Миләүшә Годбодь. Европанан Башҡортостанға сәйәхәт

13.11.2015 23:20

ЕВРОПАНАН БАШҠОРТОСТАНҒА СӘЙӘХӘТ

(Путешествие из Европы в Башкортостан)

на башкирском языке

 

 

Сәйәхәткә әҙерләнеү өсөн тормош иптәшем Владимир менән миңә ике ай самаһы ваҡыт китте. Юлға үҙебеҙҙен прицеплы “Land Rover” машинаһында сыҡтыҡ. Башта документтарын, страховкаһын, прицептағы бәләкәй һыуытҡыс, ике матраc, радио, душ, газ, кухняны тәртипкә килтерҙек, йөҙ литр һыу ҡойҙороп алдыҡ. Европала юлдар түләүле – 5 мең крон түләнгән ҡағыҙҙы полицейскиҙар күрһен өсөн машинаның алғы тәҙрәһенә йәбештереп ҡуйҙыҡ. Европала күбеһенсә ошондай автомобилдә сәйәхәт итәләр, сөнки ул бар яҡтан да уңайлы һәм арзан. Теләгән ереңә бараһың да урын өсөн түләгәс, үҙ өйөңдәге кеүек йоҡлап, ашап, ял итеп йөрөйһөң. Башта мин Рәсәйҙә ришүәтселек көслө булғас, бик ҡурҡҡайным. Тик Латвия–Рәсәй таможняһында ғына тынысландым. Бында: “Ришүәт бирергә маташыусыларға 6 мең һум штраф йәки төрмәгә ултыртыу ҡаралған”, – тигән яҙыуҙы уҡығас, йәнгә йылы йүгерҙе, үҙ-үҙемә ышанысым артты. Шулай ҙа ул-был була ҡалһа тип, евролар әҙерләп ҡуйғайныҡ, ике блок чех һыраһы, бер сумка шоколад һатып алдыҡ. Юлда уларҙы беҙгә ярҙам иткән кешеләргә рәхмәт йөҙөнән күстәнәс итеп тараттыҡ.

 

2014 йылдың 5 июненән 15 июлгә тиклем һуҙылған ҙур сәйәхәттә “Land Rover”ҙы ике тапҡыр ғына туҡтаттылар. Тәүге хәл Стәрлетамаҡта булды: бында беҙҙе тиҙлек арттырған өсөн түгел, ә сит илдән булған өсөн документтарыбыҙҙы тикшереү өсөн туҡтаттылар, тик аҡса һораманылар. Икенсеһе Латвияла булды. Полицейскийҙар иремде “һөйләшеү өсөн” үҙҙәре янына саҡырып алғас, уларға егерме евро биреп ҡотолдоҡ.

Европала ауыл, ҡалаларҙа тиҙлекте сәғәтенә 50 саҡрымдан арттырырға ярамай, трассала иһә – 100–150 км/сәғ., шунан арттырһаң, ҙур штраф түләтәләр. Бөтә ерҙә лә видеокүҙәтеү ҡуйылған.

 

Башта сәйәхәт маршруты, маҡсаты менән таныштырып китәйем. Рәсәйгә барғанда юлыбыҙ Чехияның Көньяҡ Моравия ҡалалары  Босковице, Простеев, Оломоуц, Острава, Бржецловтан башлап Польшанын Люблино, Котовице, Варшава, Биалисток, Освенцим, Литваның Паланга, Клайпед, Сувалки, Каунас, Вильнюс; Латвияның Даугавпилс, Резекне, Зилупе, Екабпилс, Рига, Баушка, Добеле, Салдус, Лиепа, кеүек эре ҡалалары аша үтте. Псков, Калуга, Рязань, Тула, Смоленск, Ульяновск, Ярославль, Мәскәү, Һамар, Силәбе, Ырымбур өлкәләрен; Мордва, Сыуашстан, Татарстан Республикаларын һәм ундағы тиҫтәләгән ҡалалар, шул иҫәптән иң билдәлеләренән Великие Луки, Псков, Сызрань, Саранск, Ржев, Смоленск, Можайск, Волоколамск шоссеһын, Тула, Калуга, Рязань, Муром, Һамаа, Түбәнге Новгород, Владимир, Ҡазанды; Башҡортостанда – Туймазы, Бәләбәй, Благовар, Дүртөйлө, Кушнаренко, Өфө райондары һәм ҡалаларын үттек. Сәйәхәт итеү барышында Польшала Освенцим, Рәсәйҙә – бөйөк Смоленск юлы, Бородинола, Тулала бөйөк Лев Толстойҙың “Ясная поляна” музей-усадьбаһында, Гагарино ҡалаһында Юрий Гагарин музейында экскурсияларҙа, музейҙарҙа йөрөнөк, Ҡандракүлдең матурлығына хайран булдыҡ.

 

Европаға кире ҡайтҡанда иһә Ҡазанда, Мәскәү өлкәһе, Түбәнге Новгород, Великие Луки, Ржев, Псков, Латвия, Литва, Балтик дингеҙе, Рига-Клайпеда, Варшава, Острава, Оломоуц, Брно йүнәлешендә сәйәхәт иттек, йәмғеһе 9 мең 400 саҡрым юл үттек, 750 литр бензин, 100 мең һумдан ашыу аҡса тотондоҡ. Сәйәхәтнамәне нисек бар, шулай яҙам, ундағы хәл-ваҡиғаларҙы, күргән-кисергәндәрҙе нисек ҡабул иткәнбеҙҙе күпертмәйенсә, кәметмәйенсә һөйләйем – һығымтаны уҡыусы үҙе яһар.

Европа илдәре аша Рәсәйгә үткәндә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуманы, сөнки элекке соцлагерь илдәре хәҙер Европа унияһында, НАТО составында: беҙҙе бер ерҙә лә тикшермәнеләр һәм туҡтатманылар.

Чехтар: “Күпме тел беләһең, һин шунса кеше”, – ти. Чех телен белеүем Словакия, Польшаны үткәндә ярҙам итте, улар ҙа славян халыҡтары, аңлайҙар. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайҙа ғына барһаҡ та, рус телен хөрмәт итәләр, русса һөйләшергә оялмайҙар. Әлбиттә, һөйләшергә теләмәгәндәр ҙә осраны. Оло һәм урта быуын кешеләре барыһы ла русса яҡшы һөйләшә, ә бына социализм тарҡалғандан һуң тыуған йәш быуын инглиз телен өҫтөн күрә, ундайҙар менән һыҙып, ым-ишара менән аңлашҡан саҡтар ҙа булды.

Машинаның ике яғына Чехия һәм Башҡортостан Республикаларының дәүләт флагтарын элеп ҡуйғайныҡ, әллә шуны күрепмелер, ҡайҙа барһаҡ та, беҙҙе алдарға тырышыусылар ҙа осрап торҙо. Ирем русса акцент менән һөйләшә, ләкин иркен аралаша, шуға ҡарамаҫтан, уны банкта ла, магазинда ла алдарға тырыштылар. Мәҫәлән, Мәскәү өлкәһендә бер стакан сәйҙе миңә 50 һумға, ә уға 200 һумға тәҡдим иттеләр, Өфөлә лә, Мәскәү өлкәһендә лә банктарҙа евроны уға – ҡиммәтерәккә, миңә иһә үҙ хаҡына һаттылар. Шул сәбәпле ҡайһы бер осраҡтарҙа ниндәйҙер мәсьәләләрҙе үҙемә хәл итергә тура килде. Тормош иптәшем йәш сағында һигеҙ йыл самаһы автомобилдә уҙышыу спорты менән шөғөлләнгән һәм ике тапҡыр Европа чемпионы булған, машинаны биш бармағы кеүек белә. Ә мин иһә, киреһенсә, ғүмерҙә лә машина йөрөтмәгән, руль артына ултырырға ҡурҡҡан кеше, хатта юл ҡағиҙәләрен дә йүнләп белмәйем... Ләкин ошо сәйәхәттә юл номерҙары буйынса хәрәкәт итеү, юл ҡағиҙәләрен үтәү кеүек нәмәләргә төшөндөм, был машинала рәхәт кенә ултырып йөрөгән икән, тигән фекер ҡалмаһын, водителде ашатыу-эсереү, йоҡлап китмәһен өсөн кофола, кофе менән һыйлау, термостан йылы сәй ҡойоп биреү, һыу эсереү, карта менән эшләү, радио тоҡандырыу, диск ҡуйыу, хатта таҫтамал менән тирен һөртөп алыу, юлдағы ваҡиғаларҙы яҙып барыу, фотоға төшөрөү кеүек эштәрҙе үтәү минең вазифама инде. Ҡыҫҡаһы, минә юлда йоҡлау тигән нәмәне оноторға тура килде.

 

Беҙҙең маршрут тәүге көндө Чехияның Көньяк Моравия крайына ҡараған XII–XIII быуатта нигеҙләнгән Босковице, Простеев, Оломоуц ҡалаларынан башланды. Был крайҙың ерҙәре иң уңдырышлыһы, бында Чехияның ин бай фермерҙары йәшәй.

Ер асыҡ көрән төҫтә һәм бик ташлы, бында иһә ҡара көрән төҫтә һәм ташы юҡ тиерлек. Көньяҡ Моравияны сыҡҡандан һуң Чехияның борон-борондан сәнәғәт үҙәге булған Острава ҡалаһына индек – ул Чехия–Польша сигендә урынлашҡан. Остравала данлыҡлы Швеция автомобиле “Вольво” етештерелә. Көнсығышта, Чехия–Словакия сигендәге мөһабәт Бескид, Татр тауҙары күгәреп ята. Был тауҙарҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан бөркөтө Даян Мурзиндың Ян Жижка исемендәге партизандар отряды немец фашистарына ҡаршы ҡаты һуғыштар алып барған. Бескид тауҙары Чехия, Словакия, Польша биләмәләрендә урынлашҡан, дингеҙ кимәленән 1000–1600 метр бейеклектә ята, иң бейек түбәһе “Лисья гора” тип атала. Шул ҡәҙәре бейек тауҙарҙа һуғышыуы ни тиклем ауыр булғандыр яугир-партизандарға, ә Чехия еренә барып еткәнсе күпме оҙон һәм ауыр юл үтергә кәрәк!

Мурзин партизандары Чехословакияға Закарпатье аша ла ингән. Унда бөгөн дә мәҙәниәте украин, рус халыҡтарыныҡына яҡын, ләкин рустарға ла, чех, словактарға ла оҡшамаған тау халыҡтары йәшәй. Боронғо традициялары, йолалары, дәртле бейеүҙәре һәм йырҙарын һаҡлаған был халыҡ үҙен “русыня” тип исемләй. Русынялар үҙҙәренең ауыҙ-тел ижадын, фольклорын бөгөнгө көнгә тиклем алып килеп еткергән, тик уларҙа юғары белемлеләр бик һирәк, тинеләр, сөнки тауҙарҙан бөтөнләй төшмәй йәшәйҙәр. Һуғышҡа тиклем Закарпатьела йәшәүсе русыняларҙың мәҙәниәтен, мәғарифын күтәреү өсөн вуз тамамлағандарҙы унда көсләп ебәргәндәр – был һөргөнгә тиң булған. Һуғыштан һун Чехословакия президенты Бэнэш Закарпатьены Рәсәйгә бүләк итә, Рәсәй иһә Украинаға ҡушҡан.

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиҙәр, шуға сәйәхәттең тәүге көнөндә авария яһап ҡуймайыҡ, тип, яй барҙыҡ, тиҙлекте туҡһандан арттырырмаҫҡа тырыштыҡ Тау юлдары йылан кеүек борғоланып ята, етмәһә ҡуйы томан. Хәүефле. Штрамберк замогына, ике ҡаланы берләштергән Фридек-Мистек, 1798 йылда Европала тәүге “Автомобилдәр музейы” асҡан, тәүге самосвалдар етештергән Копшивице ҡалаһын үткәс, Польша еренә боролдоҡ.

 

Адам Мицкевич, Анна Германдын Тыуған илендә

 

Ниһайәт, беҙ Польша ерендә. Бында юлдар матур, тигеҙ, тупраҡ көрән төҫтә, әйткәндәй, Чехия, Словакия, Польша юлдарын һуғыш башлар алдынан Гитлер төҙөткән булған. Юлдарҙа тауыш йотолһон, водителдәргә ҡамасауламаһын өсөн ике яҡтан да ағастар ултыртылған, тауыш йотҡос махсус ҡоролмалар ҡуйылған. Юл буйҙарында нәҙекәй ҡайындар, бөҙрә талдар үҫә – был минең өсөн Тыуған ил символы булған күркәм ағастар, шуларҙы күрһәм, күңел күтәрелә! Юлда бер урында һайыҫҡан осраны. Сит ерҙә хатта һайыҫҡан да яҡын икән! Европала ниңәлер һайыҫҡандар юҡ, орнитолог түгелмен, сәбәбен аңлата алмайым. Ҡояш, ел энергияһын алыу өсөн махсус батареялар, төрлө ҡулайламалар йыш осрай – был Европа өсөн ғәҙәти күренеш. Европала социализм тарҡалғандан һуң һыу, газ, электр энергияһына хаҡтар бик ныҡ артҡан, элек иһә бындай проблема булмаған. 500 миллион кеше йәшәгән Европала ерҙең һәр ҡарышы, һәр ағас, һәр йылға-күл ҡәҙерле.

 

Польша – ҙур ил. Урмандар иле. Иңен-буйын ике-өс көндә генә урап сығырлыҡ түгел, биләмәһе буйынса Башҡортостандан күпкә ҙурыраҡ. Бараһың-бараһың, кемп та, бензоколонка ла юҡ. Ҙур ауылдар ҙа осрамай. Тегендә – бер өй, бында бер өй ултыра. Шуға, поляктар тәбиғәт балаһы икән, тигән фекергә килдем, улар ҙа башҡорттар кеүек тәбиғәт ҡосағында, урман араһында яңғыҙ йәшәүҙе, иркенлекте ярата.

Поляктар магазинға, дауаханаға үҙ машинаһында йөрөй. Әлдә юлға тип алынған запас аҙыҡ, сәй-шәкәребеҙ, 40 литр запас бензиныбыҙ бар. Юлда ватылып ултырһаң, кем ярҙам итер? Икенсе көндө, ғәҙәттәгесә, иртәнге 7-лә үк тороп, кофе эскәндән һуң юлды дауам итәбеҙ. Шулай итеп, тәүге көндә 350 саҡрым ғына үттек – бөгөн күберәк үтергә ине. Трассала каминьондар күп. Ҡайһылары шул тиклем ашыға, юл ҡағиҙәләрен дә һанламайҙар, Шумахер кеүек уҙышалар ғына. Шул сәбәпле авария яһайҙар, теләһәк-теләмәһәк тә, уларын да күрҙек.

Польшала ерҙәр эшкәртелгән, яландарҙа иген, кукуруз, сөгөлдөр, көнбағыш, картуф үҫә. Баҫыуҙарҙа, яландарҙа малдар иркен йөрөмәй, улар йә ҡурала, йәки хужаның шәхси ерендә тотола. Мин башта ихластан, быларҙың һыйырҙары нисек шулай тәртипле йөрөй икән, тип бик аптырағайным, аҙаҡ аңланым: баҡһаң, һыйырҙы бағанаға оҙон бау менән бәйләп ҡуйып ашаталар икән. Шулай бер тирәлә йөрөп ашағандан һуң хужаһы икенсе ергә күсерә.

Польшала виноград яландары бик аҙ, поляктар шарапҡа ҡарағанда араҡыны хуп күрә; Европала иһә фин һәм Рәсәй араҡыһын яраталар. Араҡыны төрлө ерҙә төрлөсә эшләйҙәр. Чехтар груша менән сливанан яһай, уларҙы “грушовница”, “сливовица” тиҙәр, ә шараптың йөҙәрләгән сорты бар. Тик уны беҙҙәге кеүек стаканлап эсмәйҙәр, йотомлап ҡына, тел осо менән тәмләп, оҙаҡҡа еткереп һурып ултыралар.

Польшала ла былтыр, ни ғәжәптер, еләк емерелеп уңғайны: ҡайҙа барһаң да еләк һатып ултыралар. Бер туҡталышта беҙ ҙә 5 евроға биш килограмм һатып алдыҡ.

Польшала бөтә ерҙә лә тик поляк телендә һөйләшәләр, яҙыуҙар ҙа тик поляк телендә. 35 миллион кеше йәшәгән Польшала поляк теле – дәүләт теле. Илдә поляктарҙан тыш рустар, украиндар, немецтар, латыштар һәм башҡа милләт кешеләре йәшәй. Поляк теле – славян телдәре төркөмөнә инә, шуға аңлауы, аралашыуы ауыр булманы.

Тешин, Катовицы, Краков ҡалаларын уҙып киттек. Краков элек илдең баш ҡалаһы булған. Юлда хәлдән килгәнсә фото төшөрөргә тырыштым. Бында Рәсәйҙән сыҡҡан бөтә кешене лә “рус” тип ҡабул итәләр, башҡортто бөтөнләй белмәйҙәр. Рустарҙы өнәп бөтмәйҙәр, әлбиттә, күп ерҙә русса һөйләшергә тырышмайҙар, шуға ҡайһы саҡта башҡортса һөйләшергә лә тура килде: сит телдә һөйләшкәнде ишеткәс, асылып китәләр ҙә: “Һеҙ ҡайҙан?” – тип һорайҙар. “Уралдан, – тип яуаплайым, – башҡортмон”. “Урал ҡайҙа һун ул?” “Европа менән Азия сигендә”. “Ә-ә-ә, ишеткәнебеҙ бар, беләбеҙ”, – тиҙәр.

1830 йылда Екатерина II Польшаны Рәсәй, Австрия һәм Германия араһында бүлә, унан һуң да ил бүлгеләүҙәрҙән күп михнәттәр, ауырлыҡтар кисерә, үҙаллылыҡҡа ынтылһа ла, ирек яулай алмай, ҡулдан– ҡулға күсеп йөрөй. Шуларҙы уйлаһаң, әлдә сик буйында йәшәмәйбеҙ, тип ҡыуанып ҡуям, юғиһә, поляктар башына төшкән яҙмыш беҙҙе лә урап үтмәҫ ине.

 

Бында эләккәндәр иреккә крематорий торбаһы аша сыҡҡан...

 

Освенцимдағы Аушвиц-Биркенау дәүләт музейында ике-өс сәғәт тирәһе булғанбыҙҙыр, концлагерҙа оҙаҡ йөрөй алмайым, бының өсөн тимер нервылар кәрәк. Освенцим ауылында концлагерь төҙөү идеяһы Гитлерҙың иң тоғро һалдаттарының береһе – ошо лагерҙың коменданты Рудольф Гесстың башына килгән. Сөнки бында тимер юл да, автомобиль юлы ла киҫешә, тирә-яҡта төрлө заводтар урынлашыуы тотҡондарҙы тәүлек әйләнәһенә эшләтергә мөмкинлек биргән. Освенцимда тотҡондар ҡот осҡос шарттарҙа көн иткән: лагерь барактары 40–50 кеше өсөн иҫәпләнгән булһа ла, унда 200-ҙән ашыу әҙәм йәшәгән, ике ҡатлы кирбесле барактарҙы махсус рәүештә һаҙлыҡ өҫтөнә төҙөгәндәр, таш барактар яғылмаған, тотҡондарға ябыныу өсөн бер нәмә лә бирелмәгән, айына бер йыуыныу, аслыҡ, төрлө сир йоҡтороу тотҡондарҙың ғүмерен иртә ҡыйған. Дауахана булһа ла, унда дауаламағандар. Исем өсөн генә асылған дауахана фашистарға тотҡондарҙы крематорийға күпләп илтеү өсөн уйлап табылған хәйлә булған.

Освенцимға башта Варшава геттоһында тотолған Польша йәһүдтәрен килтерәләр, Освенцимда сорттарға айырғас, крематорийҙа яндыралар. Тик 1940 йылда ғына бында тәүге 728 поляк юҡ ителә, һуңынан пленға алынған совет яугирҙарын, сиғандарҙы ла килтерә башлайҙар. Голландиянан, Франциянан, Бельгиянан, Норвегиянан, Литванан, Словакиянан, Чехиянан, Грециянан, Венгриянан да тотҡондар килтерелә. Лагерға улар шул тиклем күп ебәрелгән, хатта заводтарҙа эшсе ҡулдар талап ителмәй башлаған. Шул сәбәпле, 1941 йылда Освенцимдан өс саҡрымдағы Бжезинка, Моновице ауылдарында “Аушвиц-Биркенау”, “Аушвиц-3” лагерҙары һәм уларҙың 40 филиалы барлыҡҡа килә. Биш йыл буйына физик яҡтан юҡ итеү урынына әйләнгән Освенцимда 7 млн йәһүд яндырыла. Оло юл үтеп, ябыҡ вагондарҙа тонсоғоп килгән тотҡондарҙың яртыһы тиерлек вагондарҙа уҡ үлгән була – фашистарға уларҙы крематорийға илтәһе генә ҡала. Крематорийҙар иһә тәүлек әйләнәһенә эшләп торған: унда бер төндә генә ике меңләп кеше яндырылған. 1942 йылда 20 мең кеше, шул иҫәптән Рәсәйҙән ҡыуып килтерелгән 12 мең тотҡон юҡ ителә. Бында ингән һәр кешегә полицайҙар ҙа: “Бынан тик мөрйәнән сығыу мөмкинлеге генә бар, иҫән ҡалырбыҙ тип өмөтләнмәгеҙ!” – тип иҫкәртеп торған. Лагерға ингән ҡапҡа башында бөгөн дә: “Тик эш кенә кешене ирекле яһай”, – тигән немец телендәге яҙыу шул йылдарҙың вәхшилеген фашлап эленеп тора.

 

Былтырғы йәй Европала ямғырлы булды, ҙур һыу баҫыуҙар күҙәтелде. Освенцимды ҡарағанда ла ҡойоп ямғыр яуҙы, ләкин халыҡ таралышманы, әйтерһең дә, тәбиғәт тә ғүмере ҡыйылғандарҙы йәлләп илай кеүек ине... Бынан Литва сигенә тиклем беҙгә тағы ла 120–130 саҡрым самаһы барырға кәрәк әле, ә күктең төбө тишелгәнме ни, ҡоя ғына!

 

Варшавала быға тиклем дә бер нисә тапҡыр булғайным инде, тик был гүзәл ҡаланы күпме күрһәң дә, ялҡытмай. Ғөмүмән, Варшаваны тотошлай ҡарап сығыу өсөн айҙар кәрәктер ул. Ҡалала, Өфөләге кеүек үк, 1 млн 500 мең кеше йәшәй, 1596 йылда ул баш ҡала статусын алған. Висла йылғаһы ҡала уртаһынан аға. Варшаваның барлыҡҡа килеү тарихына ҡағылышлы төрлө легендалар ишеттек. Имеш, борон Варш исемле бер балыҡсы сибәр һыу инәһенә өйләнгән дә Висла йылғаһы буйында өй һалып, йәшәй башлаған. Һәм шуға ҡаланы Варшава тип атай башлағандар. Ваҡыт үтә тора Варш янына башҡа балыҡсылар килеп ҡушылып, тора-бара – ауыл, шунан ҡала барлыҡҡа килгән, ти. Был легенда дөрөҫтөрмө, юҡмы, уныһын белмәйем, әммә һыу инәһе Варшаваның символы иҫәпләнә.

Польша хаҡында һөйләгәндә, илдең легендар шәхестәре – сонеттар оҫтаһы Адам Мицкевич, бөйөк йырсы Анна Герман хаҡында ла әйтеп китергә кәрәк: Варшава уларҙың да яратҡан ҡалаһы. 1812 йылда Наполеон Рәсәйгә Варшава аша килгән, чех ерендәге 1805 йылғы француз-рус һуғышына Михаил Илларионович Кутузов та рус һалдаттарын Варшавала туҡтатып ял иттергән.

Польшаның бер өлөшө Белоруссия менән сикләшә – Припять йылғаһына етеүебеҙгә өс көн яуған ямғырҙар ҙа туҡтаны. Белоруссия – һаҙлыҡтар иле, уны күреп иҫең китер! Ә бит ошо ерҙәрҙән совет яугирҙары уҙған, урмандарҙа партизандар һуғышҡан, күбеһе һаҙлыҡтан сыға алмайынса һәләк булған. Был юлдарҙы әле лә машинала үтеүе еңел түгел, ә яугирҙар һәр ауыл, һәр ҡала, һәр ҡарыш ер өсөн һуғыша-һуғыша уҙған... Ҡайҙан алды икән улар көстө?! Припять йылғаһы буйында ауылда осраған бер поляк кешеһе: “Эйе, туғандар, был һаҙлыҡтарҙа совет һалдаттарының һөйәге ята, танк киҫәктәрен әле лә табалар...” – тип йөрәкте һыҙлатҡайны. Үҙем дә аңғармаҫтан билдәле ”Песняры” ансамбленең Белоруссия партизандары тураһындағы йырҙы иҫкә төшөрәм: “Родина моя, Белоруссия! Песни партизан, горы да туман...”

Польша буйлап сәйәхәт иткәндә Беренсе Донъя һуғышы батырҙарына арналған һәйкәлдәрҙе лә осраттыҡ. Хәйер, Европала ул ғәҙәти күренеш, бында һәр һәйкәл ҡәҙерләп һаҡлана һәм тәрбиәләнә. 1914 йылғы яугирҙар иҫтәлегенә Гимбстина, Одродники ауылдарында ҡуйылған таҡтаташтарҙы күрҙек, унда йылдары һәм кемдәр һәләк булғаны яҙылған. Үкенескә ҡаршы, был тәңгәлдә беҙ, рәсәйлеләр һәм башҡорттар, маҡтана алмайбыҙ – беҙҙә Беренсе Донъя һуғышы батырҙарына арналған һәйкәлдәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Үҙ ваҡытында быға йә иғтибар ителмәгән, ә, бәлки, тарихыбыҙҙы ҡәҙерләй белмәйбеҙҙер. Әйткәндәй, социализм осоронда Одродники ауылында таможня булған.

Маҡсатыбыҙ ил күреү, донъя гиҙеү булғас, юл ынғайы төрлө ҡалаларҙа, ҡурсаулыҡтарҙа, милли парктарҙа, һәйкәлдәр ҡуйылған урындарҙа ла туҡталырға тырыштыҡ. Августов ҡалаһына яҡын урынлашҡан дәүләт ҡурсаулығын оҡшаттыҡ: бында ҡабан, мышы, болан, бүре, ҡоралай, айыу бар, урманда ылыҫлы ағастар менән бергә миләш, имән, саған, тал, ҡайын ағастары үҫә, тик ҡайындары беҙҙәге кеүек баҙыҡ түгел, нәҙек һәм сибек. Юлда шуларға ҡарап һағыныуымды баҫып килдем. Икенсе көндө беҙ 740 саҡрым юл үттек!

 

Элекке союздаш республикалар илендә

 

Польша сиген үткәс, ниһайәт, Литва еренә лә аяҡ баҫтыҡ. Бында ла ер көрән төҫтә һәм бейек булмаған түбәләстәрҙән тора. Беҙҙәге кеүек көтөүлектәр юҡ, мал-тыуар күрше Польшалағы төҫлө һәр хужаның шәхси ерендә көтөлә: һыйырҙы бәйләп, һарыҡтарҙы кәртәләнгән ерҙә көтәләр. Литвала ла, Латвия ла шәхси, дәүләт ҡарамағындағы ерҙәр ҙә бар. Кемпта эшләүсе бер латыш ҡатыны, мәҫәлән, социализм тарҡалғас, ғаиләнең ата-бабаларынан ҡалған 50 гектар ерен кире ҡайтарып бирҙеләр, тине. Чехияла ла социализм тарҡалғас, шәхси завод-фабрикалар, ерҙәр, хатта замоктар хужаларына кире ҡайтарыла, бөгөн дә кенәз титулын һаҡлайҙар. Кенәздәр ата-бабалары ғүмер иткән замокта йәшәй, ә туристар замок хужаларына килем килтерә.

Литвалағы ваҡыт айырмаһын күҙ уңында тотоп, сәғәтте бер сәғәткә алға күсерәбеҙ. Юлда “LV” билдәһе яҙылған каминьондар күп осрай, улар Рәсәй ҡалаларына ашыға. Сит ил автомобилдәре тейәлгән автомашиналар ҙа күп. Юл буйы таҙа, бесәне сабылған, ҡайындар, йүкәләр оҙатып ҡала. Йүкә бында милли байлыҡ иҫәпләнә, уны бик һаҡлайҙар. Чехияла ла йүкә – милли ағас, ә йүкә балы – иң ҡиммәтлеһе. Вильнюсҡа тиклем беҙгә 140 саҡрым бараһы, уға тиклем Соурида ҡаласығында бензин ҡойҙороп алабыҙ. Мин кассирмын, бензиндың һәр литрын яҙып барам. Европанан Башҡортостанға барып етеү һәм әйләнеп ҡайтыу өсөн нисә литр бензин китер икән? Беҙҙе шул ҡыҙыҡһындыра.

Вильнюсҡа ингәс, евроны латынға әйләндереү проблемаһы тыуҙы, сөнки евроны ҡабул итмәйҙәр. Польшала – злато, Чехияла – крон, ләкин Европаның ҡайһы бер кемптарында һыу, ҡәһүә, печенье, шоколад, хатта бензинды ла евро менән түләргә мөмкин. Вильнюсҡа етәрәк Лаздилайи тигән ауылда нишләптер бензинды дүрт урында һаталар ине. Был беҙҙе бик аптыратты. Хаҡтары ла төрлөсә. “Лукойл” да, ”Сибирнефть” та,”Татнефть” та бар ине, тик “Башнефть”тың булмауы ғына кәйефте төшөрҙө. Бензинын алыр инек. Рәсәйҙә, Европа менән сағыштырғанда бензин күпкә арзаныраҡ, һыу, киреһенсә, бензинға ҡарағанда ҡиммәтерәк тора. Бер литр һыуҙы Рәсәйҙә төрлө ерҙә 40 һумдан башлап 100–200 һумға тиклем һаталар, бензин иһә 29–35 һум ғына. Прибалтикала һыуҙы скважинан алалар, шуға ҡиммәт, тип аңлаттылар.

 

Каунас та, Вильнюс та боронғо, матур ҡалалар. Каунаста ярты көн йәйәүләп йөрөнөк. Уға 1361 йылда нигеҙ һалынған, 1919–1939 йылдарҙа ваҡытлыса баш ҡала функцияһын үтәгән, хәҙер ҙурлығы буйынса илдәге икенсе ҙур ҡала, 304 меңдән күберәк кеше йәшәй, ҡала диңгеҙ кимәленән 47 метр бейеклектә урынлашҡан һәм мул һыулы Мамляу йылғаһы буйында ултыра. Вилиа һәм Неман йылғалары ҡушылған ерҙә Каунас һыуһаҡлағысы бар. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң 1948 йылда И. Сталин ҡарары менән Мямлау аша Прагала Карл IV төҙөткән күпергә оҡшаш ифрат гүзәл күпер һалдырған. Мамляу йылғаһының уң ярының бейеклеге 264 метрға етә, тау башына күтәрелһәң, Каунас ус төбөндәгеләй күренеп ята, был йылға бигүк тыныс түгел, тинеләр, һуңғы тапҡыр ташҡанда 290 сантиметрға тиклем күтәрелеп, яр буйындағы йорттарҙы һыу баҫҡан. Йылға аша һуғышҡа тиклем һалынған күперҙе немецтар шартлатып киткәс, яңыһын төҙөгәндәр. Күпер асыҡ һауа өҫтөндәге музей кеүек, төрлө һәйкәлдәр бар, ураҡ менән сүкеш төшөрөлгәндәре социализм осорон иҫкә төшөрә (фото). Шәхсән үҙемә Каунастың иҫке өлөшө нығыраҡ оҡшаны: бында иезуиттар костелы һәм гимназияһы, барокко стилендәге боронғо костелдар урынлашҡан. Урта быуаттарҙа иезуиттар таҙа дин өсөн көрәшеп, иҫке дин яҡлыларҙы утта яндырған, Литва епископтары һәм юғары дин әһелдәре урта быуаттарҙан башлап Литваның Рәсәйгә ҡушылыуына ҡаршы булған.

Вильнюс Каунасҡа ҡарағанда боронғораҡ, 1323 йылда барлыҡҡа килгән, бер миллионға яҡын кеше йәшәй, халҡы ипле һәм әҙәпле. Вильнюста литвалар, поляктар, рустар йәшәй – барыһы ла славян халыҡтары. Бөгөн Вильнюс – илдең төп сәйәси, мәҙәни, иҡтисади үҙәге булып тора, ҡалала халыҡ-ара йәрминкәләр, төрлө мәҙәни фестивалдәр, спорт ярыштары уҙғарыла. Сит илдән, Рәсәйҙән килгән туристар күп. Вильнюс төрлө быуаттарҙа төрлө илдәр составына ингән: 1795 йылда Рәсәй составына ҡараған, 1918 йылға тиклем “Вильна” тип йөрөтөлгән, 1920–1939 йылдарҙа Польша ҡарамағында булған, тик 1939 йылда ғына ул Литваның баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Вильнюстағы барокко һәм классицизм стилендәге боронғо костелдар, сиркәүҙәр ҡаланың иҫке өлөшөндә урынлашҡан – ул ЮНЕСКО тарафынан һаҡлана. Ҡалала Рәсәй мәҙәниәте тәьҫире лә, Европа мәҙәниәте көсө лә һиҙелә, шулай ҙа һуңғыһы өҫтөнөрәк: йорттар, урамдар, баҡсалар һәм парктар, юлдар барыһы ла Көнбайыш стилендә, Европаса кейенеү, музыка, һынлы сәнғәт, мәғариф, хатта кешеләрҙең үҙ-үҙен тотошо, холоҡ-фиғеле, барыһы ла Европаса. Литвала Европа йоғонтоһо XIII быуатта Литва кенәзе Явилянан башлана, ул Литваны Польша менән берләштергәндән һуң көслө дәүләт төҙөй, хатта Днепрға тиклем үк барып етеп, Украинаны буйһондора. Уға тиклем Литвала күп аллалыҡ хөкөм һөргән була, поляктар менән ҡушылғандан һуң Явиль үҙен король тип иғлан итә.

 

Хәлегеҙ нисек, дуҫтар?

 

Литвала ла, Латвияла ла төрлө кешеләр менән аралаштыҡ, шулар хаҡында ла һөйләгем килә. Оло һәм урта быуын кешеләре социализмдың емерелеүе, илдең һатылыуы менән килешмәй, ләкин ни хәл итәһең? Тарих китабын асһаң, был илдәрҙең күпте күргән, күпте кисергәнен белергә мөмкин – улар һәр ваҡыт кемдеңдер ҡул аҫтында йәшәгән. Хәҙер иһә: “Беҙгә Уния ла, НАТО ла ярҙам итмәй, халыҡҡа эш юҡ, булғанын һатып, туҙҙырып бөттөләр, – тип зарланалар, – йәштәр сит илгә күсеп бөтөп бара. Ерҙәребеҙҙе шведтар һатып ала, беҙ, латыштар, иһә уларға ялланып, үҙ еребеҙҙен бесәнен сабып бирәбеҙ...”

Латыштар менән рәхәтләнеп русса һөйләшәйем әле, тип кемпҡа инһәм, ундағы ханым Ольга исемле рус ҡатыны булып сыҡты, тиҙ арала танышып, һөйләшеп киттек. Уға минең Рәсәйле булыуым ифрат ыңғай тәьҫир итте, сит ерҙә илеңдең эте лә ҡәҙерле, тиҙәр бит. Ольгаға Чехия шоколады тотторҙом, ул мине сәй менән һыйланы. Һөйләшеү барышында бында ҡатын-ҡыҙҙарҙың хаҡлы ялға – 63, ирҙәрҙен 65 йәштән китеүен белдем, был һан алдағы йылдарҙа тағы ла артасаҡ икән. Йәштәр Ригаға эшкә китеп бөткән, ауыл тормошонан айырыла алмаған ололар ғына тороп ҡалған. Яңы танышым йәшәгән ҡала Зилупе тип атала, унда бөтөнләй завод-фабрикалар юҡ, тимәк, халыҡҡа эш тә юҡ. “Унда-бында һибелгән өйҙәрҙә кем йәшәгәнен дә белмәҫһен”, – ти Ольга. Яңыраҡ ҡына Ирина исемле почтальон ҡатын пенсия таратып йөрөгәндә урман араһындағы бер өйҙә 92 йәшлек әбей менән танышҡан. Әбей бер үҙе йәшәй, кәзә һауа, икмәкте лә үҙе бешерә икән, йәшелсә-емеш үҫтерә, ти. Ригала ҡыҙы, ейәне бар икән. “Балаларым ике-өс айға бер килеп ҡарап китеүенә лә ризамын, нигеҙемде ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем”, – тип һөйләп торған Иринаға.

“Латыш телен беләһегеҙме һуң?” – тигәнгә әнгәмәсем: “Юҡ, беҙ рустар, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ. Нимәгә ул? Рус теле дәүләт теле, әйҙә, беҙҙеңсә һөйләшһендәр!” – тип яуапланы. Был мине бик ғәжәпләндерҙе. Ольганың һөйләүе буйынса, олатаһы менән өләсәһе Литваға революциянан һун күсеп килгән. Ата-әсәһе лә ошонда ғүмер кисергән. Хәҙер үҙенең дә еткән улы, кейәүгә бирерлек ҡыҙы бар, тимәк, дүртенсе быуын ғүмер кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәрен ошо ерҙең хужалары итеп тоймайҙар икән, латыш телен дә өйрәнергә ынтылмайҙар. Латвия мәктәптәрендә латыш теле тик 2014–2015 уҡыу йылынан башлап ҡына дәүләт теле булараҡ уҡытыла икән. Шуныһы ҡыҙыҡ: социализм тарҡалғанға ла байтаҡ ғүмер уҙҙы, Латвия күптән үҙаллылыҡ алып айырылып сығып, хәҙер Европа унияһында, ә рус теле һаман дәүләт теле функцияһын үтәй. Кемптағыларҙың әңгәмәһенән илдә милли мәсьәләләрҙен юҡ-юҡта үҙен һиҙҙереп ҡуйыуын да анланым: рустар латыштар беҙҙе дауаханала ла айыра, тәү башлап латышса һөйләшкәндәрҙе ҡабул итәләр, латыш теленә өҫтөнлөк бирелә, тип зарланһа ла, латыштар иһә: “Беҙ хәҙер Европа унияһында, НАТО составында, рус теле дәүләт теле булып ҡала алмай, инглиз телен өйрәнегеҙ”, – тиҙәр. Һәр яҡ та хаҡлы кеүек.

Кемпҡа ингәндә радионан русса йыр тапшыралар ине. Бер генә канал тота икән – шуны тыңлап йыуаналар. Телевизорҙан “Ну, погоди!” йәнһүрәтен күрһәтәләр ине, тик уның бер серияһында Бүре тәмәке тарта, шуға был кадрҙы әҙәпһеҙлек тип, Латвия телевидениеһы төшөрөп ҡалдырған. ”Ну, погоди!” йәнһүрәтен миңә чех, поляк, немец телдәрендә лә ҡарарға тура килде, был илдә йәшәүсе балалар ҙа, ололар ҙа ундағы Ҡуян менән Бүре мажараларын бик ярата һәм әлеге өлөшө лә төшөп ҡалмаған.

Зилупелағы халыҡ, латыштар ҙа, рустар ҙа, бер төрлө йәшәй. Кемпҡа инеп, кемеһелер – кеҫә телефоны һәм Интернет, кемеһелер газ баллоны өсөн түләп китә, кемдең аҡсаһы юҡ – “ғәмәл дәфтәренә” яҙҙырып ала һәм аҡсаһы булғас, килтереп бурысын ҡаплай. “Социализм осоронда яҡшы йәшәнек, – тип һөйләй Ольга, – йәшелсә-емеш, картуф, иген, кукуруз үҫтерҙек, юртаҡтар үрсетеү заводы менән дан тоттоҡ, хәҙер, ана ҡарағыҙ, шунан ҡалған биналар ғына һерәйеп тора! Социализм тарҡалғас, наркомания, проституция, уғрылыҡ сәскә атты, сәбәбе шул инде – халыҡҡа эш юҡ”.

Был кемпта иртәнгә тиклем ҡалырбыҙ тип ниәтләнгәйнек тә, кеше талау, бурлыҡ көслө тигәс, кискелекте ашағас та юлға сыҡтыҡ. Кемп хужаһы үҙе лә төнгө 12-гә тиклем эшләй ҙә, машинала килеп алмаһалар, эштә ҡала икән.

Ә шулай ҙа урлашыу, алдашыу беҙҙең халыҡҡа хас күренештер, тигән фекер уята, кемпта минең менән һин дә мин һөйләшеп, сәй эсеп, эс бушатып ултырған Ольга барыбер алданы бит! Урын өсөн тип минән ике евро, иремдән 100 һум аҡса алған булып сыҡты. Ә бит беҙ хатта кемпта йоҡламаныҡ та! Ҡалайтаһың, һәр халыҡтың үҙ яҡшылары, үҙ шаҡшылары була...

Шулай ҙа сәйәхәт итеү, төрлө милләт кешеләре менән аралашыу, донъяла яҡшы күңелле кешеләр барыбер күберәк, тигән фекерҙе нығытты. Литвала Каунасҡа кергән ерҙә бер тар ғына урамда машинабыҙҙы яңылышыраҡ бороп, алдағы еңел автомашинаны саҡ-саҡ төкөтмәнек. “Бәлә аяҡ аҫтында ята” тигәндәре дөрөҫ икән! Ул арала машина хужаһы йүгереп килеп етте һәм көтмәгәндә руссалап шаяртып: “Что, старый шуфер что ли ты? Не видишь что ли?” – тип һүҙ башланы... Һәм беҙгә ситкәрәк боролоп ултырырға ярҙам итте. Ярҙамы өсөн “старый шуфер” ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтеп, уға ике шешә чех һыраһы тотторғас, ауыҙы ҡолағына етте!

 

Һаумы, Рәсәй!

 

Латвияла көндәр эҫе тора, йәйҙең иң матур мәле шул, +35 градус. Эҫенән баш әйләнә, машина эсендә ултырып түҙеп булмай, йыш һыу эсәбеҙ, бара-бара туҡтап хәл йыябыҙ, 300 саҡрымға бер туҡталабыҙ. ”Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигәндәре хаҡ икән, төндә лә эҫе, шуға йоҡо туймай. Йоҡо туймағас, хәл юҡ, хәтер насарая. Кисен генә иркен тын алаһың. Юлда уҡырмын, тип гәзит-журналдар һалып алғайным, эҫелә уның ҡайғыһы булманы. Ә Рәсәй сигенә тиклем әле бараһы ла бараһы... Панежевис ҡалаһына яҡын кемпта “Лукойл” бензине менән машинаны “һуғарғас”, сәй эсеп, тамаҡ туйҙырып алдыҡ. Бында бәҙрәфтәр юҡ, булғандары ла бысраҡ, сүп багы ла күренмәй. Шунлыҡтан тирә-яҡҡа теләһә нәмә ташлап китәләр. Латвияла сәнәғәт юҡ, шуға һауа ла саф, иркенләп тын алаһың. Резекне ҡалаһына етәрәк Литва милли ҡурсаулығына һуғылдыҡ. Бында ла сүп багы, бәҙрәф кеүек нәмә булманы, шунлыҡтан эргәләге лилиәләр үҫеп ултырған күлгә бөтөн сүп-сарҙарын ташлап китәләр, ҡот осҡос! Күлде, уның тирә-яғын фотоға төшөрөп, юлды артабан дауам итәбеҙ.

Латвияла юлдар бик шәптән түгел, ғәҙәттә, уларҙы йәйгеһен ремонтлайҙар. Зосна, төрки атамалы Мирза, Турки ауылдары янында ғына юл йүнәтеүселәрҙе осраттыҡ, башҡа ерҙә күрмәнек. Бында ла, тап Литвалағы кеүек, урман араһында ултырған яңғыҙ өйҙәр күренеп ҡала. Ҡайҙа ҡарама – ташландыҡ йорттар. Зилупе ҡалаһына яҡын Истра, Липузе йылғаларын күрҙек, киң булмаһалар ҙа, тәрән икән. Ер һаҙамыҡ, баҫһаң, батып бара. Юл буйында ҡауҙылар тыныс ҡына йылан, тәлмәрйендәр сүпләй, һис ҡурҡмайҙар. Оялары телеграф бағаналары башында. Ҡауҙыларҙы атыу ҡәтғи тыйыла, уларҙы бәхет килтерә торған ҡош тиҙәр, кемдең йортонда оя ҡорһа, шул бәхетле, бай була, имеш.

 

Латыштар тырыш, тыныс холоҡло, ипле, әҙәпле халыҡ, кешене оҡшатһалар, ихлас һөйләшәләр. Ирҙәре лә, ҡатындары ла көнө-төнө хужалыҡ эштәре менән мәшғүл: баҡса эшкәртә, сәскә үҫтерә, мал ҡарай, бесән саба һ. б.. Уларҙың: “Әгәр ашағың килһә, эшлә!” – тигән әйтемдәрен бик оҡшаттым, башҡорттоң “Кем эшләмәй,шул ашамай” тигән әйтеменә тап килеп тора. Бучинай, Бриги ауылдары янында XVI быуатта нигеҙләнгән Резекне ҡалаһында совет һалдаттарына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе фотоға төшөрҙөм, ғөмүмән, һуғыш тамамланыуға 70 йыл тигәндә донъялар буталып, Прибалтика илдәре Европа унияһы ҡулына күсеп бөткән заманда үҙҙәрен фашизмдан азат итеүсе Рәсәй халҡына ниндәй мөнәсәбәттә икәндәр, тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға ҡайҙа барһам да, һәйкәлдәр торошона иғтибар итеп йөрөнөм. Лидза ҡалаһында совет яугирҙарына һалынған һәйкәлде емереп ташлаған булғандар, был миндә, әлбиттә, ауыр тәьҫир ҡалдырҙы. Ни хәл итәһең: хәҙер өсөнсө мең йыллыҡта икенсе сәйәсәт хөкөм һөрә, күп илдәр хатта тарихын яңынан күсереп яҙҙы. Ләкин халыҡ хәтерен юйып булмай – үҙҙәрен фашизмдан кем азат иткәнен ул барыбер белә һәм анлай. Даугава (көнбайыш Двина) йылғаһы буйында ултырған боронғо Даугавпилс ҡалаһынан һуң Литва–Латвия сиген үттек. Европала Шенген килешеүе булғас, бәйләнмәнеләр, полицейскийҙар, киреһенсә, юл күрһәтеп, һорашһаң, аңлатып, хәйерле юл теләп, ҡул болғап ҡалды.

Шулай ҙа ике ил халҡында ниндәйҙер оҡшашлыҡтар ҙа, айырымлыҡтары ла барҙыр. Литвала ла, Латвияла ла бер үк тормош, бер үк йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, бер үк проблемалар. Ҙур ауылдар юҡ тиерлек, ике-өс саҡрымға бер йорт ултыра, араларында таштан да, ағастан һалынғаны ла бар, тигәйнем инде алдараҡ, ташландыҡ йорттарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Шуға зыяраттары ла бер нисә ауылға берәү генә икән, католиктар йолаһы буйынса улар костел йәки сиркәүгә яҡын урынлашҡан.

Рәсәйҙә христианлаштырыу IX–X быуаттарҙа башлана. Был ваҡытта Прибалтика ерҙәре әле урман менән ҡапланған булған. Халыҡ аҙ булғас, ер эшкәртергә эшсе ҡулдар етешмәгән, ил ҡаҙнаһына һалым да инмәгән. Был хәл Прибалтикала дүрт йөҙ йыл тирәһе дауам иткән. Бөгөн был илдәр халҡы һәм проблемалары унияға ла, НАТО-ға кәрәкмәй, әлбиттә, ә бына ерҙәре ракеталар ҡуйыу өсөн бик уңай. Ресурстар бит мәңгелек түгел, Латвия ерҙәрен һатып алыусы шведтар ҙа киләсәген ҡайғырта. Үҙенеке бөтһә, быларҙыҡын файҙаланасаҡ. Беҙ, башҡорттар, ошонан фәһем алайыҡ, ошондай хәлдә ҡалмайыҡ, милләттәштәр!

 

Таможняла сиратта...

 

Был төндө лә имен-аман сыҡтыҡ, шөкөр! Һыу буйылай сират, машиналарҙын күплеге – иҫ китерлек! Иртәнге унынсы яртыла беҙҙен дә сират етте. Шәхси машиналар – айырым, каминьондар айырым үтә икән. Шуға беҙ тикшереүҙе тиҙ үттек. Енел дә, ауыр ҙа булманы. Дүрт пунктта – дүрт тикшереү. Машинаның, прицептың документтарын ҡат-ҡат күҙҙән уҙғарғас, махсус ҡағыҙ тултырталар, шәхеснамәңде тикшергәс, үҙҙәренә сканер аша үткәреп алалар. Артабан машина эсенә, прицепҡа ныҡлы иғтибар йүнәлтелә. Машинаның төрлө ерҙәренә һуғып, туҡылдатып, махсус ҡулайлама һәм фонарь менән яҡтыртып ҡарайҙар, йәнәһе лә, наркотиктар, ҡорал, алкоголле эсемлектәр йәшермәгәнбеҙме? Әйткәндәй, алкоголле эсемлектәрҙе сит илгә сыҡҡанда кеше башына ике шешә алырға рөхсәт ителә. Кейем-һалым, һыуытҡыс, сумаҙан-сумкалар, аяҡ кейемдәре лә тикшерелә. “Колбаса, ит, май, һөт, сыр кеүек аҙыҡ-түлекте ҡайтҡанда алмағыҙ, барыбер ташлатасаҡбыҙ, – тип иҫкәрттеләр, – улар йоғошло ауырыуҙар индереүсе, тыйылған исемлеккә ингән ризыҡтар. Рәсәйҙән запас яғыулығын да алмағыҙ, ҡайһы илгә инәһегеҙ, шул илден бензинын ҡулланығыҙ”. Артабан әңгәмә үттек: ҡайҙа, кемгә, күпмегә барыуыбыҙҙы һораштылар – бына ошондай тикшереүҙе дүрт тапҡыр үткәндән һуң ғына Рәсәй сигенә яҡынлашырға рөхсәт иттеләр. Һуңғыһында, алда тиҙ генә кемптар булмаясаҡ, тип тә иҫкәрттеләр. Латвия–Рәсәй сиген үткәндә бишәр-алтышар саҡрымға һуҙылған каминьондарҙы күреп иҫебеҙ китте, уларҙың барыһы ла сит илгә сығырға сират көтә ине, беҙҙең яҡтан килеүсе машиналар Шенген килешеүендә булмағас, бына шундай ауырлыҡтар кисерә. Ысынлап та, сикте уҙғас, 230 саҡрымдан һуң ғына тәүге кемпты осраттыҡ. ”Лукойл”да бензин ағыҙҙыҡ та шунда уҡ төнгөлөккә ҡалдыҡ. Кемп хужаһының һөйләүенсә, латвиялылар, үҙҙәрендә яғыулыҡ ҡиммәт булғас, ошонда килеп бензин алалар ҙа үҙҙәрендә ҡиммәтерәккә һаталар икән.

 

“Широка страна моя, родная!..”

 

Артабан осһоҙ-ҡырыйһыҙ Рәсәй юлдары башланды...

– Их Рәсәй, ниңә шул тиклем ҙурһың?! – тип һоҡланыу ҡатыш әйтеп ҡуйҙы юлдашым, – ерең иркен булғанға халҡыңдың күңеле лә киңдер, ахыры, һинең! Ә һин нисек уйлайһың?

– Ризамын, – тип яуаплайым, – күҙәтеүемсә, һәр халыҡ үҙ тәбиғәтенең үҙенсәлеген алған, иркен, гүзәл һәм бай тәбиғәттә йәшәгән халыҡтың холоҡ-фиғеле лә тәбиғәттекенән айырылғыһыҙ. Үҙең уйлап ҡара: бынауындай хозурлыҡ һәм иркенлек халыҡ күңеленә тәьҫир итмәй ҡала буламы?

Владимир ризалашып баш ҡаға. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, шул иҫәптән фронтовик атайымдың да Берлинғаса үткән юлын машинала уҙабыҙ. Ә бит улар машинала түгел, йәйәүләп һәм һуғыша-һуғыша алға барған, шулай итмәһәләр, еңеү ҙә тәтемәҫ ине. Нисек тә ҡыйын булған уларға, күпмеһе ошо юлда мәңгелеккә күҙҙәрен йомған, күпмеһе хәбәрһеҙ юғалған… Уйлаһаң, уйылып китерлек!

Иң ауыр, иң тар, саңлы, батҡаҡлы юлдарҙан барабыҙ, фотоға төшөрөп алдыҡ, сөнки Европала шундай юлдарҙан үтеүебеҙгә дуҫтар ышанмаҫ ине. Чех халҡының билдәле фольклор төркөмө “Чехомор” йырҙарын тыңлай-тыңлай Псков өлкәһе юлдарынан елдерәбеҙ. Шулай ҙа тыуған ерҙең һауаһы барыбер сафыраҡ, үлән-сәскәләре лә матурыраҡ, ҡайындары ла сибәрерәк күренә. Был ысынлап та шулай, дуҫтар! Ялан тулы сәскә, урман-баҫыуҙарҙа ҡоштар һайрай, ҡайҙа ҡарама, эреле-ваҡлы күлдәр ялтырап ята. Тәүге кемпта уҡ хәлүә, сушки, бубликтар, булкалар һатып алып, сәй эстек, рәхәт булып китте! Европала бындай ризыҡтар һатылмай. Бала саҡтан ейгән аш-һыуҙы онотоп булмай икән ул! Тятовщина, Ивчиха, Молоды, Корнилково, Лашково, Кумки, Максимово, Брагино тигән ҡыҙыҡ ҡына исемле рус ауылдарын үттек, улары ла һирәк осрай әле! Бараһың, бараһың, бер ауыл да юҡ, кемп тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡайһы саҡта хатта ҡурҡыныс булып китә. Ләкин, бүренән ҡурҡҡан урманға бармай, тигәндәй, юлды дауам итәбеҙ. Күңелле хәбәрҙәр һөйләп бер-беребеҙҙең кәйефен күтәрергә тырышабыҙ. Әлеге ауылдар Великие Луки районына ҡарай икән. Великие Луки ҡалаһында ла булдыҡ. Тик ул беҙгә оҡшаманы. Артыҡ матур ҙа түгел, һауаһы яман, шул уҡ төтөн борҡотоп ултырыусы торбалар, шырпы ҡабына оҡшаш бейек-бейек йорттар... Атайымдың ике туған ағаһы журналист Хисмәтулла Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов 1943 йылда ошо ҡаланы азат итеүҙә ҡатнашып, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған – шуға бик-бик күргем килгәйне.

Брагино тигән ауылды үткәндә күпер ремонтлайҙар ине. Шунда чех маркалы “Шкода” хужаһы менән поляк телендә һөйләшеп киттек. Беҙҙең Чехиянан булыуыбыҙҙы күргән юлдашыбыҙ сәйәсәт менән дә ҡыҙыҡһына икән:

– Һеҙ Путиндың Ҡырымды баҫып алыуына нисек ҡарайһығыҙ?

– Баҫып алманы шикелле, киреһенсә, үҙ ерҙәрен кире ҡайтарҙы ғына,– тип яуаплайбыҙ, – шулай итмәһә, уны халыҡ яратмаҫ ине. Путиндың сәйәсәтен, талантын хуплайбыҙ, – тигәс, әңгәмәсебеҙ шымып ҡалды. Билдәле ки, уға яуап оҡшаманы.

– Ә һеҙ уны ниңә әрләйһегеҙ? Тыуған илен күтәргән, яратҡан өсөнмө ни? Ельцинды эскесе тип әрләнегеҙ, Горбачевты илен һатты, тинегеҙ, Путиндың да Ельцин, Горбачев кеүек булыуын теләйһегеҙме ни? Ә кемдәр менән алыш-биреш итергә уйлайһығыҙ һуң? Беҙ, чехтар ҙа, Рәсәйлеләр төҫлө, Польша алмаһын ашайбыҙ ҙа баһа!

“Моряктар Тыуған илендә түшәктә үлергә хыяллана, тигәндәй, юлға сығыуыбыҙҙың алтынсы көнөндә бик арытты. Торопецкий, Ржевский райондарын үттек, күгәүендән тешләнепме тешләндек, туҡтаныңмы, һырып та ала. Ярай мин, ауыл балаһы, бирешмәйем, ә бына Владимир улай уҡ әрһеҙ түгел. Ҡоро-һары менән генә ир кеше тамаҡ туйҙыра алмай, уға ит кәрәк. Тик был осһоҙ-ҡырыйһыҙ тигеҙлектә күпме генә барһаҡ та, бер нәмә лә осрамай, кемпты көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә, тапмаҫһың!

Юлда Псков өлкәһенең топонимикаһына иғтибар итеп килдем, бик ҡыҙыҡ исемле ауылдар осраны: Плюхново, Пожарново, Худобино, Овечково, Белтяково, Весело, Толстиково, Свистуны, Чертолино һ. б. саф рус телендәге атамалар! Весело тигән бик матур йылғаны үттек, унда ла күпер ремонтлайҙар ине.

1730-сы саҡрымда 1941–1945 йылғы Ватан һуғышы батырҙарына ҡуйылған һәйкәлде фотоға төшөрҙөм (фото). Вязьма йылғаһын үткәс, Можжино ҡалаһына яҡын ерҙә күҙлегемде юғалтҡайным, машинаны ҡалдырып, йәйәүләп саҡрым самаһы эҙләп барып, тәки таптым – күҙлекһеҙ сәйәхәт итеп булмай ҙа инде!

Коровкино тигән ауыл күңелдә ауыр тәьҫораттар ҡалдырҙы... Элек бында шаулап-гөрләп торған колхоз булған, хәҙер иһә ерҙәр эшкәртелмәй, сүп-сар баҫҡан. Иҫкергән һыйыр һарайҙары, ауып төшөргә торған элекке хужалыҡ ҡаралтылары ергә һеңешеп бөткән. Стеклятино ауылында бик гүзәл Изге Троица ҡорамын күрҙек, ул да эшлектән сығып бара, күрәһең, ремонтларға район хакимиәтенең аҡсаһы юҡтыр инде. Урам буйында сал сәсле ҡарттар ултыра, йәшерәктәре кәрт һуға, сүп баҫҡан ауыл урамдарын яңғыҙ быҙауҙар, ҡаҙҙар төйәк иткән...

 

Жучки, Лугино тигән ауылдарҙа ла ошондай уҡ хәл: элекке колхоз техникаһы торған һарайҙа тутығып бөткән, күптән сафтан сыҡҡан комбайндар, тракторҙар етемһерәп ултыра, магазиндары иҫке, халыҡ та ярлы кейенгән. Новодунинский районында ла ошо уҡ ярлылыҡ, эшһеҙлек, ағас өйлө ташландыҡ ауылдар осраны. Был район биләмәһен үткәндә лә илле саҡрымға тиклем бер кемп та осраманы. Юлда “Ясная поляна” исемле ауылды күргәс, нинәлер машинаны шунда борҙоҡ. Барып ҡарайыҡ әле, йәнәһе лә, ул ниндәй ауыл икән? Баҡһаң, “Ясная поляна” тигәндәре байҙар ҡасабаһы булып сыҡты. “Нинә ундай исем бирҙегеҙ, бында Лев Толстой булғанмы?” – тип һорайбыҙ. ”Йәшәмәһә ни, уның ҡарауы, исеме матур, ҡасабала граф Толстой ише байҙар ғына йәшәй!”

Был көндө беҙ 500 саҡрым ер үтеп, данлыҡлы Смоленск юлына 55 саҡрым етәрәк “Белорусь” трассаһындағы Мясоедово тигән ауылға яҡын кемпта туҡтаныҡ. Бөгөн йәмғеһе 1840 саҡрым юл үткәнбеҙ. Жижало тигән йылғаға етәрәк күрелгән авариялар күңелһеҙ уйҙарға тарытты, ләкин, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, тигәндәй, душы, ашханаһы, һаҡсылары булған кемп осрауы күңелде күтәрҙе.

Смоленск юлы хаҡында ла әйтеп китәйек: ул XV быуатта барлыҡҡа килгән һәм Европанан Мәскәүгәсә ҡоро юлдан килеү мөмкинлеген биргән берҙән-бер юл булған. Һунғараҡ уның буйында йоҡлап, ашап-эсеп китеү өсөн шарттар тыуҙырыла башлай, почта станцияһы барлыҡҡа килә, юл буйына күрһәткес бағаналар ултыртыла. Ошо юл менән 1812 йылда – Наполеон, 1941 йылда гитлерсылар Рәсәйҙе баҫып алыу хыялы менән килгән һәм, еңелгәс, үҙ иленә ҡасҡан. Күпте күргән был юлда 1941–1945 йылдарҙа немец фашистарына ҡаршы ҡаты бәрелештәр була: 1943 йылда һуғыш линияһы Уваровка районына күскәс, совет армияһының ҡаршылығын еңә алмаған фашистар Дурыкино районында оборона тотоп ҡарай һәм Ржев-Вяземский йүнәлешендәге фронт операцияларында еңелеүгә осрап, сигенә башлай. Смоленск юлында немец баҫҡынсыларына ҡаршы ҙур батырлыҡтар күрһәткән совет яугирҙарына һалынған һәйкәлдәр аҙым һайын, ҡайһы берҙәрен фотоға төшөрөп алдым.

 

 

Филимон атай

 

Иртән иртүк тороп, плитәгә сәй ҡуйып, пакетлы аш бешереп ашаныҡ та, яҡшы кәйефтә юлға йыйына ғына башлаһаҡ, оҙон ҡара күлдәкле, дәү кәүҙәле, ҡара һаҡаллы бер монах яныбыҙға килде. Һүҙҙе “Land Rover”ҙан башланы, ҡайҙан килеүебеҙҙе һорашты. Быға аптыраманыҡ, сөнки юлда ҡыҙыҡ күреп машина янында тороп фотоға төшөүселәр ҙә, прицептың эсен ҡараусылар ҙа булды. Берәүҙең дә һүҙен кире ҡаҡманыҡ. Монах үҙен Филимон тип таныштырҙы. Беҙ ҙә исемдәребеҙҙе әйттек. Дин кешеһе уратып-суратып торманы, “Яҡшы күнелле кешеләр икәнһегеҙ, шуға туранан-тура ярып әйтәм”, – тип һөйләй ҙә башланы, дингә ышаныуыбыҙ-ышанмауыбыҙҙы ла белеште, унан Европала “зәңгәр”ҙәр һәм “алһыу”ҙар өсөн ойошторолған фестиваль хаҡында һораша башланы. Беҙ хәҙер Европаның барлыҡ илдәрендә лә бер енесле парҙарға ғаилә ҡороуҙы законлаштырыуҙары, уларға тәрбиәгә бала алырға рөхсәт биреүҙәрен, шул турала көн һайын телевизорҙан күрһәтеүҙәрен әйттек. Филимон атай уларҙы ҡырҡа тәнҡитләгәс: “Хәҙер донъя менән шайтан идара итә, шуға күмәкләп ҡаршы торорға кәрәк, йөрөгән ерегеҙҙә шул хаҡта һөйләгеҙ”, – тине. Ризалашыуыбыҙҙы белдерҙек. Европанан Рәсәйгә яһалма (модифицированный) балыҡ, ит сығарыуҙарын да тәнҡитләне дин әһеле, шул арҡала дауалап булмай торған яңы ауырыуҙар барлыҡҡа килеүе тураһында ла әйтте – быны ла халыҡҡа анлатып йөрөүебеҙҙе үтенде. Китер алдынан беҙгә үлән сәйҙәре бүләк итте.

Филимон атай киткәс, ирем менән икәүләп тәрән уйҙарға сумып, аптырашып ултырып ҡалдыҡ... Ысынлап та, бер енесле ғаиләләргә сиркәү үҙе рөхсәт бирҙе, был бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Етмәһә, телевизорҙан көн һайын тиерлек Ватиканда дин әһелдәренең йәш үҫмерҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүе хаҡында һөйләп, күрһәтеп торалар. Хәҙер йәштәр былай ҙа ғаилә ҡорорға, яуаплылыҡ алырға ашҡынып бармай. Киләсәктә бер енесле ғаиләләр ишәйһә, алда ни көтә? Донъя ҡайҙа бара? Европанан күрмәк Рәсәйҙә лә шул хәл ҡабатланһа, ни булыр?

 

Тәүге космонавт тыуған ҡалала

 

Вязьма йүнәлешендә Юрий Гагарин тыуған ҡала бар, уға тәүге космонавтың исеме бирелгән. Тулҡынланабыҙ! Ниндәйерәк ҡала икән? Матурҙыр инде!

Үкенескә ҡаршы, ҡала ситенә етеү менән күнел ҡайтты. 30–35 мең самаһы кеше йәшәгән был ҡала үтә ярлы булып сыҡты. Өйҙәр иҫке, күбеһе ағастан. Магазиндарҙа аҙыҡ-түлек бик ҡиммәт. Быларға иремдең иҫе китте!

Музей 2011 йылда Юрий Гагариндың космосҡа осоуына 50 йыл тулыу уңайы менән асылған икән. Тәүҙә – беренсе ҡаты, бынан бер нисә йыл элек икенсе ҡаты барлыҡҡа килгән. Музей заманса йыһазландырылған. Унда бөйөк космонавтың тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында бай материал тупланған. Космонавтың скафандры, эш өҫтәле, “Восток” ракетаһынын макеты, Юрий Гагарин шөғөлләнгән барокамера, “Восток” эсендәге эш бүлмәһе һ. б. йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Музейҙа сит ил ҡунаҡтары ла йыш була икән, тик улар өсөн тәржемәселәр генә юҡ. Бөгөн музей инглиз, немец, япон, ҡытай телдәрен белгән тәржемәселәргә ҡытлыҡ кисерә. Ләкин, эш хаҡы бәләкәй булғас, йәштәр музейҙа эшләргә теләмәй.

 

 

Легендар Бородинола

 

Ниһайәт, Мәскәү өлкәһенең иң данлыҡлы ере – Бородиноға юл тотабыҙ, бөйөк рус шағиры Батюшковтың йорт-музейын үтеп китәбеҙ. Бородиноға тип талпынғас, унда туҡталып торманыҡ. Митьково, Уваровка, Некрасово тигән ауылдарҙы үткәс, Можайск юлында “Долина смерти” тип йөрөтөлгән яланды күрҙек – бында 1942 йылда Мәскәү өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа 10 меңдән ашыу совет яугиры баш һалған. Туҡтап фотоға төшөрөп алғандан һуң, һәләк булғандар рухына доға ҡылдым, тыныс йоҡлағыҙ, туғандар!

 

Бородино Мәскәүҙән – 120, Можайсктан 17 саҡрым алыҫлыҡта ята, Валуевка, Шевардино ауылдарына яҡын Воинка, Колочь тигән йылғалар аға. Бородино яланында сәйәхәт иткәндән һуң ошонда баш һалған башҡорт яугирҙары рухына доға ҡылғас, музейға инәбеҙ. Әйтергә кәрәк, хаҡтар бик ҡиммәт. Диҡҡәт менән ҡарағандан һуң, башҡорттар тураһында бер мәғлүмәт тә тапмағас, экскурсоводҡа: “Ни эшләп башҡорттар тураһында бында бер нәмә лә юҡ?” – тип ризаһыҙлыҡ белдергәс, ул былай тип яуапланы: ”Башҡортостан хөкүмәте ҡайғыртһын, йә булмаһа, үҙегеҙ яҙып, матурлап эшләп алып килегеҙ, ҡуйырбыҙ. Һис ҡаршылыҡ юҡ, башҡорттар ғәййәр һуғышҡан Бородинола, беләбеҙ”. Тура һүҙгә яуап юҡ шул... Ни тиһәң дә, барыһы ла аҡсаға барып төртөлә. Ләкин башҡалар аҡсаһын тапҡан бит, ә беҙ нинә тапмайбыҙ? ”Ил төкөрһә, күл була”, – ти, әйҙәгеҙ, иҫәп асып, шунда мир менән аҡса күсерәйек! Моғайын, бер музей залын йыһазландырыу өсөн генә аҡса табырбыҙ, тик кем башлар был эште?

Бородинонан һуң Мәскәү юлына сыҡтыҡ, тик бында юлыбыҙ бигүк уңманы: машиналар күп! Татарниво, Кукарено, Зоя Космодемьянская исеме менән бәйле Петрищево, Ермолино, Смолино ауылдарынан һуң Киев шоссеһына сығабыҙ. Балабаново, Обнинск ҡалаларын үткәс, Мәскәүгә инмәйенсә, уны урап үтеп, Калуга йүнәлешенә боролабыҙ, маҡсатыбыҙ – Лев Толстойҙын “Ясная поляна” йорт-усадьбаһын күреү. Юлда “Достойное будущее построим вместе”, “Мы гордимся Калужской землей”, “Помним историю, ценим настоящее, строим будущее”, “Калуга – душа России!” кеүек баннерҙарҙы уҡып барам. 60-сы йылдарҙа, әле мин мәктәптә уҡыған саҡта, ауылыбыҙҙа “Мы – за мир”, ”Кто работает, тот ест”, “Сам погибай, товарища выручай”, “Да здравствуют хлеборобы!” тигән һүҙҙәр яҙылған таҡталар тора торғайны. Иртәнсәк дәрескә килһәк, уҡытыусыбыҙ Ғәлиә Талиповна иң беренсе сиратта шуларҙы яттан әйттерә, нисек аңлауыбыҙҙы һораша торғайны.

Кистән бүрттерергә ҡуйған борсаҡ бутҡаһын ашап, һөтлө сәй эсеп алғас, яҡшы кәйефтәр менән Тулаға индек. Тик, үкенес, фотоаппаратымдың зарядкаһы бөткән булып сыҡты – йырҙарҙа данланған Тула самауыры һәйкәлен фотоға төшөрә алманым. Йәл, әлбиттә! Уның ҡарауы, “Ясная поляна” яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

 

Бөйөк Толстойҙың тыуған ерендә

 

“Ясная поляна” дәүләт мемориаль ҡурсаулыҡ музей-усадьбаһы Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә киң билдәле. Музей 1921 йылда барлыҡҡа килгән, бында барыһы ла Л. Толстой йәшәгән заманда нисек булған, шулай һаҡланған, музей экспонаттарына ҡарап XIX–XX быуат тормошон күҙ алдына килтерергә мөмкин.

“Ясная поляна” парктар һәм баҡсалар менән уратып алынған, биләмәһен даими тәрбиәләп, ҡарап торалар. Усадьбала йылдың төрлө миҙгелендә донъяның төрлө тарафтарынан йыйылған халыҡ була, бөгөн сит илдән килгән машиналар ҙа күп ине. Лев Толстой ижадын яратыусылар өсөн “Ясная поляна” Мәккә кеүек, тиһәң дә, хата булмаҫ, бынан Мәскәүгә 200 саҡрым – маршрут автобустары даими йөрөп тора.

Музей-усадьбаға килеп инеү менән иң беренсе сиратта ундағы бөйөк Толстойҙың рухын һаҡлаған ҡарт ағастар йәлеп итә: ҡайындар, йүкәләр, өйәңкеләр аллеяһы, күл менән уратып алынған инглиз тибындағы парк, олатаһы һәм кенәз Н. С. Волконскийҙың француз стилендәге йүкәләр паркы, әсәһе Мария Николаевна ултыртҡан рауза сәскәләре күҙҙең яуын ала. Яҙыусының ихатаһында барыһы ла элек нисек булған, шулай һаҡланған. “Ясная поляна”ла Абрамов үҫентеләре, Чепыж, ял итеү һәм балалар уйыны өсөн тәғәйенләнгән “Иҫке заказ” тип аталған урындар ҙа йылы тойғолар ҡалдыра. Ошо ерҙә Л. Толстой үҙен күмергә васыят әйткән. ”Ясная поляна”ла әле Л. Толстой иҫән саҡта уҡ тоҡомло аттар үрсетелгән, яҙыусы үҙе лә һыбай йөрөргә яратҡан, атта сабышыу ярыштары уҙғарған.

Яҙыусы йәшәгән ике ҡатлы аҡ йортта бөйөк аҡыл эйәһенең донъя әҙәбиәте шедеврҙары рәтендәге киң билдәле әҫәрҙәре “Анна Каренина”, “Һуғыш һәм солох” яҙылған китапханаһы, яҙыу өҫтәле, кейемдәре барыһы ла нисек бар – шул килеш һаҡлана. Ә бына “Кузьминская флигеле” тип аталған ике ҡатлы аҡ йортта Толстойҙарға килгән ҡунаҡтар туҡталыр булған. 1859–1862 йылдарҙа уны яҙыусының теләге менән крәҫтиән балалары өсөн мәктәп иткәндәр, аҙаҡ ул яңынан ҡунаҡ йортона әүерелгән. Был йортта Толстойҙың балдыҙы Т. Кузьминская йыш булған, шуға уны “Кузьминская флигеле” тип йөрөтәләр. Экскурсоводтың һөйләүенсә, музейҙа йыл һайын фольклор, йола байрамдары, “Һуғыш һәм солох” романы буйынса ойошторолған тарихи реконструкция уҙғарыла.

 

Толстойҙар нәҫеленең “Кочаковский некрополь” тигән зыяратында барса ғаилә ағзалары ерләнгән. 2001 йылда Л. Толстойҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Тулала “Козлов засекаһы” станцияһына “Л. Толстой исемендәге станция” тигән исем бирелгән, вокзал станцияһында “Л. Толстой һәм тимер юл” тигән күргәҙмә эшләй, сувенирҙар һатыла. ”Ясная поляна”нан 100 саҡрым алыҫлыҡта “Һуғыш һәм солох” романында телгә алынған Толстойҙарҙың “Отрадное” тип исемләнгән нәҫел ерҙәре бар, 1892 йылда яҙыусының оло улы Сергей Львович Толстой бында хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгән.

“Ясная поляна” даими яңыртылып тора: 1999 йылда уға юғарыла әйтелгән ерҙәр ҙә ҡушыла. Музей-усадьбаның филиалдары ла бар. Мәҫәлән, “Ясная поляна”нан 40 саҡрымда урынлашҡан Крапивна исемле өйәҙ ҡалаһы музейы, Л. Толстойҙың проекты буйынса һеңлеһе өсөн һалынған “Малое Пирогово” усадьбаһы төп музейҙың филиалдары иҫәпләнә.

“Ясная поляна” музей-усадьбаһының реклама продукцияһы һәм сувенирҙар эшләү буйынса махсуслашҡан үҙ нәшриәте лә бар. Тулала Октябрьск урамында музейҙың сувенирҙары, картиналар күргәҙмәһе, Л. Толстой китаптарын һатып алырға мөмкин. Бында нәфис әҙәбиәт, фәнни, мәҙәни, тарихи әҙәбиәт беллетристика,, философия, эстетика, культурология буйынса ла йәнең теләгән китапты, Тула, Мәскәү, Орлов рәссамдары һәм скульпторҙарының эштәрен, “Ясная поляна”ны һынландырған сувенирҙар һатып алырға була. Хатта “Ясная Поляна”ның күсмә галереяһы ла эшләй, ҡыҫҡаһы, Тула өлкәһенең билдәле яҙыусыларының яңы баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре презентацияһы, семинарҙар, әҙәби осрашыуҙар, төрлө лекциялар, концерттар ойошторола.

 

“Ясная поляна” менән хушлашҡандан һуң боронғо Рязань ҡалаһына юлланабыҙ. Рязань – көнсығыш Европа тигеҙлегендә ята, Рәсәйҙең утыҙ иң эре ҡалалары исемлегенә ингән. Мәскәүҙән 180 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан был боронғо ҡаланың исеме Переславль тип аталған һәм 1778 йылға тиклем шулай аталған. Бөгөн Рязанда 540 меңгә яҡын кешпе йәшәй, ҡала – борон-борондан Рәсәйҙең хәрби, фәнни, иҡтисади үҙәге һаналған, бында ике аэропорт, ике йылға порты, ике тимер юл вокзаы һәм бер автовокзал бар, юртаҡтар үрсетеү, тире эшкәртеү заводтары, йәшелсәләр үҫтереү теплицалары менән дан тота. Ҡаланың төп өлөшө Ока йылғаһының уң ярында урынлашҡан, бында ҡаланан ун ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мешёрский милли паркы, Солотча курорты районы урынлашҡан. Ҡалала социализм осорондағы урам исемдәрен һаҡлағандар: төп урамы “Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге урам” тип атала, үҙәк урамдарҙын береһе Юрий Гагарин исемен йөрөтә. Рязандә Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына арналған “Хәтер” ҡурғаны бар, Новомосковск урамында урынлашҡан был гүзәл парк Өфөләге “Еңеү” паркының игеҙәге кеүек: асыҡ һауа аҫтындағы шул уҡ танктар, орудиелар, танк өҫтөндә уйнаусы малайҙар... Рязандар элекке Рязань губернаһы Константин ауылында тыуып үҫкән бөйөк шағир Сергей Есенин менән бик ғорурлана, ҡалала уның исемендәге музей эшләй, шул исемдәге мәктәптәр, мәҙәниәт учреждениелары бар. Ширим районына ингән Стриль исемле ҡалала шул исемдәге йылғаға дамба төҙөгәндәр, йылға ярайһы киң генә. Красный богатырь, Пушкари – 2, Мстиславль, Попадьино, Плохино, Безлюдное, Волдыревка ауылдарын ташландыҡ хәлдә күрҙек, емерелеп барған ағас өйҙәр беҙгә уҙған быуаттағы тормошто хәтерләткән кеүек тойолдо.

 

Һамар – боронғо башҡорт ере

 

Артабан Һамар юлына сығабыҙ. Бер кемпта билмән ашап, сәй эсеп алдыҡ. Ошонда мин Рәсәй кемптарында, ашханаларында, магазиндарында эшләүселәрҙең клиенттарға иғтибар күрһәтә белеү кимәле хаҡында һүҙ йөрөтмәксемен. Беҙ билмән ашаған бәләкәй генә бер ашханала осраған официантка, моғайын да, яҡшы хеҙмәтләндерергә ынтылыусы берҙән-бер кеше булғандыр. Ундайҙар башҡа осраманы. “Билмән ашағыбыҙ килә”, – тиеү менән, татар милләтле ханым, әйҙүкләп фанера таҡтанан ғына әүәләнгән бәләкәй генә ашханаһына етәкләп тиерлек алып инде. Һыуҙы флягалар менән ташыйҙар икән, боронғо ҡулйыуғыста ҡулдарҙы йыуғас, сәй килтерҙе. Өҫтәлгә икмәк, тоҙ, борос, гәрсис ҡуйҙы. Билмән бешкәнсе, тип телевизор ҡабыҙҙы. Ун минуттан, ниһайәт, билмән килтерҙе. Ҡыҫҡаһы, ханымдың йүгереп йөрөп тәрбиәләүенә, иғтибарына күнелебеҙ булды, хатта хаҡына ла ҡараманыҡ – ысын ашхана хужаһы! Аҡса эшләргә теләйһең икән, йүгерергә кәрәк, ул кеҫәгә үҙе килеп инмәй – тырышлыҡ һал! Ләкин бында бәҙрәф, сүп багы тигән нәмәләр, ғәжәп, бөтөнләй булмай сыҡты.

Юлда һыу проблема булғанға үҙебеҙ менән һәр ваҡыт запас һыу алып йөрөнөк, машиналағы 100 литрҙы күптән ҡулланып бөттөк. Ғәҙәттә, һыуҙы кемптарҙа һорайбыҙ. Кемдер рөхсәт итә, кемдер аҡса һорай. Ҡайһы бер кемптарҙа бер шешә эсәр һыуҙы 200 һумға һатыусылар ҙа булды. Талау бит был! Тик, ҡайҙа бараһың инде, алаһың, һыуһыҙ йәшәп булмай. Хәҙер оҙон юлға икмәкһеҙ, һыуһыҙ, бензинһыҙ сығырға ярамағанлығын яҡшы аңлайым, юғиһә, барыһын да икеләтә-өсләтә арттырып түләйәсәкһең.

Рәсәй кемптарында юлсыларҙы хеҙмәтләндереү ҙә түбән кимәлдә, тигәйнем инде: әгәр ошо аҡсаларҙы кемптың тирә-яғын йүнәтеү, биләмәһенә таш түшәү, бәҙрәф, душ, сүп багы, ашханалар асыуға түкһәң, халыҡ өсөн дә, кемп, ҡунаҡхана, ашхана хужаларына ла файҙаға ғына булыр ине, юғиһә, күп кемптарҙа ҡәһүә, һыу, бутербродтан башҡа әйбер һатылмай. Ә бит юлаусылар аҡса килтерә. Кемптар ҡиммәт булһа, машиналар ҙа туҡталмай – уныһын да күрҙек. Европала даими туҡталыусы клиенттарға һиҙелерлек ташлама яһайҙар, Рәсәйҙә иһә был хаҡта бөтөнләй ишетмәнек.

 

Үзбәк “сом”дары

 

“Асы ла бар был илдең, туғы ла бар был илдең”, тигәндәй, сәйәхәт мәлендә төрлө кешеләр менән осрашырға тура килде. Аралашҡанда уларҙы һынаным, милли холҡона иғтибар итергә тырыштым. Юлдағы кемптарҙың береһендә, мәҫәлән: “Әгәр ресторанда ашамаһағыҙ, туҡтарға рөхсәт юҡ”, – тинеләр. “Башта инеп ҡарайыҡ әле, оҡшаһа, ашарбыҙ”, – тигәйнек, руссалап: “Был минен ер, бар ана, үҙегеҙҙен илегеҙгә ҡайтып ашағыҙ, да пошли вы...” – тип һүгенеп ебәрҙеләр. Бындай һүҙҙәрҙе күптән ишеткән булмағас, аптырап ҡалдым:

Иҫебеҙ китеп ҡарап торҙоҡ та, ямандан йыраҡ булайыҡ, яманлығы йоҡмаһын, тип тиҙерәк китеп барҙыҡ бынан. Юл буйында туҡтап, булған ризыҡ менән тамаҡ ялғағандан һуң Э-30, ЭМ-5 йүнәлеше буйынса Һамар өлкәһе юлын тапайбыҙ. Ғәҙәттәгесә, юлда осраған ҡыҙыҡлы нәмәләрҙе фотоға төшөрөп барам. Путятин районын уҙғанда Рака, Проня тигән йылғаларҙы күҙ уңынан ысҡындырманым, ямғыр һибәләп тора ине – тәүгә йәйғор күрҙек! Саң туҙаны борҡоп ятҡан юлдан йонсоп барған беҙ мосафирҙарға бер кемпта туҡтап душта йыуынып, ресторанда ашап-эсеп алыу ҙа файҙаға булды. Шулай үҙ күңелеебҙҙе үҙебеҙ күтәрҙек. Душта йыуыныу 100 һум тора, ресторанда ашау икебеҙгә биш йөҙ тәңкәгә төштө, йәмғеһе – ете йөҙ һум ҡалдырҙыҡ.

Кисен сәфәр беҙгә тағы ла бер осрашыу бүләк итте. Видеокүҙәтеүе, душы булған бер кемпта туҡтағайныҡ. Ҡапҡа төбөндә Кавказ халҡына оҡшаған ябыҡ кәүҙәле ҡара сәсле йәш кеше ҡаршыланы. Урын өсөн аҡса йыйып тора икән.

– 80 һум, – ти был. Йөҙ һум бирҙек тә: Ҡалғанына һыра алып эсерһең,– тинек.

– Исемен кем?

–Мартинс. Еревандан.

Биш минут та үтмәне, Мартинс яныбыҙға килеп етте.

– Бына миндә иҫке үзбәк аҡсалары бар, шуларҙы һатып алығыҙ әле, пажалыста! Эш хаҡым бәләкәй, – ти был. Инәлепме инәлә бит үҙе!

– Беҙ нумизмат түгел бит әле, иҫке аҡсалар менән дә ҡыҙыҡһынмайбыҙ... Етмәһә икебеҙ ҙә хаҡлы ялда. Ярай, уйлашырбыҙ. Күпмегә һатаһың?

– Күпме бирәһегеҙ, шуға ризамын.

Ашарға ултырырға ғына торһаҡ, Мартинс тағы килеп еткән. Аптырағас, башҡа килеп йөрөмәһен тип, илле тәңкә биреп ебәрҙек. Ә ул рәхмәт тә әйтмәй, кәйефһеҙ генә китеп барҙы. Күрәһең, беҙ сит илдән булғас, байҙар, күп түләрҙәр, тип уйлағандыр инде...

Иртәнсәк тә, үпкәләптер, күрәһең, Мартинс сәләмебеҙҙе алманы. Кемптан сығып киткәндә лә һаубуллашманы. Кем әйтмешләй, “бәндәнең алаһы ла, ҡолаһы ла була” шул.

 

Моҡша йылғаһы буйында

 

Мордва Республикаһында моҡшалар һәм эрзялар йәшәй. Юлда ағас өйҙәр, ярлы ауылдарҙы күрҙек. Уның ҡарауы, ярлы ауылдар янында ике-өс ҡатлы ҡунаҡханалар, ресторандар тора – ер менән күк араһы! Рамзай тигән йылғаны үттек. Моҡша һүҙе йылға атамаһы икән, Моҡша йылғаһы буйында туҡтап йыуынып-сайынып, сәй ҡайнатып эстек.

Юл буйында халыҡ еләк-емеш, ойоҡ-бейәләй, ҡиммәтле йәнлек тиреһенән тегелгән ҡышҡы пальто, елән, ҡолаҡсынлы бүрек, бейәләй, ойоҡбаштар, күкрәксә, бәйләнгән тәпешкәләр һ. б. көнкүреш кәрәк-яраҡтары һатып ултыра. Ошондай бер ерҙә ҡыҙыҡ күреп фотоға төшөрөргә, ойоҡбаштар алырға уйлағайныҡ, һатыусы мәрйә, беҙҙең сит илдән икәнлегебеҙҙе абайлағас: “100 һумығыҙҙы сығарып һалығыҙ, шунан төшөрөрһөгөҙ”, – тине. Унын ҡарауы, Зубово-Полянский районында ошондай бер урында икебеҙгә лә йылы ойоҡбаштар, миңә аҡ шәл һатып алдыҡ. Алырһың да! Әсәле-ҡыҙлы һатыусылар шул тиклем яғымлы итеп һөйләшә! Өс әйбер һатып алған өсөн 150 һум ташлама яһанылар, йылы һүҙ – йән аҙығы шул! Ширингуша тигән ауыл осонда туҡтап, күнелдәре булһын тип, еләк, ауыл ҡаймағы һатып алдыҡ. Шунда халыҡтың нисек көн күреүе менән ҡыҙыҡһындыҡ. Һөйләүҙәренсә, кемдер әйбер бәйләп, кемдер шалҡан, киндер, картуф, редиска, еләк-емеш үҫтереп һата. Элек, колхоз барҙа, халыҡтың эше булған, хәҙер – юҡ, йәштәр ҡалаға, Себер тарафтарына китеп бөткән.

Пенза өлкәһенең Спасский районына ҡараған Каргал (бәлки, Ҡарғалы һүҙелер), Ачадово, Заметчина, Бирга, Серый, Кувак-Никольский ауылдары аша уҙғанда ла халыҡтың ауыр көн иткәнен аңланыҡ: ергә һеңешкән ағас өйҙәр, бысраҡ, сүп баҫҡан урамдар, совет заманынан ҡалған ташландыҡ фермалар, эшкәртелмәгән ерҙәр... һәм юл буйҙарында, эҫегә ҡарамайынса, еләк, ойоҡбаш, талдан үрелгән кәрзиндәр һәм башҡа төрлө тормош кәрәк-яраҡтары һатып ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙар һәм бабайҙар...

Тағы ла шуға иғтибар иттек: хәҙер Рәсәйҙә лә ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй сисенгән икән. Күлдәк кейгән йәштәрҙе осратманыҡ, хатта олораҡтары ла Европалағы төҫлө шорты, ҡыҫҡа балаҡлы салбар, тәненә һылашып торған трикоға күскән. Былар гүзәл затты биҙәмәй, әлбиттә. Ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеге лә әлеге шул оҙон сәсле, күлдәкле булыуында бит! Ҡайһы саҡта, арттан ҡараһаң, кем икәнен хатта айырып булмай: ирме, ҡатынмы, тип уйлап киләһең. Ә осрашһаң, иҫең китә! Оҙон сәслеһе – ир, ҡыҫҡа сәслеһе ҡатын булып сыға, вәт, замана!

Мордва Республикаһында бейек булмаған тауҙар башлана, юл ситтәрендә сәскәгә күмелгән йүкәләр үҫә – бал тәме һиҙелә! Түбәнге Ломов ҡалаһында ҡошсолоҡ фабрикаһы бар икән, шул тиклем дә күп ҡаҙ-өйрәкте ғүмерҙә күргәнем юҡ ине – ер өҫтө ап-аҡ! Ҡаҙ-өйрәк ит рәүешендә лә, тереләй ҙә һатыуға ла сығарыла икән – юл буйында шул хаҡта рекламалар эленгән.

Пенза ҡалаһы оҡшаманы, Өфөләге кеүек күккә олғашҡан газ торбалары әллә ҡайҙан һерәйеп күренеп, төтөнөн бөркөп ултыра. Былай ҙа эҫе, тын алыуы ауыр. Пензала ла шул уҡ ун биш, егерме ҡатлы өйҙәр, юлдарҙа, урамдарҙа мыжғып торған машиналар һәм ябыҡ юлдар. Әгәр бында һиңә иң оҡшағаны нимә булды, тип һораһалар: “Ҡалаға ингән ерҙә әтәскә ҡуйылған һәйкәл”, – тиер инем. Әтәс мордва халҡының изге ҡошо, именлек батырылыҡ символы иҫәпләнә.

 

2850 саҡрым юл үтелде...

 

Ура, И-5 йүнәлеше Һамарға тиклем 450 саҡрым барлығын күрһәтә, Түбәнге Новгородҡа тиклем – 410, Тамбовҡаса – 400 саҡрым икән. Бер аҙҙан “Һамар-Өфө-785 км” тигән яҙыу осраны. Шатлығымдан саҡ ҡысҡырып ебәрмәнем!

 Бында ер-һыу атамалары ла үҙебеҙсә: Сура, Камышкар (Ҡамыш ҡарҙыр, бәлки), Кадада (Ҡаҙаҙа), Елузянь (Йылы үҙәндер, моғайын) йылғалары... “Водитель, юлды сүпләмә”, “Һаҡ булығыҙ – ремонт бара!” тигән лозунгылар йыш осрай. Әлеге шул сит илдә йәшәгәс, сағыштырам инде: Европала халыҡты тәртипкә саҡырып өгөтләп тормайҙар, ҙур итеп штраф һалалар ҙа, шуның менән вәссәләм! Аҡса менән “туҡмағас”, лозунг элергә лә кәрәк түгел...

Һамар өлкәһе Кузнецк районында юлдар ифрат матур күренә, юғиһә, Мордва Республикаһында һелкенеп арып бөткәйнек. Мохолино тигән ауылда, 1780 йылда нигеҙләнгән Кузнецк ҡалаһында туҡтап ял иттек. Ә бына Неверкино тигән ҡаланы үтеүе ҡыйын булды – ремонт бара ине, оҙаҡ торҙоҡ. “Рено”,”Фольксваген”, “Опель”,”Пежо”,”Шкода”,”БМВ” автомобилдәре тейәлгән каминьондар ҙа сабыр ғына көттө, күренеүенсә, был сит ил машиналары Һамарҙа ҙур һорау менән файҙалана.

Ура, Николаевҡа ҡалаһын уҙғас, ер ҡара көрән төҫкә инде, ҡылғанлы яландары Башҡортостанды иҫкә төшөрҙө. Ошондай ҡылғандарҙы былтыр Сибайҙа, Арҡайымда күргәйнек. Башҡортостандағы кеүек уңдырышлы ҡара ер башҡа бер ерҙә лә юҡтыр ул! Беҙҙә бит ағас ботағын кистән ергә төртһәң, ике-өс көндән ул япраҡ яра! Һәр ерҙең үҙ тупрағы, үҙ һауаһы, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, үҙ үҫеш кимәле, географик шарттары шул. Былтыр Өфөнән үҙем яратҡан әллә күпме гөл, сәскә орлоҡтары алып китеп, шуларҙы Чехияла ултыртҡайным, календула менән василектан башҡалары сит тупраҡты үҙһенмәне. Күрәһең, үҫемлектәр ҙә, кешеләр кеүек сит ерҙә тиҙ генә тамыр ебәрә һалмайҙыр. Василекка чехтарҙың иҫе китте! Уларҙа бындай сәскә үҫмәй.

Ҡылғанлы яландар Ульяновск өлкәһендә лә, Сызрань ҡалаһына ингәс тә осраны. Сәнәғәт ныҡ үҫешкән ҙур ҡала икән, беҙҙе төтөн бөркөп торған торбалары, бейек, ҡатлы-ҡатлы йорттары менән ҡаршы алды ул. 1914 йылда ошонда олатайым Фәтҡулла Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов һуғышҡа алынған.Сызрандә үҙебеҙҙең Рәсәй икмәген, яратҡан хәлүә, бубликтар, сушки, кефир, колбаса һатып алып машина эсендә генә тамаҡ ялғаныҡ. Һунғы арала йөрәкһеп, тиҙерәк ҡайтып етергә талпынып торабыҙ. Ана, алда Рәсәй символы – данлы Волга йылғаһы күренде, уны фотоға төшөрөп өлгөрөргә кәрәк. Яблоневый исемле ауылды үткәндә “А вы проехали хорошую столовую!” тигән рекламаны уҡып, көлөшөп алдыҡ. Тольяттиҙа, Сергиевск ҡалаһында “Башнефть”, “Татнефть” кемптары осраны, “Башнефть”та бакка бензин тултырып алғас, күнел булды, әйтерһең дә, өйҙәбеҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: Рәсәйгә ҡайтҡанда ла, Рәсәйҙән ҡайтҡанда ла өйгә ашҡынам, ике ил дә берҙәй яҡын кеүек тойола. Тик, Чехияға китһәм, ҡабаттан Башҡортостанды юҡһына башлайым...

Ульяновск өлкәһендәге юлдарҙа ла төҙөкләндереү эштәре бара икән, тар һәм иҫке юлдарҙан яй ғына киләбеҙ. Волга, Красноярск райондарын бик оҙаҡ үттек. Пассажирҙар тейәлгән Һамар-Ульяновск “Пазик”тары ла беҙҙең кеүек сабырһыҙланып көтә. Машиналар бер-береһенә тейә яҙып үтә, ә ауыр каминьондар бына-бына өҫтөңә ауып төшөр төҫлө. Юлда шул тиклем саң, майҙан бирле ямғыр яумағас, ике-өс метрҙағы машинаны ла күреүе ҡыйын. “Кривое”, “Хорошенькое” тигән ауылдар янында “иғтибарлы булығыҙ, ашыҡмағыҙ!” тип иҫкәрткән кеүек, әллә күпме яңғыҙ ҡәберлек осраны. Курумов тигән ауылды үткәндә исеме “ҡором” һүҙенән алынманымы икән, тигән һорау тыуҙы. Һамар ҡалаһы эсендә “Ауыр һәм йөк тейәгән машиналарға инеү ҡәтғи тыйыла!” тип яҙылған булһа ла, барыбер инәләр. Сергиевск районында юртаҡтар үрсетәләр икән, бында “Сергиевск минераль һыуҙары” санаторийы ла бар, Исекле районы Ҡамышлы ауылына етәрәк ял итеүселәрҙе сүпләмәҫкә саҡырған яҙыуҙар эленгән.

 

Их, Силәбе, бешә ҡурай еләге!

 

Башҡортостанға яҡынлашыу шатлығы урғылып торһа ла, Силәбелә лә юлдарҙың хөрт булыуы кәйефте төшөрҙө. Иҫке Ермак, Клявлино ауылдары араһында урынлашҡан кемпҡа туҡталмай үтә алманыҡ – ҡорһаҡ асты, тамаҡ йүнәтке килә. “У Сан-саныча” тигән кафела туҡталғайныҡ, Рәмилә исемле татар милләтле ханым әйҙүкләп үҙенең ашханаһына алып инеп китте. Кемпҡа яҡын Ульканово тигән ауылдан икән. Кемптың бәҙрәфе лә, һыуы ла юҡ, быға Владимир күнегеп тә килә инде, хәҙер аптырамай, ашағыһы килгәс, ҡулын йыуып, шешлеккә заказ бирә. Ашхана хужабикәһе, лимонлы сәй килтергәс, беҙҙең күҙ алдында бәләкәй генә тимер мейестә шешлек әҙерләй башлай. Каминьондар саң туҙҙырып эргәнән генә үтеп китә, юл бик тығын. Бында ла һыуҙы бетон менән алып киләләр икән, почта ла, дарыухана ла юҡ. Кавказдар үҙҙәренең мәсетен ултыртҡан – килгән-киткәндәр шунда инеп хәйер һалып китә.

Силәбенең Ырымбур өлкәһе менән киҫешкән Турғай, Яҡты күл, Северный райондарын үткәндә йылҡы өйөрө күреп аптыраныҡ, ҡылғанлы далаларға һоҡландыҡ. Татарстан Республикаһының Баулы районына сыҡҡан юлда Алекандровск, Ютазы тигән ауылдарҙа туҡтап ял иттек, бында ла кемптарҙа мәсеттәр бар. Башҡортостан менән Татарстанды айырып торған Ыҡ йылғаһын да күргәс, шатлыҡтан бейеп үк ебәрҙем! Ниһайәт, Туймазы, Октябрьск ҡалаларын үтәбеҙ, Иманғол ауылында тағы ла ялға туҡтайбыҙ .Юл буйында үҫкән ҡайындар, йүкәләр, уҫаҡ, талдар ҙа хәҙер яҡын таныштарын осратҡандай сәләмләгән кеүек. Владимир иһә Бәләбәйҙең түбәләс тауҙарын Урта Чехия еренә оҡшатып өлгөрҙө. “Һәр яҡ үҙенсә матур икән, шуға һәр кем үҙ яғынын патриотылыр ул!” – ти. Ә мин иһә үҙемде ошо ерҙең, ошо илдең бер тамсыһы, бер күҙәнәге кеүек хис итәм. Хәҙер беҙгә Өфөнән 130 саҡрымда ятҡан Ҡандракүл дә,Сәйҙәп, Төпкилде, Йондоҙло ауылдары ла, кафеһы, душы, саунаһы, таҙа бәҙрәфе булған заманса йыһазландырылған “Аҡтау” кафеһы ла яҡын тойола. Татарстанда тупраҡ ҡара көрән төҫтәрәк булһа, бында, ниһайәт, ҡара төҫкә инде. Иҫке Боғаҙы ауылы янында юл төҙөкләнлерәләр ине, дөйөм алғанда, Татарстан, Башҡортостан юлдары иҫ киткес тигеҙ һәм матур, сит ил юлдарынан һис тә кәм түгел тигән фекерҙә ҡалдыҡ, юғиһә, үҙебеҙҙе кәмһетергә генә торабыҙ.

 

Дүртөйлөлә элек тә булғаным бар ине, Өфөнән 105 саҡрымда ятҡан был ҡаланың таҙалығы, бөхтәлеге хайран итте. Блоговар районы ла артта ҡалды.

Ниһайәт, Өфө районын үтеп, Өфөгә инәбеҙ һәм Шаҡша микрорайонына юл тотабыҙ, ә унан Черниковкаға 15-16 саҡрым юл ҡала, тимәк, бөгөн прицепта түгел, ә өйҙә йоҡлайбыҙ, ура! Тыуған ергә аяҡ баҫыу шул тиклем шатлыҡлы, арыуҙар ҙа онотолған кеүек, әйтерһең дә 3500 саҡрым юл үтелмәгән. Шатлыҡтан: ”Эй, кешеләр, тыуып-үҫкән ерегеҙҙе бер ваҡытта ла онотмағыҙ, яратығыҙ, ҡәҙерләгеҙ!” – тип ҡысҡырғы килә.

 

 

Хаталар ҡасан төҙәтелер икән?

 

Бишенсе июль көндө беҙ Башҡортостандан Чехияға ҡайтырға сыҡтыҡ, алыҫ юлға әҙерләнеүгә ике көндән ашыу ваҡыт китте. Барыһын да хәстәрләргә кәрәк, юлда һиңә берәү ҙә әҙерләп ҡуймаған. Шуға күрә аҙыҡ-түлеген дә, документтар, запас бензин, кейем-һалым, хатта энәһенә тиклем әҙерләп, барлап һалып ҡуям. 467-се һан Ҡазан юлын күрһәтә, был юлы Ҡазанға һуғылмаҡсыбыҙ. Туҡай яратҡан Ҡазанды күптән күргебеҙ килә ине. Был ҡалаға 1554 йылда Юрматы башҡорттарының ырыу башлыҡтары Тәтегәс бей, Аҙнай, Илсектимер һәм Ҡармыш рус дәүләтенә ҡушылыу теләге менән Иван Грозныйға барған. Илселәрҙең Илсектимер тигәне беҙҙең Ҡанаҡай-Елембәт ауылына нигеҙ һалған реаль шәхес, беҙҙең Ҡолмөхәмәтовтар нәҫеле ошо ил ағаһына барып тоташа. Илсектимерҙең аҡ батшаға барыуы тураһында “Башҡорт шәжәрәләре” китабында “Юрматы ырыуы шәжәрәһе”ндә һөйләнә. Етмәһә был ҡалала атайым яғынан туғандарыбыҙ ҙа йәшәй. Лүзә Иҙрисова исемле өс туған һеңлем дә Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының хореография факультетында уҡыны, бейеүсе-хореограф. Шулай итеп, Ҡазан – башҡорт халҡының тарихы менән дә, ғаиләм менән дә бәйле ҡала, уны күрмәй китеү хилаф булыр.

Ҡазанға юл Кушнаренко районындағы Ҡоҙашлы йылғаһы буйындағы Таймырҙа ауылынан башлана, тик йылғанын исемен “Кудашлы”, ауылдын исемен “Таймурза” тип яҙып ҡуйыуҙары кәйефте төшөрҙө. Әйткәндәй, ошондай хаталар аҙым һайын осрай. Дүртөйлөнө сыҡҡас, мәҫәлән, “д. Ишкар” тигән яҙыуҙы уҡыныҡ. Ауылдын исеме Ишҡар, бәлки, Ишҡәрҙер? Нинә шуны башҡортса яҙып ҡуймаҫҡа инде? “Ҡыҙыл байраҡ” колхозын да бында “Кызыл байрак” ҡа әйләндергәндәр ине. Татарстанда иһә ундай хаталарға юл ҡуйылмай.

Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында ла хаталар осрай. Бында Базы йылғаһы “р. База”ға әйләнгән, “д. Исамметово”, “д. Тукый-Тамак” тигән ике ауыл исемдәре лә тик русса бирелгән, шуны башҡортсалап “Иҫәммәт ауылы”, “Туҡыйтамаҡ ауылы”яҙһаң булмамы икән? Ауылдың икенсе осонда иһә “Исамет-Исәмәт” тигән тағы ла бер яҙыу тора: бында ла “Деревня Исаметово”, “Иҫәмәт ауылы” тип яҙылһа, ҡолаҡҡа ятышлы булыр ине. Илеш районында тағы ла бер ерҙә “д. Зайляу”тигән ауылды үттек. Уны ла “Йәйләү ауылы”тип яҙырға булыр ине. Йыйып әйткәндә, Кушнаренко, Илеш, Дүртөйлө райондарында юлдар төҙөк, баҫыуҙар эшкәртелгән, кемптарҙа, хатта мәсеттәр төҙөп ҡуйһалар ҙа, ер-һыу, ауыл атамаларын башҡортса яҙмайҙар, йә боҙоп яҙалар тигән фекер ҡала. Әйтерһен дә Башҡортостан Республикаһында йәшәүҙәренән оялалар!

Татарстан юлдары, кемптары хаҡында ла әйтеп үтәйем. Бында мин сит республикалар, шул иҫәптән “Башнефть” бензины һатылғанын күрмәнем, бар ерҙә “Татнефть”! Аҡтаныш, Миңзәлә,Туҡай райондарындағы кемптарҙа мәсеттәр эшләй, ерҙәре тәрбиәле, иген баҫыуҙары йәйрәп, тулҡынып ултыра, әүәлге башҡорт ҡаны, башҡорт тире тамған ерҙәр, башҡорт тарихына ҡан менән яҙылған урындар, ихтилалдар менән бәйле атамалар... Миңзәләләге “Пугачевский вал” тигән ҡунаҡхана ашханаһына туҡталғанда мин ошондай уйҙар кисерҙем.

Алабуға ҡалаһынан алыҫ түгел Яр Саллы урынлашҡан, уны төҙөргә киткән Ҡанаҡай ҡыҙҙары ла күптән татарлашып, өләсәй-олатай булып бөттө, татар милләтенә улдар, ҡыҙҙар үҫтереп бирҙе. Яр Саллы сәнәғәт үҫешкән, бысраҡ һауалы ҡала, күрәһең, завод-фабрикалары булған бар Рәсәй ҡалаларының да яҙмышы бер үктер... Ҡала бейек йорттары, завод торбалары менән иҫтә ҡалды. Низаметдинов урамы Өфөләге Октябрь проспектын хәтерләткән иң оҙон урам. Ҡайҙа ҡарама, төрлө рекламалар. Бында ла “Мелекескә” тигән йылға бар икән, ошондай уҡ исемдәге йылға Ульяновск өлкәһенен Димитровград (Мәләкәҫ) ҡалаһында осрағайны – бында һуғышҡа тиклем Александр Матросов (Шәкирйән Мөхәмәтйәнов) Сашаға әйләнеп килеп сыҡҡан һәм үҙен урыҫ малайы булам, тип танытҡан. Мәләкәс йылғаһы, тик “ҫ”урынына “с”ҡуйыла, Иглин районында ла бар.

Кама гидроэлектростанцияһы – ҡеүәтле ҡоролма, уны совет заманында ҡасандыр “Удар комсомол төҙөлөшө” тип иғлан иткәйнеләр, ГЭС-ты төҙөү өсөн илдең төрлө мөйөштәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан да килгән йәштәр ағылды. Йылғаһы буйында талдар, ҡарағай, ҡайындар үҫә, “Иж минераль һыуы” шифаханаһы ла ошонда урынлашҡан. Шулай ҙа юлда ташландыҡ ауылдар осраштыра әле.

Юлда “Сүп-сар ташламағыҙ”, ”Пожар яһамағыҙ!” тигән щиттар эленгән, сүп бактары, ял итеүселәр өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Унда еләкселәр ҙә ҡояштан ҡасып ултыра: былтыр еләк Европала ғына түгел, бар ерҙә лә уңған булып сыҡты, туҡтауың була, ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр, “ал”да “ал” тип йүгереп килеп етә. Алмаһаң, уңайһыҙ кеүек. Алабыҙ.

Былтыр Европала ямғыр ҡойҙо, һыу баҫты Рәсәйҙә иһә ямғырҙар юҡ. Юлда киләбеҙ-киләбеҙ, исеме – бар, йылғаһы – юҡ. “Донъя ҡороуы йылғалар кибеүҙән башлана” тигәндәре әллә дөрөҫмө икән? Юлда ут күршеләребеҙҙең икенсе Ҡазан юлын төҙөгәндәрен күреп һоҡландыҡ, Кулаево ауылын үткәндән һуң, ялға туҡтаныҡ – Ҡазанға инеүҙе иртәгәһе көнгә ҡалдырҙыҡ.

Алтынсы июль көнө Ҡазан беҙҙе үҙенең ҡатлы-ҡатлы бейек йорттары һәм гүзәл һарайҙары менән ҡаршыланы. Бында заманса стилдә төҙөлгән йорттар биш ҡатлы хрущевкалар менән аралашып килә. Урам исемдәре тик русса һәм латин алфавитында яҙылған. “Татнефть”, “Татканал”, “Татресторан” тип яҙылған атамалар халыҡта үҙ республикаһына ҡарата мөхәббәт тәрбиәләйҙер тигән фекер тыуҙыра. Ҡала йәшел, таҙа, маршрутлы автобустар йөрөп тора, Өфөләге бәләкәй “Мерседес” тип исемләнгән микроавтобустар бөтөнләй күренмәй. Беҙҙә уларҙың авария яһауы, экологияны боҙоуы, ниңәлер, ҡала етәкселәрен һаман уйға һалмай. Әллә аңламайҙар, әллә транспорт системаһын үҙгәртергә теләмәйҙәр? Эйе, Туҡай яратҡан Ҡазандың үҙ йөҙө, үҙ төҫө бар. Башҡа Рәсәй ҡалаларынан ул төҙөклөгө, матурлығы, таҙалығы менән айырыла.

Ирек майҙанында полицейскиҙарҙан прицеплы машинаны ҡуйырға рөхсәт һорағас, бер һүҙһеҙ Карл Маркс урамында ҡалдырырға рөхсәт иттеләр. Башта – Ҡазандың иҫке өлөшөн, унан яны Ҡазанды ҡараныҡ. Ҡазан техник университеты, Ҡазан нефть һәм авиация университеттары тарихи биналарҙа урынлашҡан, ошонда уҡ парковка өсөн урын бар. Ҡазан йылғаһы буйында урынлашҡан Мәҙәниәт һәм сәнғәт йорто ла бик оҡшаны. Ҡалала сит ил машинаһын күреү менән, анлай һалып, юл күрһәтергә әҙер торалар, русса һөйләшеүебеҙгә хайран ҡалалар. “Ҡазанды күрергә Чехиянан килдек”, – тигәс, ҡайҙа нимә бар, тәфсирләп анлатырға тотоналар, шуның менән беҙгә ҡарата хөрмәт күрһәтеүҙәре күңелдә йылы тойғолар уятты. Ҡазандар үҙ ҡалалары менән ифрат ғорурлана! Туғандарымдың, бер туған Мәрйәм апайым, Гөлнара һеңлемдең, улым-ҡыҙымдың хәлебеҙҙе һорашып смс-хәбәр ебәреп тороуы ла кәйефте күтәрҙе.

 

Иҫке Ҡазанда туристар ифрат күп. Мәсеткә инеп күреп сығайыҡ әле, тиһәк, аптырап ҡалдыҡ. Иҫ киткес гүзәл бина аҡса эшләү урынына әйләндерелгән икән. Инеү менән: “Мәгеҙ, яулыҡ, бахилла һатып алығыҙ!” – тип ҡәтғи бойороуҙары монһоу уйҙар уятты. Етмәһә бахилла өсөн бирелгән аҡсаның сдачаһын да ҡайтарманылар. Бахилла һатыусы ҡыҙ: “Сдачаға ваҡ аҡса юҡ”, – тип яуапланы, ә алдында бер тәрилкә тимер аҡсалар тора. Бында төрлө сувенирҙар, картиналар, яулыҡтар, шәл, амулетар һаталар, улары ла үтә ҡиммәт!

Ҡазанға һоҡланғандан һуң Түбәнге Новгородҡа йүнәләбеҙ, юлда ҡаланың ғәйәт ҙур һыуһаҡлағысын күреп фотоға төшөрәбеҙ. (фото) “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә”, тигәндәй, ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарып бөттөк. “Мельниц” тип аталған бер отелдә “Парковка 2 часа бесплатно” тигән яҙыуҙы күрҙек тә, туҡтап ял итергә булдыҡ. Шунда уҡ яныбыҙға йүгереп бер егет килеп баҫты һәм:”Парковка 120 һум, һеҙ бит сит ил кешеләре, Рәсәйлеләргә – 100 сум. Без, татарлар, аҡча яратабыз, – тип ҡулын һуҙҙы һәм 120 һумды тартып тигәндәй алды. Артыҡ бирелгән егерме һумға иҫебеҙ китмәһә лә, уйға ҡалдым: нинә беҙҙең башҡорт ирҙәре лә шулай аҡса эшләй белмәй икән?

Икенсе көндө тағы ла бер парковкала ашханала ашарға теләмәгәнебеҙ өсөн генә ҡыуып сығарҙылар. Газыбыҙ, һыуыуыҙ, аҙыҡ-түлегебеҙ бар бит, ҡайһы саҡта ваҡыт булһа, үҙебеҙ әҙерләп ашарға тырышабыҙ, ниңә кешегә бәйләнергә инде? Бындай йәмһеҙ күренештәргә минең иҫем китмәһә лә, Владимирҙын кәйефе төшә.

Донъяла ҙурлығы, киңлеге, матурлығы менән дан алған Дунай, Эльба, Влтава, Одер, Висла, Рейн, Ағиҙел кеүек йылғалар бар, ләкин шулар араһында Рәсәйҙен визит карточкаһы, ғорурлығына әйләнгән Волгабыҙ айырылып тора – уны күпме күрһәң дә, ҡарап туйып булмай. Волга һоҡландыра ла, уйландыра ла...

 

Татарстан менә сиктәш Сыуаш Республикаһына сыҡҡас та әле “Татнефть”, һирәк-һаяҡ “Башнефть”, “Сибнефть” осрап торҙо, трассала “Skania” Швеция каминьондары йыш осрай. “Папа, сбавь скорость, я жду тебя”, “Пожертвуйте на храм Николая Чудотворца”, “Водитель, не бросай мусор”, “Сохраним наши леса от пожаров”, “Не бросайте мусор в лесу”, Развел огонь – окопай!” тигән рекламалар аҙым һайын осрай. Шулай итеп, башҡа ерҙә ни күрһәк, бында ла шул уҡ хәл күҙәтелә: халыҡ еләк-емеш һатып аҡса эшләй, бер ерҙә иген үҫһә, икенсе ерҙе сүп баҫҡан, ауырға торған ташландыҡ ферма биналары һ. б. Сыуаш ауылдарының исемдәре башҡорт һүҙҙәренә яҡын булыуы нисектер күңелгә йылы тәьҫир итә: мәҫәлән, Янгилдино (Йәнгилде), Уразметово (Ураҙмәт), Аттиково (Ишембай районында Әптек (Аптиково) ауылы бар), Тоганашево (Тоғанаш), Байгулово (Байғол), Старый Янситово (Иҫке Йәнсет), Янтиково (Йәнтек), Кинчер (Кинсер), Цивильский районында Урманары (Урман – ары), Килийкасы (Ҡылыйҡас),Тугаево (Ғафури районында ла Туғай ауылы бар), Янзакасы (Йәнйәҡасы), Табанары (Таабндары), Байсубаково (Байсыуаҡ), Моргашевский районына ҡараған Калмыково, Ахманеи (Баҡалыла Нәжип Асанбай тыуып үҫкән Ахманай ауылы бар) тигән ауылдарҙың атамалары башҡорт теленә яҡын. Хатта сыуаш ерендә лә “Илем” исемле татар кешеһе асҡан кафе осраттыҡ, афарин! Тик ағас өйҙән торған ярлы ауылдар менән бер рәттән ике-өс ҡатлы бай йыһазлы отелдәр, ҡунаҡханалар ғына тормоштоң бай һәм ярлыға бүленеүен иҫкәрткәндәй тойола. Ядринский районында “Харчевна от сытого папы” тигән ашханала был юлы хаҡтар тешләшһә лә, ашап сыҡтыҡ.

 

“Москва-Москва, урамдары таш ҡына!”

 

Мәскәүҙә генә транспорт күп икән тип уйлаһаҡ, Подмосковьела ла шул уҡ хәл икән. Икша ҡасабаһы, Фряново, Софрино, Ногинск, Димитров, Клин, Солнечногорск кеүек бәләкәй ҡалаларҙы үтеүе шул тиклем ауыр булды, быны әйтеп кенә анлатырлыҡ түгел! Юлдар машина менән тулған, саң борҡоп ята, һорашайым тиһәң, туҡтамайҙар, указателдәр юҡ. Ногинск ҡалаһын бигерәк оҙаҡ сыҡтыҡ. Ҡалала ағас эшкәртеү заводы бар икән, ул Мәскәүҙәрҙе йыһаз менән тәьмин итә – был хаҡта аҙым һайын рекламалар. Мәскәүҙе урап үтергә тырышыуыбыҙҙың сәбәбе, берҙән, прицеп менән инергә ярамауҙа булһа, икенсенән, Мәскәүгә бер инһәң, унан сығыуы икеле, кем әйтмешләй, “инеүҙән алда сығырынды уйла” икән. Шулай ҙа Мәскәүҙе урап үтеү өсөн генә лә дүрт сәғәттән ашыу ваҡытыбыҙ китте. Ул арала кис булды, ә кемптар күренмәй. Ҡараңғы ла төшә башланы... Кәйефте күтәрер өсөн радио ҡабыҙам, юҡ, унда ла йүнле хәбәр һөйләмәйҙәр:Горбачевты әрләйҙәр.

Һигеҙенсе июль төнө, Мәскәүҙе урап үтеп, юлда осраған бензоколонка хужаһынан рөхсәт һорағандан һуң, шунда төнгөлөккә туҡтаныҡ. Бер кирегә китһә, китә бит ул: был юлы юлыбыҙ уңмай –бензоколонканы хеҙмәтләндереүсе йәштәр төнө буйына эсеп, прицеп янында тәмәке тартып сыҡты .Етмәһә берәүһе төн уртаһында прицеп башына үрмәләп маташты, йәнәһе лә, кемдәр йоҡлай икән? Ирем уянып, прицеп эсен иртән ҡарарһығыҙ, тип тынысландырырға тырышһа ла, тыштағылар ҡатлы-ҡатлы һүгенеү менән яуап ҡайтарҙы. Быға мин бигүк аптырамаһам да, урыҫтарҙың һүгенеү ғәҙәте тураһында ишетеп кенә белгән Владимир тамам ярһыны: “Эх, Чехияла булһағыҙ, күрһәтер инем мин һеҙгә кемлегемде!” Был төндө беҙ йоҡламай сыҡтыҡ.

 

Ах, был глобалләшеү!

 

Глобализация тигәндәре шулдыр инде, хәҙер Рәсәйҙә лә ниндәй генә машиналар юҡ! Ашханалар юҡ, водителдәр юл буйындағы аҙыҡ-түлек киосктарында һатылған ҡоро-һары менән тамаҡ ялғай ҙа, юлын дауам итә. Ҡулдарында “Кока-кола”, майҙа ҡыҙҙырылған кукуруз чипсаһы, һәр машинала бер үк сит ил музыкаһы. Бына шулай оҙон юлға сығыусылар әллә ҡайҙан килтерелгән сит ил ризыҡтары менән ашҡаҙанын боҙа, һаулығын юғалта, ә кемдер аҡса эшләй. Американлы Джон Харли индустрияһы етештергән “Кукурузные хлопья” тип аталған ризыҡ ваҡытты экономиялаһа ла, аслыҡты баҫмай, әлбиттә.

Подмосковьела ла ҡатын-ҡыҙҙарҙы ирҙәрҙән айырып булмай. Юлдың әле бер, әле теге мөйөшөндә ярым-яланғас фәхишәләр тора – өҫтәренә һылашҡан кейемдәре менән улар водителдәрҙең иғтибарын йәлеп итергә тырышып йылмайып ҡала.

Әйтеп үткәндәрҙең барыһы ла, минеңсә, хәҙер донъяның бөтә илдәренә лә хас күренеш. Уны икенсе төрлө глобализм тип атайҙар. Шуға өҫтәп кешеләрҙең яңғыҙлығы тураһында ла әйтһәк, географик сиктәр бөтөнләй юҡҡа сыға кеүек. Эйе, берәүҙәр: “Мин яңғыҙмын, ләкин бәхетлемен”, – тип аҡланырға тырыша, икенселәре иһә: “Мин дә яңғыҙмын, ләкин бәхетһеҙмен”, – ти. Ҡартайғансы яңғыҙ ҡалғандар иҡтисады ныҡ үҫешкән Европала ла күп. Йәштәр үҙенә яуаплылыҡ алырға теләмәй, шуға ғаилә ҡорорға, бала үҫтерергә, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татырға, иркен юғалтырға ашыҡмай. Ҡатын-ҡыҙҙар – ирһеҙ, ирҙәр ҡатынһыҙ ҡартая, шулай итеп, яңғыҙлыҡ ике енескә лә хас күренеш. Яңғыҙлығын улар матур етеш тормошҡа, матди байлыҡ туплауға, сәйәхәткә сарыф итә, һөҙөмтәлә, меңәрләгән балалар тыумай, уның ҡарауы, йәштәр эт тәрбиәләй. Этте ашатаһың да, тышта йөрөтәһең, шунын менән вәссәләм! Әгәр Европа ҡартая, тиҙәр икән, был бик тә дөрөҫ. Тик уның эҙемтәләре ултырып иларлыҡ: ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары менән балалар хәҙер байрамдарҙа ғына күрешә, һирәк-һаяҡ телефондан аралаша. Хәҙер был хәл Рәсәйҙә лә күҙәтелә, барыһы ла бер юлдан килә, шулай итеп, һөҙөмтәһе янғыҙлыҡ һәм бәхетһеҙлек булған глобалләшеү хәҙер беҙҙә лә сәскә ата.

 

Ҡаһым түрә үткән юлдарҙан...

 

Ҡазанда йөрөгән мәлебеҙ күнелдә матур бер хәтирә булып уйылып ҡалды. Артабан ошондай илаһи мәлде беҙгә Владимир ҡалаһы бүләк итте. Владимирҙы күптән күргебеҙ килә ине. Ни өсөнмө? Сөнки 1812 йылда француздарҙы еңеп Башҡортостанға ҡайтып барғанда, Владимирҙы сыҡҡас, башҡорт батыры, Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан булған, тимәк, яҡташым, юрматы башҡорто полковник Ҡаһым түрәне ағыулап үлтерәләр. Минең күңелемә яҡын халыҡ йырҙарын ҡысҡырып йырлап ебәрә торған ғәҙәтем бар, был юлы ла шулай булды – шул хәлдәрҙе уйлап, әсенеп йыр башлайым:

 

Ҡаһым түрә менгән ай, юрғанын вай кем,

Маңлайында булыр урайы.

Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта,

Уң ҡулында булыр ҡурайы.

 

Икенсе көндө, туғыҙынсы июлдә Таломаново тигән ауыл янына етәрәк, ҡайын аралаш ҡарағайлыҡ башланды, ҡарап тороуы бер кинәнес! Ҡайындары нәҙек һылыу ҡыҙҙай булһа, һомғол ҡарағайҙары – егеттәр кеүек. Тик шуныһы күңелде ҡыра: юл буйында тәгәрәшеп ятҡан йәки ауыу ихтималлығы булған ағастарға берәү ҙә иғтибар итмәгән. Мячково ауылы янындағы һаҙлыҡ-күлдәрҙә, мәҫәлән, тәгәрәшеп сереп ятҡан ҡайындар биш-алты саҡрымға һуҙыла. Бында ла юл буйы бәшмәкселәр, еләкселәр менән тулған, туҡталғайныҡ, “минекен ал” да, “минекен ал”, тип һырый һалдылар. Бараһың-бараһың, кемптар юҡ. Владимир ҡалаһына ингән юлда Изге Успенский тип исемләнгән ирҙәр монастырын ҡараныҡ. Был гүзәл бинаның эсен фотоға төшөрөргә рөхсәт итмәнеләр.

 

Клязьма, Истра йылғаларын картала ғына күргәнем бар ине, инде бына ярында баҫып торам. Истра Волоколамск шоссеһы буйлап аға икән, был шоссе Мәскәүҙән 63 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Руза йылғаһын да күрҙек. Унан йыраҡ түгел ерҙә 1942 йылда атаҡлы генерал Доваторҙын кавалерия дивизияһы Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнаша, ҡылыс менән ҡоралланған батыр атлылар ҡеүәтле немец танкыларына ҡаршы атакаға күтәрелә һәм алты ғына минут барған ошо һуғышта ҡырылып бөтә. Унда атайымдың ике туған ағаһы шағир Яҡуп Ҡолмой ҙа һуғыша, ҡаты яралана, әҙиптең “Ҡайын да мин” тигән мәшһүр шиғыры совет яугирҙарының Мәскәүҙе обороналау батырлығына арналған. Волоколамск шоссеһыһын шул сәбәпле күргем килде. Шоссе буйлап барғанда Мансурово тигән ауылды осратып аптыраныҡ, Блок, Пушкин, Гагарин, Тимирязев, Пирогов кеүек бөйөк рус шәхестәренең аҡыллы һүҙҙәре яҙылған щиттарҙы уҡып ҡыуандыҡ.

 

Йылытылған аш

 

Псков ерҙәренән барғанда А. Твардовскийҙың “За далью даль” исемле әҫәре иҫкә килеп төштө, ысынлап та, бараһың-бараһың, урман да тигеҙлек, әҙәм йәшәгән ер күренмәй. Шулай аптырап килгәндә “Сургутнефтегаз” бензоколонкаһына барып юлыҡтыҡ, “Княжьи горы” тип исемләнгән ауылды үттек. Ржевҡа етәрәк Зубцово, Сосунково, Появилово тигән мәҙәк исемдәр менән нарыҡланған ауылдар осраны. Вязьма йылғаһын үткәс, Толстиково тигән ауылға яҡын кемп янындағы кафела ҡапҡылап алырға ниәтләнгәйнек тә, килеп сыҡманы. Хәл былай булды:

...Ашарға йыйынғас, ғәҙәттә, ҡул йыуып алырға кәрәк бит инде, бәҙрәфкә инеп киттем. Ирем ултырып ҡалғайны. Мин китеү менән уның заказ биреүен талап итә башлағандар. Ә ул, ҡатынымды көтәм, мин уның ни ашарға теләгәнен ҡайҙан беләйем, тип яуаплаған. Шулай ҙа алдына меню килтереп һалғандар һәм: “Бына һеҙгә меню, тик унда яҙылғандарҙың һәммәһе лә бар икән, тип уйламағыҙ”, – тигәндәр. Мин килгәс, менюҙы уҡый ғына башлағайныҡ, теге ханым: “Беҙҙә аштан башҡа бер нәмә лә юҡ. Алһағыҙ алығыҙ,алмаһағыҙ – юҡ, – тине.

– Ашығыҙ ҡасан әҙер була һуң? – тип һорай Владимир.

– Һеҙ нәмә, һыуытҡыстағы ашты ни хәҙер йылытабыҙ беҙ уны! Бер порция – 80 һум.

– Юҡ инде, минә яны бешерелгән аш кәрәк, йылытылған һикһән һумлыҡ ашығыҙҙы үҙегеҙ ашағыҙ! Владимир сығыу яғына ыңғайланы. Баҡһан, ул Рәсәй кафеларында үҙҙәрендәге кеүек һәр кешегә индивидуаль әҙерләнә, тип уйлаған икән. Беҙ бер бешергән ашты йылытып ашап өйрәнгәнбеҙ, әлбиттә, тик наҙлы Европа халҡы бер бешерелгән ризыҡты икенсегә ашамай...

Үҙем дә һиҙмәҫтән, туҡта әле, беҙ, Рәсәйҙәр, сит ил кешеләренән ни яғыбыҙ менән айырылабыҙ? Нинә улар шулай ҙа, беҙ улай түгел, тигән һорауға яуап эҙләй башланым. Һәм таптым һымаҡ. Сит ил кешеһе һынамсыл, етешһеҙлектәр күрһә, беҙҙең кеүек әҙәп һаҡлап, тауыш сыҡмаһын тип ҡурҡып тормай – тураһын ярып әйтә лә ҡуя. Ә беҙ өндәшмәүҙе хуп күрәбеҙ, йәнәһе лә “сүпте өйҙән сығармайбыҙ”, “таш менән атҡанға аш менән атырға кәрәк”. “Заман башҡа – заң башҡа”, тигәндәй, был әйтемдәрҙең дә үҙ урыны барҙыр, әммә шул әйтемдәрҙән ары аша уҙа алмайбыҙ. Сит ил кешеһе үҙен ихтирам итә, шуға килешмәгән нәмәһе булһа, өндәшмәй ҡалмай. Ә беҙ өндәшмәү арҡаһында әллә күпме етешһеҙлектең сәскә атыуына юл ҡуябыҙ. Сит ил кешеһе – конкрет, беҙ, Рәсәйҙәр, һүҙебеҙҙә тормайбыҙ. Моңһоҙбоҙ, яйбыҙ, кемдер тормошобоҙҙо яҡшрытырға тейеш тигән кеүегерәк йәшәйбеҙ, ә үҙебеҙ тотонмайбыҙ.

 

Ас ҡалыуға үкенмәнек, әлбиттә. Плюново, Мусоргского,Толстиково ауылдарынан һун 1942 йылда ҡамалыуҙа ҡалып та иҫ киткес ауырлыҡтар аша сыҡҡан 29-сы армия яугирҙары өсөн ҡуйылған һәйкәлде күрҙек, фотоға төшөргәс, шәһиттәр рухына аят уҡыным. Тик бында ла беҙҙе иң аптыртҡаны әлеге һәйкәл тирәһендәге буш шешәләр, ҡағыҙ, полиэтилен тоҡсайҙары кеүек сүп-сар булды. Һәйкәл Оленинский районының Чертолино биләмәһенә ҡарай, тик, нинәлер, уға иғтибар итеүсе юҡ. Ошонан йыраҡ түгел ағып ятҡан Сишка йылғаһы буйҙары ла ла сүп-сар менән тулған, Зодниво, Кривоулица (Баймаҡ ҡалаһында Кәкреауыл тигән урам бар, элек ауыл булған) тигән ауылдарын да сүп баҫҡан. 150 саҡрым үткәндән һун ғына, Лапичино тигән ауылға етәрәк, кемп осраны – йәмғеһе 5070 саҡрым үткәнбеҙ. Березоваха тигән йылға буйындағы шул исемдәге ауыл осраны. Шуныһы ҡыҙыҡ: “Вах” тип аталған йылға Себерҙә Ханты-Манси автономиялы округында, шулай уҡ Чехияла ла бар. Күпме оҡшашлыҡ! Псков өлкәһенең Западнодвинский районына ингәс, Двина йылғаһын, хәҙер инде беҙгә таныш Великие Луки ҡалаһын үттек. Уны үткәндә төрлө уйҙар кисерҙем. Бында Бөйөк Ватан һуғышына арналған ғәжәп бай музей бар, бер барып күреү насип булырмы икән? Унда Шәкирйән Мөхәмәтйәнов тураһында ла мәғлүмәттәр бар, тиҙәр, сөнки ул хеҙмәт иткән Краснохолм хәрби-пехота училищеһы Калинин фронтына ошо ерҙәрҙән үтеп киткән. Һуңынан 1943 йылдын 27 февралендә батырҙарса һәләк булғас, уның үлеме хаҡындағы мәғлүмәтте отставкалағы полковник, әле иһә Великие Луки ҡалаһы ауыл хужалығы университеты уҡытыусыһы булып эшләгән О. Ф. Бондаренко-Снитин хәбәр итә. “Ул атаһы хеҙмәт иткән 22-се гвардия уҡсы дивизияһы (элекке Сталин дивизияһы) үткән юлды өйрәнгәндә Үҙәк архивтарҙа А. Матросовҡа ҡағылышлы документтарға барып юлыға. 91-се бригада Великие Луки ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа ҙур юғалтыуҙар кисерә һәм уларҙы өҫтәмә көстәр менән тулыландыралар. Улар араһында Шәкирйән Мөхәмәтйәнов та була” – был хаҡта мин “Ватандаш”журналында уҡып (2003, №2), батырыбыҙ хаҡындағы ошо мәғлүмәттәр менән танышыу хыялын күңелемә һалып ҡуйғайным инде, йәл, музейға бара алманыҡ.

 

Руль артындағы Владимир бөгөн бик арыны. Каминьондар күп үтә, күбеһе иҫке, кәрәсин менән файҙаланғандары артынан төтөн борҡолоп ҡала. Тын алырлыҡ түгел! Европала бындай каминьондарҙа йөрөү күптән тыйылған. Швеция, Германия, Чехия каминьондары ла осрай, тик улар әллә ҡайҙан ялтырап килә, яңылар.

Псков өлкәһе Латвия менән сиктәш, шуға күрә сик буйына етәрәк ауыл исемдәре лә үҙгәрҙе: Клин, Кривая Вешня, Брагино, Шубино, Маево, Лашково, Пустошки, Михольки, Вскувица, Бобылево, Кунуй, Демя, Полибино ауылдарын Забелье, Кулья йылғаларын (Чехияла Кульна йылғаһы бар) үттек. Бөйөк математик Софья Ковалевскаяның музей-усадьбаһын ҡарарға саҡырған алтаҡта күрһәк тә, туҡтаманыҡ, юлда йөрөү арыттырған, тиҙрәк ҡайтып етке килә. Алда Псков юлдарында ремонт бара ине, тип яҙып үткәйнем, был юлы ла тар юлдан үтеүе енел булманы. Латвия-Рәсәй сигендә биш-алты саҡрымға һуҙылып таможня тикшереүе көтөп ултырған каминьон водителдәрен йәлләнек. Европалыларға унияға берләшкәс, рәхәт тә ул, Рәсәйҙән Европаға сығыусы водителдәргә ҡыйын. Пожары, Молоди, Фольги, Зожогино, Севастьяново ауылдары, Удрай йылғаһы Рәсәй-Латвия сигендәге биләмәләр, тик бер-береһенән бик алыҫта, һибелеп ултырғандар. Псков өлкәһендә 200 саҡрымға бер кемп тура килә, юлда Максютово (Мәҡсүт) тигән төрки атамалы бер рус ауылын, “Петербургский” тигән бензоколонканы осраттыҡ. Себеж ауылына яҡын “Себеж милли паркы”нда туҡталдыҡ, унда үҫкән һирәк осрай торған ағастар, ҡыуаҡтар, сәскәләр, һаҙлыҡ үҫемлектәрен күрҙек, паркта туристар һәм уҡыусылар күп ине.

Рәсәй-Латвия сиген был юлы төшкә ҡәҙәре үтеп өлгөрҙөк, нисек тикшергәндәрен алда тәфсирләгәйнем инде, шулай ҙа дүрт посты үтеүгә ярты көн китте. Иң ныҡ тикшергәндәре һыуытҡыс булғандыр, моғайын, унан сыр, колбаса, һөт, Ҡанаҡай ҡаймағы һәм ҡоротон сүп багына алып ырғыттылар. “Йәлләһәгеҙ, ашағыҙ”, – тинеләр, тик нисек тиҙ арала ашап бөтөрмәк кәрәк? Сырҙы ашаныҡ, әлбиттә, май менән колбасаны полицейскиҙар күрмәгәндә генә ҡул сумкаһына тыҡтым, шөкөр, тикшермәнеләр, һуңынан рәхәтләнеп тамаҡ ялғап килдек.

Латвия сиген имен-аман үтеп шатланып китеп барһаҡ, ағас араһына йәшенгән полицейскиҙарҙы күрмәгәнбеҙ икән, “тиҙлекте арттырғанһығыҙ”, тигән булып иремде саҡырып алдылар ҙа, ҡағыҙ ҙа яҙып тормайынса егерме евро алып ҡалдылар...

 

А-12, Е-22 маршруты буйынса Балтика диңгеҙе йүнәлешендә барабыҙ. Юлда буйҙары ҡайынлыҡ, аҙым һайын һаҙамыҡ ерҙә тәлмәрйен, йылан сүпләүсе ҡауҙылар осрай, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫә. Әгәр ҙә Латвияла булырға тура килһә, ундағы йәшел бәрхәт үләндә ятып аунарға ашыҡмағыҙ – йылан-саяндар күп. Ил тураһында алдараҡ яҙғайным инде, тағы ла өҫтәйем: бер сигенән икенсеһенә ҡәҙәр 400 саҡрымдан саҡ ҡына күберәктер. Юлда совет заманынан ҡалған хәҙер ҡулланылмаған иҫке паровоздар осрай, кемптар юҡ. Таможнянан һуң 200 саҡрым үтеп Декапилс ҡалаһына еткәс кенә тәүге бензоколонка осраны. Тағы ла бер мәртәбә, күптәнге танышыбыҙҙы осратҡандай, Даугава йылғаһын сәләмләнек, хәтерләһәгеҙ, социализм заманныда рус телендә “Даугава”тигән әҙәби журнал сыға торғайны.

 

Башҡортостандан Ригага тиклем 2300 саҡрым, Салауат батырҙың һунғы төйәге Рогервикка (хәҙерге Палдиски ҡалаһына) тиклем 3300 саҡрым, үкенескә күрә, ныҡ арыуыбыҙ сәбәпле, тағы ла мең саҡрымды үтергә көс тапманыҡ. Бер туҡтауһыҙ машинала барыу тамам ялҡытты.

 

Светлана Арғынбаеваны беләләр

 

“Латыштар – тыныс холоҡло, егәрле халыҡ”, – тигәйнем инде, ләкин рустарҙы яратып бармайҙар. Русса һөйләшһәң, бөтөнләй яуап бирмәүҙәре лә мөмкин. Кемп булмағас, урам тышына машина ҡуйырға рөхсәт һорап бер нисә хужаға мөрәжәғәт итһәк тә, ыңғай яуап ишетә алманыҡ. Һыу ҙа бирмәнеләр. Шулай төнгә тиклем туҡтар урын эҙләп йөрөй торғас, Кегульсҡа кире килеп бер бензоколонкала төн сығырға рөхсәт һораныҡ. Бәхеткә күрә, унда эшләүсе Маййа исемле ҡатын русса ла анлай икән, үҙе лә киң күңелле кеше булып сыҡты. “Латвия Рәсәй составында булған саҡта яҡшы йәшәнек, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белдек, шул ваҡыттарҙы һағынам”, – тине. Бында составында тимер күп булғанға һыу һап-һары, эсергә, ашарға бешерергә бармай икән, шул хаҡта әйткәс, Маййа биш литрлыҡ полиэтилен шешәне бушлай тоттороп ебәрҙе. “Аҡса кәрәкмәй”, – тине, ҡайҙан булыуыбыҙҙы һорашты. “Башҡортостандан. Өфөнән”, – тип яуаплағас: “Ә, беләбеҙ, унда бик матур тауышлы йырсылар тыуа”, –тине. ”Ә һеҙ кемдәрҙе беләһегеҙ һун?” “Мәҫәлән, Светлана Арғынбаеваны. Ла-Скалала Латвиянан сыҡҡан берҙән-бер опера йырсыһы Янс Заберэ менән бергә йырланы ул. Янс – минең ағайым, тик ғүмере иртә өҙөлдө, 37 йәшендә генә вафат булып ҡалды”. “Улай икән... Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам...”

“Аттар кешнәшеп табыша, кеше һөйләшеп таныша”. Беҙ ҙә шулай танышып киттек. Маййа үҙе лә йырлай икән, профессиональ йыр сәнғәте менән бала саҡтан шөғөлләнгән, пианинола уйнай. Улы Оскар консерватория тамамлаған, ләкин, эш хаҡы бәләкәй булғанға күрә, полицияла эшләй. Иртәнсәк, яңы таныштарыбыҙ менән хушлашып-аманлашып артабан юлландыҡ тигәндә, прицептың амортизаторы төшөп ҡалған булып сыҡты. Машинаның һыҙғырыуына иғтибар итһәк, ысынлап та, боҙолған, имеш, прицеп ҡыйшайыбыраҡ килә. Машинаны тикшереп маташһаҡ, Маййанын ире Атис йүгереп килеп етте һәм, ай-вайыбыҙға ҡарамайынса, беҙҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтып китте. Шулай итеп, был көн машина ремонтлауға сарыф ителде. “Ярай әле, яҡшы кешеләр тап булды”, – тип ҡыуаныштыҡ, юғиһә, ни эшләр инек? Ашап-эсеп, ял итеп, душта йыуынып алғас, икенсе көндө улдары Оскар ҡунаҡ итте. Өсөнсө көнөнә “юл кешеһе юлда булһын”, тип ҡуҙғалырға булдыҡ, үҙҙәрен дә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Маййа менән Атис Латвиялағы иҫтәлекле урындарҙы бик яҡшы итеп анлатҡайны: Пилрундале замогында, (фото) Терветсе ҡалаһына яҡын боронғо Викингтарҙың асыҡ һауа аҫтындағы музейында, Латвия милли паркында, Балтика диңгеҙендә (фотолар) булдыҡ. Башҡортостандан Чехияға ҡайтҡанда Латвия беҙҙе бына шундай матур күнеле кешеләр менән осраштырҙы.

Яны дуҫтарыбыҙ һөйләүенсә, былтырғы ҡышта һауа температураҙы Латвияла -30-ҙан төшмәгән. Атис һәүәҫкәр һунарсы, ҡышын ҡабан сусҡаһы, болан, айыу, бүре, төлкө кеүек йәнлектәргә һунар итә, уларҙың тиреһенән бер бүлмәлә тотош күргәҙмә эшләп ҡуйған. Баушка тигән бәләкәй генә ҡаласыҡта Маййа менән Атистың ғаилә дуҫтары бар икән, улар беҙҙең машинаға кәрәкле шөрөптө табып бирҙе, көндөң ҡалған өлөшө машина ремонтлауға китте. Мәсьәлә ынғай хәл ителгәс, юлыбыҙҙы дауам итеү мөмкинлеге күңелде йылытты.

 

Артабанғы юлыбыҙ Елгава, Елела, Юрмала, Рига, Клайпеда ҡалалары аша үтте. Рига-Даугава йылғаһы (русса атамаһы Западная Двина) буйында ултыра, унда йәмғеһе 695 мең халыҡ йәшәй, бөгөн илдең сәйәси, мәҙәни, иҡтисади үҙәге булараҡ Европа дәүләттәренең иғтибарын йәлеп итерлек ҡала иҫәпләнә. Беҙ булғанда ҡаланың иҫке өлөшөндә туристар бик күп ине. Латвия СССР составына 1940 йылда ҡушылған. Немецтар нигеҙләгән был ҡалала барокко стилендәге ҡупшы йорттар ҙа, совет осоронда төҙөлгән хрущевкалар ҙа бар, костелдар күп. Урамдар таҙа, тирә-яҡта йәшеллек һәм мең төрлө сәскәләр үҫә, тын алыуы иркен. Ҡаланың юлдары төҙөк, ләкин ситкәрәк китһәң, ямаулылары ла осрай. Бында баҡсаларҙы, парктарҙы шыма йомро таш менән биҙәү йолаһы бар икән. Дингеҙ һыуы йыуып шымартҡан бындай таштарҙы Балтиканан алып киләләр.

Калининград (элекке Кенигсберг) ҡалаһы Клайпеданан алыҫ түгел, бынан биш-алты йыл әүәл уннда Европаға унайлы ғына оса торған “КД – АВИА” халыҡ-ара аэропорты була торғайны, уға банкрот яһағас, икенсе авиакомпания төҙөнөләр.

Прибалтиканы XII быуатта чехтар баҫып алған булған, Калининград ҡалаһы шул заманда чех короле Пшемысль тарафынан нигеҙләнә. Пшемыслдән һун Прибалтиканы Германия, артабан Пруссия яулай, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡабаттан немецтар ҡулына күсә. 1943 йылда Кенигсбергты немецтарҙан таҙартҡас, Прибалтика илдәре Рәсәй составына ҡушыла һәм социализм тарҡалғансы бергә була.

Прибалтиканын XII–XIII быуаттарҙан башлап баҫҡынсылар тарафынан тиҙ яуланыуын тарихсылар был илдәрҙең урман менән ҡапланыуы, халҡының аҙ булыуы менән аңлата. Бында әле лә халыҡ күп түгел, йәштәр сит илгә китә, ауылдарҙа күбеһенсә ололар йәшәй.

Курско Коса ярымутрауындағы Клайпеда ҡалаһы ла гүзәл. Ул урынлашҡан ярымутрауҙың оҙонлоғо – 30, кинлеге 1 саҡрым самаһы. Хәҙер яртыһы Литваныҡы, яртыһы Рәсәйҙеке. Бынан Калининградҡа тиклем ҡул һуҙымындағы юл ҡала. Клайпеда 1252 йылда төҙөлгән, XIX быуаттан башлап ҙур үҫеш кисергән, бөгөн Латвияла ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған ҡала иҫәпләнә. Көнбайыш Балтика ҡултығындағы был гүзәл ҡаланың административ үҙәге – Клайпеда өйәҙе. Диңгеҙ буйында һәм ҡалала пляждар, отелдәр, пансионаттар, дауаханалар урынлашҡан, балыҡсылар, донъяның төрлө мөйөштәренән килгән туристар күп.

Литваға илткән юлда беҙ велосипед-карауатта сәйәхәт итеүсе япондар, юлда йөрөү өсөн бөтә уңайлығы булған машинала елдереүсе немецтар, кореецтар һәм француздарҙы осраттыҡ – “балыҡсы балыҡсыны алыҫтан таный”, тигәндәй, барыһы ла Чехия флагын күргәс, йә пипелдәтеп, йә ҡул болғап үтеп китте. Беҙ ҙә сәләмгә сәләм менән яуап ҡайтарҙыҡ.

Литвала Шауляй, Каунас, Вильнюс, Кидиал, Сактали, Пилвискиал ҡалаларын үттек. Уларҙың барыһында ла Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына һәйкәлдәр ҡуйылған, тик урындағы халыҡтың йолаһы буйынса яугирҙар күмелгән ергә ҙур йомро таш ҡуйғандар, унда соҡоп ҡаланы кемдәр һәм нисәнсе йылда азат иткәне лә яҙылған.

 

Һаумы, Балтика!

 

Клайпедаға килеп еткәндә беҙ 6634 саҡрым юл үткән булып сыҡтыҡ, быны мин тиҙ генә блокнотыма яҙып ҡуйҙым. Клайпедала бензин ҡойҙорғас, Балтикаға ашығабыҙ. Диңгеҙ беҙҙе ҡосағын киң йәйеп, һағынып көткәндәй ҡаршыланы. Балтик диңгеҙе йәмғеһе 415 мең квадрат метр майҙанды биләй, оҙонлоғо – 1500, киңлеге 650 саҡрым, тәрәнлеге 70 метрға етә, иң тәрән урыны 459 метр икән. Диңгеҙҙең боронғо исеме “Варяжское”, сөнки уға беҙ кинофильмдарҙан ғына күреп белгән ҡурҡыу белмәҫ варягтар хужа булған. Төньяҡ һәм үҙәк Европа араһында ятҡан үҙенсәлекле Балтиканың климаты уртаса континенталь иҫәпләнә: августта +20 булһа, ҡышын – 3 градусҡа етә. Балтика – балыҡҡа бай диңгеҙ, Клайпеда балыҡ аулау, балыҡ эшкәртеү промыслалары менән дан тота.

Диңгеҙ буйында үҫемлектәр донъяһының шул тиклем бай булыуына аптыраныҡ! Бында әрем, аҡ сәскә, ҡынғырау сәскә, һары һәм ҡыҙыл клевер, цикорий, ташҡа йәбешеп үҫкән кәзә кәбеҫтәһе, артыш, хатта һары һәм ҡыҙыл мәтрүшкә лә бар – хуш еҫле булһа ла, беҙҙең мәтрүшкәнән тәме менән айырыла. Яр буйында беҙҙә үҫмәгән гөл-сәскәләр ҙә осрай, төрлө ылыҫлы ағастар күп. Ер аҡһыл ташлы тупраҡтан тора, дингеҙ буйы ла ап-аҡ ваҡ ҡом менән ҡапланған, унда ҡыҙыныуы ла, ял итеүе лә рәхәт. Үкенескә күрә, һыу инеп булманы – кинәт һалҡынайтып ямғыр ҡойҙо.

Дингеҙ буйы эшҡыуарҙар тарафынан бүленеп һатып алынып бөткән икән, туристар өсөн бихисап отелдәр, кемптар, ҡунаҡханалар төҙөгәндәр, уларҙың барыһы ла тәбиғәт ҡосағында. Урман араһында таҙа бәҙрәфтәр, йылы һәм һыуыҡ һыуы булған душ, бешерәм, костер яғам тиһәң – махсус урындар, ултырып ашау һәм ял итеү өсөн пластик өҫтәл, эскәмйәләр ҡуйылған. Сәскәләр өҙөү, үҫемлектәрҙе йолҡоу ҡәтғи тыйыла.

 

Урау-урау юлдар үтеп...

 

Балтикала ике көн ял иткәндән һуң Литва-Польша сигенә юл тотабыҙ, инде 6935 км юл үтелгән. Варшава ла беҙҙе көслө ямғырҙар менән ҡаршыланы. Рәсәйгә ҡайтҡанда ла, Рәсәйҙән киткәндә лә ямғыр ҡойҙо Европала – ни булған был донъяға? Варшавала 40 литр бензин ҡойҙороп алғандан һуң Острава йүнәлешенә төшәбеҙ. Боронғо костелдары, заманса йорттары менән гүзәл Варшавала ла башҡа Европа һәм Рәсәй ҡалаларына хас булған күренештәр осрап тора: шуларҙын береһе – граффитиҙарҙын “ижад емеше ”булғандыр. Граффитиҙарға биналарға һүрәт төшөрөү закон менән тыйылһа ла, барыбер һанға һуҡмайҙар. Бында ла бар Европаға таралған “Кик”, “Теско”, “Кауфланд”, “Максима”, “Глобус”кеүек гигант фирмаларға ҡараған сауҙа үҙәктәре, шул уҡ сағыу рекламалар... Варшава – бөйөк йырсы Анна Германды, сонеттар оҫтаһы Адам Мицкевичтын дә тыуған ҡалаһы, тигәйнем инде, миненсә, был шәхестәрҙе Рәсәйҙә күберәк беләләр шикелле...

 

Котовице, Родомице, Аугустино ҡалалары уҙып китәбеҙ: бында ла заманса йорттар менән бергә барокко стилендәге боронғо костелдар оҙатып ҡала, заманса йорттар иҫкеләре менән бер-береһең тулыландырып килә кеүек. “Мотель” ҡунаҡханаһы филиалдары, “Роснефть” бензоколонкалары бында ла бар икән, юлдар төҙөк, ике яғынан тауыш һаҡлаусы изоляция ҡуйылған.

Остраваға килеп еткәс, шатлыҡтан ресторанға инеп ашап сыҡтыҡ: Володя чехтарҙың милли ризығы – кнедликка заказ бирә.Уны ашағас, инде прицепта йоҡлағы килмәй, таңға булһа ла ҡайтып етербеҙ, тип өйгә ашҡынабыҙ. Словакия-Чехия сигендә байып барыусы ҡояш нурҙары аҫтында алыҫтан ҡыҙарып ятҡан Бескид тауҙары күренгәс, күнел күтәрелә, Оломоуц, Босковицы, Бланско ҡалаларын үткәс, тағы ла йәнләнеп китәбеҙ. Бөтә арыу-талыуҙар юғала. Ниһайәт, төнгө икелә беҙ өйҙә!

Иң ҡыҙығы иртән торғас булды, кистән ҡараңғыла абайламағанбыҙ икән: баҡсаға сыҡһаҡ, билгә еткән үлән, унан да, бынан да ырғып килеп сығыусы сиңерткә, кеҫәртке, тәлмәрйендәр аптыратты, сәскәләребеҙҙе иһә бал ҡорттары төйәк иткән. Май айында ултыртып киткән һуған, һарымһаҡ, кишерҙәребеҙ, эре-эре еләктәребеҙ, гөл-сәскәләребеҙ матур итеп күпереп үҫеп ултыра. Һаумыһығыҙ, беҙ ҡайттыҡ!

 

Миләүшә Годбодь (Кульмухаметова), Чехия.

 

© Миляуша Годбодь, текст, 2015

© Книжный ларёк, публикация, 2015

—————

Назад