Миләүшә Годбодь. Шүлгәнташты күтәрәйек, һүҙҙән эшкә күсәйек!

09.02.2016 20:13

ШҮЛГӘНТАШТЫ КҮТӘРӘЙЕК, ҺҮҘҘӘН ЭШКӘ КҮСӘЙЕК!

(Развитие туризма в Бурзянском районе Башкортостана)

на башкирском языке

 

“Башҡортостан” гәзитенең 2014 йылғы 16 май һанында Г. Йомашеваның “Изге башланғыстың сикһеҙ көрәше” тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, айҙар буйы уйланып йөрөнөм... Маҡсатым — кәңәш биреү, һүҙ ярҙамы күрһәтеү, сит ил тәжрибәһен еткереү. Берәү ишетмәһә, икенсеһе ҡолаҡ һалыр яҙғандарыма, бәлки, тигән ышаныс­тамын.

Һыҙмаларҙың оҡшашлығы ғәжәпләндерә

 

Г. Йомашеваның мәҡәләһендә Шүлгән­таш мәмерйәһе хаҡында һүҙ бара. Изге уйлы автор мәмерйәне күреү өсөн генә Бөрйәнгә йылына 10 меңгә яҡын кеше килеүен белдерә, туристик комплекстың маҡсаттары һәм проблемалары хаҡында һөйләй. Ғаиләбеҙ менән Шүлгәнташ мәмерйәһендә 2013 йылда булғайныҡ, шуға күрә барыһын да үҙем күрҙем. Ә проблемалар бында, ысынлап та, бихисап.

Шүлгәнташ мәмерйәһенә йылына ун меңләп турист килеүе шатлыҡлы хәл, әлбиттә. Ләкин был һанды арттырып та була бит. Шул уҡ ваҡытта “Мәмерйәне нисек һаҡларға?” тигән һорауҙы ла оноторға ярамай. Ул хаҡта һуңғараҡ әйтелер, ә хәҙер нисек итеп баяғы һанды арттырыу, республика ҡаҙнаһына туризм аша аҡса өҫтәү мәсьәләһе хаҡында һөйләшәйек. Был юҫыҡта үҙемдең уй-фекерҙәрем, тәҡдимдәрем менән уртаҡ­лашҡым килә, сөнки, берҙән, сит дәүләттә йәшәгәс, Бөрйәнгә турист сифатында килдем, икенсенән, Чехияла йәшәгән биш йыл эсендә Германия, Польша, Австрия, Румыния, Венгрия, Болгария, Словакия, Литва, Латвия, Украина, Төркиә илдәрендә; Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге бөтә төбәктәрҙә һәм күрше Татарстан, Мордва республикаларында, Ҡаҙағстанда турист булараҡ сәйәхәт иттем. Йөрөгән таш шымара тигәндәй, күргән-белгәндәремде һеҙгә еткермәксемен.

Туристар ни өсөн мөғжизәләр иле Бөрйәнгә килә? Шул хаҡта уйлап ҡара­ға­нығыҙ бармы? Халҡыбыҙҙың бай әҙә­биәтен һәм мәҙәниәтен бөтә донъяға билдәле яһаған, мәшһүр эпостар ижад итеү сығанағы булған тәбиғәттең күркәм, аҫыл ҡомартҡыларының береһе – Шүлгән­ташты күрергә килә улар. Турисҡа ҡуйы урманға, гүзәл Ағиҙелгә ҡарағанда палеолит дәүеренән бирле һаҡланған бо­ронғо һүрәттәр мең тапҡырға ҡәҙерлерәк! Мәмерйәгә уларҙы бынан 15 мең йыл самаһы элек әҙәм ҡулы менән төшөрөлгән рәсемдәр тарта. ХХI быуатҡа килеп етерлек буяуҙарҙы ҡайҙан тапҡандар, һүрәттәр нисек һаҡланған, унда кемдәр йәшәгән, ни ғиллә менән төҫтәр юйылмаған, ни өсөн ҡитғаның тап ошо ерендә һаҡланған тигән һорауҙарға яуап эҙләп, матурлыҡҡа, илаһилыҡҡа, бөйөклөккә һоҡланырға киләләр. Ләкин әле мин Бөрйән мәмерйәһе гүзәллеген һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуй­маным, иң ҡыҙығы шунда: Шүлгәнташтағы тарихи рәсемдәр бишәр мең километр алыҫлыҡта ятҡан Франция һәм Испания мәмер­йәләрендәге һүрәттәргә оҡшаш.

Уларҙа ла, Шүлгәнташтағы кеүек, һүрәттәрҙе бер кеше ҡулы төшөргән кеүек: шул уҡ аттар, бизон, мамонт, ҡыр кәзәләре, болан, поляр өкө һ.б. Әллә нисәмә быуат аша килеп еткән был ҡомартҡыны күргән бөйөк Пабло Пикассо, һоҡланып: ”Эйе, беҙ, рәссамдар, әле бер йүнле картина ла тыуҙырмағанбыҙ икән шул”, — тигән. Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың барыһында ла бер үк һыҙыҡтар, оҡшаш һындар. Айыр­малыҡтар булһа ла, әллә ни ҙур түгел. Ғалимдар Пиренейҙағы мәмерйә карти­наларының да Бөрйән мәмерйәһендәгенә оҡшашлығын билдәләй һәм борон-борондан кешелек донъяһы бер бөтөн булған тигән һығымта яһай, сөнки төрлө ҡитғаларҙағы мәмерйәләрҙә табылған таш ҡоралдар, тормош-көнкүреш әйберҙәре, һүрәттәрҙең эшләнешендәге нескәлектәр үҙ-ара тап килеп, боронғо ҡәбиләләрҙең туғандаш булыуы хаҡында һөйләй. Дин әһелдәре иһә, кеше заты Ер йөҙөндә ожмахтан ҡыуылған Әҙәм менән Һауанан таралған, ти.

Шүлгәнташтың эсендә йәшәгән бо­ронғолар бер генә усаҡ яҡҡан, мәмер­йәнең флораһын боҙмау, матурлығын, йәмен һаҡлау өсөн. Тимәк, боронғо кеше­ләрҙең аңы беҙҙекенән юғарыраҡ булып сыға түгелме? Беҙ иһә мәмерйәләге боҙбармаҡтарҙы ҡутарып, һындырып, емереп, минән һуң суҡынып китһен тигәндәй юҡ итеү, мәмерйә эсендәге матур таш­тарҙы ватып алыу, стеналарына “Бында мин булдым” тип яҙыу менән мауығабыҙ. Ниндәй вәхшилек! Мәмерйәгә ингән кешеләрҙең йылы тынынан былай ҙа ундағы температура үҙгәреш кисерә. Тимәк, Шүлгәнташтағы һауа темпера­тураһын, дымлылыҡты, һауаның һәм ер аҫты һыуҙарының химик составын даими үлсәп, күҙәтеп тороусы махсус приборҙар селтәрен, йәғни мониторинг булдырыу шарт. Тағы ла мәмерйә тирәһендәге хужалыҡ эштәре уға йоғонто яһаймы-юҡмы икәнлеген тикшереп тороу, ер аҫтындағы һыу юлдарын, мәмерйәлә ҡышлаусы йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың хәлен күҙәтеү ҙә мотлаҡ. Испания, Франция, Чехия, Германияла уларҙы иғтибар үҙәгенән ысҡындырмайҙар.

Был йәһәттән Чехия Республи­каһындағы мәмерйәләрҙең эше менән таныштырмаҡсымын.

 

“Моравский крас” мәмерйәләре

 

Көньяҡ Моравияла урынлашҡан, Европаға даны таралған “Моравский крас” турист комплексындағы “Слоуп-Шошувка” мәмерйәләре 40 километрға һуҙыла. Был тирәләге ерҙәр “Моравский крас” ҡурсаулығына инә. Уға йәйәүле туристар ҙа, машиналылар ҙа аҡса түләп инә. Быны, зинһар, автомобилде туҡталҡаға ҡуйған өсөн түләү менән бутамағыҙ. Мин, мәҫәлән, үҙем ошо ҡурсаулыҡта йәшәйем. Быйыл апрелдә бер туған апайым менән еҙнәм Чехияға ҡунаҡҡа килгәйне, уларҙы ҡурсаулыҡта йәшәткәнебеҙ өсөн беҙ ҡасаба хакимиәтенә күп булмаһа ла аҡса түләнек. Тәртибе шулай.

Кемптарҙа туристар өсөн усаҡ яғыу урындары булдырылған, утынды ла алдан әҙерләп ҡуялар. Бының өсөн урманда ҡартайып ауған ағастар, ботаҡтар файҙаланыла.
Был мәмерйәләрҙә боронғо кеше, мәмерйә айыуы, арыҫлан, болан, мамонт һөйәктәре әле лә табылып тора. Улар “Көньяҡ Моравия” музейында, Венала һаҡлана. Элек чехтар өс йөҙ йылдан ашыу Австро-Венгрия дәүләте составында йәшәгән, шуға күрә Австрия менән бәйләнешкә аптырарлыҡ түгел.

Мәмерйә эсенә инеп юғалған ике йылғаның береһе Пунква тип атала. Һыу тауҙарҙан юл ала ла, мәмерйәләр аҫтынан ағып барып, ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мацоха тарлауығында туҡтай. Тарлауыҡтың бейеклеге дүрт йөҙ метрға етә, өҫтән ҡараһаң, баш әйләнә. Беҙҙәге кеүек чехтарҙа ла ер-һыу атамаларының легендалары һаҡланған.

 

Кәсептән килгән аҡсаға йәшәйҙәр

 

“Слоуп-Шошувка” мәмерйәләр комплексынан йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Яҙын иһә ҡыйыуҙар кәмәлә йөрөй, ҡая башына үрмәләүсе спортсылар ҙа күп килә. Әйткәндәй, ҡасаба туризмдан килгән аҡсаға йәшәй, бюджеттан ярҙамды бик аҙ ала. Слоуп-Шошувка мәмерйәләрен ҡарарға килеүселәр өсөн кемп, бассейн, спорт майҙансығы, ресторандар, магазиндар, сәс оҫтаханаһы, дарыухана, бәҙ­рәфтәр булдырылған, кәмәне, атты ҡуртымға алыу мөмкинлеге бар. Һыу, туңдырма, сувенирҙар һатыла. Мәмерйә эсендә фотоға, видеоға төшкән өсөн 40 крона түләйһең. Экскурсоводтар иҫкәр­теүенсә, был зыянлы, сөнки фото­аппа­раттың балҡышы мәмерйәнең флораһын боҙа, һауаһын йылыта. Ә туристар түләгән аҡсаны мәмерйәне матур, таҙа тотоу өсөн ҡулланалар. Был хаҡта, әйткәндәй, касса алдында чех, инглиз, немец телдәрендә яҙып та ҡуйғандар. Туристар танышһын өсөн мәмерйәнең һүрәте, уның эсендә табылған һүрәттәр төшөрөлгән алтаҡталар ҙа ҡуйылған.

Әйткәндәй, Слоуп-Шошувка мәмерйә­ләрендә ингән урындан сыҡмайҙар. Ике тапҡыр бер ерҙән үтеү мәмерйәгә зыян килтерә тип, бында 120 метрлыҡ яһалма юл эшләнгән, һәм ул Кульна мәмерйәһенә барып тоташа. Был да, минеңсә, фәһем алырлыҡ күренеш.

Сыҡҡан ерҙә туристар өсөн музей экспонаттары ҡуйылған, бында археологтар әле лә ҡаҙыныу, өйрәнеү менән мәшғүл. Былтыр, мәҫәлән, тағы ла мәмерйә кешеләренең баш һөйәктәрен таптылар. Шуныһы ҡыҙыҡ: һуғыш ваҡытында бында немецтар хәрби самолеттар өсөн моторҙар эшләү заводы асҡан, унда концлагерь тотҡондары эшләгән. Һуғыш тамамланғас, сер сисмәһендәр өсөн уларҙың барыһын да юҡ иткәндәр. Фашистар Кульна мәмерйәһенә байтаҡ зыян килтергән. Шуға ҡарамаҫтан, һуғыштан һуң да археологтар эшен дауам иткән. 1961 йылда улар ошо мәмерйәлә бынан 120 мең йыл элек йәшәгән неандертал­дәрҙең һөлдәләрен тапҡан.

Слоуп-Шошувка мәмерйәләре 1748 йылдан башлап тикшерелә, һәм был өлкәлә чехтар байтаҡ тәжрибә туплаған. Мәмерйә коридорҙары йәмғеһе 4890 метр майҙанды биләй, ләкин әлегә уның 1760 метры ғына өйрәнелгән. Экспедициялар барышында боронғо айыу, арыҫлан, гиена, мамонт, болан, мәмерйә ҡоштары ҡалдыҡтары табылған.

Чехия Республикаһының боронғо мәмерйәләрен иҫкә алғанда Оломоуц крайында 1826 йылда асылған, Младеч ҡалаһына яҡын урынлашҡан Младечски мәмерйәһе хаҡында ла һөйләмәксемен. Уны тәү башлап Драһомир Цоуфалов исемле кеше аса һәм тикшерә башлай. Иҫ киткес гүзәллектең 380 метры ғына өйрәнелгән бөгөн. Мәмерйәлә 1881 йылдан башлап турист комплексы эшләй, ун­да йыл әйләнәһенә донъяның төрлө илдә­ренән туристар өҙөлмәй. Махсус автобус­тарҙа килеүселәрҙең дә иҫәбе-хисабы юҡ.

Чехия мәмерйәләренең ҡайһыһын ғына алма, унда килеүселәрҙе иҫкәртеү маҡса­тында һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе өҙмәү, ҡоштарҙы ҡурҡытмау тураһында яҙылған алтаҡталар тора, музыка тыңлау, хатта ҡысҡырып һөйләшеү тыйыла. Урман юлдарында махсус патруль машиналары тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәрҙең тәртибен күҙәтеп йөрөй. Кеҫә телефонын һүндерергә ҡушыла, сөнки элемтә бал ҡорттарына ҡамасаулыҡ килтерә, был ғалимдар тарафынан күптән иҫбатланған.

Мәмерйәләрҙә, шулай уҡ Слоуп-Шошувкала ангина, ҡурылдай быумаһы ауырыуҙарын дауалау юлға һалынған. Унан килгән аҡса ла мәмерйәләрҙең хәлен яҡшыртыу өсөн тотонола. Беҙҙең Бөрйәндә лә батҡаҡ, буҙа, ҡымыҙ, солоҡ балы, минераль шишмә һыуҙары, мунса, массаж менән дауалау урындары асыу — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә, тип уйлайым.

 

Мәғариф тармағы ла ситтә ҡалмаһын

 

Беҙгә лә, алыҫ араны яҡын итеп, турис­тар боронғо һүрәттәр менән ҡыҙыҡһынып килә, тинек. Уникаль ҡомартҡыларыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәклеген дә онотмайыҡ, сит илдәрҙәге мәмерйә комплекстары тәжрибәһен ныҡлап өйрәнәйек. Мәҫәлән, Франция, Чехия, Германия, Испания кеүек цивилизациялы илдәрҙе алһаҡ, улар Шүлгәнташ кеүек мәмерйәләрҙең күсермәһен эшләп, махсус бинала музей яһағандар, ә тәбиғи һүрәттәрҙе киләсәк өсөн һаҡлайҙар. Өйрәнәйек, фәһем алайыҡ әле, туғандар!

Бер нисә тапҡыр Брно этнография музейына барырға насип булды. Унда боронғо һүрәттәр һаҡланған бармаҡ менән генә һанарлыҡ мәмерйәләрҙең күсермәләре ҡуйылған. Үҙемде Бөрйәндә, Шүлгәнташта булғандай хис иттем. Музейҙа боронғо кешеләрҙең тормош-көнкүреше хаҡында мауыҡтырғыс экспонаттар бар, зал уртаһында, әйтерһең, тере мамонт баҫып тора, ә аҫҡы ҡатта талантлы чех рәссамы Земандың боронғо мәмерйәләрҙә йәшәгән кешеләр, хайуандар, ҡоштар һынландырылған картиналар күргәҙмәһе эшләй. Үлер алдынан үҙенең картиналар коллекцияһын ул тулыһынса ошо музейға мираҫ итеп ҡалдырған. Тимәк, милләттәштәр, һынлы сәнғәт туризмдың да бер тармағы булып сыға түгелме? Әгәр башҡаларҙа башҡорттарҙың “Урал батыр”ы булһа, улар уны күккә күтәреп маҡтар, кинофильмдар, мультфильмдар төшөрөр, рәссамдар иһә картиналарында һынландырып донъяны урап сығыр ине!

Әйткәндәй, был изге эшкә Ҡ. Дәү­ләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты уҡыусылары ла үҙ өлөшөн индерә ала. Теләк кенә булһын! Йәштәрҙең дә, тәжрибәле рәссамдарҙың да “Урал батыр” һәм Шүлгәнташ хаҡын­дағы ижад емештәре Бөрйәндә күргәҙмәлә эленеп торһа... Комплекс етәкселәре менән килешеп, уларҙы һатыуҙы ла ойошторһаҡ, отор ғына инек!

“Шүлгәнташ” комплексын үҫтереүгә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы вәкилдәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла үҙ өлөшөн индерә ала. ХХI быуат башында, фән, иҡтисад, компьютер технологиялары алға киткән мәлдә, егет-ҡыҙҙарыбыҙ башҡа милләттәрҙән йотолоп ҡалмаһын, рухлы, уҡымышлы, зыялы булып тәрбиәләнһен өсөн тап Шүлгәнташта улар өсөн төрлө конкурстар үткәрергә кәрәк. Әлбиттә, ерҙе тапарҙар, мәмерйәне бысратырҙар, тиер кемдер. Ризалашам. Ләкин миҙалдың икенсе яғы ла бар бит әле. Берҙән, милли рухлы балалар быға бармаясаҡ, уҡытыусылары ла аңлатыр, икенсенән, был эштең йәш быуын күңелендә тыуған ерҙе яратыу, уны һаҡлау-яҡлауға ынтылыш тойғолары уятырына шигем юҡ. Был бит баһалап бөткөһөҙ тәрбиә буласаҡ!

Мәғариф министрлығы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән “Урал батыр” эпосы һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе хаҡында иншалар конкурсы иғлан итһә, бигерәк тә яҡшы булыр. Бының өсөн комплекста уҡыусылар өсөн йәйге ял базаһы булдырырға кәрәк. Унда Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты уҡыусылары ла йәшәр, йәйен этюдҡа сығып гүзәл Бөрйән тәбиғәтен төҫтәрҙә һынландырыр, рәсемдәрен һатыр ине. Капитализм шарттарында ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы мәктәп партаһында ултырған ваҡытынан башлап кәсеп итергә, аҡса эшләргә лә өйрәтһәк, хөрт булыр инеме ни?

Йоҡларға урын булманы...

 

Хәҙер ошо һорауға яуап биреп ҡара­йым. Шүлгәнташтағы боронғо һүрәттәрҙе күрәйем тип ер аяғы, ер башынан килгән турисҡа машинаһы өсөн — бензин, тамаҡ ялғарға — ашхана, рәхәтләнеп йоҡлайым тиһә — ҡунаҡхана, йыуыныу өсөн — душ, шулай уҡ музей, комплекста йөрөгәндә иҫтәлек өсөн һатып алырға артыҡ ҡиммәт булмаған сувенирҙар кәрәк. Быларҙың барыһы өсөн дә ул кеҫәһенән аҡсаһын сығарып һала. Ләкин улар комплекстың проблемаларын хәл итеү өсөн тотонолһон — бөгөн цивилизациялы илдәрҙең барыһында ла шулай.

Ләкин алыҫтан килгән туристы Сибайҙа йәки Белоретта поездан төшөп ҡалыу менән проблемалар һағалай, сөнки тимер юл вокзалында уны туп-тура мәмерйәгә илткән автобус көтөп ултырмай. Эйе, автобустар йөрөп тора-тороуын, расписаниелары ла бар, тик уларҙың маршруты туристарҙы Шүлгәнташҡа илтеүгә ҡулайлашмаған. Шул сәбәпле беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән вокзалда ярты көн көтөп ултырҙыҡ. Ярай әле, таныштар, дуҫтар бар — шылтыратышҡас, хәлебеҙҙе аңлап, машина менән килеп алдылар.

Ә ул мәлдә ҡойоп ямғыр яуа ине, күшегеп, өшөп, асығып барып төштөк Бөрйәнгә. Бөтә хыялыбыҙ йылы сәйе, душы, ашханаһы булған ҡунаҡханаға урынлашыу ине. Әйткәндәй, үҙ машинаһында килгән туристарҙың да хыялы беҙҙекенән ары китмәгән, етмәһә, уларға бензины, магазины, душы булған уңайлы кемп та кәрәк. Ошонан сығып ҡына уйлағанда ла, бөгөн Шүлгәнташта заманса ҡунаҡхана төҙөү — өлгөрөп еткән мәсьәлә тип әйтергә була. Ризалашығыҙ: әлеге ҡунаҡхана айырыуса йәйге миҙгелдә туристарҙы һыйҙыра алмай. Беҙ, мәҫәлән, Шүлгәнташҡа июндә барғайныҡ, йоҡларға урындар булманы, ә ҡалғыбыҙ бик-бик килгәйне...

 

Ситтән ниңә аҙ киләләр?

 

Тағы ла нисек килем алырға була һуң? Әйҙәгеҙ, капитализмда йәшәгәс, капиталистарса фекер йөрөтәйек, тиндәрҙе һанарға өйрәнәйек. Бөгөн рәсәйҙәрҙең 15 проценты ғына сит ил паспорты йөрөтә, ә бүтән илдәрҙә был һан 85 проценттан артыҡ. Тимәк, сит илгә сығыусылар бик аҙ, ә беҙгә килеүселәр күберәк. Тағы ла шуныһы: Башҡортостанда ял иткән туристарҙың күбеһе — Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, бер өлөшө — үҙ республикабыҙҙан.

Сит илдәрҙән ниңә аҙ киләләр һуң? Яуап ҡыҫҡа: реклама юҡ, икенсе сәбәп — хеҙмәтләндереү кимәленең түбән булыуы. Ләкин барыһын да бер теләк берләштерә: Шүлгәнташтан ҡайтҡас, дуҫ-таныштарға күрһәтеү өсөн мәмерйәне, ҡурсаулыҡты фотоға, видеоға төшөрөп ҡалыу. Әйҙәгеҙ, бығаса бының өсөн бер тин дә түләмәһәк, хәҙер мәсьәләне аҡсаға бәйләп, мәмерйә файҙаһына хәл итәйек.

Туристар өсөн Башҡортостандың мәртәбәһен күтәргән башҡорт милли ризыҡтары ла һатылһын. Бишбармаҡ, бауырһаҡ, сәксәк, баллы сәй, тултырма, һалманан бер турист та баш тартмаясаҡ, хатта күстәнәс итеп тә аласаҡ. Бының өсөн махсус магазин асырға кәрәк.

Мәмерйәлә йәки турист маршруттарында йөрөгән сәйәхәтселәр өсөн тағы ла ни кәрәк? Һыу, әлбиттә. Башҡорт ерендә табылған ер аҫты шишмәләренең минераль һыуҙары аҙмы беҙҙә? Уларҙы ла һатыуға сығарайыҡ.

Һәр турисҡа ҡуныу, ашау, компьютер аша бәйләнешкә сығыу урындары, һауа торошо, транспорт, музейҙар хаҡында бөтә мәғлүмәттәр яҙылған буклет биреү мотлаҡ. Тик ул бушлай булһын.

 

Сувенир — визит картаһы

 

Ә хәҙер сувенирҙар темаһына күсәйек. Сит ерҙән килгән туристар, иҫтәлек өсөн фото-видеонан тыш, үҙе менән иҫтәлекле әйбер ҙә алып китергә теләй. Ә ниңә булғандарына өҫтәп сәксәк, бауырһаҡ, 10-15 сантиметрҙан артмаған башҡорт милли биҙәктәре төшөрөлгән тирмә (әйткәндәй, уның төрлө варианттарын эшләргә мөмкин), 100-150 грамлыҡ бәләкәй генә сувенир банкаларҙа солоҡ балы, “Урал батыр” эпосы геройҙары Урал, Шүлгән, Ҡәһҡәһә, Зәрҡүм, Йәнбикә һәм Йәнбирҙене, Йылҡысыҡҡан күленән йылҡы сығыу мәлен күрһәткән, шулай уҡ тағы ла әллә күпме рәсемле ваҡ-төйәк тәҡдим итмәҫкә?! Ҡурай сувениры ла булһын! Самауыр янында сәй эсеп ултырған әбей менән бабай, ҡурайсы, бейеүсе ете ҡыҙ, Ҡош юлы, Зөһрә йондоҙ, башҡорт самауыры, орнаментлы балаҫтар, ултырғыс, кресло, карауаттар өсөн ҡорама һ.б. ылыҡтырғыс һындар, әйберҙәр тәҡдим итергә мөмкин. Был йәһәттән “Ағиҙел” художество кәсептәре берекмәһе лә күп өлгөләр эшләй алыр ине, минеңсә. Ләкин сувенирҙар артыҡ ҡиммәт булмаһын, әйбер эйәһенә барып етергә тейеш. Һатылып, ситкә китә икән, киләсәктә тағы ла туристар һәм һатып алыусылар артасаҡ.

Шүлгәнташты маркаларҙа, открыт­каларҙа, буклеттарҙа ла һынландырырға мөмкин. Улар ҙа реклама бит, аҡса килтерәсәк. Әйткәндәй, сувенирҙарға башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә яҙыу мотлаҡ, тип уйлайым, шул арҡала республикабыҙ менән ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артасаҡ. Бөгөн цивилизациялы бөтә илдәрҙә лә инглизсә һөйләшәләр, тимәк, сувенирҙа ла ”Урал батыр”, ”Шүлгәнташ” кеүек һүҙҙәр шул телдә яҙылһын.

2013 йылда билет менән бергә бирелгән буклет беҙгә, мәҫәлән, оҡша­маны. Уны сағыуыраҡ та, ҡупшыраҡ та эшләргә мөмкин ине. Эсенә компьютерҙа яҙып һалынған бәләкәй генә шрифтлы мәғлүмәтте лә икенсерәк итергә мөмкин ине.

 

Экскурсовод та һайлап алынһа...

 

Экскурсоводтар хаҡында ла әйтмәк­семен. Сит илдәгеләр ифрат итәғәтле, ипле. Матур итеп аңлаталар, ҡунаҡтар менән яғымлы мөғәмәлә итәләр. Бына, мәҫәлән, мәмерйә эсендә ул, һөйләүҙән бер нисә минутҡа туҡтап, халыҡҡа орган тыңлата. Көй шул тиклем көслө тәьҫир итә, үҙеңде күктәргә ашҡандай тояһың, илаһи хис-тойғолар кисерешендә хатта экскурсоводты ҡосаҡлап үпке килә! Беҙ ҙә улар кеүек ҡурай моңон ишеттерһәк...

Сит илдә экскурсоводтарҙың өс-дүрт сит телдә һөйләшеүе ғәҙәти хәл. Ә Бөрйән мәмерйәһендәгеләр кемдән кәм? Ҡыҙҙарыбыҙ сибәр, аҡыллы. Башҡортса, урыҫса ғына түгел, инглиз телендә лә һөйләшһендәр. Улай ғына ла түгел, башҡорт легендаларын, эпостарын сит ил туристарына инглизсә һөйләрлек кимәлдә булһындар. Әгәр экскурсовод “Урал батыр” эпосын белмәй икән, тимәк, эшен дә белмәй, ә ваҡыт үткәреү өсөн генә йөрөй. Белемһеҙ, рухһыҙ йәштәрҙе Шүлгәнташҡа яҡын ебәрергә ярамай.

Туристарға мәмерйәгә инер алдынан билет менән бергә Шүлгәнташтың тарихы, ундағы залдар, башҡорт халҡының мәш­һүр эпосы “Урал батыр” һ.б. хаҡында яҙыл­ған бәләкәй гәзит тотторғанда ла насар булмаҫ. Чехияла, Германияла был турала онотмайҙар, сөнки был эш турис­тарҙы мәмерйәгә инер алдынан психологик яҡтан әҙерләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Ҡурсаулыҡ биләмәһендәге урман эсендә лә сүп һауыттары торһон, биобәҙ­рәфтәр булһын. Шуны ла еткерәйем: быйыл Истанбулда ла, Болгариялағы Ҡара диңгеҙ ярында һәм Карпат тауҙарында ла бәҙрәфе булмаған, сүп бактары ҡуйыл­маған ерҙәрҙе, ҡот осҡос бысраҡлыҡты күрҙем.

“Каповатур” ҡолаҡты йырта

 

Шүлгәнташты ҡарар алдынан йәмә­ғәтем Владимир менән буклеттағы мәғлүмәтте уҡып сыҡтыҡ. Ирем — юрист, һөнәре буйынса адвокат. Ундағы “Дорогие друзья! Турфирма “Каповатур” разрабатывает и успешно проводит свои туры на маршрутах с активными способами передвижения в течение 8 лет” тигән тәүге һөйләмде уҡыу менән икебеҙ ҙә аптырашта ҡалдыҡ. Ирем: “Һин миңә был мәмерйә Шүлгәнташ тип атала тигәйнең дә инде”, — тине, үпкәләп. Ысынлап та, бер мәмерйәнең ике исеме булмай! Ниңә беҙ ер-һыу атамаларының боҙолоуына юл ҡуябыҙ? Ҡолаҡты йыртҡан “Каповатур” урынына “Шүлгәнташ” турфирмаһы” тип аталһа, бына тигән яңғырар ине!

 

Шумава ниңә шаулай?

 

Шумава — диңгеҙ кимәленән 1-1,5 мең метр бейеклектә урынлашҡан таулы-урманлы, туризм үҫешкән гүзәл төбәктәрҙең береһе. Чехия Президенты Милош Земан уны иғтибар үҙәгендә тота. Һөҙөмтәлә Шумавала туризмды үҫтереү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса махсус хөкүмәт програм­маһы ҡабул ителде. Чехия биләмәһе буйынса Башҡортостандан ҙур түгел, унда ла финанс проблемаһы киҫкен тора, айырыуса Украина, ҡасаҡтар проб­лемалары, санкциялар ил ҡаҙнаһына кире йоғонто яһаны. Ләкин, шуға ҡара­маҫтан, ҡурсау­лыҡтар, туризм үҫешкән төбәктәр иғти­бар­ҙан ситтә ҡалмай, сөнки улар иҡти­садҡа аҡса килтерә. Тимәк, беҙгә лә Бөрйәнебеҙҙе донъя кимәлендә билдәле яһау өсөн чехтар тәжрибәһе кәрәк.

Бөгөн Шумавала йыл әйләнәһенә ололар менән бергә балалар ҙа ял итә. Тәбиғәт менән аралашып ҡына ҡалмайҙар, уны һаҡларға ла өйрәнәләр. Шумавала уҡыусылар өсөн ял йорттары, саңғыла йөрөү өсөн бөтә уңайлыҡтары булған базалар, ашханалар, прокатҡа спорт инвентары алыу урындары һ.б. — барыһы ла бар. Чехияла ҡышҡы “каникул” беҙҙәге кеүек ғинуарҙа ғына түгел, йылдың төрлө айында булырға мөмкин, сөнки Шумава кеүек турист төбәктәре барыһын да һыйындырып бөтә алмай. Һәр төбәк сиратлап ял итә. Мәҫәлән, бер аҙнала — Көньяҡ Моравия крайы уҡыусылары, икенсеһендә — Литомижице крайыныҡы... Ата-әсәләр ҙа ялдарын йылына бер түгел, ә дүрт мәртәбә ала. Нисек тиһегеҙме? Отпускыһын дүрткә бүлеп. Ғалимдар билдәләүенсә, кешегә ваҡыты-ваҡыты менән ял итеп алырға кәрәк. Әйткәндәй, беҙҙә лә, уларҙа ла ғаилә менән ял итеү өсөн бер палатка етә.

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: ”Урал батыр” эпосы менән бәйле Шүлгән­ташты күтәрәйек! Рухиәтебеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс биргән мәмерйәбеҙҙе, туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырып, донъяға танытайыҡ. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, ти халыҡ.

 

2 февраль, 2016 йыл

Миләүшә Годбодь, Чехия

 

© Миляуша Годбодь, текст, 2016

© Книжный ларёк, публикация, 2016

Опрос

Нравится ли Вам сайт "Книжный ларёк"?

Общее количество голосов: 1200

Koнтакт

Книжный ларек keeper@knizhnyj-larek.ru