерелә башлай. Һыра бешереү серҙәренә улар боронғо чехтарҙан өйрәнгән. Ике халыҡ быуаттар буйына бер-береһе менән аралашып, бер-береһенен мәҙәниәте, традицияларына, мәғрифәтенә үтеп ингән. Бөгөн Германия донъя кимәлендә һыра етештереү буйынса лидерҙар иҫәбендә. Илдә һыранын 5 мен төрө иҫәпләнә, уны етештереү менән 70 мен махсус әҙерлек үткән белгес шөғөлләнә. Һыраны Германияла барыһы ла эсә, ләкин берәү ҙә иҫереп йөрөмәй. Сәбәбе-унын составында алкоголдын юғары кимәлдә булмауында. Балалар өсөн дә шампан шарабы һәм һыра етештерелә. Германиянан йыл һайын сит илдәргә экспортҡа 9 миллион гектолитр һыра оҙатыла.

Бөгөн Аусбург һыралары ҙур һорау менән файҙалана. Был данлыҡлы һыраны ҡомалаҡтан һәм игенден ин яҡшы сорттарынан ғына түгел, ә кефир һәм һөт бактерияларына һөт шәкәре ҡушып әҙерләйҙәр. Был сорт һыралар бөтөнләй иҫертмәй һәм тәмле. Уларҙы алыҫ сәфәргә сығыусылар күпләп һатып ала, нигеҙҙә уны алкоголле эсемлек эсеп авария яһамаһын өсөн Европанын бер иленән икенсе иленә ҙур һәм ауыр “Каминьон”дарҙа йөк ташыусы водителдәр өсөн уйлап сығарғандар.

Германияла һыраны илден ҡайһы мөйөшөнә барһан да тәҡдим итәләр. Халыҡ ресторандарҙа туҡлана. Унда ла ин беернсе сиратта һыраға заказ бирәләр. Немецтар, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, һыраны яратып эсә, ғөмүмән һыра эсмәгән кеше юҡ, ләкин урам буйында иҫереп аунап ятҡан бер генә кешене лә күрмәҫһен. Беҙҙә Өфөлә Германиянан күп тапҡырҙар кейәүемден дуҫтары ҡунаҡта булғаны булды, ләкин улар Рәсәй һыраһынан баш тартты. Немецтар һаулыҡҡа ныҡ иғтибар бирә шул! Ҡалаларҙа, ауылдарҙа һыраны күп эсһәләр ҙә, урам буйында ҡулына һыра тотоп эсеп йөрөгәндәр юҡ. Ауыҙына тәмәке ҡабып тартып китеп барыусылар ҙа, тәмәке төпсөгөн ҡайҙа етте шунда ырғытып китеүселәр ҙә, аҡырып-баҡырып һөйләшеүселәр ҙә юҡ. Йәмһеҙ ғәҙәттәргә ҡаршы йәштән өйрәтәләр. Барыһы ла йылмайып һөйләшә, магазинға барып инәһенме, банккамы, театрғамы, барыһы ла йылмайып ҡаршылай, йылмайып оҙата, инеүсе ҡулланыусы һатып алһын өсөн барыһын да эшләй, ярҙам тәҡдим итә. Парикмахерскиҙарҙа сәй, кофе, гәзит-журнал, телевизор ҡарарға тәҡдим итәләр.

Мюнхендын үҙендә һыра ҡайнатыу 1040 йылда уҡ башланған икән. Ҡалала йәшәүселәр үҙҙәрендә етештергән һыраны бик ярата, маҡтай һәм бик ғорурлана. Бынан тыш Бремен, Гамбург һыраларынын да даны бар донъяла дан ҡаҙанған.

Мюнхенда Көҙгө Һыра байрамында минен үҙемә лә бынан дүрт йыл элек ҡатнашырға тура килгәйне. Уны һөйләү өсөн һүҙ етмәҫ, һөйләү түгел уны үҙенә күреү кәрәк. Һыра байрамында миллионлаған халыҡ ҡатнаша. Һыра эсеүселәр майҙаны бер нисә километрҙарға һуҙыла – уларҙы һис янылышмайынса милли кейемдәге һылыу ҡыҙҙар хеҙмәтләндерә. Һыра эсеүселәр шул тиклем күп-майҙан гөжләп-мыжғып тора, күс айырамы ни! Хатта йәнәшә генә торған иптәшенден тауышын да ишетеп булмай. Һыра янына немецтар ин яратҡан ризығы-колбасаны ала. Ә колбасанын йөҙәрләгән сортын тәҡдим итәләр, йәнен теләгәнен һайла! Уны ла ҡоролай ашамайҙар, горчица, керән, майонез, кетчуп, һуған, һарымһаҡ салаттары ҡушып ашайҙар. Уҡыусылар һыра байрамын яҡшылап күҙ алдына килтерһен өсөн немецтарҙын традицион байрамы-Октоберфест хаҡында ла әйтеп китәм.

 

“Октоберфесттын оҙон төнө”

 

Һыра байрамы Октоберфестты немецтар икенсе төрлө “визе” тип атай. Байрам тарихы 1850 йылға барып тоташа. Нәҡ шул йылда Мюнхенда Бавария статуяһы ултыртыла. 1880 йылда электр уты барлыҡҡа килгәс, немецтар ил тарихында беренсе тапҡыр төнө буйына байрам итә. Был байрамды көҙгө уныш йыйыу хөрмәтенә “Октоберфесттын оҙон төнө” тип исемләгәндәр. Тәүлек әйләнәһенә дауам иткән был грандиоз байрамда башта һыра парады үтә, унда барыһы ла милли кейемдә була. Парадта Германиянын төрлө мөйөштәренән йыйылған ете-һигеҙ миллион халыҡ ҡатнаша.

Октоберфест сентябрь айынын аҙаҡтарында, октябрь баштарында башлана ла ике аҙнанан күберәк дауам итә. Унда иҫәпләүҙәр буйынса яҡынса миллион литр һыра әҙерләнә, тағы ла шул ҡәҙәре мал һуйыла. Халыҡҡа һыранын биш менләгән сорты тәҡдим ителә һәм етештерелә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Германияла кеше башына 240 литр һыра тура килһә лә, илдә эскеселек тигән сир таралмаған.

Ләкин шул уҡ ваҡытта йәшел үләндә рәхәтләнеп китап уҡып, йә үбешеп-ҡосаҡлашып, йәки эскәмйәлә баш аҫтына рюкзагын ҡыҫтырып ял итеп ятҡан кешеләрҙе йыш осратаһын. Тик улар тәртип боҙмай. Аҙым һайын йөрөгән полиция, киреһенсә, уларҙын ял тыныслығын һаҡлап тора.

 

Ризыҡтары һәм аҙык-түлек магазиндары

 

Ин тәүҙә ашау ҡиммәтме, тигән һорауға яуап биреп ҡарайым. Эйе лә, юҡ та. “Эйе”, тим, сөки уларҙағы йәшәү кимәлен беҙҙеке менән бөтөнләй сағыштырып булмай, ер менән күк араһы. Етмәһә аҡса берәмеге булып уларҙа евро, ә беҙҙә һумдар йөрөй.

Миҫалға магазиндарын алайыҡ. Беҙҙен магазиндарҙан оло“каталка”лар менән ин затлы, ин ҡиммәтле ризыҡтарҙы тейәп яны байҙар ғына сығалыр. Беҙ зауыҡ өсөн ризыҡ һайлап ашамайбыҙ, киреһенсә, арзанырағын, тимәк, сифатһыҙырағын эҙләйбеҙ. А. Пушкиндын “Ғәҙәт-беҙҙән көслө әжәл”, тигән бер һүҙе бар, шәхсән Европала (Чехияла) дүртенсе йыл йәшәүемә ҡарамаҫтан, һаман арзан әйбер эҙләүемдән ҡотола алмайым. “Был хәйерселек билдәһе, – ти ирем, – ул һеҙҙен ҡанығыҙға ингән”. Уларҙа иһә барыһы ла киреһенсә. Шуға бер миҫал да килтерәм. Ҡайтыр алдынан магазинға күстәнәстәр алырға индек бер ваҡыт. Европала пакет тотоп йөрөмәйҙәр, әгәр пакет тотҡан кешене күрһәләр, шунда уҡ Рәсәйле тип уйлаясаҡтар. Мин ризыҡтын арзанын ҡарайым, ә кейәүем-ҡиммәтлеһен, сифатлыһын тәҡдим итә. Ғөмүмән, Германияла хаҡы төшкән аҙыҡ-түлек эҙләү файҙаһыҙ, бынын өсөн социаль магазиндар булдырылған. Унда хаҡтар ҙа арзан, йәнен теләгәнен йөрөп ҡарап, һайлап алырға мөмкин. Халыҡ араһында бындай магазиндарға йөрөүселәр ҙә бихисап.

Германиялар ниндәй генә магазинды алһан дә, улар иҫ киткес ҙур, ләкин һатып алыусылар аҙашмаһын өсөн ингән урында унын картаһы, ҡайҙа нимә һатылыуы яҙып, күрһәтелеп ҡуйылған. Әлбиттә, магазин кәштәләре һығылып тора, йәнен теләгән бөтә нәмә бар. Бер үк йәшелсә емештен генә әллә күпме сорты ята. Ит, һөт, колбаса, сыр, майҙын да төрлө-төрлө сорттары бар. Уларҙын тышына һаҡлау ваҡыты яҙылған. Картуф, кишер, шалҡан, кәбеҫтә, барыһы ла таҙа килеш һатыла, картуфты бысраҡ көйө һатһалар-ҡулланыусылар һатып алмай, итте лә йыуып әҙерләп һаталар-ҡайтҡас уны һыулы кәстрүлгә төшөрәһе генә ҡала. Күгәргән, һөрһөгән, ҡарайған, серегән йәшелсә-емеш йәки башҡа ризыҡты бик тырышып эҙләһән дә таба алмаҫһын. Уларҙы махсус кешеләр прилавканан ҡарап алып ташлап ҡына тора. Магазинда сифатһыҙ һатылған аҙыҡ-түлек өсөн ҙур күләмдә штраф һалалар, ә был файҙаға түгел. Ундай хәл була ҡалһа, халыҡ та йөрөмәй башлаясаҡ.

Балыҡтын тереһе генә һатыла, бында ми филенән башҡа, тун балыҡ күрмәнем, ләкин тере балыҡ файҙалы иҫәпләнә, ә немецтар файҙалыны ғына ҡайғырта. Ниндәйен теләйһен-үҙ ҡулын менән һөҙгөс менән тотоп алаһын йәки күрһәтәһен.

Немецтар бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Әгәр ҙә улар гипермаркетта, мәҫәлән, ташламалы хаҡ менән телевизор һатып ала икән, был аҡса юҡлыҡтан түгел. Немец быны балаһына телевизорҙын ҡиммәтле әйбер, унын аҡсаға һатылғанын анлатыу өсөн генә эшләйәсәк. Сөнки балаға улар биш йәшкә еткәнсе барыһын да рөхсәт итәләр ҙә, унан һун тыйыуҙар, анлатыуҙар башлана. Шулай итеп, хатта магазинда йөрөгәндә лә улар маҡсатһыҙ бер нәмә лә эшләмәй, тәрбиәүи яғын да ҡайғырта. Әйҙә, балаһы йәштән экономияларға, аҡса һанарға, әйбер һаҡларға өйрәнһен, һәр тинен ҡәҙерләһен. Германияла сабыйҙарҙы мәктәп йәшенә еткәнсе тыймайҙар, тигәйнем, ләкин артабан улар әйберҙен хаҡы хаҡында уйларға, ҡәҙерләргә өйрәнә. Уларҙы шулай уҡ кесе йәштән таҙалыҡ һаҡларға, матур итеп кейенеп йөрөргә, кеше менән аралашырға өйрәтәләр. Ата-әсә балаһына тырышлығы өсөн мәктәпкәсә йәштә үк бәләкәй генә “эш хаҡы” түләй, унын суммаһы ҙур түгел, әлбиттә, ни бары ун евро тирәһе – ләкин бала аҡса ҡулланырға өйрәнә.

Германияла өйҙә ашарға бешермәйҙәр тиерлек. Ләкин барыһы ла тип әйтмәйем. Өйҙә әҙерләнгән ризыҡ бик маҡтала. Бәләкәй генә ресторан, кафеларға кереп арзанға тиҙ генә тамаҡ ялғап сығырға мөмкин. Ә улар аҙым һайын тиерлек. Ләкин уларҙын кафе, ресторандарын беҙҙәге кафелар менән сағыштырыу бөтөнләй урынһыҙ. Бер немец та урамда тейешле санитар нормаларға тап килмәйенсә әҙерләнгән ризыҡты ауыҙына алмаясаҡ, таҙалыҡ-немецтарҙын ҡанына һенгән.

Ин яратҡан эсемлектәре һыра һәм кофе, ин яратҡан ризыҡтары-колбаса һәм сыр. Сырҙан һәм колбасанан немецтар әллә күпме төрлө блюдалар әҙерләй. Колбасаны, ғәҙәттә, һыра менән бирәләр. Бөгөн Германияла колбасанын мендән артыҡ сорты һатыла.

Сосиски өсөн немецтар үлеп китә. Уны беҙҙәге кеүек кетчуп, һарымһаҡлы майонез, төрлө тәмләткестәр йәки карри оно һибеп ашайҙар. Бында сосискиҙар күп төрлө, хатта иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Икенсе төрлө уларҙы “вайсвурт” тип атайҙар. Сосиски әҙерләгәндә лимон һуты, төрлө тәмләткестәр ҡушыла. “Вайсвуртты”, мәҫәлән, горчица ҡушып та ашайҙар. Хәҙер “Вайсвуртты” унайлы ашау юлын да тапҡан немецтар, ул былай була: сосискиҙын ике яҡ осон тишәһен дә, бер яғын һурып алғандан һун, икенсе яғын да шулай итәһен. Тышын сисеп тораһы ла түгел, ә тәме теленде йоторлоҡ! Әйткәндәй, немецтар сосискиға арнап йырҙар сығара, диссертациялар яҙа, хатта халыҡ-ара конгресстар үткәрәләр.

Немец кухняһын бәрәнге салатынан башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай, тип анлаттылар. Кейәүемден әсәһе, йәғни Хана ҡоҙағыйым бәрәнге салатына махсус рәүештә ҡунаҡҡа саҡырып алғайны бер ваҡыт – шунда ауыҙ иттем тәүләп. Былай бик енел әҙерләнә кеүек тә. Башта бәрәнгене мундирҙа бешерәһен. Уны һыуытҡас, ваҡ ҡына киҫәктәргә турайҙар. Әсеһе сыҡһын өсөн маринадланған алма йәки селедка ҡушалар. Өҫтәлгә бирер алдынан салатҡа заправка һибелә. Ул һеркә, горчица һәм көнбағыш майынан тора.

 

Йола һанлау-ихтирам билдәһе

 

Немецтарҙа күп тапҡырҙар ҡунаҡта булырға тура килде. Уларҙа ҡунаҡҡа һунлап барыу ғәҙәте бөтөнләй юҡ тигәйнем инде. Ихтирамһыҙлыҡ тип иҫәпләйәсәктәр. Ҡунаҡтан ҡайтҡанда хужаларға ҡат-ҡат рәхмәт әйтергә кәрәк. Риза булмай киттеләр, тип уйлауҙары ихтимал.

Өҫтәл артында беҙҙәге кеүек донъя хәлдәре, балалар, уларҙын уҡыуҙағы йәки эштәге уныштары менән хаҡында гәпләшәләр. Шунда уҡ Бах, Бетховен, Герман Гресс, спорт һәм олимпиада уйындары, һауа торошо хаҡында ла һүҙ алып барыуҙары ихтимал. Ләкин өс нәмә – дин, һуғыш, секс тураһында һөйләшмәгеҙ – был әҙәпһеҙлек билдәһе. Немецтар менән аралашҡанда улар һинен динен, илен хаҡында түгел, ә намыҫ, тоғролоҡ, әйткән һүҙендә тора белеүен, теүәллек, ярҙамсыллыҡ, изгелек кеүек сифаттарына күберәк иғтибар итәсәк.

 

Йәшәү кимәле ниндәй?

 

Минә: “Германияға ярлылар бармы?” тигән һорау биреүселәр күп. Яуап бирәм. Ярлылар юҡ, беҙҙәге кеүек хәйер һорашып тороусылар бөтөнләйе менән күренмәй. Бомждар ҙа юҡ. Әгәр Европала сәйер кейенгән, оҙон сәсле (әйткәндәй, бында ирҙәр оҙон сәс, ә ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, – ҡыҫҡа сәс йөрөтөргә ярата), йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан кешеләрҙе күреп, был хәйерсе икән, тип аҡса һуҙһағыҙ, ул алмаясаҡ. Былар бер урындан икенсе урынға күсеп сәйәхәт итергә яратыусы ирекле кешеләр. Һәм был уларҙын йәшәү рәүеше.

Германияла хөкүмәт биргән пособиеға йәшәүселәр бихисап. Тәүгә барғанда ҡыҙымдын күршеһендә дүрт бала менән ире лә, ҡатыны ла эшләмәйенсә йәшәүҙәренә аптырап ҡайтҡайным. Уларҙын бер нисә машинаһы, йорто бар, хөкүмәт хужабикәгә бала тәрбиәләгән өсөн аҡса түләй, страховкаларын, әгәр фатиры үҙенеке булмаһа фатиры өсөн дә ай һайын хаҡын аҡса күсереп бара. Пособиела йәшәүселәр үҙҙәрәен ярлы иҫәпләмәй. Был илдә ғәҙәти хәл.

Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар ҙур иғтибар үҙәгендә. Әгәр ҡатын-ҡыҙ балаһын ирһеҙ үҫтерә икән, ул өс йыл дауамында тулыһынса дәүләт ҡармағында йәшәй.

Пенсионерҙар, инвалидтар ҙа хөкүмәт ярҙамынан мәхрүм түгел. Страховка бар һәм ул тәртиптә икән, бер ниндәй ҙә проблема тыумай. Тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Дауаханала дауалана алаһын, дарыу хаҡын да хөкүмәт түләй. Больницалар заманса йыһазландырылған, бөтә нәмә автоматлаштырылған. Бында анализдар тотҡан, ҡағыҙҙар ҡосаҡлаған врачтарҙы, шәфҡәт туташтарын бөтөнләй күрмәйһен-барыһы ла махсус техника ярҙамында башҡарыла. Ғәҙәттә, дауаханаға килеп тә инәһен, бушлай аҡ халат, тапочки, махсус бирсәткәләр килтереп бирәләр, артындан сан һурҙырғыс менән иҙәнде йыуып та ҡуялар. Табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре юғары эш хаҡы алып эшләй. Илдә хөкүмәт ҡарамағындағы дауаханалар ҙа, шәхси дауаханалар ҙа күп, ғилми дәрәжәһе булған врачтар үҙҙәренен клиникаһын асып эшләй. Күптәр ғаилә врачтарына йөрөй, сөнки шулай иткәндә врач ауырыуҙарҙы йылдар буйы үҙе күҙәтә, кәрәк саҡта хатаһыҙ диагноз ҡуя ала, тиҙәр, әгәр кәрәкһә, ул пациенттарына рекомендация яҙып икенсе поликлиникаларға ла ебәрә ала.

Германия бәләкәй ил, ләкин тығыҙ урынлашҡан. Шуға ла илдә ауылдар бөтөнләй юҡ. 10–20 саҡрымға бер ҡала урынлашҡан, 2–3 саҡрым һайын –ҡасаба, ләкин уларҙын ҡалаларында халыҡ беҙҙәге кеүек йөҙәр менләп түгел. Ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа халыҡ күп йәшәмәй, был уларҙын проблемаларын хәл итеүҙе енелләштерә, тип иҫәпләнә. Халыҡтын тығыҙ урынлашыуы, ҡалаларҙын, ҡасабаларҙын бер-береһәнән алыҫ урынлашмауы уларҙын, һәм тимәк, илден үҫешенә ынғай йоғонто яһай.

 

Транспорт

 

Германияла донъялағы ин матур машиналарҙа елдерәләр. Машина байлыҡ күрһәткесе түгел, ә йәшәү өсөн кәрәкле әйбер кеүек. Автобустар бик һирәк йөрөй, сәғәтенә бер урап китә. Беҙҙәге төҫлө урам буйындағы туҡталыштарҙа маршрут автобусы көтөп торған халыҡ бөтөнләй юҡ. Германияла етештерелгән машиналарҙын сифаты бик юғары. Мәҫәлән, “БМВ”, “Порше”, “Ауди”, “Мерседес”, “Фольксваген” машиналарын ғына алайыҡ. Сифаты һәм унайлылығы арҡаһында уларҙын даны бөтә донъяға таралған. “БМВ” машинаһын Германияла 1917 йылда уҡ етештерә башлағандар, әле лә моданан сыҡҡаны юҡ. Сөнки сифаты менән ота. “Порше” автомобиле иһә 1948 йылда “тыуа”. Немецтар “Фольксваген” автомобилен дә ярата. Унын барлыҡҡа килеүе Адольф Гитлер исеме менән бәйләнгән. Ул һуғышҡа әҙерләнгәндә юғары тиҙлектәге, ләкин яғыулыҡты экономиялай торған автомобиль уйлап сығарырға фарман бирә. Һәм сәғәтенә 100 километ араны ни бары 8 литр бензин менән үтеү мөмкинлегенә эйә булған яны машина уйлап сығарыла. Ул тиҙ арала танылыу яулай һәм халыҡ был автомобилде күпләп һатып ала башлай. Шул сәбәпле уға “Фольксваген”, йәки “халыҡ автомобиле” тигән исем бирелә. Ә “Мереседес”тын тарихы 1890 йылдан башлана.Был автомобилде Майбах Даймлер һәм Готтлеб исемле ике конструктор етештергән.

Ҡалаларҙа автобустар, трамвайҙар, троллейбустар йөрөй. Бәләкәй генә ҡасабаларға ла автобустар бара, автобус туҡталыштарында ҡапҡылап алырға мөмкин, туалет бушлай, бензин кәрәкһә-рәхим ит!

Немецтарҙын уйлап табыу һәләте бөтә бөтә донъяға билдәле. Мәҫәлән, улар аспиринһыҙ тора алмай. Германияла антибиотиктарҙы һеҙ бер генә аптеканан да һорап ала алмаясаҡһығыҙ, ләкин аспиринды бирәсәктәр. Сөнки уны һәр немец йәштән ҡуллана. Аспириндын ҡан тамырҙарын кинәйтә, ҡан йөрөшөн яҡшырта торған сифаттары бар, шунлыҡтан ул баш ауыртыуын баҫа, ҡанды шыйығайта. Был уникаль дарыуҙы 19 быуатта немец ғалимы Феликс Хоффман тигән ғалим уйлап тапҡан.

Немецтар ифрат спорт яратыусы халыҡ. Бында санғыла, санала шыуыу, конькиҙа уҙышыу, йөҙөү, хоккей, волейбол, футбол менән шөғөлләнәләр, һәр ҡасабала, һәр ҡалалар спорт майҙансыҡтарынын иҫәбе юҡ. Балаларҙы спортҡа йәштән ылыҡтыралар. Альпинистар һәм спортсылар яратып кейгән (һәм беҙ, рәсәйлеләр ҙә шул иҫәптән) әлеге “Адидас” спорт кейемен дә немецтар уйлап сығарған. Адольф Дасслер исемле бер спортсмен 1959 йылда ҡаяға үрмәләү өсөн табаны сәнскеле кроссовка уйлап таба – ғөмүмән, беҙ яратып кейгән кроссовкаларҙы ла башлап немецтар етештергән. Германияла аяҡ кейемдәре бик сифатлы етештерелә, айырыуса күндән тегелгән аяҡ кейемдәренә өҫтөнлөк бирелә. Аяҡтары һыҙлағандарға, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға махсус аяҡ кейемдәрен аптекаларҙа һаталар, утыҙ йәштән һун бейек үксәле аяҡ кейеме кейеү зыянлы булғанға күрә, халыҡҡа кроссовкаларҙын ғәҙәти туфлиҙарға оҡшаған, ләкин үксәһе бейек булмаған төрлө моделдарын тәҡдим итәләр.

 

Немецтар нисек кейенә?

 

Бик ябай, ләкин ҡупшы, килешле итеп. Кейемдәрендә бер ниндәй ҙә артыҡ әйбер юҡ. Төҫтәр нисбәте яғынан да барыһы ла зауыҡлы. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк, итәк кейеүҙе онотҡан. Уларҙы бик һирәктәр кейә. Улар өсөн ин унайлыһы салбар. Ғинуар аҙағы, февраль башында, йәйен – август-сентябрь айҙары тирәһендә иҫ киткес ҙур кейем һатыу баҙарҙары эшләй. Кейем арзан. Ләкин Германиялағы хаҡтар буйынса. Ҡатын-ҡыҙҙарға ла, ирҙәргә лә, балаларға ла, ҡарттарға ла йәнен теләгән кейемде һайлап һатып алыу мөмкинлеге бар. Ҡатын-ҡыҙҙар сибәр түгел. Ләкин улар өҫтәренә ни етте шуны эләктереп сыҡмай. Германияла сифатлы “Нивея”, “Даф” һәм башҡа даны донъяға таралған косметика етештерелә, ҡатын-ҡыҙҙар косметиканы бик теләп файҙалана, төҫкә күпкә йәш күренәләр. Немец ир-егеттәре оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле, мускуллы, ә ҡатын-ҡыҙҙары зифа буйлы һәм яғымлылар. Беҙ, немецтар, һис шикһеҙ, зәнгәр күҙле, етен сәсле булырға тейеш, тип иҫәпләп янғылышабыҙ. Ә улар, киреһенсә, ҡара йәки көрән сәсле, зәнгәр, күк, ҡара күҙле кешеләр булып сыҡты. Араларында шундай ҡаралары бар, хатта бер ваҡыт немец ҡунағыбыҙҙы Мәскәүҙә террористарҙан ҡурҡып бер нисә урында документтарын тикшерҙеләр.

 

Немец ҡатын-ҡыҙҙары

 

“Их фройе мих Зи цу Зейен!”, – тиҙәр немец ҡатын-ҡыҙҙары осрашҡанда, улар һәр ваҡыт йылмайып йөрөй. Үҙҙәрен ин уникаль, ин аҡыллы, ин сибәр ханымға һанайҙар. Һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә йөрөү уларға тормош ауырлыҡтарын, проблемаларҙы енел хәл итеүгә ярҙам итә. Немец ҡатын-ҡыҙҙары хатта ин ҡыйын ваҡыттарҙа ла мөләйемлеген ташламай. Үҙҙәрен иркен тота. Был уларға әсә һөтө менән бала саҡтан һендерелә. Улар нимә уйлай, шуны ярып әйтә белә. Уратып-суратып һөйләмәй, күнелендәгеһен еткерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Германияла 8 миллион ҡатын-ҡыҙ янғыҙ йәшәй. Был көслө ихтыярлы, ирек һөйөүсе немец ҡатын-ҡыҙҙарынын ирҙәргә ҡарата юғары талапта булыуынан килә. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙын юғары белеме, яҡшы ғаиләнән һәм сибәр икән, ул шундай уҡ пар эҙләй, үҙенән түбән социаль баҫҡыста торған ир-егеткә әйләнеп тә ҡарамаясаҡ. Элек, мәҫәлән, немецтарҙа беҙҙәге кеүек ҡатын-ҡыҙҙын урыны кухняла (“кюхе”), бала тәрбиәләү (“киндер”) һәм сиркәүҙә (“кирхе”) тип баһаланһа, хәҙерге Германияла ҡатын-ҡыҙҙар илден бар тармаҡтарында ла ирҙәр менән бер рәттән эшләй. Немкалар хатта ил менән дә рәхәтләнеп идара итә. Быға миҫал итеп 2005 йылда Германиянын канцлеры итеп һайланған Ангела Меркелды килтереү ҙә етәлер. Ул шундай популяр шәхес, немецтар 2013 йылдын аҙағында ҡабаттан һайлап, уға тағы ла ышаныс күрһәтте.

Немкалар 30–35 йәшкә етмәйенсә кейәүгә сыҡмайҙар. Улар баланы алдан планлаштырып таба. Ғөмүмән, бында бөтә нәмәне алдан уйлап, планлаштырып эшләйҙәр.

Германияла феминизм бик көслө. Мәҫәлән, ресторанда йәки кафела ултырғанда ирҙәр түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙар түләй. Был ғәҙәти күренеш. Кем саҡыра, шул түләй. Ирҙәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа осрашырға саҡырырға мөмкин.

Бөгөн Германияла енестәр араһында демократик мөнәсәббтәр хөйөк һөрә. Мәҫәлән, 2012–2013 йылдарҙа тотош Европала сиркәү ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан “зәнгәр”ҙәр (ике ир) һәм “алһыу”ҙарға (ике ҡатын-ҡыҙ) ғаилә ҡороға, улай ғына ла түгел, тәрбиәгә бала бирергә тигән закон үҙ көсөнә инде, хәҙер телевизорҙан, радионан бер енесле ғаиләләрҙен нисек итеп ата-әсә бурысын үтәүҙәре хаҡында һөйләйҙәр, бәхәстәр ҡоралар, сағыштыралар, күҙәтәләр, яҙалар.

Ҡатын-ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡанда контракт төҙөй. Закон көсөнә кергән был ҡағыҙҙа барыһы ла билдәләнә: ғаиләлә ғауға сыҡмаһын өсөн хатта иҙән, ҡашаяҡ йыйыуҙы ла алдан килешеп хәл итәләр. Шул сәбәпле айырылышыҡанда трагедия яһамайҙар. Ләкин айырылышҡанда ғаилә башлығы бала өсөн ҙур суммала аҡса түләй. Ә бала тәрбиәләү Германияла халыҡтын йәшәү кимәлен иҫәпләгәндә бик ҡиммәткә төшә.

 

Мюнхен-романтиктар ҡалаһы

 

Минә Германиянын ин гүзәл ҡалалары Боден, Фридрихсфахен, Дрезден, Штуттгарт, Берлин, Ульм, Биберах һәм башҡа ҡалаларын күрергә тура килде. Ләкин ин оҡшағандары Ульм һәм Мюнхен, Дрезден, Фридрихсфахен, булғандыр. Улар икеһе лә боронғо ҡалалар. Ғөмүмән, боронғо булмаған ҡалалар ҡалалар юҡ, уларҙын барыһы ла 11–13 быуаттарҙа нигеҙләнгән. Фридрихсфахен Боден күле буйындағы иҫ киткес матур ҡала. Шулай уҡ Берлин, Аусберг, Нюренберг та матур тәьҫорттар ҡалдырҙы.

Мюнхенды Европа халҡы “Бәләкәй Париж” тип атай. Ул илдә ҙур ҡаланан һанала һәм мәғрифәт, мәҙәниәт үҙәге булараҡ билдәле. Мюнхенда юғары уҡыу йорттары күп, уларҙа белем алырға теләүсе сит ил студенттары бихисап. Илдәге именлек, юғары мәҙәниәт, музейҙар күплеге, вуздарҙағы төплө белем йәлеп итә йәштәрҙе, Мюнхенда белем алыу өсөн ер шарынын төрлө мөйөштәренән килеп уҡыйҙар. Ҡалала рустар ҙа бик күп, уларҙы этник немецтар тип атайҙар. Рустар өсөн хатта рус телендә гәзиттәр сыға. Гражданлыҡ алғандан һун улар үҙҙәре артынан туғандарын, яҡындарын күсереп ала һәм үҙҙәрен илден тулы хоҡуҡлы граждандары итеп тоя.

Бер ынғайҙын Нюренбергтағы “Эмиграттар” музейын да телгә алам. Ул Германиянын ин ҙур музейы. Барыһы 1,2 миллиондан ашыу дана экспонат иҫәпләнә, урап сыҡмалы түгел! “Ер алмаһы” – тәүге глобус та нәҡ ошо музейҙа һаҡлана.

 

Гүзәл һин, Дрезден!

 

Дрезденда минә өс тапҡыр булырға тура килде. Нисә килһән дә, ҡабаттан барғы килеп тора унда. Был боронғо ҡаланын кеше ҡулы тыуҙырған ғәжәйеп матурлығына тан ҡалып, һоҡланып йөрөйһөн, немецтарҙын иҫке биналарҙы, урамдарҙы заманса яны йорттар менән аралаштырып, ғәжәп гармонияла бер-береһенә яраҡлаштыра белеүе һоҡландыра. Дрездендын йәше 800 йылдан ашып китә.

Музейҙарҙа халыҡ иҫ киткес күп. Сит ил кешеләренен кемеһе генә юҡ, донъянын төрлө мөйөштәренән йыйылғандар. Үҙҙәренекеләр ҙә ярайһы. Немецтар ысын сәнғәтте ярата һәм ҡәҙерләй торған халыҡ. Дрезден картиналар галереяһында Питер Брейгель, Леонардо да Винчи, Рафаэль һәм башҡа бөйөк таланттарҙын картиналарын һоҡланып ҡарап торҙом. “Сикстинская мадонна”нын янынан кеше өҙөлмәй. Үкенескә ҡаршы, хатта аҡса түләп тә фотоға төшөрөгә рөхсәт итмәйҙәр, сөнки фотоаппарат яҡтылығы картиналарға насар тәьҫир итә, тиҙәр, шулай ҙа музей хеҙмәткәрҙәре саҡ ҡына ситкә китеү менән туристар тиҙ-тиҙ генә төшөрә һала. Мин дә уларға ҡушылып бер нисә картинаны, шул иҫәптән “Сикстинская мадонна”ны төшөрөп өлгөрҙөм.

Дрезденда даны донъяға билдәле берҙән-бер “Малайҙар хоры”, “Дәүләт капеллаһы һәм хоры”, боронғо костелдар, фарфор музейы бар. Ә Дрезден Юғары техник мәктәбе илден барлыҡ уҡыу йорттары һәм фәнни-тикшеренеү институттары менән тығыҙ бәйләнеш тота.

Дрездендын тирә-яғы ифрат гүзәл. Бында тәрән тарлауыҡтар ҙа, урманлы тауҙар, тигеҙ яландар ҙа бар. Урмандарҙа муфлон, ҡыр кәзәһе, ҡабан сусҡаһы, боландар осрай, күлдәрҙә аҡҡоштар, өйрәктәр күп –уларға бер кем дә атмай. Тейен, ҡуян һикергәләп үтеп китә, төрлө ҡоштар һайрай. Әгәр Германия ҡалалары буйлап машинала елдергәндә ҡыуаҡтар төбөнән ҡуян, төлөкө, йәки болан килеп сыға икән, һис тә аптырмағыҙ – улар хатта ҡала шарттарында ла үҙҙәрен иркен тота.

 

Берлин һәм Берлин стенаһы

 

Берлин Германиянын ин матур ҡалаларынын береһе. Берлин хаҡында һөйләгәндә “Берлин стенаһы”, унын нинә барлыҡҡа килеүе, берҙәм Германияны ни өсөн икегә бүлеүҙәре һәм был бүлеүҙен халыҡ йөрәгенә ниндәй яралар һалыуы һәм шул сәбәпле яҙмыштар ҡыйралыуы тураһында ла әйтмәй булмай. Икегә бүленгән бер бөтөн илден СССР тарҡалғандан һун янынан ҡауышыуы, тарихта тәрән эҙ ҡалдырған. Берлин стенаһынын икенсе яғына сығыу өсөн ни бары 800 метр ғына булһа ла, заманында ГДР-ҙан ФРГ-ға ҡасырға теләүселәрҙе төрмә һәм эҙәрлекләүҙәр көткән. Шуға ҡарамаҫтан, Берли нстенаһы ауғанын көтөп тормайынса ҡасырға теләүселәр аҙ булмаған. 1065 кеше совет режимын күрә алмайынса ғәҙәти булмаған шарттарҙа ҡасырға маташҡанда һәләк була, ҡасырға маташыусыларҙын 16 мене төрмәгә ултыртыла, 5 мен кеше ил икегә бүленгәс үк ФРГ яғына сыға. Һәләк булғандарҙы стенанан алыҫ түгел ҡәберлек яһап күмгәндәр, унда йыл әйләнәһенә шәмдәр, сәскәләр була.

Икегә бүленгән бер бөтөн илден асы яҙмышы хаҡында бөгөн Берлин стенаһына бағышланған музей материалдары аша танышып була. Бында ла һәр саҡ тере сәскәләр булһа ла, 28 йылға һуҙылған айырымлыҡ барыбер үҙен һиҙҙерә. Үҙем таныш булған немецтарҙын һөйләгәндәренән генә лә әллә күпме миҫал килтерә алам. Мәҫәлән, кейәүемден бер ҡатын-ҡыҙ туғаны 1947 йылда Германияны икегә бүлгәс, ФРГ-ға ҡасып сыға. Әсәләре артынан ике улы ла ҡаса, ләкин сик аша үткәндә малайҙарҙын береһе һәләк була, аталары иһә тәртип органдарында эшләгәнгә күрә ГДР-ҙа тороп ҡала... Балалар бына шулай атайһыҙ үҫә. ...Әлбиттә, уларҙы ФРГ-ла ла ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар, советтар яғынан сыҡҡас, шикләнеп ҡарайҙар. Был уларҙын ҡайһы бер хоҡуҡтарын ҡыҫыуға алып килә, шул сәбәпле ерҙәре лә, байлыҡтары ла булмай. Берлин стенаһы ауғансы ике ил араһындағылар туғандары менән күрешә алмайынса зар-интизар булып йәшәгән, аралашмау арҡаһында яйлап ете ятҡа әйләнгән... Етмәһә ике яҡ та бер-береһенә ҡаршы лагерь булып, ике сәйәсәттә донъя көткән.

СССР тарҡалғандан һун М. Горбачев ГДР менән ФРГ-нын бергә ҡушыуға ризалыҡ бирһә лә, утыҙ йылға яҡын аралашмау был ике илдә йәшәүселәрҙе бер-береһенән йыраҡлаштырған. Был уларҙын бер-береһен анламауына, бер-береһенен ҡарарҙарын, закондарын хупламауға килтергән, шул арҡала әле лә улар араһында ығы-зығы, килешмәүсәнлектәр сығып тора. Хатта әгәр егет элекке ГДР-ҙа йәшәгән ҡыҙға өйләнһә, ФРГ-ла йәшәүсе туғандары быны хупламай, һәм киреһенсә. Гәзиттәрҙә элекке ГДР-ҙа йәшәүсе немецтарҙын совет аны менән томаланыуы, уларҙын ялҡаулығын, эскегә тиҙ бирелеүсәнлеген, бысраҡлығын яҙалар. Сағыштырып ҡараһан, ысынлап та, бөгөн элекке ФРГ-ла йәшәүселәр күпкә байыраҡ, яҡшыраҡ көн итә, ә элекке ГДР-ҙа йәшәүселәрҙен көнитмеше сифат яғынан уларҙан күпкә ҡалыша. Бөгөн Германияла ике илгә айырылған халыҡтын янынан бер дәүләт булып йәшәү дәүерендә немец милләте өсөн ин изге маҡсат –янынан берләшкән Ватандын иҡтисади һәм сәйәси нигеҙҙәрен нығытыу, илде артабан үҫтереү, төрлө ижтимағи шарттарҙа халыҡ күнелендә тамырланған ҡаршылыҡтарҙы, сәйәси сикләүҙәрҙе, шикләнеүҙәрҙе бөтөрөү, халыҡтын берләшеп бер теләк, бер уй менән рухланып йәшәүсе берҙәм ватандаштар итеп туплау. Ил яҙмышындағы был күренеш, ысынлап та, бөгөн хәл иткес тарихи осор, хыялланып көткән янырыу дәүере.

Фәйләсүфтәр, әгәр тарихта ин мөһим ваҡиғалар кеше аны аша эшләнә, тиһәләр, бик хаҡ һүҙҙәр. Кеше анын яҡшы яҡҡа, ынғай яҡҡа ла бороп ебәрергә була. Насарға борһан, ул емергес көскә эйә буласаҡ – икегә бүленгән бер бөтөн илден аяныслы яҙмышы ошо хаҡта һөйләй.

 

Немец теле

 

Беҙҙе бала саҡтан “Тел-аралашыу ҡоралы”, тип тәрбиәләнеләр, ләкин бынан тыш тел бик боронғо замандарҙан алып йәш быуынды дөйөм кешелек рухында тәрбиәләү һәм уға өгөт-нәсихәт өйрәтеү хеҙмәтен дә үтәгән. Оло быуын кешеләренен тормош тәжрибәһенән сығып әйткән тапҡыр һүҙҙәре йәки ниндәйҙер эстәлекле, фәһемле хәбәрҙәре кеше күнелендә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра.

Немецтар туған телгә ифрат ихтирамлы. Минә мәктәп йәшендәге ҡайһы бер немец балаларынан: “Әйт әле, ниндәй телде нығыраҡ яратаһын?” тип һорағаным булды. Барыһы ла: “Немец теле”, тип яуапланы. Был үҙе үк, миненсә, немецтарҙын үҙ халҡына, туған теленә булған һөйөүен билдәләй, тимәк, улар төрлө милләттәр солғанышында тәрбиәләнгән балаларында туған телгә һөйөү тәрбиәләү тигән ҡатмарлы мәсьәләне хәл итә алған, тигән һүҙ.

Германияла, тәбиғи, немец телендә аралашалар. Был барыһын да уртаҡ теле, ләкин диалекттары ла етерлек. Хатта бер диалектта һөйләшеүселәрҙен икенсеһен анламауы ла мөмкин. Мәҫәлән, Берлин диалекты бар. Бында хатта юғары уҡыу йортон тамамлаусылар ҙа үҙ диалектында һөйләшә икән. Шваб диалектында һөйләшеүсе көнбайыш немецтары бик теүәл, егәрле халыҡ.

Шуныһы ҡыҙыҡ:немец телендә әйтелеше йәки мәғәнәһе менән башҡорт теленә яҡын һүҙҙәр ҙә бик күп. Мәҫәлән, “хан” һүҙ беҙҙә “хужа”, “бай кеше”, ырыу йәки ниндәйҙер ҡәүемгә хужа кешене анлатһа, немецтарҙа “хан” – әтәс тигәнде анлата. Бына тағы ла бер һүҙ. Башҡорт телендә балаҫ тигән һүҙ бар. Уны аяҡтар өшөмәһен өсөн иҙәнгә түшәйҙәр. Рус телендә балаҫ ковер була, ә шул уҡ немец тетлендә “теппих” тиҙәр. Һун “тәпәй” һүҙенә яҡын да баһа! Мин үҙем дә немец, чех телдәрен өйрәнгәндә күберәген бына шулай һүҙҙәрҙен мәғәнәүи яғына иғтибар итеп хәтерҙә ҡалдырырға тырышам, ҡыҙыҡ!

Немец телендә мәғәнәһе йәки әйтелеше менән төрки теленә яҡын һүҙҙәрҙен ифрат күп булыуына тағы килеп бер аптыраным һәм ирекһеҙҙән бөйөк башҡорт ғалимы Жәлил Кейекбаевтын: “Сит телдәр өйрәнегеҙ, был һеҙгә башҡорт тел ғилеме проблемаларын хәл итеүҙе енелләштерер”, тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ж. Кейекбаев Мәскәү университетында сит телдәр факультетын тамамлап заманында башҡорттар араһынан беренсе булып профессор дәрәжәһен яулаған кеше, Фридрих Вольф, Вилли Бредель һәм башҡа немец яҙыусылары менән аралашҡан, немец теленән һүҙлек ярҙамынан башҡа туранан-тура китаптар тәржемә иткән, немец дуҫтары менән хатлашып торған. Өфөлә, иғтибар итһәгеҙ, Карл Марк урамындағы 17-се һанлы йортта 1965 йылдын октябрендә асылған мемориаль таҡта тора. Унда ошондай һүҙҙәр яҙылған: “1936 йылдын йәйендә был йортта күренекле немец яҙыусыһы, Германия Демократик Республикаһынын йәмәғәт-политик һәм дәүләт эшмәкәре Фридрих Вольф (1888–1953 йылдар) йәшәгән”. Фридрих Вольф антифашист була, “Ирекле Германия” комитетына нигеҙ һала. Уны Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлайҙар, Өфөлә Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Профессор Мамлок” тигән пьесаһы буйынса спектакль сәхнәләштерелә – уны ла немецсанан профессор Ж. Кейекбаев тәржемә итә. Фридрих Вольф башҡорт яҙыусылары Сәғит Агиш, Дауыт Юлтый менән дә яҡындан таныш булған һәм аралашҡан.

Алдараҡ мин Мюнхен хаҡында һөйләп үткәйнем, унда янғылыштан ғына бер тыҡрыҡта Бүре һәйкәлен күреп тан ҡалғайным... Быларҙы мин әле ни өсөн һөйләйем әле? Башҡорттар һәм Башҡортостан менән немецтар һәм Германия араһында ниндәйҙер яҡынлыҡ, аралашыу электән булған, кем белә, бәлки уны һундар төркиҙәре юлбашсыһы бөйөк Атилла ҡалдырғандыр? Һөйләй китһән, оҡшаш һүҙҙәр, йолалар хаҡында әллә күпме уртаҡлыҡтарҙы күрһәтергә мөмкин – улары үҙе бер донъя һәм мин былар хаҡында һөйләүҙе икенсе юлға ҡалдырам.

 

Йолалары, байрамдары

 

Европа илдәрендә яны йыл иртәрәк килә, уны иҫкесә календарь буйынса 24 декабрҙә Йософ пәйғәмбәрҙен (Иисус Христос) тыуған көнөндә ҡаршылайҙар. Был бик борондан килгән дини байрам, иҫке календарь буйынса 22 декабрь йылдын ин ҡыҫҡа көнө һәм ошо көндө янынан ҡояш тыуа, һәм ҡояш менән Яны йыл килә тип иҫәпләнә. Был йоланы Алтай төркиҙәре Европа халыҡтары әле католик динен ҡабул иткәнгә тиклем үк алып килгән, тип иҫәпләйҙәр. Һунынан был байрамды католиктар Йософ пәйғәмбәрҙен тыуған көнө менән бәйләп үткәрә башлай һәм уға “Ваноце” йәки “Янырыу” тигән исем бирә. Йолаға ярашлы байрамға әҙерлек октябрь аҙаҡтары – ноябрь баштарында уҡ башлана: йорттар, фатирҙар, урам буйҙары, магазиндар, мәктәптәр, банктар, дәүләт учреждениелары сәскәләр ҡушып яһалған ылыҫлы ағас ботаҡтары менән биҙәлә. Һәр хужа уны ҡапҡаһына, ишегенә элеп ҡуя – ул йорт хужаларын бәлә-ҡазанан һаҡлай, тип анлатыла.

Шулай уҡ ҡаланын йәки ауылдын төп майҙанына Йософ пәйғәмбәрҙен тыуыуына арналған макет ҡуйыла, мәҫәлән: беҙҙә төп шыршынын тирә-яғына әкиәт персонаждары ҡуйыла, Европала кыштар йылы, ҡар юҡ, шуға улар боҙҙан эшләнмәй. Яны йылда Йософ пәйғәмбәрҙен әсәһе Изге Мәрйәм (Святая Марияны) һәм башҡа изгеләрҙен һынын, аҡ һарыҡ фигураларын эшләп ултырталар – аҡ һарыҡ Ҡөрьән буйынса ла хоҙайҙын изге януары иҫәпләнә, Европала иһә уны борон аллаға тинләгәндәр.

Яны йыл байрамы 24–26 декабрҙә өс көн байрам ителә. Тәүге көнө мәрхүмдәрҙе иҫкә алыуға бағышлана. Халыҡ зыяратта мәрхүмдәр рухына май шәм яндыра, мәрхүмдәрҙен ҡәберенә ылыҫ ботаҡтары, сәскәләр ҡуялар. Зыярат ишеге төбөндә сәскә һаталар, иҫке сәскәләр, сүп-сар өсөн махсус бактар ҡуйылған, һыу өсөн кран бар, тирә-яҡ бөхтә һәм таҙа.

Юғарыла әйтелгән йола Европанын бөтә дәүләттәре өсөн уртаҡ булһа ла, һәр халыҡтын үҙенә күрә айырым йолалары ла бар. Байрам ваҡытында кешеләр бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, туғандары менән осраша, бүләктәр бирешә. Байрам табыныны беренсе көнөндә картуф салаты (һеркә ҡушып эшләнә), төрлө-төрлө перәниктәр, парҙа томалап бешерелгән балыҡ ҡуялар, чечевица менән картуфтан енелсә аш бешерелә, көндөҙ беҙҙәге ураҙалағы төҫлө ашамайҙар. Майлы, ауыр ризыҡтар ашау тыйыла. Байрамдын ҡалған көндәрендә иһә йәнен теләгән ризыҡты әҙерләп аша, ләкин тәүге өс көндә йолаға тоғролоҡ һаҡла! Байрамдын башҡа көндәрендә табынға боронғо милли аштар әҙерләнә.

 

Яны йылды нисек байрам итәләр?

 

Ә 31 декабрь көнө Сильвестр (изге рухани исеме менән аталған) тип атала, уға иһә артыҡ ҙур әһәмиәт бирелмәй, ҙур сығымдар ҙа түгелмәй. 31декабрҙә иһә 1 ғинуарҙы символик рәүештә ҡаршылайҙар: өҫтәлгә шампань, һыра йәки яҡшы сифатлы виноград шарабы, торт, енелсә салаттар, емеш-еләк ултырталар, кем теләй кофе, кофола, йәки сәй эсә.

Һәр илден, һәр халыҡтын үҙ йолаһы тигәндәй, немецтарҙын бер ҡыҙыҡ йолалары хайран итте! Баҡтиһән, улар өйҙә ҡуйылған шыршыларын маҡтатырға ярата икән, маҡтаһан – шнапс ҡойоп бирәләр. Был тәмле эсемлекте лә немецтар уйлап тапҡан, Яны йыл табыны уларҙа шнапсһыҙ үтмәй.

Минә Германияла ике тапҡыр Баден-Вюртембург немецтарында ҡунаҡта булырға, улар менән Яны йыл ҡаршыларға тура килгәйне. Уларҙын байрам табынына әҙерләнгән милли аш-һыуҙарынын ин сағыуы – прәник-печеньелар һәм картуф салаттарын бик оҡшаттым. Әйткәндәй, перәник-печеньеларҙы ла тәүбашлап немецтар уйлап тапҡан. Уларҙа Яны йыл табынына әҙерләнгән прәник-печеньелар бер ваҡытта ла бер төрлө булмай: һәр береһе төрлө формала һәм төрлө рецепт буйынса әҙерләнә. Ә был хужабикәнен оҫталығына ла бәйле.

Тағы ла бер ғәҙәттәре аптыратты: яны йыл табынына йыйылыусыларға берәр шешә шнапс таратыла. Ләкин шешәләре!.. Унда һыйһа ике-өс йотом шнапс һыялыр! Сәғәт уҡтары ун икене һуғырға ваҡыт еткәс барыһы ла бергә тороп баҫалар ҙа, әлеге шешәләр менән поезда китеп барған төҫлө бер тактта тауыш сығарып шаҡылдата башлайҙар. Яйлап башланған был шаҡылдау көсәйә барып, сәғәт ун икене һуҡҡанда шешә тиҙ генә бороп асыла ла, бер тынала эсеп тә ҡуйыла! Шешәләге эсемлекте бер тапҡыр ғына йотоп эсеп ҡуйһан, һине Яны йылда бәхет көтә тип иҫәпләнә, бүлеп эсеү насарға юрала. Ҙур тостар әйтелмәй, күп эсмәйҙәр, бокалдар иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет өсөн күтәрелә, йәғни “Прозит!”, тиҙәр. Был иҫәнлеккә-һаулыҡҡа тигәнде белдерә. Шулай итеп, 24–26 декабрь һәм 31 декабрь – 1ғинуар көндәрен байрам иткәндән һун немецтар 2 ғинуарҙа эшкә сыға. Һәм тағы ла йылы иҫтәлектәргә бирелеп, киләһе Яны йылды көтә башлай.

 

“Аух видер зеен, Дойтшланд, бист бальд”!

 

Германияла урыҫ телендә аралашыусылар ҙа етерлек. Элегерәк Мюнхендан Калининградҡа осҡанда аэропортта рустарҙын күплеген күреп хайран ҡала торғайным. Рәхәтләнеп ҡысҡырып һөйләшәләр. Әйткәндәй, рустар сит илдә лә үҙҙәрен иркен тота һәм ҡысҡырып һөйләшә, уларҙы шул ғәҙәттәренән таныйҙар. Шул осҡанда Өфөнән Германияға китеп барыусы ике башҡортто ла күргәс, күнел күтәрелгәйне. “Үҙебеҙҙекеләрҙе” ҡиммәтле тундарынан таныным, бында ундайҙы кеймәйҙәр. Вәт донъя, беҙҙекеләр ҡайҙа ғына юҡ, тип ирәйеп киттем. Әйткәндәй, Калининград ҡалаһы 12 быуатта чех короле Пшемысел Карл Икенсе тарафынан нигеҙләнә.

Шуны ла әйтергә кәрәк, немецтар Рәсәйҙән килгәндәрҙен барыһын да рус тип ҡабул итә. Минен милләтем башҡорт, рус түгелмен, Башҡортостан Республикаһы тигән Рәсәй составындағы дәүләттә йәшәйем, тип анлата һалам, үҙебеҙҙен Президентыбыҙ ҙа бар. Ләкин улар ҡайһы саҡта: “Все вы из одного ведра вода”, тип яуаплай. Сөнки Башҡортостанды белмәйҙәр тиерлек. Унан Боден күлендә һәләк булғандарҙы иҫкә төшөрһән, “Әәә, беләбеҙ, ишеттек, уҡыныҡ”, тиҙәр.

Мин Германияға, Чехияға юлланғанда һәр ваҡыт үҙем менән журнал, китап-гәзит, открыткалар алам, әйбер, кейем ташып йөрөмәйем, таныштарыма, дуҫтарыма, немец туғандарыма республикабыҙ хаҡында сығарылған китаптар, альбомдар, открыткалар бүләк итәм, уларҙы ҡарап немецтар бик ҡыҙыҡһыналар, гүзәл ил икән, тип һоҡланалар. Беҙҙәге тәбиғәт уларҙыҡынан һис тә ҡалышмай, киреһенсә, күпкә матурыраҡ та. Тик беҙ үҙебеҙҙен матурлығыбыҙҙы, байлығыбыҙҙы башҡаларға күрһәтә, унан аҡса эшләй белмәйбеҙ. Улар иһә бәләкәй генә илдәрен дә донъя кимәлендә алға киткән илдәр иҫәбенә сығарып, һаҡлап, яҡлап, яратып, күкрәк киреп ғорурланып, уныштарын күрһәтеп йәшәй белә. Беҙ ҙә, хөрмәтле журнал уҡыусылар, өлгө алайыҡ, алға ынтылайыҡ, өйрәнәйек, үҫәйек – мәҡәлә шуны уйлап яҙылды ла инде.

Миләүшә Ҡолмөхәмәтова (Годбодь).

 

© Миляуша Годбодь, текст, 2010

© Книжный ларёк, публикация, 2015

Опрос

Нравится ли Вам сайт "Книжный ларёк"?

Общее количество голосов: 1393

Koнтакт

Книжный ларек keeper@knizhnyj-larek.ru