Миләүшә Годбодь. Хәлен нисек, Каруанһарай?

16.04.2017 00:20

ХӘЛЕН НИСЕК, КАРУАНҺАРАЙ?

(Как дела, Караван-сарай?)

на башкирском языке

 

«Каруанһарай – “Башҡорт халыҡ йорто”!»

(В. И. Лениндын 1918 йылғы 6 февраль декретынан)

 

Мин инде тормош иптәшем Владимир менән алтынсы йыл сәйәхәт итәбеҙ, тәүге ике йылдағы сәйәхәттәрҙе нинәлер яҙманым, ләкин ошо сәйәхәт барышында Европа һәм Рәсәйҙен байтаҡ өлкәләре һәм эре ҡалалары, иҫтәлекле урындарын, музейҙарын күрергә тура килде. Үткән йыл Словакия, Болгария, Венгрия, Румыния, Сербия һәм Төркиәлә, Босфор һәм Дарданнелл боғаҙында, Балтик дингеҙе һәм Балтика Клайпедаһы, Калининградта, Ҡара һәм Мәрмәр дингеҙҙәрендә, быйыл иһә Чехия, Словакияла яҡташыбыҙ Даян Мурзин һәм ул етәкселек иткән Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһы эҙҙәре һәм данлыҡлы Дукла юлы буйлап Словакия, Польша буйлап сәйәхәт иттек, асыҡ һауа аҫтындағы партизандар музейын ҡараныҡ. Польша территорияһы менән Германия кеүек ил һәм был илдә Бөйөк ватан һуғышы йылдарында менәрләгән совет яугирҙары баш һалған. Уларға ҡуйылған һәйкәлдәр һәм уларҙын торошона ла иғтибар иттем был илдәр буйлап йөрөгәндә. Ә инде Варшаваны сыҡҡас, үҙебеҙ һайлаған маршрут буйынса Литва, Латвиянын ин эре ҡалалары Сувалки, Мариамполь, Каунас, Вильнюс, Даугавпилс, Резекне ҡалалары аша Латвия-Рәсәй сигендәге Псков өлкәһенә сыҡтыҡ. Великие Лукиҙы үткәс Көнбайыш Двина йылғаһы аша Ржев ҡалаһына сығып артабан 1942 йылда Мәскәү өсөн барған ҡаты алыштар эҙен һаҡлаған Волокаламск шоссеһына сыҡтыҡ. Әйткәндәй, тап ошо ерҙә башҡорт шағиры, нәҫелдәшем Яҡуп Ҡолмой хеҙмәт иткән генерал Доватор етәкселегендәге кавалерия дивизияһы ла ҡатнаша, ошо яуҙа шағир үҙе лә ҡаты яралана. Артабан юлыбыҙ Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Мордва Республикаһы, Һарытау, Һамар, Татарстандын Бөгөлмә ҡалалары аша тыуған ерем Башҡортостанға алып инде.

Башҡортостанға ҡайтып бер аҙ ял иткәс Байкал күленә юлландыҡ. Мәшһүр күлгә юлыбыҙ Силәбе, Ҡурған, Кемерово, Төмән, Омск, Новосибирск, Иркутск өлкәләре аша үтте, күл тирәләй сәйәхәт итеү Бүрәт Республикаһынын баш ҡалаһы Улан-Удэға тиклем алып килде. Улан-Удэла беҙ Рәсәйҙә Буддаға табыныусы берҙән-бер халыҡ – бүрәттәрҙен Буддаға табыныусылар ҡорамдарын ҡараныҡ. Байкалдын оҙонлоғо – 700 км, кинлеге – 144 км, тәрәнлеге – 1400 метр, унын тирәһендәге республикаларҙын территорияһы айырым бер Европа дәүләте территорияһынан хатта ҙурыраҡ та. Бүрәт Республикаһы территорияһы ла Байкалдан башлана. Силәбе, Төмән, Шадринск, Ишем, Омск, Куйбышев, Новосибирск, Кемерово, Красноярск, Канск, Ангарск, Иркутск ҡалалары, ҡеүәтле Красноярск ГЭс-ын һәм һыһаҡлағысын күреү, Омск ҡалаһында Федор Достоевскийҙын һәйкәле, ул ултырған төрмәне күреү, бер аҡтар, бер ҡыҙылдар яғында һуғышып һәләк булған менәрләгән чехтар үткән Владивосток ҡалаһына илтеүсе «Транс – Себер» магистрален күреү һәм халыҡ менән аралашыуҙар ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы, Себерҙен ин мул һыулы йылғалары Иртәш, Енисей, Обь, Байкалдан ағып сығыусы берҙән-бер ҙур йылға Ангараға һоҡландыҡ. Ф. Достоевский, мәҫәлән, «Записки из мертвого дома» исемле әҫәрен Обь йылғаһы буйында урынлашҡан төрмәлә ижад иткән бит. Быйылғы сәйәхәтебеҙҙә прицепһыҙ йөрөнөк, төрлө ҡунаҡханаларҙа ҡундыҡ – был да беҙгә төрлө кешеләр менән аралашыу, халыҡтын тын алышын белеү мөмкинлеген бирҙе. Йәмғеһе 20 мендән км-ҙан ашыу юл үтттек, ошо юлдарҙы үтер өсөн машинабыҙға 1,5 тонна нефть кәрәк булды.

Быйыл Чехияға ҡайтыр алдынан мотлаҡ Каруанһарайы менән данлы Ырымбурға барырға, тигән маҡсат ҡуйғайныҡ, иншалла, маҡсатыбыҙ тормошҡа ашты. Түлгән аша Ырымбур өлкәһенә сығып, Каруанһарайҙы барып күреү үҙ-үҙебеҙгә эшләгән бер матур бүләк булды. Унда күргәндәрҙе әле гәзит уҡыусыларға һөйләргә теләйем, ә сәйәхәттен башҡа өлөшө лә яҙылыр, тигән уйҙамын. Әле иһә, ғәҙәттән тыш бер өлөшөн тәҡдим итеүем, уға Чехияға ҡайтыу менән тәүсиратта тотоноуым халҡыма, республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙыу йөҙөнән эшләнде лә инде. Ысынлап та, ер аяғы, ер башы Каруанһарайға барып күреп тә, ундағы хәлдәрҙе яҙмаһам-һөйләмәһәм, мин кем булам?

Әлбиттә, бер сәфәрҙә генә өлкә менән тулыһынса таныштырыу – һөйләү һәм ҡәтғи һығымталар яһау мөмкин булмаған хәл – быныһын гәзит уҡыусылар хөкөмөнә ҡалдырам.

 

Ихтирам менән Автор.

 

Айҡай ҙа ғына сайҡай, күкрәк киреп,

Һай кем, күкрәк киреп,

Таштар ваттыҡ мәсеткә тип, ай, тауҙарҙа,

Һай кем, ай тауҙарҙа.

Батша ла ғына беҙгә бүләк тине,

Һай кем, бүләк тине.

Батыр булғас Парижда һәм ай, яуҙарҙа,

Һай кем, ай,яуҙарҙа.

 

Ошо йырға мин элек ябай ғына бер боронғо башҡорт халыҡ йыры итеп ҡарай торғайным. Баҡһан, ул һөйгәненән айырылып сит-яҡтарҙа Каруанһарайҙы һалыу эшенә йәлеп ителгән бер йырсы башҡорт егетенен кәләшен һағыныу йыры булған икән! Әгәр ҙә мәгәр әле Ырымбур ҡалыһы, Каруанһарайҙы үҙ күҙем менән килеп күрмәһәм, бер ваҡытта ла йырҙын асылын анламаҫ инем, бына ни өсөн ҡайғылы ла, монло-һағышлы ла, ғорур ҙа, эпик ҡоласлы, ижтимағи янғырашы, социаль үткерлеге менән айырылып торған йыр икән ул. «Уҡымай ҙа наҙан ҡалдым тиеп янмай микән унын йөрәккәйҙәре» тигән һүҙҙәре генә лә шул осорҙон социаль ваҡиғаларын, һыҙланыуҙарын сағылдырған хикәйәт бит был, башҡорт Каруанһарайынын визит карточкаһы! Эйе, башҡорт халҡынын күрке һәм фажиғәһе лә ул, Каруанһарай! Был иман йортонон яҙмышы башҡорт халҡынын яҙмышына шул тиклем оҡшаған булыуына иҫ китерлек, быны хатта ябай һүҙ менән генә анлатыуы ла ҡыйындыр. Каруанһарайҙы һалдырыу өсөн ата-бабаларыбыҙ күпме көс сарыф иткән, аҡса түккән, таш ватҡан, ағас киҫкән, ғаиләләренән, балаларынан айырылып йәшәгән, туғандарын һағынып һыҙланған һәм ошо трагик йырҙы ижад иткән.

Яйыҡ буйындағы һоҡланғыс Ырымбур ҡалаһы тарихтан билдәле булыуынса 1743 йылдын яҙында нигеҙләнә.Был хаҡта дәүләт архивындағы «Ырымбур тарихы» (1730–1750 се йылдар, авторы П. И. Рычков) тигән хеҙмәттә уҡырға мөмкин. Йыйынтыҡ ике тапҡыр – 1759 һәм 1896 йылдарҙа донъя күргән. Батшалар өсөн был төбәктә Ырымбур ҡәлғәһе баш күтәреүсе башҡорттарҙы йүгәнләп тотоу өсөн кәрәк була. Йәнә лә шуныһы ҡыҙыҡлы: Карунһарайҙын Ҡытай яғынан Мәскәүгә, ҡаҙаҡ далаларынан Уралға табан һуҙылған юлдарҙын киҫешкән ерҙә ултырыуы батшаға сауҙа элемтәһе булдырыу өсөн унайлы иҫәпләнгән, мосолман донъяһын төрки иле менән берләштергән нөктә булараҡ та әһәмиәтле булған был ер.

Ҡәлғә төҙөү эшен иимператрица Анна Иоаннановна 1734 йылдын 18 майында статский советник Иван Кириллов менән полковник Алексей Тевкелевҡа йөкләтә. Батшабикәнен махсус указында Ырымбур экспедицияһы кешеләренен һәр һүҙе, һәр бойороғо мотлаҡ үтәлергә тейешле, тип яҙылған була. Каруанһарай крепосынын тәүге бинаһы һалынғас, артынса ҡаҙна йорттары, баҙар, ҡунаҡханалар, һалдаттар өсөн йорттар төҙөлә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Ырымбурҙын тәүге губернаторы И. И. Неплюев (1742–1758) бөтә кешеләр ҙә йортло булғас ҡына яны йортҡа күсенгән – бына шундай ғәҙел һәм иғтибарлы бер зат була был кеше. Тағы ла ике йылдан һун боронғо стилдә төҙөлгән Преображенск, Введенский соборҙары төҙөлә, уларҙын икеһе лә бөгөнгәсә һаҡланған, тик беҙ уларҙын эсенә инеп торманыҡ, ситтән генә ҡарап уҙҙыҡ.

...1735 йылдын 15 авгусында Ырымбур крепосын төҙөүгә йәлеп ителгән бер төркөм ҡораллы һалдаттар командаһы Преображенский тауында ер эштәре башлай. Был мөһим ваҡиғаны пушкаларҙан атып хәбәр итәләр, артабан священник фатиха биреп ғибәҙәт ҡылғас утыҙ бер пушканан атыу тауышы аҫтында ҡаланын тәүге нигеҙ ташы һалына. Был хәл башҡорттарҙы ҡуҙғыта һәм ярһыта, әлбиттә, улар үҙ ерҙәренә рөхсәтһеҙ килеп ингән урыҫтарға ҡаршы ҡораллы яуға күтәрелә. Сикләнмәгән власть бирелгән Тевкелев иһә башҡорттарға ҡарата иҫ киткес аяуһыҙлыҡ күрһәтә: үҙенен командаһы менән шәхсән 50-гән ауылды ер менән тигеҙләй, 2 мен тирәһе кеше үлтерелә, ә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙы һалдаттарға ҡоллоҡҡа таратып бирәләр.

Үҙенен «Каруанһарай беҙгә ҡарай» тигән очергында (1992), Башҡортостандын халыҡ шағиры Рауил Бикбаев был хаҡта ошолай яҙып сыҡҡайны, шунан: мәғлүмәттәр килтерәм: «Ырымбур ерендә шул йылдарҙын дәүшәтле шандауы һәм фажиғәһе булып әле лә Рублевая гора (Киҫкән тау) һәм Виселичная гора (Аҫҡан тау) тигән атамалар һаҡланған – был атамаларҙы һаҡлаған ерҙә» 1740 йылдын сентябрендә баш күтәреүсе башҡорттар язаланған. Шул ҡәһәрле ваҡиғаларҙын шаһиты булған П. И. Рычков үҙенен «Ырымбур тарихы» тигән китабында түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдыра: «Һаҡмар янында ғы бер тауҙа ғына 50 кеше аҫылған, 120 кешенен башы, киҫелгән 301 кешенен арҡаһы сыбыртыҡы менән ярылып, танау-ҡолаҡтары ҡырҡып алынған. Ҡараһаҡал күтәрелешен баҫтырғанда 9458 кеше язаланған, 3101 кеше каторгаға ебәрелгән, 6309 кеше помещиктарға ҡоллоҡҡа һатылған, 396 ауыл яндырылған». Әйткәндәй, Европа илдәрендә Икенсе донъя һуғышы булған барлыҡ ерҙәрҙә лә ҡайҙа немец фашистары яуызлыҡ ҡылған, ваҡиғалар бынан 71 йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы бар донъя белә һәм был турала әленән-әле халыҡҡа һөйләп-күрһәтеп, әҙәби китаптар нәшер ителеп, нәфис фильмдар төшөрөлөп тора. Сит илдән тағы ла бер миҫал алайыҡ. 1942 йылын 10 июнендә немец фашистары элекке Чехословакиянын Лидице ҡасабаһын бер төн эсендә ер менән тигеҙләп, 84 баланы газ менән тонсоҡтороп үлтереп, ирҙәрҙен барыһын да атып, ҡатын-ҡыҙҙарҙы Терезинға концлагерға ебәрә, ләкин вәхшилектәрен икенсе көндө үк бөтә донъя ишетә. Ә һуғыш тамамланғас трагедия булған урынға донъянын төрлө мөйөшөнән ауылды тергеҙеү өсөн аҡсалар аға, тик уны вәхшилек эшләнгән урынға ҡабат һуғыш уты ҡупмаһын, халыҡтар бер-береһен тигеҙ күреп һыйышып йәшәһендәр өсөн нигеҙләнгән мемориаль ҡуйыу өсөн тотоналар. Бөгөн Лидицены күреү өсөн донъянын төрлө мөйөштәренән киләләр, бындағы Раузалар баҡсаһы ла ер шарынын төрлө мөйөштәренән ебәрелгән. Үҙебеҙгә килгәндә инде, ултырып иларлыҡ! Тәфтиләү тарафынан яндырылған бер Һөйәнтуҙ ауылына ла мемориаль түгел, хатта үлгәндәр рухына бағышлап һәйкәл дә ҡуя алмайбыҙ, шунын менән тарихыбыҙҙы кәмһетәбеҙ, башҡаларҙан һабаҡ алмайбыҙ...

 

«Был манара таш нигеҙгә түгел, башҡорт һөйәгенә ултырған»

 

Ә хәҙер алдағыларға бәйләп милли ҡәғбәбеҙ Карунһарайҙын төҙөлөү тарихына байҡау яһайыҡ, ни маҡсат менән барлыҡҡа килгән һун ул?

1812 йылда дан ҡаҙанған башҡорт полктары яуға китер алдынан Александр батшаға енеп ҡайтҡандан һун Башҡорт халыҡ йортон төҙөүҙе шарт итеп ҡуйған булған. «Йөрөгән таш шымара», ти халыҡ мәҡәле, француз яуында йөрөп, донъя күреп ҡайтҡан башҡорттар сит тарафтарҙағы бай илдәрҙе, уларҙын гүзәл һарайҙарын күреп, әлбиттә, күҙҙәре асылып, үҙ илдәрендә лә шундай гүзәл һарайҙар һалыу хыялы менән ҡайтҡан – быға иманым камил, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Ләкин был хыялды башҡорттар ҙур ауырлыҡтар аша тормошҡа ашыра, һәм, миненсә, халҡыбыҙҙын Каруанһарайҙан башҡа үҙ аҡсаһына һалдырған башҡа боронғо ошондай гүзәл һарайы юҡ. Тимәк, әгәр хатта XXI быуатта ла сит илдәрҙә һәм элекке союздаш һәм Европа дәүләтәтрендә боронғо һарайҙарын төҙөкләндереп, унан аҡса эшләп яталар икән, нинә был хәлден беҙҙә булыуы мөмкин түгел әле? – тигән һорау тыуа. Был хаҡта алдараҡ телгә алырбыҙ әле, хәҙергә әлеге шарттын француз яуынан һун онотолоуына әйләнеп ҡайтайыҡ. Тик сирек быуат үткәс кенә, батшаларҙын хәтеренә даими иҫкә төшөрөп тороу һөҙөмтәһендә 1837 йылдын йәйендә Каруанһарайҙын тәүге нигеҙ ташы һалына. Башҡорт халҡы үҙ кеҫәһенән уны төҙөү өсөн 804 914 һум аҡса йыя. Каруанһарайҙы төҙөү өсөн дала буйлап ылау артынан ылау ағыла, ирҙәр таш аҡтара, Урал урмандарынан ағас ташығандар. Башҡорттар айырыуса 1838–1840 йылдарҙа әүҙем эшләй, ҡайһы бер йәйҙә был төҙөлөштә хатта мендән артыҡ башҡорт ҡатнаша. Төп бинаны һәм мәсетте һалған саҡта Каруанһарайҙы уратып матур баҡса булдырыу өсөн башҡорт урмандарынан төбө-тамыры менән төрлө ағастар ҡаҙып алып килтерелә. Ниһайәт, 1842 йылдын авгусында Каруанһарайҙын төп бинаһы әҙер була, ә мәсете иһә ике йылға һунлап төҙөлә. Башта Хөсәйен мәсетен һалалар.

Ғәҙәттә, Ырымбурҙын барлыҡҡа килеүен генерал-губернатор В. А. Перовский исеме менән бәйләйҙәр. 1832–1842, 1851–1857 йылдарҙа башҡорт халҡынын хәтеренә һенерлек байтаҡ эштәр атҡарып өлгөрә был зат, башҡорттар уны бик ныҡ хөрмәт итә. Хатта үҙенә арнап «Перовский» тигән бейеү ҙә һала. Василий Алексеевич батшаға: «Ырымбурға үҙ йомошо менән килгән башҡорттар һәм мишәрҙәргә бушлай туҡталыу урыны булһын, тип һәм шундай урындын булмауы арҡаһында уларҙын унайһыҙлыҡтар кисереүенә тыныс ҡына ҡарай алмау сәбәпле, даими туҡталыу урыны, йәғни Каруанһарай һала башларға ниәтләнәм. Бөтә унайлыҡтары булған Каруанһарайҙа һис ниндәй түләүһеҙ теләгән бер башҡорт һәм мишәр туҡтала алыр инее», – тигән мөрәжәғәт ебәрә.

Был мөрәжәғәтте башҡорттар бик йылы ҡаршылай һәм төҙөлөш фондына аҡса йыя башлайҙар. Әйтергә кәрәк, Каруанһарайҙы төҙөүгә киткән төп сығымды башҡорт халҡы үҙе күтәрә: уны һалыу өсөн 559 505 һумлыҡ материал, 166 мен 413 һумлыҡ эшсе көсө, йәмғеһе – 724 918 һумлыҡ аҡса тотоноу планлаштырыла. Ләкин ағас, таш, эзбиз, кирбес һәм башҡа төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын арзанға һатып алып сметаны 320 мен һумға төшөрәләр, өҫтәүенә төҙөлөш материалдарын башҡорттар үҙ көсө менән ташый. Анлашылыуынса, был хәл дөйөм сығымдарҙы күпкә кәметә, һәм был турала әле мин тәпсирләп яҙырға йыйынмайым, теләгәндәр үҙҙәре табып уҡыр. Тик шуны ғына билдәләп китәм: тик 1838–1840 йылдарҙа ғыга Каруанһарайҙы төҙөү эшендә 7 мен 181 башҡорт ҡатнашҡан һәм уларға ни бары 5 мен 191 һум 50 тин аҡса түләнгән.Ттмәк, башҡорттар Каруанһарайҙы төҙөүҙә арзан эшсе ҡулдары булараҡ хеҙмәт иткән – йән башына 70 тин аҡса түләү ошо хаҡта һөйләй.

Ә Граф В. А. Перовский Каруанһарайҙы төҙөтөп, уны башҡорт ғәскәрҙәре пантеоны итергә хыяллана, шуға күрә был бина күркәм дә, мөһабәт тә булырға тейеш икән. Шул сәбәпле Каруанһарайҙын проект авторҙары итеп Ҡазан университеты төҙөүсеһе архитектор М. Коринфский менән Петербургтын билдәле архитекторы А. Брюллов һайлана. Уларҙын һәр ҡайһыһынын проекты бик ныҡ тикшереү үтә – һөҙөмтәлә Брюлловтыҡы енеп сыға, сөнки ул ҙур һәм ҡатмарлы проектты тиҙ һәм сифатлы итеп башҡарып сығыуға ҙур иғтибар бирә. Төп бинанын икенсе ҡаты 1841 йылда әҙер була һәм шул уҡ йылда унда башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре командующийынын канцелярияһы урынлаша, ә Каруанһарайҙы төҙөү эштәре тик 1844 йылда ғына тамамлана. 1846 йылдын 30 авгусында уны тантаналы асыу байрамы үткәрелә, табынға башҡорттар һәм Өфө мөфтөйө саҡырыла.

Беҙ тормош иптәшем Владимир менән Каруанһарайҙы әйләнә тирәләп бик ентекле ҡарап сығып, һоҡланып тел шартлатҡан мәлдә рухи ҡәғбәбеҙҙен һалыныуына 170 йыл тулыу унайы менән ремонт эштәре бара ине. Рәсәйҙә күпме бөйөк һарайҙар бар, тик бындай архитектура ҡомартҡыһы тик берәү генә һәм Ырымбур ерендә һалынған. Бөйөк архитектура ҡомартҡыһына күҙ һалыу менән гүзәл һарайҙын башҡорт ауылынын дөйөм схемаһын сағылдырғанлығын тоҫмаллайһын. Тимәк, А. Брюллов башта башҡорт халҡынын көнитмешенэтнографияһы, тормошо-йолалары, динен өйрәнгән, шунан ғына эшкә тотонған булып сыға. Бөйөк оҫта тарихи комплексты һынландырғанда башҡорт халҡынын милли үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алған һәм быны танымай булмай. Комплекстын төп бинаһы үҙенен фасады менән төньяҡҡа ҡараған:оҙонлоғо – 85 метр 86 см, кинлеге – 9 метр 94 см, бейеклеге – 8 метр 52 см, корпустын 218 тәҙрәһе, 117 мөйөш тәҙрәһе бар. Әйткәндәй, Каруанһарай Александр Брюлловтын һунғы эше булған, тиҙәр.

Каруанһарай территорияһында көмбәҙенә мосолман диненә ярашлы ай ҡуйылған һигеҙ мөйөшлө мәсет тә иҫ киткес гүзәл! Унда килеп ингәс тә һине ниндәйҙер илаһи с нур һәм яҡтылыҡ ҡаршылай, үҙенде, әйтерһен дә, әкиәти башҡорт тирмәһендә кеүек хис итәһен. Борон мәсет түбәһенә гәлсәрҙән эшләнгән ҙур гүзәл люстра эленгән булған, заманында уны махсус рәүештә Англияла заказ буйынса яһатып Санк-Петербург аша алып килгән булғандар. Люстра үҙе генә лә 72 шәмдәлдән торған.

Бөгөн «Каруанһарай» урындағы мосолман ойошмаһынын етәксеһе Жанғабилова Гөлимә Сәләхйән ҡыҙы, унын һөйләүенә ҡарағанда «Бында көндөн төрлө ваҡытында ла яҡты, һәм формаһы түнәрәк булғас, гел ҡояш нурҙары төшөп, етмәһә ул гәлсәр люстраларға бәрелеп, тирә-яҡ балҡып торған. Борон бик матур ике кандиль, фарфорҙан эшләнгән каминдар, һигеҙ стеналағы махсус шаҡмаҡтарға алтын хәрефтәр менән яҙылған Ҡоръән сүрәләре яҙылған булған, тик яйлап уларҙын барыһы ла юҡҡа сыҡҡан.

Мәсеттен һигеҙ яғында готика стилендәге һигеҙ тәҙрә уйылған, уларҙан төшкән көн яҡтылығы мәсет эсендә сихри нурҙар хасил итеп, иҙәнгә төрлө төҫтәге келәм булып түшәлгән. Тәҙрәләрҙәге Европала XVI–XVIII быуаттарҙа модала булған витраж, йәғни төҫлө быялалар менән семәрләп эшләү элементы унышлы ҡулланылған. Бөгөн ошондай витраждарҙы Прага, Дрезден, Берлин, Мюнхен, Вена, Варшава, Братислава, Вильнюс, Каунас, Рига ҡалаларындағы готик стилдәге костелдарҙа күрергә мөмкин. Мәсеттен эске стеналары иһә мәрмәргә оҡшатып һыланып, ете ҙур һәм бер бәләкәй таблица төҙөлгән һәм һәр береһенә аҡыллы һәм уйландырғыс, тәрән мәғәнәле Ҡорьән сүрәләре яҙылған булған.

Мәсет манараһы 24 мөйөшлө, оҙонлоғо – 41 метр 89 см, манараһына менеү өсөн 136 киртләсле борма-борма баҫҡыс эшләнгән. Уларҙа әле лә халҡыбыҙҙын аҫыл ирҙәре Ш. Манатов, Ш. Бабич, З. Вәлиди эҙҙәре һаҡланалыр, тап ошо шәхестәр бит инде башҡорт халҡына азатлыҡ даулап 1917 йылдын 8–20 декабрҙәрендә Каруанһарайҙа башҡорт халыҡ ҡоролтайы исеменән республикабыҙҙын автономияһын иғлан итә.

 

 

Рухи ҡәғбәбеҙҙен артабанғы яҙмышы, йәки бәхетһеҙ гүзәл ҡорам 170 йыл эсендә ниҙәр кисергән?

 

Әле мин Каруанһарай тарихын ентекләп яҙыу маҡсатын ҡуймаһам да, ҡайһы бер тарихи факттарҙы ситләтеп үтергә уйламайым. 1863–1865 йылдарҙа башҡорттар гражданлыҡ хәленә күсерелгәс, 1866 йылда Каруанһарай эске эштәр министрлығына тапшырыла. Был хәл башҡорттарҙы бик ныҡ тулҡынландыра, етмәһә Ырымбурҙын хәрби губернаторы итеп В. Обручев исемле башҡорттарға кире ҡарашлы, уҫал кеше тәғәйенләнә, 1867 йылдын 26 ғинуарында генерал-губернатор Крыжановский ҙа Эске эштәр министерствоһына Каруанһарайҙын мәсет манараһын икенсе урынға күсереүҙе һорай, йәнәһе лә губерна учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә ул унайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Ләкин бәхеткә ҡаршы, үтенесе кире ҡағыла. Шулай ҙа батша хөкүмәте «хәрәкәт башлаусыларҙы» судҡа тарттырып, төрмәгә ултыртып халыҡ тулҡынын баҫтырыуға өлгәшә.

Ләкинбыл хәрәкәт ваҡыты-ваҡыты менән әүҙемләшеп торған. 1917 йылғы революциянан һун Каруанһарайҙы ҡайтарыу мәсьәләһе янынан ҡалҡып сыға һәм мосолман эштәре буйынса комиссия ағзаһы Ш. Манатовтын В. И. Ленин менән һөйләшеп-килешеү һөҙөмтәһендә Каруанһарай башҡорттарға кире ҡайтарыла. Был хаҡтағы декретҡа ҡул ҡуйғандан һун Ленин Каруанһарайҙы «Башҡорт йорто» тигән һүҙбәйләнешкә «халыҡ» һүҙен өҫтәп яҙып ҡуя һәм ошо хәлдән һун ул Башҡорт халыҡ йорто тип йөрөтөлә башлай. «1917 йылдын 16 ноябрендә Башҡорт шураһы Каруанһарайға килеп урынлаша. Шәйехзада Бабичтын «Олуғ шатлыҡ» исемле шиғыры тап шул көндә яҙыла һәм «Башҡорт» журналында баҫылып та сыға, Каруанһарайҙа Башҡорт республикаһы иғлан ителә, Вәлиди, Бабич һәм башҡа аҫыл ир-егеттәребеҙ яны башҡорт дәүләте төҙөйбөҙ тип янып йөрөй ул йылдарҙа, 1917 йылдын декабрендә уҙғарылған ҡоролтайҙа улар Башҡорт хөкүмәте төҙөй һәм ул 1918 йылдын 4 февралендә хөкүмәт ағзалары ҡулға алынып, төрмәгә ябылғанға тиклем ошо бинала эшләй.

Халыҡҡа ҡайтарып бирелгәндән һун Каруанһарай ысын мәғәнәһендә башҡорт халҡынын милли-мәҙәни-мәғрифәти үҙәгенә әйләнә. Был хәл 1921 йылдын аслыҡ хөкөм һөргән иҫ киткес ауыр ваҡытында ҙур шатлыҡ булған. Каруанһарайҙағы Башҡорт педагогия техникумында Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Ғ.Амантай, Ғ.Хәйри кеүек халҡыбыҙҙын аҫыл ул – ҡыҙҙары белем ала. Һунынан Башҡортостандын халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенен «Тәүге аҙым» тип исемләнгән яҙмаларында ошо хаҡта яҙып сыға.

Ләкин В. И. Ленин үлгәндән һун 1934 йылда Башҡорт педагогия техникмы бөтөнләйгә Темәскә күсерелә. Каруанһарай етемһерәп ҡала, йыһаздарын һәм башҡа байлыҡтары таратыла, алда әйтелгән атаҡлы гәлсәр люстра ла ҡайҙалыр юҡ була, ҡыҫҡаһы милли ҡомартҡыбыҙ хужаһыҙ ҡалып, артабан сталинизм йылдарында тағы ла нығыраҡ кәмһетелеүҙәр кисерә.

Артабан да совет йылдарында һәм унан һун да Каруанһарай халыҡҡа хеҙмәт итмәй: унын эсенә төрлө Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһе ведомстволары индерелә: мәҫәлән, 1954 йылдан башлап ул планетарий, ә төп биналарында Ырымбур өлкәһенен «Облгеология» идаралығы урынлаша. Бөгөн унда Транспорт прокуратураһы, Ер эштәре буйынса һәм Рәсәй милкен хеҙмәтләндереү компаниялары (РосИмущество) ултыра.

Каруанһарай 1960 йылда архитектура һәйкәле булараҡ дәүләт тарафынан яҡлауға алынһа ла барыбер мандымаған. Унын биналарына Ырымбур өлкәһенен Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Тәбиғәт ресурстары, ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы, Ырымбур эксплуатация компанияһы һәм башҡа учреждениелар өйҙәш ҡала. Төрлө замандарҙа Каруанһарайҙы ЮНЕСКО-нын Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү мәсьәләһе лә ҡуҙғатыла, халыҡтан менәрләгән ҡултамғалар йыйылһа ла, файҙаһы булмай. Төрлө йылдарҙа Баш йорттон бөтә бүлмәләре лә Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһенеке һәм ниндәйҙер федераль ойошмаларҙыҡы иҫәпләнгән, ә 2008 йылдын декабрендә Каруанһарай комплексы билдәһеҙ кешеләр тарафынан баҫып алына – был турала ла, әйткәндәй, «Башҡортостан» гәзите яҙып сыҡҡайны.

Тик 1989 йылда ғына Ырымбур ҡалаһынын башҡорт милли ойошмаһы барлыҡҡа килгәс кенә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Ырымбур өлкәһе һәм Ырымбур ҡалаһынын етәкселегенә комплексты уртаҡ файҙаланыу һәм уны тарихи-архитектура комплексы булаарҡ киләсәк быуындар өсөн һаҡлап алып ҡалыу бурыстарын бергәләп хәл итеү хаҡында тәҡдим индерә. «Каруанһарай» комплексында башҡорт милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, Башҡортостан Республикаһынын Ырымбур өлкәһендәге вәкиллеге, башҡорт китапханаһы кеүек учреждениеларҙы урынлаштырыу тураһында әйтелә был тәҡдимдә, йәғни ике төбәкте мәҙәни, тарихи, иҡтисади ептәр менән бәйләрҙәй, аҡыллы аҙым яһала. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, өлкә башҡорт «Каруанһарай» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре бинанын эш өсөн ҡулайлаштырылған подвалында ултырырға мәжбүр була. Ә Рәсәй мәғарифында төбәк компонетттарын ҡыҫҡартыу, мәктәптәрҙе йән башына ҡарап финанслау кеүек закондар тормошҡа ашырыла башлағас, башҡорт балалары өсөн йәкшәбе мәктәбендә шөғөлләнеү, төрлө мәҙәни саралар уҙғарыу урыны ла булмай, халҡыбыҙҙын әүҙем йәмәғәтселәре тарафынан Каруанһарайҙы башҡорт халҡына ҡайтарыу хаҡында юллап әллә нисәмә тапҡырҙар халыҡтан имзалар ҙа йыйыла. Матбуғатта, төп гәзиттәребеҙ «Башҡортостан», «Йәшлек» тә Каруанһарай яҙмышы хаҡында әленән-әле яҙылып торһа ла, Каруанһарай яҙмышы тулыһынса хәл ителмәгән. Бөгөн иһә хәлдәр шулай: Каруанһарайға 70 йыл тулыу унайы менән Башҡортостан хөкүмәте ремонт эштәренә аҡса бүлгән, Башҡорт ҡоролтайы рәисе Ишемғолов Әмир ҙә был эштәрҙе даими ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп тора икән, афарин егеттәр!

 

 

Каруанһарайға беҙҙе немец алып барҙы

 

Ырымбур – бөгөн күп милләтле төбәктән иҫәпләнә, бер яҡтан Һарытау, икенсе яҡтан Ҡурған менән сикләшкән был ерҙә башҡорттарҙан тыш рустар, мордва, типтәр, татар, немец, сыуаш, ҡырғыҙ, мишәр, йәһүд, поляк һ. б. бихисап халыҡтар йәшәй. Беҙ сәйәхәттә йөрөгәндә Европа илдәренән килгән сәйәхәтселәрҙе лә осраттыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: Каруанһарайға юлды беҙгә немец күрһәтте. Машинабыҙға яғыулыҡ һалдырырға тип Ырымбурға ингән юлдағы бер кемпта туҡталғайныҡ, беҙҙен сит ил машинаһы яҙыуын күреп яныбыҙға килгән ир руссалап «Ҡайҙанһығыҙ?» – тип һорашҡас, Рәәсйле икән, тип һөйләшеп алып китһәк... яны танышыбыҙ немец булып сыҡты. Бында күптән икән, газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса эшләй, әле шартлы исеме «Дойшланд» тип исемләнгән немец һыраһы рестораны асырға ниәтләнеп йөрәй. Үҙе лә, ҡатыны ла руссаны һыу һымаҡ эсәләр! Етмәһә, урындағы халыҡ шул тиклем ихлас, ябай, әле яны асып маташҡан һыраханаға килеүселәр тыуған көнөмә тиклем онотмай, байрамдарҙа бүләкләйҙәр, – тип ҡыуана, – үҙегеҙ беләһегеҙ, Европала бындай хәл һирәк осрай торған күренеш. «– Эх, нинә беҙҙекеләр шулай түгел икән!» – тип әсенеп уйлайым үҙем эстәнг енә, нинә беҙҙекеләр шулай түгел икән? Был бит ресторанын хатта Рәсәй стилендә биҙәлеүе, унда башҡорт ҡымыҙы, айраны буласағына тиклем алдан уйлап, иҫәпләп ҡуйған! Ни әйтәһен, халҡына хас педантлыҡ, маҡсатына ирешеүсәнлек һәм тырышлыҡ немецтын ҡанына һенгән шул. – Wir wunschеn Ihnen Erfolge in der Arbeit Danke!, йәғни эшегеҙҙә уныштар теләйбеҙ! – тибеҙ немецҡа. Ул да яуапһыҙ ҡалмай: – file danke! – тип ҡат-ҡат рәхмәтен белдерә.

«– Ә башҡорттар тураһында беләһегеҙме һун? Был ер 1936 йылда И. Сталин тарафынан Башҡортостандан йолҡоп алынып Ырымбур өлкәһенә бирелгән» – тиеүемә итәғәтле немец тыныс ҡараны: – Беләм, килер алдынан Рәсәй, Ырымбур тарихын уҡыным. Ырымбур ҡалаһы бик оҡшай, халҡы ябай, ярҙамсыл, беҙ хәҙергә ваҡытлыса ҡатыным менән бында йәшәйбеҙ. Теләйһегеҙме, хәҙер һеҙҙе туп-тура Каруанһарайға алып барам!» – тине. Ризалаштыҡ, ни хәл итәһен. «– Беҙҙен унда йыйынғанды ҡайҙан белдегеҙ һун? – тим. – Үҙен ихтирам иткән кеше бында сәйәхәтен Каруанһарайҙан башлай ул, әйҙәгеҙ киттек! Бына һинә бер яуап, аһ иттек! Машинабыҙ итәғәтле немецтын «Dojchsland» NF PV 777 номерлы Фольксвагены артынан төштө, эйе әҙәм ышанмаҫлыҡ иҫ киткес осрашыу булды был Ырымбур ерендә!

 

Ырымбур Европа менән Азия киҫешкән ерҙә ултыра

 

Эйе, Ырымбур өлкәһе, унын гүзәл тәбиғәте, сикһеҙ далалары, иген баҫыуҙары һоҡланып туйғыһыҙ! Бында йыл һайын игендән, көнбағыштан, кукуруздан мул уныш йыйып алалар, ә газ ятҡылыҡтары миллиондарса тонна зәнгәр яғыулыҡ бирә. Өлкәнен төньяҡ райондары урман-тауҙар, күлдәргә бай. Беҙҙен республика менән сиктәш райондарҙын тәбиғәте Башҡортостандыҡына оҡшап тора икән, был яҡ башҡорттарынын төҫ-ҡиәфәте лә беҙҙен башҡорттарға тартым. Мәҫәлән, Ҡыуандыҡ районы ауылдары аша үткәндә башҡорттарҙы күреп шатландым, «Степное» (бында күп тау-таш, йылға-күлдәр, ауылдарҙын исеме урыҫлаштырылған!) совхозы бүлексәһендә йәшәп, балалар үҫтереп донъя көтөп ятыусы Йәмилә Төхвәтуллина исемле ике туған һенлемде иҫкә төшөрөп болоҡһоп алдым, сөнки унда барыу алдан планлаштырылмағайны. Һенлем Башҡортостанға ҡайтыу тураһында уйлап та бирмәй, «торған ерҙән төшкән ер яҡшы» тип, өйрәнелгән ерҙә донъя көтөп тик ята. Әйткәндәй, Ырымбурҙа колхоз-совхоздар ҙа һаҡланған, әлеге совхозды, мәҫәлән, халыҡ телендә әле һаман «Баш бүре» тип атайҙар икән.

Ырымбур губернаһы ойошторолған мәленән башлап Рәсәйҙә ин эре губерналарҙан һынала, ә өлкә булараҡ ул 1934 йылдын 7 декабрендә ойошторолған. Халҡынын һаны – 2 миллион 170 мен, өлкә 124 мен кв. км. майҙанды биләй. Административ-территориаль бүленеше 35 район һәм 7 ҡала районынан тора. Әлеге мәҡәләлә был мәғлүмәттәрҙе мин 1989 йылғы халыҡ һанын алыу иҫәбенә, Р. Бикбаевтын «Каруанһарай беҙгә ҡарай» (1992, «Ағиҙел»), ғалим М. Ҡолшәриповтын «Тағы ла Каруанһарай тураһында», «Халыҡ йорто – Каруанһарай» (1989, «Башҡортостан» гәзите, 4 ғинуар) мәҡәләләренә таянып яҙам, рәхмәт һеҙгә ағайҙар!

Ырымбур үҙенен бай тәбиғәте менән генә түгел, күрәһен, ер аҫты байлыҡтары менән дә арбай сит-яттарҙы. Өлкәнен күп милләтле булыуы ла унын ер аҫты газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү өсөн килгән халыҡтарға бәйлелер, ни өсөн тигәндә уларға фатир ҙа, эш урындары ла тиҙ бирелә, уларға һәр төрлө башҡа унайлыҡтар ҙа булдырыла. Өлкәлә тиҫтәләрсә мен ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ҙә йәшәй. Ырымбур еренен төп тамырлы халҡы ҡасандыр ошо ерҙен хужалары булған ата-бабаларыбыҙҙын балалары бит ул, ләкин быуаттар алмашына бара хәҙер теле йолҡонған халыҡтын үҙ тарихын, мәҙәниәтен белмәй үҫкән һәм урыҫлашҡан бер нисә яны быуыны үҫеп сыҡҡан, ниндәй ҡыҙғаныс! Ике миллиондан ашыу халыҡтын 53,3 мене –башкорттар булһа ла, улар дөйөм халыҡтын ни бары 2,4 процентын ғына тәшкил итә. Ә ҡалғандары башҡа милләт вәкилдәре. Кем белә, яны мәғлүмәттәр булһа, әле әйтелгән һандар, бәлки, күпкә кәмерәктер ҙә? Ни өсөн шулай тим, сөнки өлкә буйлап сәйәхәт иткәндә халыҡ менән осрашып һөйләшеүҙәрем шиккә төшөрҙө. Йөҙ-ҡиәфәте башҡортҡа оҡшап торһа ла, башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгән йәштәрҙе, хатта өлкәндәрҙе күреү ҡыҙғаныс булды. Эргәләренә ҡыуанып барып башҡортса һаулыҡ ҡушһам, «не понимаю», тип яуапланылар телһеҙ милләттәштәребеҙ. Юлда башҡорт атамалы ауылдар осраһа ла, уларҙын башҡортса мәғәнәһен анлатыусы табылманыбелгән кеше. Был мине күнелһеҙ уйҙарға тарытты... Эйе, үҙ ваҡытында Ырымбурҙан Р. Тойғонов, Р. Бикбаев, Х. Юлдашев, С. Муллабаев, Артур Туҡтағолов кеүек зыялылар сыҡһа ла, киләсәктә улар тыуырмы? 50 менләгән Ырымбур башҡорттарынын бөгөнгө көнгә тиклем театры, гәзит-журналдары булмауы, байтаҡ ауылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытылмауы киләсәктә таланттарҙын тамыры бөтөнләйгә ҡороуға килтермәҫме?

Бөгөн Ырымбур өлкәһенен 54 мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте өйрәнелә, өлкә телевидениеһында айына бер тапкыр башҡорт телендә «Яҡташтар тапшырыуы ойоштора, 1989 йылдан башлап “Каруанһарай” башҡорт халыҡ үҙәге эшләй һәм улар ҙа айына бер тапҡыр радио аша сығыш яһала, тиһәләр ҙә, былар милләтте, туған телде һаҡлау өсөн бик аҙ, туғандар. Эйе, ҡарамаҡҡа, матур, шыма ғына мәғлүмәттәр кеүек күренһә лә, минә, егерме йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан өлкән уҡытыусыға, айына бер тапҡыр башҡортса радио тынлап, телевизор ҡарап рус мөхитендә тәрбиәләнгән балаларын башҡорт теленә шулай өйрәтеп була, тип әйтеп ҡара, иманым камил: башҡа уҡытыусылар ҙа быға ышанмаясаҡ!

Һүҙ юҡ, бөгөн Ырымбур Рәсәйҙен ин матур ҡалаларынын береһе. Ин ҙур һәм оҙон урамы В. Терешкова исемен йөрөтә икән, Постикова исемле урамдын сәскәләргә күмелеп ултыруын оҡшаттыҡ. Ҡалала боронғо өйҙәр менән яныларынын матур гармония барлыҡҡа килтереп аралашып килеүе лә йылы тойғолар уятты. Мәҫәлән, беҙ булғанда, ә был 19 июль көнө ине, Яйыҡ урамындағы иҫке ағас өйҙәрҙе емереп заманса яны бейек йорттар һалалар ине. Ни эшләйһен, заман башҡа, йыр башҡа шул. Ҡалала христиан сиркәүҙәре лә, мәсеттәр ҙә бар. Ин гүзәл урындары Каруанһарайыбыҙ, Европа-Азия сиге, Урал йылғаһы – уларҙы фотоға төшөрҙөк.Ҡала ситендәге Европа стилендәге ҡасабаларҙын барыһынын да ҡыйыҡтары бер тонда буялыуы ла күнелгә хуш килде. Ана, ниндәй һөйкөмлө, элегант күренә улар! Беҙгә, Башҡортостанлыларға ла, ошо бәләкәй генә миҫалдан да фәһем алыу кәрәктер ул! Аҙмы беҙҙә ҡар, һоро төрлө-төрлө өй ҡыйыҡтары? Европала, мәҫәлән, өй ҡыйыҡтарын төрлө төҫкә буямау закон менән тыйылған, хөкүмәт учреждениелары, шәхси йорттарҙын буяуы, хатта ҡыйыҡ төҫө лә ошонда йәшәгән хужанын, ә иле тураһында фекер йөрөткәндә халыҡтын милли характерын, тәртипле, зауыҡлы булыуын билдәләй.

Ырымбур урамдары ла таҙа, сәскәләр күп ултыртылған. Хәҙер Рәсәйҙен ниндәй генә эре ҡалаларын алһан да, урамда светофор бағаналарына аҫылмалы сәскәләр элеү модаһы бар. Ырымбурҙар ҙа был йәһәттән артта ҡалмаған. Ямғырға арҡаланмайҙар икән былар, с әскәләргә һыу һибеүе унайлы булһын өсөн унын һауытын урамға йәйғор формаһында бөгөп урынлаштырғандар. Былай иткәндә, ысынлап та, сәскәләр ҙа яҡшыраҡ үҫә, урамдар ҙа гүзәлерәк күренә икән, бына был да фәһем алырлыҡ күренеш.

Көнитмештә бөтә нәмә сағыштырыуҙа беленә шул: әле үҙем йәшәгән Чехия, йыш барып йөрөгән Германия, Словакия илдәрен алғанда ғына ла шуны әйтә алам: Көнбайыш халҡы иртәгәһе көнгә ышанған, алдағы бер нисә тиҫтә йылын планлаштырып ҡуя белгән, матди яҡтан тәьмин ителгәнлегенә инанған, аҡса эшләй һәм иҫәпләй белгән халыҡ булыуы менән айырылһа, беҙ, Рәсәйлеләр, һәм шул иҫәптән башҡорттар ҙа, ни тиклем ярлы йәшәһәк тә, барыбер иртәгәһе көнөбөҙҙө кемдер килеп яҡшыртыр тигән уй-хыял менән йәшәргә күнеккәнбеҙ. Ләкин беҙҙен бер ҙур байлығыбыҙ бар: ул да булһа рухи байлыҡҡа табынып йәшәүебеҙ – Көнбайыш менән Көнсығыш араһындағы ин ҙур айырымлыҡ, миненсә, бәлки, ошондалыр ҙа. Ләкин социализм тарҡалғандан һун «серегән капитализм» шарттарында өр-яны «капиталистар» быуыны үҫеп сығып, һәм был быуындын ысын капитализмдын механизмдарын белмәйенсә, уны өйрәнмәйенсә аҡса тупларға ынтылыуы уны рухи байлыҡтан ситкә этәрә һәм аҡсаға табындыра түгелме? Күҙәткәндәр, сағыштырыуҙарҙан сығып шуны әйтмәксемен: был хәл киләсәктә үҙенен әсе емешен бирәсәк әле, һаҡ булайыҡ! Тарихтан билдәле булыуынса рухи байлығын юғалтҡан, рухи яҡтан ярлыланған, түбән төшкән халыҡтын ғүмере оҙон булмай. Тик рухи байлыҡ менән матди байлыҡтын гармония берлеге генә милләттәрҙе алға илтә, бәхетле яҙмышлы яһай. Аҡса эшләй белә торған бай Көнбайышты һуҡырҙарса ҡабатламайынса үҙ мөхитебеҙ, милли үҙенсәлектәребеҙҙән сығып эшләргә өйрәнәйек. Көнбайыш мәҙәниәте юғары кимәлдәге мәҙәниәт, һәм матди һәм рухи мәҙәниәтте баланста тотоу, икеһен бергә үрелдереп алып барыу был илдәрҙен билен күтәрә – бына ҡайҙа ята уларҙағы алға китеш, үҫеш һәм уныштарҙын сере! Шуға күрә ошоға бәйләп ә беҙҙен үҙебеҙҙә нимәләр эшләргә була һун бөгөн? – тигән һорау бирәйек. Уны әлеге Каруанһарайға бәйләп фекер йөрөтәйек.

Ырымбурға юлы төшкән бер генә башҡорт та, бер генә башҡа милләт кешеһе лә, миненсә, Каруанһарайға баш эймәй, һоҡланмайынса китмәй, тарих еҫе, ваҡыт һәм ваҡиғалар ағышы сағылған был ер магнит кеүек үҙенә тартып тора. Эйе, тарих һабаҡтары фәһемле була, тиһәләр ҙә, дөрөҫлөк тантана итә тип, ауыҙ тултырып әйтеп булмай әле. Зарланыуға күсә тип әрләмәгеҙ, әлегәсә халҡыбыҙҙын киләсәге өсөн йәнен фиҙа ҡылған башҡорт улдарынын исеме мәнгеләштерелмәгән бит был ерҙә? Тарихи ваҡиғалар булып үткән биналарҙа ла таҡтаташтар эленмәгән. Ни өсөн? Сөнки быларҙы кемдер беҙҙен өсөн килеп эшләргә тейеш, тип көтәбеҙ. Зарланырға яратабыҙ, ә үҙ халҡыбыҙҙын аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары тураһында үҙебеҙ ҡайғырта белмәйбеҙ, милләттәштәр! Әллә беҙҙә аҡсалы ойошмалар, рухлы башҡорттар үлеп бөткәнме? Берәү башлап ебәрһә, бер Каруанһарайҙы күтәрерлек кенә көс табылмаҫ инеме лә, халыҡ аҡсаһы йыйылмаҫ инеме? Әлбиттә, Башҡорт халҡынын азатлыҡ хәрәкәтенә ҡағылышлы тарихи ваҡиғаларҙы пропагандалау, мәшһүр шәхестәребеҙҙен исемдәрен мәнгеләштереү эшен ин беренсе сиратта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте, Башҡорт ҡоролтайы хәстәрләргә тейеш, төп һүҙ һеҙҙә, хөрмәтле ил башлыҡтары! Йәнә лә шул:алда мин юҡҡа ғына Каруанһарай тарихын телгә алманым, ул бер нисә халыҡтын милке түгел, ә тик башҡорттоҡо ғына. Ни хәл итәһен: «Эйелгән башты ҡылыс киҫмәй», тиҙәр, Ырымбурҙар менән уртаҡ тел табып, килешеп-һөйләшеп Каруанһарайҙы башҡорт халҡынын милли-мәҙәни архитектура үҙәгенә әйләндергәндә 21 быуатта, халыҡ өсөн эшләнгән бер ҙур эш булыр ине.

 

 

Ә заманса фекер йөрөткәндә...

 

Мин үҙем байтаҡ Европа дәүләттәрен һәм Рәсәйҙен Европа өлөшөндәге тиҫтәләгән ин эре ҡалаларын, ундағы гүзәл һарайҙарҙы һәм архитектура ҡомратҡыларын күргән кеше булараҡ түбәндәге практик кәнәш-тәҡдимдәремде итмәксемен. Ниндәйҙер фәһем алырлыҡ миҫалдар ҙа килтерәм.

Әйҙәгеҙ, хәҙер Чехия-Германия сигендә урынлашҡан Терезин һәм Польшалағы Освенцим концлагерҙарына юлланайыҡ. Уларҙын икеһе лә ҙур территорияла урынлашҡан, икеһендә лә төрлө илдәрҙән алдап ҡыуып алып килтерелгән йәһүдтәрҙе физик яҡтан юҡ иткәндәр. Бында шулай уҡ пленға төшкән совет яугирҙары ла яндырылған. Ә бөгөн хәлдәр нисек һун? Лагерҙарҙын икеһендә лә элек гестапо йәшәгән йорттарҙа хәҙер туристар өсөн ашхана, бәҙрәфтәр, китапханалар, ҡунаҡханалар, видеозалдар төҙөлгән, ә концлагерҙарға инеү ҡәтғи түләүле! Хатта туғандары яндырылған йәһүдтәр өсөн дә. Шул иҫәптән үҙҙәре ыҙа күргән прагмат чехтар ҙа бында аҡса түләп инә. Ни өсөн? Сөнки улар үҙ ерендә ултырған был «архитектура ҡомартҡыларынын» аҡса эшләп, үҙ иле ҡаҙнаһына файҙа килтереүен белә. Шуға ла аҡсаһын йәлләмәй һәм һаранланмай. Ә йыл әйләнәһенә туризм аша аҡса эшләп ултырған концлагерь аҡсалары уларҙын территорияһын таҙа тотоу, экскурсоводтар һәм аҡса эшенә бәйле хеҙмәткәрҙәр тотоу һ. б. эштәр өсөн ҡулланыла.

Ике концлагерҙа ла килгән кешеләр өсөн хәйриә аҡсаһы һалыу өсөн махсус йәшниктәр ҡуйылған. Бындай йәшниктәр хәҙер Рәсәйҙә лә бар, мәҫәлән: Владимир, Ҡазан, Себерҙәге Изге Троица ҡорамдарынын эсендәге ошондай йәшниктәргә Алла хаҡы өсөн беҙ ҙә йөҙәр һумдан булһа ла аҡса һалып киттек. Барыһы ла шулай эшләй, бер тинме ул, бер һуммы, барыбер аҡса, барыбер ярҙам бит. Ә тиндәрҙән һумдар йыйыла...

Чех, немец һәм поляк артистары һәм рәсссамдары ошо концлагерҙарға бушлай концерттар, тамашалар ҡуя, кинофильмдар күрһәтә – унан килгән аҡсаларҙы ла ошо обьекттарҙы таҙа тотоу һәм һаҡлау, киләсәк быуындарға күрһәтеү өсөн тотоналар. Сөнки башҡа һуғыш уты ҡабынмаһын, халыҡтар, милләттәр үҙ-ара татыу, анлашып-һыйышып йәшәһен, тигән маҡсат ҡуйылған. Ә беҙҙә Башҡортостан артистары нисә тапҡыр Ырымбурҙа йәки Каруанһарайҙа бушлай сығыш яһаны икән?

Каруанһарайҙын һалыныу яҙмышына оҡшаған тағы ла бер яҙмыш хаҡында миҫал килтереп үтәм: ул да булһа 1886 йылда Прагала өс быуаттан ашыу немец итеге аҫтында тапалған чех халҡынын туған телен, мәҙәниәтен күтәреү өсөн үҙ аҡсаһына Халыҡ театр асыуы. Яҙмышыма рәхмәтлемен: иҫ киткес гүзәл был бинала минә лә бер нисә тапҡыр спектакль ҡарарға насип булды. Архитектураһы иҫ киткес был бина эсендә чех халҡынын бөйөк шәхестәре, шағирҙары, яҙыусылары, композиторҙары, йырсылары, музыканттары, артистары, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм театр бинаһына шәхсән матди ярҙам күрһәткән байҙарынын бюсттары ҡуйылған. Улар хаҡында таҡтаташтарҙа мәғлүмәттәр яҙып элгәндәр. Ғәҙәттә, беҙҙә әгәр берәй насар нәмә күҙәтелһә, нинәлер, тиҙ генә Европаға япһарырға, Европаны ғәйепләргә әҙер торалар. Шәхсән был менән һис кенә лә килешмәйем, сөнки үҙен күрмәй-белмәй тороп нисек инде ниндәйҙер ҡәтғи һығымталар яһарға мөмкин? Киҫәтеп әйтәм: был тәнгәлдә айырыуса журналистарға һаҡ булырға, халыҡты киреһенсә Европанын тик яҡшы яҡтарын алырға өйрәтергә һәм өйрәнергә кәрәк.

Бына тағы ла бер миҫал. Брно ҡалаһынан 60 саҡрым ерҙә донъя тарихына Аустерлицтағы 1805 йылғы француз-рус һуғышы (хәҙерге исеме Славков) исеме менән инеп ҡалған һуғыш урынына чехтар тотош мемориаль комплексы төҙөп ултыртҡан – был турала мин ошо һуғыштын конструкцияһын барып ҡарағандан һун башҡорт һәм рус телдәрендә бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайным да инде. Ошо тарихи ваҡиғаға арналған мемориаль комплекс бөгөн нисек йәшәй һун?

Комплекста бына тигән музей бар, әйткәндәй, хәҙер Рәсәйҙә лә бындай заманса музейҙар төҙөлә башланы. Миҫалға Волгоградтағы Мамаев Кургандағы мемориалын алырға була. Ошондай уҡ бер музейҙы быйыл мин Словакияла күрҙем – ул яҡташыбыҙ Даян Мурзин етәкселек иткән партизандар бригадаһы батырлығына арналған иҫ киткес музей-комплексы һәм унан йыл әйләнәһенә туристар өҙөлмәй. Бында башта ваҡиғалаарҙы анлау өсөн видеофильм күрһәтелә, шунан музей буйлап йөрөйһөн. Теләһән, экскурсоводтар ярҙамға килә, һәм был эште улар бушлай башҡара. Ә турисҡа ни кәрәк? Музейға ваҡиғаларҙы анлап ингәс, уға анлатыу ҙа, экскурсовод ярҙамы ла кәрәкмәй. Был, әлбиттә, практик ысул. Каруанһарайҙа ла килгән кешеләргә ошондай видеофильмдар күрһәтелһен ине, ҡараған кеше башҡаларға һөйләр – утыҙ тештән сыҡҡан утыҙ өйгә инә. Был да туристарҙы йәлеп итеү өсөн эшләнгән ин әүҙем алым, тип уйлайым. Башҡортостандын киностудияһы бар, әйҙәгеҙ, Каруанһарай тарихы тураһында кинофильм төшөрөү буйынса конкурс иғлан итәйек!

Ошо уҡ Аустерлиц-Славков комплексында уны ҡарарға килеүселәр өсөн бөтә унайлыҡтары булған парковка, ҡунаҡхана, ошо тарихи ваҡиғаны сағылдырған магнитлы сувенирҙар, буклеттар, китаптар, аудиокассеталар, биҙәнеү әйберҙәре, альбомдар, гәзит-журналдар, артыҡ ҙур булмаған картиналар һатыла. Халыҡ үҙе теләп музей кенәгәһенә теләктәрен яҙып китә – был да бик матур күренеш, миненсә. Ҡабатлап әйтәм һәм ышандырам: бөгөн Европа дәүләттәрендәге бөтә тарихи комплекстар һәм музейҙар ҙа алда атап кителгән продукцияларҙы һатыу иҫәбенә йәшәй, сөнки улар табыш килтерә, музейҙар, тарихи комплекстар, мемориалдарҙы йәшәтә. Халыҡ теләп килһен өсөн хаҡтар артыҡ ҡиммәт ҡуйылмай, һикермәй, үҙгәртелмәй һәм дәүләт контроле аҫтында тотола. Ысынлап та, артыҡ бөкһән – хатта яҡшы эште лә юҡҡа сығарырға мөмкин бит.

Ә хәҙер ут күршеләребеҙ Ҡазанлылар ҡаҙнаһына күҙ һалайыҡ, уларҙа нисек икән? Ҡазанға килгән туристар, ғәҙәттә, ҡаланын тарихи өлөшөнә ағылалар, барыһынын да бөйөк Ҡазан крепосы һәм унын мәсетен күргеһе килә. Һүҙ юҡ,мәсет иҫ киткес гүзәл! Хоҙай йортона инер алдынан башыма яулыҡ, аяғыма бахилла һатып алырға ҡушҡан ҡыҙҙарға ҡарап, тәү килгән кеше булараҡ бында мулла абзый ҙа ултыралыр инде, тип уйлаһам, бындағы Алла йорто аҡса эшләп ултыра икән! Ә муллаһы күренмәне. Бәлки, Ҡазанлылар артығыраҡ та ҡыланаларҙыр, ғәфү итһендәр мине, иллә-мәгәр өс һумлыҡ бахилла алам тип биргән ун һумдын ҡалғанын ҡайтарманылар, «сдача юҡ», тип яуапланылар. Баҡһан, мәсет иҙәне лә шаҡтай санлы, икән, тимәк, бахилла менән аҡса эшләйҙәр тигән шик ояланы.

Эйе, ҡарарлыҡ матур нәмәләр күп ине был мәсеттә лә: күҙҙен яуын алырлыҡ мосолман атрибутикаһы, дини календарҙар, изге Ҡөръән китабы, төрлө аяттар яҙылған бетеүҙәр, стенаға эленеп ҡуйыла торған сүрәләр яҙылған тәрилкәләр, Ҡазан һәм унын иҫтәлекле урындары һәм мәсет төшөрөлгән магнитлы сувенирҙар, сигелгән ашъяулыҡ, алъяпҡыс, түбәтәйҙәр һ. б. – туристар уларҙын барыһын да күпләп һатып алды. Ҡазан һынлы Ҡазанға килеп нисек сувенирһыҙ ҡайтып китәһен? Беҙ ҙә алдыҡ. Ә нинә ошоларҙы Каруанһарайҙа эшләп булмаймы ни? Әллә беҙҙен ҡурайыбыҙ, ҡумыҙыбыҙ, ҡымыҙ-айраныбыҙ, тиҫтәләгән миҙаллы балыбыҙ, сәк-сәк-бауырһаҡтарыбыҙ юҡмы ла, милли биҙәктәребеҙ, Т. Ненчаева ижад иткән фарфор изделияларыбыҙ, Ағиҙел берекмәһендә етештерелгән милли орнаментлы балаҫ, таҫтамал, костюмдарыбыҙ? Шуларҙын барыһы ла нинә беҙҙә магнитлы сувенирҙа һынландырылмай? Бар, беҙҙен байлығыбыҙ, ифрат бай йөкмәткеле лә, аһ итеп һоҡланырлыҡ та, башҡаларҙы көнләшерлек тә әле! Ҡазандарҙан өйрәнәйек, артта ҡалмайыҡ, милләттәштәр!

Каруанһарайҙа Башҡортостан һәм Ырымбур ҡалаһы рәссамдарынын күргәҙмәләре, ике республика араһындағы таланттарҙын концерттарын ойоштороу, юғары уҡыу йорттарында алмашып студенттар уҡытыу, Ырымбур һәм Башҡортостан тарихы хаҡында фәнни конференциялар, Башҡортостан һәм Ырымбур яҙыусыларынын элекке совет заманындағы кеүек тардицион дуҫлыҡ байрамдары һәм әҙәби осрашыуҙар, ошо байрам-осрашыу сараларында Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған китаптар, республикабыҙ хаҡындағы альбомдар, календарҙар, сувенирҙар һатыу ҙа, телевидение, радио аша алмаш тапшырыуҙар һәм реклама эшләү, ә унан килгән табышты уртаҡ файҙаланыу, миненсә, ике яҡтын дуҫлыҡ ептәрен бермә-бер нығытыр, ике яҡҡа ла файҙаға ғына булыр ине. «Күмәкләгән яу ҡайтарған», ти, ләкин бындай етди эштәрҙе Ырымбур өлкәһе һәм Ырымбур ҡалаһы етәкселәре менән һөйләшеп, кәнәшләшеп эшләргә, башта ниндәйҙер эш планын төҙөргә кәрәктер. Унда Ырымбурҙын Башҡортостандан алыҫта ятыуы, тимәк, Өфөнән, Башҡортостандан Каруанһарайҙы күрәм, тип барыусыларҙын күп булмаясағын да иҫәпкә алырға кәрәк, сөнки өҫтә телгә алынған продукцияларҙын кем өсөн кәрәге бар, тигән һорау килеп баҫа. Улар, туғандар, башҡорт өсөн генә түгел, ә башҡа милләттәр өсөн кәрәк. Татарҙар ҙа Ҡазан мәсетендә татар өсөн генә һатмай бит, уларҙын сувенир түбәтәйҙәрен хатта сит илдән килгәндәр ҙә алып китә. Башҡортостан продукцияһын да рәхәтләнеп һатып аласаҡтар икән, бынын менән халҡыбыҙҙын даны, мәртәбәһе, бәҫен генә арттырасаҡбыҙ! Халыҡтын йөҙө тап ана шул аш-һыуҙары, милли биҙәктәре, әкиәт-эпостары, музыка ҡоралдары,  йыр-мондары, китаптары, шағир-йырсыларында сағыла түгелме ни? Хатта ябай ғына булып күренгән ошо миҫал ғына ла бөгөнгө болғауыр заманда милләт-ара татыулыҡ, анлашып һыйышып йәшәү өсөн эшләнгән оло, етди аҙым буласағын анлау, моғайын да, ауырлыҡ тыуҙырмаҫ, итәғәтле, мәҙәниәтле Европала шуны анлап эш итәләр бит.

Каруанһарай комплексында музей асыу ҙа күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Халҡы миллионға ла етмәгән Прагала 700-ләп музей булыуын тағы ла миҫал итеп килтерәм. Әйткәндәй, уларҙын береһе лә буш тормай. Араларында шәхси музейҙар ҙа, дәүләт ҡарамағындағылары ла бар, ләкин уларҙын барыһы өсөн уртаҡ нәмә бөгөнгө санкциялар һәм баҙар шарттарында ла аҡса эшләй белеүе. Сағыштырыу урынһыҙ, тимәгеҙ, теләк булғанда беҙҙә лә музей асырға мөмкин, тик кемдер артынан йөрөргә, документтарын эшләргә, аҡсаһын юлларға, бинаһын табырға тейеш. Ырымбур һынлы Ырымбурҙа «Каруанһарай» мосолман общинаһынын етәксеһе Гөлимә Сәләхйән ҡыҙы Жанғабилова үҙ өйөндә музей асҡан бит, бындай хәлдәр, тимәк, Европала ғына түгел, ә Ырымбурҙа ла бар икән, уны Каруанһарайға күсереп ултырты, өҫтәмә материалдар менән тулыландырырға ғына ҡала бит! Хәҙергә иһә музейын Гөлимә ханым килеүселәрҙе әйҙүкләп өйөнә алып ҡайтып, сәй эсереп күрһәтә, афарин, яҡташ!..

Ә бит ихластан башта беҙ ҙә тормош иптәшем менән Каруанһарай музейын ҡарап китербеҙ, сувенирҙар һатып алырбыҙ, тип дәртләнеп килгәйнек, ләкин Гөлимә Сәләхйән ҡыҙынын: – Үкенескә ҡаршы, музейыбыҙ юҡ шул, – тигәс, аптырауҙан телһеҙ ҡалдыҡ. Әнгәмәсебеҙ: – Бормолмағыҙ, музей бар ул, тик минен өйөмдә, – тигәс, тағы ла аптыраша төшкәйнек. – Әйҙәгеҙ, киттек, – тип әйҙүкләгәс, – эшенде бүлдермәйек, – тип ҡыйманыҡ, сөнки янып-бешеп Каруанһарайҙын 170 йыллығына әҙерләнеп ятҡан етәксенен эшен хөрмәт итеү теләге музей ҡарау теләгенән көслөрәк булып сыҡты. Иртә тандан тороп бөтә ремонт эштәре менән булашыу, эшселәр менән кәнәшләшеү, магазиндан төрлө кәрәк-яраҡтар һатып алыу кеүек бөтә мәшәҡәттәр төшә Гөлимә Сәләхетдин ҡыҙы иненә, ярай әле был яуаплы эшендә ире Байҙулла ярҙам итә. Ул төп кәнәшсеһе лә, терәге лә.

Гөлимә Сәләхйән ҡыҙынын шәхси музейын экспонаттар менән тулыландырғанда Ырымбур ҡалаһында Өфө этнография музейынын филиалы ла була алыр ине, миненсә? Бәлки, ошо музей нигеҙендә Ырымбур ҡалаһындағы Башҡорт милли музейын асыу кәрәктер? Уйлашайыҡ әле, милләттәштәр, бергәләшәйек, кәнәшләшәйек, яҡшы эш өҫтөн сыҡһын: бәлки, арағыҙҙа эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһаусылар табылыр? Ул сағында әлеге музей Ырымбур башҡорттарынын ғына түгел, ә унда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙын да тарихи-мәҙәни үҙәгенә әйләнер ине: был музейҙа Ырымбур ҡалаһынын төҙөлөү тарихы, унда башҡа халыҡтарҙын килеп ултырыуы, 1917 йылғы революция һәм артабанғы тарихи ваҡиғалар хаҡында мәғлүмәттәр булһын. Әгәр музейҙа башҡорт халҡынын тарихы һәм мәҙәниәте генә түгел, ә Ырымбур өлкәһе һәм ҡалаһында йәшәүсе башҡа халыҡтарҙын да тарихы, мәҙәниәте өйрәнелһә, отасаҡбыҙ ғына, ул ваҡытта Каруанһарай үҙе лә халыҡтар дуҫлығын нығытҡан, уларҙын рухи талаптарына яуап биргән мәҙәни-мәғрифәти үҙәккә әйләнер, ул саҡта, бәлки, ике арала үпкә лә булмаҫ, бөгөнгө буталсыҡ һәм халыҡтар үҙ ҡабығына бикләнгән, бер-береһенән көнләшкән-талашҡан, үҙен өҫтөн ҡуйырға тырышҡан уҫал заманда ошондай музей асылыу, миненсә, Ырымбур-Өфө дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға тос өлөшөн индергән булыр ине.

 

Изге Ураҙалағы иҫтәлекле осрашыу

 

Быйылғы йәйҙә Каруанһарайҙа яҡташым Гөлимә Сәләхйән ҡыҙы менән осрашмаһам, бәлки, был мәҡәлә лә тыумаған булыр ине. Йомғаҡлау һунына етеп килгәндә ошо хаҡта ла яҙып китәйем булмаһа. Машинабыҙ Каруанһарай янына килеп туҡтау менән Каруанһарай ихатаһында гөлдәр, ағастар ултыртып йөрөгән был ҡатын нинәлер минә таныш кеүек тойолдо. «Ҡан тартмаһа ла, йән тарта» тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһен, ул яныбыҙға килеп, үҙе башлап һүҙ ҡушты: – Әллә һеҙ Башҡортостанданмы? – Эйе, Өфөнәнбеҙ, юрматы ҡыҙымын, – тип яуаплағас, ҡосаҡлашып күрештек. – Аһ, яҡташбикә, ниндәй елдәр ташланы? – Каруанһарайҙы күрергә килдек, эсен-тышын күреп яраймы? – Ярай, ниләп ярамаһын, анауса ерҙән килеп, рәхим итегеҙ!

Гөлимәнен артынан эйәреп башта Каруанһарай комплексынын территорияһын ҡарап сығабыҙ, ул үҙе бында хужа ла икән, йәғни «Каруанһарай» мосолман берекмәһенен рәйесе, әле бөтә ремонт эштәре менән етәкселек итә. Шул ҡәҙәре эште атҡарып сығыу өсөн һаулыҡ та, яуаплылыҡ та, эшенде яратырға ла кәрәк бит әле. Ашты бешерер алдынан уға нимәләр һалырға кәрәклеген белмәй тороп, ашҡа бешерә башламайһын, ә Гөлимә ханым үҙ эшен яҡшы белә.

– Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, үҙем вис йөрөтөп күрһәтеп сығам! Әле бына үҙегеҙ күрәһегеҙ, ремонт эштәре бара. Бына был ағасты, яҡташ, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым түрәгә арнап ултырттым, быныһын башҡорт ғәскәрҙәренен батырҙарына инселәнем, – тип һөйләй-һөйләй Гөлимә әле тегеһен, әле быныһын күрһәтергә тырыша, Каруанһарайҙын 170 йыллығына, унын гөл-сәскәгә күмелеп ултырыуын теләй.

– Аҡсаны ҡайҙан алаһығыҙ? Кем ярҙам итә? – Шөкөр, Башҡортостан хөкүмәте ярҙам итә, Башҡорт ҡоролтайы ла ярҙамынан ташламай, рәхмәт инде! – тип яуаплай Гөлимә Сәләхетдин ҡыҙы, – Әйҙәгеҙ, хәҙер тарихи-комплекстын эсенә инеп беҙҙен ремонт эштәрен ҡарап сығайыҡ, шунса ерҙән килеп тороп күрмәй китмәҫһегеҙ инде! Каруанһарай бинаһы, парк буйлап йөрөгәндән һун, юл ынғайы урамда эшләгән эшселәр менән таныша-күрешә комплекстын эсенә йүнәләбеҙ. Унда имам Буранбаев Хөрмәт Ишбулды улы менән таныштыҡ. Гөлимә Сәләхетдин ҡыҙынын лә һорауҙар яуҙырабыҙ. Башҡортостан хөкүмәте биргән аҡсаларҙы нисек тотондолар икән? – тибеҙ. – Тарихи комплекстын тирә-яғына суйын ишектәр ҡуйҙырҙыҡ, тирә-яғын кәртәләп алабыҙ һәм был эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн махсус белгестәр ялланыҡ. Егеттәребеҙ үҙ эшен белә, тәртиплеләр, тынлап ҡына торалар, кәнәшләшеп эшләйбеҙ, – тип дауам итә һүҙен Гөлимә ханым, – Бына бөгөн бәҙрәфтәргә плиткалар яптыҡ, йә, нисек оҡшаймы? Үҙе беҙгә ҡарап эшенә баһа биреүебеҙҙе көтөп һораулы ҡарашын төбәй.

– Бына тигән булған дабаһа, төҫө лә, формаһы ла зауыҡлы, ысын профессионалдарса эшләнгән, – тигәс, барыһынын да йөҙө асыла, һунынан иҫтәлек өсөн бергәләп фотоға төшәбеҙ.

– Бөгөн Каруанһарайҙа кемдәр менән өйҙәшһегеҙ һун? – тип ҡыҙыҡһынам артабан һәм Ырымбур «Росимущество» хеҙмәтләндереү компанияһы, Транспорт прокуратураһы, Ер эштәре кантораһынын өйҙәшлеген анлайым. Әнгәмәсем был һүҙҙәрҙе ауыҙын баҫып ҡына хәбәр итә, әлбиттә, юғиһә ҡыуып сығарырҙар, тигәндәй, бынан минен йөрәгем һыҙлай. Ремонт эштәренә аҡсабыҙ етенкерәмәҫтер, моғайын, тип дауам итә һүҙен яҡташым, – сөнки ҡайһы саҡта сметала ҡаралмаған эштәр ҙә килеп сыҡҡылай. Шулай ҙа Башҡортостан хөкүмәте ярҙамына ышанабыҙ. Каруанһарайҙы һалғанда аҡсаны халыҡ йыйған да бит, оран ташлаһан, бәлки, бағымсылары ла табылыр ине лә. Тик хәҙер унын менән кем булышһын? Ә һин бына үҙен, яҡташ, донъя күргән, сәйәхәт иткән кешеһен, Каруанһарайға аҡса табыу, уны киләсәктә йәшәтеү юлдарын нимәлә күрәһен? Нимә тәҡдим итер инен? – Мин, әлбиттә, матбуғатта үҙ һүҙемде әйтермен дә, ти, ә бына халыҡ өндәшерме? Үҙ һүҙен әйтергә ҡурҡмаҫмы? Шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ боҫоп ҡалмаҫмы? Ниндәй генә замандар булмаһын, борондан шағир функцияһын үтәгән сәсәндәребеҙ илгә ауыр саҡта үҙ һүҙен әйтә килгән бит, – тип яуаплайым. – Минен фекерем шулай, тынлағыҙ, – тип һүҙ башлайым. Быны ишеткән эшселәр ҙә ҡыҙыҡһынып яныбыҙға йыйыла һәм мин һүҙ башлайым.

– Ремонт эшен гел генә эшләп тороп булмай. Быйыл беҙ, мәҫәлән, Владимир ҡалаһына етәрәк бер рус ауылында бик ҙур боронғо сиркәүҙе аҡҡа буяп ятҡандарын күҙек. Ялға туҡтаған ваҡыт ине, яндарына барып әнгәмә ҡорҙоҡ. – Ни менән буяйһығыҙ сиркәү көмбәҙен, туғандар? Оҙаҡҡа етәсәкме был буяуығыҙ? - Өс йылға етһә, шөкөр, ханым, – тип яуаплай эшселәрҙен береһе. – Сусҡа һарайын биш йылға бер буяған төҫлө аҡлайбыҙ инде шунда һыу эмульсионкаһына – тип һүҙгә ҡушыла икенсе эшсе, – сифатлы ғына итеп бер илле йылға етерлек ремонт эшләтһәләр, лутсы булыр ине! Бынан Хоҙай йорто ла, ауыл хакимиәте лә отор ине лә бит, барыһы ла ана шул аҡса юҡлыҡҡа барып теркәлә!

– Уйланырға урын бар, – тип ризалаша Гөлимә Сәләхйән ҡыҙы, әнгәмәнән «аҡыл» алып, – тимәк, һеҙ сифатлы, берәгәйле ремонт яҡлыһығыҙ инде? – Эйе, тап өҫтөнә баҫтығыҙ!

Каруанһарайға «яны күлдәк» кейҙергәс, оло ҡунаҡтар килгән мәлдә Каруанһарай тарихын яҡтыртҡан башҡортса гәзит-журналдарығыҙ ҙа булһа ине, – тим, – бына әле, мәҫәлән, иҫтәлеккә алып киткән булыр инем.

Ремонт һунында ошо бинала уҡыған билдәле башҡорт яҙыусылары, дәүләт эшмәкәрҙәре хаҡында яҙылған иҫтәлекле таҡтаташтар яҙып элеүгә нисек ҡарайһығыҙ? Улар хаҡында буклеттар, китаптары һатылһын, әйҙә, моғайын да Башҡортостан яҙыусылар берлеге, З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте лә ярҙамдан баш тартмаҫ. Каруанһарайҙа Яҙыусыларҙын портреттары ла эленеп торһа, китаптары, буклеттары, әҙиптәрҙен фотолары магнит сувенирҙарҙа сағылыш тапһа ҡайһылай яҡшы булыр ине! Халыҡ үҙҙәрен танып белер ине, – тип дауам итәм. – Каруанһарайҙын тарихы шул тиклем ҙур һәм бай – уны күптән сувенирҙарҙа сағылдырыу кәрәк! Был йәһәттән дә эшлекле тәҡдимдәр индерергә мөмкин: мәҫәлән, Башҡортостанда рәссамдар берлеге, әйҙә, республика таланттарына конкурс иғлан итә, икән, ти. Кемден эше яҡшыраҡ, шуларҙын эше сувенирҙарҙа яҡтыртылһын.

– Ә ситтән килгән кешеләргә һәм туристарға тәүсиратта ни кәрәк? Ашхана, бәҙрәф, ҡунаҡхана, мунса, эсергә һыу һәм комплекс тарихын сағылдырған сувенирҙар кәрәк. Ашханала, әйҙә, башҡорт милли ризыҡтарынан бал, сәк-сәк, бауырһаҡ, былау, ҡайнатма, йылы туҡмас һатылһын, борҡоп ҡайнап ултырған самауыр сәйенән дә берәү ҙә баш тартмаясаҡ бит! Айран, ҡымыҙ эсергә теләүселәр ҙә табылыр, моғайын, хатта үҙҙәре менән юлға, күстәнәскә лә алырҙар, йә еттеме шулар? Барыһы ла һоҡланып тел шартлата: – Амин, телендән ҡыуан, һылыу!

– Ә халыҡ күп киләме һун Карунаһарайға, – тип дауам итәм әнгәмәне ҡыҙыҡһынып. – Килеүселәр байтаҡ, әлбиттә.

– Ә тап Каруанһарайҙын үҙендә нинә ҡунып сығыу урыны юҡ һун? Был хаҡта ҡасандыр граф Перовский ҙа әйткән бит: «Ырымбурға йомош, эш менән килгән башҡорттарға бушлай йоҡлап сығыу урыны булған Каруанһарай һалдырам», – тигән. Нинә шулай булғас Каруанһарайҙа ҙур булмаған ҡунаҡхана асмаҫҡа? Ҡунып сығыусыларға түләү хаҡы артыҡ ҙур ҙа, кәм дә булмаһын, уларға хатта Европалағы кеүек иртәнге сәйҙе лә бушлай эсерергә мөмкиндер, тип уйлайым, ә ҡунмаған туристарға туалет хеҙмәтләндереүен символик суммала түләтерегә мөмкин. Каруанһарайға хәҙер күптәр үҙ машинаһында килә, тимәк, уларға транспортын ҡуйыу өсөн кемп та кәрәк, ә кемпта, билдәле булыуынса бензин, ваҡ-төйәк ризыҡ, һыу, һут, печенье, тундырма һатыла, етмәһә кемпта машина ҡуйыу түләүле лә булһа, бына күпме табыш киләсәк Ырымбур ҡаҙнаһына, аҙмы-күпме эш урындары ла буласаҡ халыҡҡа.

Йыйып әйткәндә, Каруанһарай тарихи комплексына инеү үҙе үк түләүле булырға тейеш: ошо хаҡҡа кемҡа машина ҡуйыу, туалет хеҙмәтләндереүе, видеоға, фотоға төшөрөү, экскурсия яһау инергә тейеш, тик ҡабатлап әйтәм: саманан сығырға ярамай, ә ашау-эсеү, душта, мунсала йыуыныу, ҡунаҡханала йоҡлап сығыу килеүсенен кеҫәһенән сыҡһын. Ләкин ошо бөтә ҡағиҙәләрҙен комплекс ихатаһында яҙып эленеп ҡуйылыуы мотлаҡ. Ингәндә билеттар һатылһын, экскурсоводтар булһын. Бер Гөлимә Сәләхйән ҡыҙы ғына барыһын да бер үҙе башҡара алмай бит инде, тимәк, комплекста башҡорт телен, Каруанһарайҙын тарихын белгән рухлы йәштәр өсөн яны эш урындары талап ителә.

 

Динебеҙ тураһында ла онотмайыҡ: Каруанһарайҙа хәҙрәттен ултырыуын кәрәк табам. Хәйер һалыусыларға махсус йәшник ҡуйырға кәрәк, әгәр кеше Аллаһ ризалығы өсөн Каруанһарайға файҙа булһын, тип хәйер һала икән, быны хупларға ғына ҡала. Европала, мәҫәлән, рәссамдар, йырсылар, дәүләт эшмәкәрҙәре, шағирҙар һәм яҙыусыларҙын йорт-музейҙарына ингәндә лә халыҡ үҙ теләге менән иғәнә аҡсаһы керетә. Ә нинә беҙгә уларҙан өлгө алмаҫҡа?

Дини китаптар, бетеү, сүрәләр, Ҡоръән китаптарын һатып алырға теләүселәр ҙә булыр Каруанһарайҙа, миненсә. Бынан тыш Ырымбур ҡалаһы, рәссамдарҙын Каруанһарай күренештәренән торған һынлы сәнғәт күргәҙмәһе картиналары, дини китаптар, милли орнаменттар, төрлө биҙәүестәр, тиҫбеләр ҙә һатып алыр килеүселәр, булһын ғына! Каруанһарайҙын тарихын сағылдырған фотокүргәҙмә ойоштороу эшен, миненсә, ике төбәк йәштәре лә дәррәү күтәреп аласаҡ. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ ҙә аҡса эшләргә өйрәнәйек, Каранһарай ҙа үҙ аҡсаһына йәшәһен!

Хәҙер бөтә донъя халҡы капитализмда йәшәй, тимәк, кеше хеҙмәте түләүле булырға тейеш. Матурлыҡ та түләүле. Уға һоҡланыу өсөн халыҡтар ер аяғы ер башынан килеп сыға. Шулай булһын өсөн тырышайыҡ, проблеманан сығыу юлдарын эҙләйек. Тырышҡанда, Гөлимә Сәләхйән ҡыҙы кеүектәр яныусылар булғанда, миненсә, хәл ителмәҫтәй бер генә мәсьәлә лә ҡалмаҫ, теләк кенә булһын! Каруанһарайҙы киҫелгән икмәк, тимәйек, туғандар, үҙебеҙ башлайыҡ. Янып йөрөүселәре булһа Башҡортостан хөкүмәте лә ярҙамынан ташламаҫ, тип ышанам.

 

Миләүшә Годбодь, Чехия Республикаһы

 

© Миляуша Годбодь (Кульмухаметова), текст, 2017

© Книжный ларёк, публикация, 2017

Опрос

Нравится ли Вам сайт "Книжный ларёк"?

Общее количество голосов: 1200

Koнтакт

Книжный ларек keeper@knizhnyj-larek.ru