Миләүшә Годбодь. Яҙыусы, ғалим, йәмәғәтсе һәм журналист

19.03.2017 19:31

15.11.2015 22:41

 

ЯҘЫУСЫ, ҒАЛИМ, ЙӘМӘҒӘТСЕ ҺӘМ ЖУРНАЛИСТ

(Писатель, ученый, общественник и журналист)

на башкирском языке

 

Билдәле яҙыусы һәм журналист Эдуард Артур улы Байков һәм унын ижады һәм ғилми эшмәкәрлеге тураһында күп һөйләргә мөмкин. Ул тарихсы, психолог, әҙәбиәтсе һәм профессиональ яҙыусы булараҡ танылыу яулаған әҙип. Өфөлә тыуып үҫкән. Әҫәрҙәре башҡорт, татар, инглиз телдәренә тәржемә ителгән, “Асыу”, “Башҡортостан фәне офоҡтары”, “Айлы Урал тарихы”, “Күс”, “Төш символикаһы” кеүек китаптары уҡыусылар һөйөүен яулаған, бынан тыш ике һүҙлек авторы. Философия, йәмғиәт үҫеше һәм диалектикаһы, экология, психология, экономика темаларына яҙылған фәнни мәҡәләләре Рәсәй, Украина, Курск, Омск, Һамар, Новосибирск, Ырымбур, Мәскәү, Санк-Петербург, Харьков, Рязань, Волгоград, Комсомольск-на Амуре, Саранск, Кострома ҡалаларында нәшер ителгән фәнни баҫмаларҙа нәшер ителгән. Һунғы йылдарҙа Эдуард Артур улы Һунғы йылдарҙа романдар өҫтөндә эшләй – кин күләмле ике әҫәре Башҡортостан китап нәшриәтенә тапшырылған.

Э. Байковтын матбуғаттағы сығыштарын уҡыусылар көтөп ала, Интернетта унын шәхси сайты бар. Ул Башҡортостан һәм Рәсәй әҙәбиәтселәре һәм журналистарынын “Яны әҙәбиәт”, “Һөт”; “Ватандаш”, “Бельские просторы” журналдарынын “Автор нимә теләй?”; Рәсәй Фәндәр академияһынын – “Сағылыш”; “Экономика һәм философия” гәзиттәренен -“ХХI быуат диалогы”, “Джонсон бюллетены”;“Русь” гуманитар Интернет-университеты һәм “Ирекле Урал” гәзитенен сайттарында әүҙем ҡатнаша.

Әҙәбиәт һәм фән үҫеше өсөн түккән ҙур көсөн “Истоки”, “Башҡортостан эшҡыуары”, “Башҡортостан финансы”, БР журналистар берлеге, “Яны экономика”, “Шонҡар” баҫмалары лауреат исеме менән билдәләгән; ә БР һәм РФ “Белем” йәмғиәте, Өфө ҡала планетарийы, 129-сы, 9-сы һанлы мәктәп коллективтары, 17-се ҡала китапханаһы һәм башҡа бик күп йәмәғәт ойошмалары Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдар менән бүләкләгән. Эдуард Артур улы “Истоки” гәзите, “Фантасофия” әҙәби-ижад берекмәһенен премияларына лайыҡ булған, 2011 йылда ул “Халыҡтан сыҡҡан яҙыусы” әҙәби конкурсында енеү яулай, Рәсәй Фәндәр академияһынын В. И. Вернадский исемендәге көмөш миҙалы менән наградлана.

Өфө дәүләт нефть институтынын философия кафедраһынын тарих, йәмғиәт нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм философия фәндәре буйынса аспирантураһын унышлы тамамлаған журналист-ғалим “Истоки” гәзитендә оҙаҡ йылдар яуаплы секретарь булып эшләне, ошо редакцияла эшләгән йылдарында ул , философия, психология, экономика фәндәре буйынса төплө мәҡәләләр һәм уҡымлы әҫәрҙәр ижад итте. Һунғы йылдарҙа романист булараҡ танылыу яулаған, фәнгә һәм йәмғиәткә тоғро хеҙмәт иткән журналист-ғалимға һорауҙар менән мөрәжәғәт иттем.

– Эдуард Артур улы, Һеҙ ғалиммы, яҙыусымы? Әллә улар бер-береһен тулыландырып киләме?

– Фән менән мауығыу мәктәп йылдарынан килә минен. Мәктәп йылдарында “Йәш натуралист” журналын уҡырға яраттым. Биология, химия, география фәндәрен көтөп ала торғайным. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса үткәрелгән бер генә саранан да ситтә ҡалманым. “Тәбиғәтте һаҡлау” йәмғиәтенен әүҙем ағзаһы булдым, төрлө акцияларҙа башта ҡатнашыусы, аҙаҡ ойоштороусы, һунынан етәксеһенә әйләндем. 90-сы Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенен почетлы ағзаһы итеп алдылар. Был минә яуаплылыҡ өҫтә, тағы ла дәртләнеберәк эшләй башланым. Бөгөн мин “Яны экономика” гәзитенен экология буйынса күҙәтеүсеһе сифатында сығыш яһайым, унда фәнни-популяр, экология темаларына сығыштар ойошторам – былар минен яратҡан темаларым.

Фәнни мәҡәләләремде студент йылдарында яҙа башланым. Уҡыуымды тамамлағас, Өфө дәүләт нефть институтынын философия кафераһы аспиранты булып киттем, бер үк ваҡытта әҙәбиәт менән дә шөғөлләндем. Шулай итеп, журналистика һәм фән минен ике ҡанатым булды. Аспирантурала уҡыу зиһенемде байытты, ижад офоғон кинәйтте, артабан романдар ижад итеүгә этәргес бирҙе.

– Бөгөнгө көнгә күпме фәнни хеҙмәтегеҙ бар, шулар хаҡында әйтеп китһәгеҙ ине?

– Йәмғеһе йөҙгә яҡын фәнни-популяр, Башҡортостан һәм Рәсәй матбуғатында нәшер ителгән алты йөҙгә яҡын мәҡәлә авторымын. Психология буйынса ике һүҙлек һәм бер йыйынтыҡ авторы, “Коэволюция һәм кешелек донъяһы” монорафияһы, “Башҡортостан фәне горизонты” йыйынтыҡтары, мәҫәлән, аспирантурала уҡыу йылдарында ижад ителде.

– Әҙәби әҫәрҙәрегеҙ хаҡында ла әйтеп китегеҙ әле!

– Йәмғеһе алты китап авторымын. Улар буйынса уҡыусылар күп төрлө фекер әйтте, сөнки халыҡ менән даими бәйләнештәмен. Санк-Петербургта “Күс” исемле романыным баҫылып сыҡҡас, ә унда һүҙ ер планетаһынын киләсәк яҙмышы тураһында бара, китап магазины, китапханаларҙа, мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осрашыуҙар булды.

– 2012 йылда яҙылған бер мәҡәләгеҙ “Джонсон бюллетенендә” донъя күргәйне, шикелле... Донъя кимәлендәге баҫмаға эләгеүе енел түгел, шул турала ла әйтегеҙ әле?

– Бюллетенден етәксеһе Дэвид Джонсон – Вашингтон хәрби оборона мәғлүмәте Үҙәгенен әйҙәүсе белгесе, ошо баҫманын даими етәксеһе, ун биш йылдан ашыу ошо баҫмала донъя кимәлендәге фәнни янылыҡтарҙы йыйып, туплап бара. Билдәле, ер шарынын төрлө мөйөшөндә йәшәгән ғалимдар, сәйәсәтселәр, хәрби эшмәкәрҙәр һәм экономистар менән бәйләнеш тота. Башҡортостандын билдәле ғалимдары хаҡында мәҡәләләр яҙыусы булараҡ, бер ваҡыт ошо баҫмаға үҙемден Өфө Нефть университетынын философия фәндәре докторы Владислав Бугер хаҡындағыһы мәҡәләмде ебәрҙем. Тиҙҙән “Бюллетен”да эшләүсе Стивен Шенфильдтан беҙҙен әнгәмәне үҙҙәрендә баҫтырырға теләүҙәре хаҡындағы хәбәр килеп төштө. Шатланып ризалаштым, әлбиттә. Интервью “Великий блеф ХХ века” тип атала. Ул л”Истоки”гәзитендә лә донъя күрҙе. Мәҡәлә инглиз телендә “бюллетен”ден 44-се һанында баҫылды.

– Ә унда һүҙ нимә тураһында бара?

– Владислав Евгеньевич Бугер йәмғиәт төҙөлөшө буйынса үҙенен оригиналь концепцияһын булдырған ғалим, һүҙ – планетанын киләсәге тураһында бара. Владислав Евгеньевичтын концепцияһы буйынса киләсәктә иҫ киткес бысранған планетала йәшәү бөтөнләй мөмкин булмаясаҡ! Был проблема буйынса ул үҙ тәҡдимдәрен индерә, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй. Әйткәндәй, был проблема өҫтөндө бөгөн Америка ғалимдары ла әүҙем эшләй. Улар ҡояш системаһында йәшәү шарттары буйынса ергә оҡшаған икенсе бер планета тапҡан да инде. Унын табылыуы, бәлки, яҡшылыр ҙа, ләкин унда күсенеү мәсьәләһен нисек хәл итергә һун? Әйтәйек, бынын өсөн, бәлки, йөҙәр йылдар кәрәк булыр? Ә кешелек бөгөн йәшәргә тейеш! Ни эшләргә? Бәлки булғанын ҡәҙерләп һаҡларға кәрәктер? Тағы ла шуныһы: В. Бугер концепцияһы буйынса донъяла “ысын социалистик йәмғиәт әле бер ҡасан да булмаған, ләкин уны булдырырға кәрәк-юғиһә планетанын һәләкәте ҡотолғоһоҙ”, ғалим шәхси милек һәм идара итеү буйынса ла ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтә. Йыйып әйткәндә, мәҡәлә көнбайыш интеллектуаль элитаһы һәм сәйәсәтселәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда йәшәйеште танып-белеү, донъяны анлау, рухи һәм матди донъя байлыҡтарынын көсө, кешелектен киләсәге кеүек мәнгелек темалар хаҡында һүҙ алып барыла. Мәҡәлә өҫтөндә эшләү, эҙләнеү енел бирелмәне, бынын өсөн күп ваҡыт менән бергә белем, һиҙгерлек, уйлай, сағыштыра белеү кеүек сифаттар ҙа талап ителде.

– Ә бөгөн ниндәй тема өҫтөндә эшләйһегеҙ?

– Фәндәге төп йүнәлешем-йәшәйештен коэволюция теорияһы, коэволюция буйынса фәнни эшкәртмәләрем һәм ҡараштарым бар, улар минен әҙәби әҫәрҙәремдә урын алған. Быға миҫал итеп һунғы романым “Күс” әҫәрен килтерәм. Әҫәрҙә һүҙ бәләгә тарыған, ағыуланған планетаны нисек итеп һаҡлап ҡалыу һәм ошо проблеманы хәл итеү юлында тыуған ауырлыҡтар хаҡында бара.

Быларҙан тыш фәндә мәғлүмәт технологиялары, яһалма интеллект, виртуаль ысынбарлыҡ мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһынам. Рәсәй Фәндәр академияһынын Башҡортостан бүлеге яһалма интеллект методологияһы мәсьәләләре буйынса ҙур эштәр атҡара, был тема мине лә ситләтеп үтмәй. Был һәм башҡа әйтеп кителгән темалар буйынса шөғөлләнеүсе ғалимдарҙын Өфөлә йәшәүе ҡыуаныслы, әлбиттә, улар менән аралашыу, кәнәшләшеү фән менән шөғөлләнгән кешегә бик мөһим.

Йыһан, тәбиғи фәндәр, философия кеүек фундаменталь фәндәр менән дә күптән ҡыҙыҡһынам, квант физикаһы, физиканын элементар өлөшсәләре, кибернетика һәм синергетика, социаль философияны ла үҙ итәм, сәйәси мәсьәләләр һәм политология проблемалары ла иғтибарымдан ситтә ҡалмай-был фәндәр буйынса алған белемем әҙәби әҫәрҙәр яҙғанда ярҙам итә.

– Һеҙ Рәсәй Тәбиғи Фәндәр академияһынын фәнни советы ағзаһы ла, шикелле...

– Эйе, пресс-секретарымын. Был вазифа ваҡытты ла ала, яуаплылылыҡ та өҫтәй.

– Ә унда нисек барып эләктегеҙ?

– Был Академияға хәҙер ун биш йәш, ул Рәсәйәҙен төрлө төбәктәрендә ижад итеүсе 5 мендән ашыу ғалимды берләштерә. Академия ғалимдар өсөн фәнни конференциялар уҙғара, «Хәҙерге заман тәбиғи фәндәр проблемалары” тигән журнал нәшер итә. Йыл һайын әүҙем эшләгән ғалимдарҙы уныштары менән ҡотлау, төрлө наградалар, “Атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре” тигән исем тапшырыу традицияһы ла бар. 2011 йылда мин дә ошо Академиянын “Рәсәй фәне һәм мәғарифын үҫтереүҙәге уныштары өсөн” тигән Вернадский исемендәге көмөш миҙал тапшырҙылар. Был минен йәмәғәт, журналистика, әҙәбиәт өлкәһендәге уныштарым өсөн алған барлыҡ наградаларымдан да ҡәҙерлерәк, сөнки ул тик фән өлкәһендәге асыштар өсөн генә бирелә торған Эдисон, Ушинский, Бурденко миҙалдары менән бер рәттән тора.

2011 йыл минен өсөн фәндә лә, әҙәбиәттә лә уныш килтерҙе: “Рәсәйҙен билдәле ғалимдары” исемлегенә алыныуым ҡыуаныслы булды. Фәнни эшмәкәрлегем журналистикала һәм әҙәбиәттә фән темаһын яҡтыртыуға, фән янылыҡтарын уҡыусыларға еткерергә ярҙам итә, тигәйнем инде. Фәнни журналистикала эшләүем, фәнни-популяр әҙәбиәт белгесе булыуым менән ғорурланам да. Бала әсәһенә нисек ҡәҙерле, шунын кеүек минә фән дә, журналистика ла ҡәҙерле.

– “Сәйәси әҙәбиәт” китапханаһында “Цивилизациялар һуғышы” бүлегендә һеҙҙен исемегеҙ донъянын билдәле талантлы фән эшмәкәрҙәре Генри Киссинджер, Сэмюэл Хаттингтон, Джордж Сороса, Жака Аттали, Сергей Глазьев, Альфред Коха һәм Михаил Горбачев исемдәре менән бергә тора...

– Эйе, минә дан килтергән ҙур күләмле мәҡәләм “Донъянын мәғлүмәти тәртибе” тип атала. Унда һүҙ социализм тарҡалғандан һунғы һәм хәҙерге осорҙағы информацион технологиялар проблемалары, информацион технологияларҙын халыҡтын анын томалауы тураһында – мәҡәлә башта “Белские просторы” журналында донъя күрҙе, ҡайһы бер өлөштәре “Истоки”, “Экономика һәм философия” баҫмаларында баҫылды.

– Һеҙ Рәсәй философтары йәмғиәтенен “Материалистик диалектика һәм фәнни атеизм” секцияһы ағзаһы ла бит әле. Был өлкәлә ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?

Бында һүҙ диалектик принциптар тикшеренеүҙәре хаҡында бара, сөнки диалектикала бөтә үҫеш, шул иҫәптән коэволюция ла, ҡапма-ҡаршы тенденцияларҙын бер-береһе менән бәйләнештә булыуына бәйләнгән. Ҡапма-ҡаршылыҡ-ул үҫеш процессы, ләкин даими күҙәтеү аҫтында тотмаһан ул йә гармонияға, йә дисгармонияға (конфликтҡа) алып килеүе ихтимал. Йәмғиәттәге ынғай үҫеш менән кире үҫеш бер-береһәнә ҡырҡа ҡаршы булған осраҡта, береһенен икенсеһен енеү менән тамамлана.

Диалектикала ҡапма-ҡаршылыҡтар законы үҙенен килеп сығышы менән боронғо культураларҙын йыһан дуализмына бәйле. Йыһандағы үҫеш, һәм алға китеш, тотороҡлолоҡ һәм тәртип һәр ваҡыт уға ҡаршы булған хаос, тарҡаулыҡ, емергес көскә бәйләнгән. Улар метафораһы-йыһан хужаһы – Алла (енеүсе көс, ынғай башланғыс) һәм емергес көс (Шайтан) менән бәйле тип иҫәпләйҙәр. Әлбиттә, Йыһанда өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеү, үҫеш һәм әүҙемлек, туҡтауһыҙ янырыу дауам иткән осраҡта ниндәйҙер ҡапма-ҡаршылыҡтар ҙа осрап тора. Был ҡапма-ҡаршылыҡ кешелекккә йә ынғай йоғонто яһай, йә ҙур юғалтыуҙар алып килә. Бынын асыҡ миҫалы булып көслө һыу баҫыуҙар, вулкан урғылыуҙар, ер тетрәүҙәрҙе килтерергә мөмкин.

Дания ғалимы Нильс Хендрик Давид донъя ғалимдары араһында беренсе булып диалектик материализмда “ҡапма-ҡаршылыҡтарҙын бер-береһен тулыландырып килеүе”, тигән фекере бар. Икенсе төрлө әйткәндә ынғай һәм кире көстәрҙен бер-береһен тулыландырып килеүе коэволюция тип атала. Коэволюция хаҡында мин алда ла телгә алғайным, был принципҡа ҡағылышлы ябай ғына миҫалдар ҙа килтереп үтәйек. Мәҫәлән, сысҡандар тәбиғәттә нинә күп һәм тиҙ үрсей? Сөнки улар менән һунарсы ҡоштар ғына түгел, ҡырағай йәнлектәр ҙә туҡлана. Йәнлектәр донъяһына килһәк, арыҫлан боланды тамаҡлай. Көслө, һау-сәләмәт йәнлек ҡасып ҡотолһа, хәлһеҙе көслө йәнлектен табышына әүерелә. Дингеҙҙә лә шул уҡ хәл-әгәр үләкһәләр ашаусы жраловка балығы дингеҙ санитары ролен үтәмәһә, дингеҙ ниндәй хәлдә булыр ине икән?

Ә хәҙер ошо хәлде йәмғиәткә күсерәйек. Йәмғиәт иҙеүселәргә һәм иҙеүселәргә, байҙарға һәм ярлыларға бүленгән икән, байырағы ярлыға торлаҡ, икмәк бирә, ә ярлы быны үҙенен хеҙмәте менән түләй. Икенсе төрлө әйткәндә улар бер-береһенән башҡа йәшәй алмай һәм тулыландырып килә. Ләкин “бер-береһен тулыландырып” килгән ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан тыш бер-береһенә тулыһынса ҡапма-ҡаршы булған һәм йәмғиәткә емергес көс менән тәьҫир иткән көстәр ҙә була. Улары иһә бик зарарлы. Әлбиттә, был принципты барыһы ла ҡабул итмәҫкә лә мөмкин, бер ғалим да тик мин генә хаҡлы тип әйтә алмай. Барыһы ла бәхәсле. Ләкин философияла креатив, альтернатив фекерле ғалимдарҙан тыш алдаҡсы мәғәнәгә ҡоролған фекерҙе алға һөрөүсе, йәки махсус әҙәбиәтте уҡып ҡына үҙен ғалим тип атағандар ҙа осрап тора. Шуға күрә донъя ғалимдарынын хеҙмәттәре һәм янылыҡтар менән танышып барырға тырышам.

– Рәсәй матбуғатында нәшер ителгән “Һөйәк менән уйнау” исемле мәҡәләгәеҙҙе уҡығас, ошондай һорау тыуҙы: Һеҙ үҙегеҙ Аллаға ышанаһығыҙмы? Бөйөк Энштейн, мәҫәлән, аллаға ышанған һәм “тик аллаға ышанғанда ғына бөйөк асыштарға ирешеп була» тип иҫәпләгән...

– Был мәҡәләмдә мин мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында дин уҡытырғамы, әллә юҡмы, был уҡытыуҙын файҙаһы булырмы, юҡмы, тигән һорауҙарға яуап эҙләйем. Минен күҙаллауымса, дин нигеҙҙәрен өйрәнеү әгәр башҡа предметтар менән бер рәттән уҡытылһа, был предметты ла ришүәт биреп уҡыу яҙмышы көтә түгелле? Дин нигеҙҙәрен өйрәнгән студент йәки уҡыусынын ришүәт биреүе үҙе үк дин ҡағиҙәләренә һыймай түгелме ни? Бына шунан һун был фәнден йәмғиәткә, конкрет шәхескә ниндәй файҙа биргәнен үҙегеҙ уйлағыҙ инде! Ә әгәр ҙә бала уҡырға теләмәһә ни эшләргә? Көсләп уҡытырғамы, әллә унын психикаһына баҫым яһарғамы? Миненсә, дин, мифология, оккультизм кеүек фәндәр махсус рәүештә специализация рәүешендә уҡытлылһа отасаҡ, киреһенсә булғанда отоласаҡ. Әгәр вуз студенты был фәнде анлы рәүештә уҡыһа, мәктәп уҡыусыһы быны эшләй алмай: сөнки унын өсөн барыһын да ололар хәл итә. Ләкин ҡабатлап әйтәм: был минен шәхси фекерем.

Аллаға ышаныу-ышанмау мәсьәләһе бик сетерекле һәм уға өҙөп кенә яуап биреүе лә ҡыйын. Тотош йыһандағы тотороҡлолоҡ, йәмғиәт үҫеше, кешелек донъяһы закндары ниндәйҙер бер алдан һыҙылған схема буйынса, программа буйынса тип әйтәйемме, дауам итә икән, тимәк, уны кемдер ижад иткән. Кем был авторы? Быға фәндә әле һаман яуап табылмаған. Аллаға ышаныусы ғалимдар йыһанды бөйөк аҡыл эйәһе ижад итеүен инҡар итмәй, әлбиттә, диалектик-материалист булһам да, мин дә быны инҡар итә алмайым.

– Үҙегеҙҙен юғары ан хаҡындағы бер фәнни мәҡәләгеҙҙе “Электромагнит сигналдары хаҡында беҙ нимә беләбеҙ?” – тигән фильмдан алған миҫалдар менән тулыландыраһығыҙ. Квант теорияһын алға һөрөүсе бер төркөм ғалимдар “беҙҙен әйләнә-тирәләге тормош һәм йәшәйешебеҙ беҙҙен нимә уйлауыбыҙҙан тора”, тигән фекер үткәрә. Ә Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

– Был яны фекер яны түгел, был турала әле боронғо Греция һәм Рим философтары ла үҙ һүҙен әйткән. Улар беҙҙен ан-фекеребеҙ әйләнә-тирәләге тормошҡа тәьҫир итеүсе көс тигән. 1964 йылда Ирландия физигы Джон Стюарт Белл “постранство һәм ваҡыт беҙҙен һиҙеү органдары тарафынан алынған һәм аныбыҙҙа сағылған мәғлүмәт кенә”, – тигән фекер әйтә. Унынса, йыһан-ул мегасистема һәм унда барыһы ла бер бөтөн, барыһы ла бер-береһенә бәйләнгән. Был фекерҙе бөйөк Альберт Энштейн да яҡлап сыға, ул: “материаль обьект яҡтылыҡтан шәберәк хәрәкәт итә алмай”, ти. Тимәк, беҙҙен аныбыҙ, уй-фекерҙәребеҙ һәм рухыбыҙ күпкә алдан йүгерә. Бала саҡта атайым, “донъяла ин шәберәге нимә, улым, йә уйла әле”, ти торғайны. Ә бит яуабы ябай ғына, кеше уйы! Ин шәберәге самолет та, поезд та түгел, ә кеше аны, кеше уйы!

– Биографияғыҙ хаҡында ла әйтеп китһәгеҙ ине!

– Өфө егетемен.1985 йылда Өфөләге 7-се һанлы урта мәктәпте тамамланым, 1985–1991 йылдарҙа университеттын тарих факультетында уҡыным. Хеҙмәт юлымды баш ҡаланын Совет районында комсомол секретары булып башланым. Ләкин фәнгә булған һөйөү артабан ҡайҙа илткәнен алдараҡ һөйләп киттем инде, ҡабатлау килешмәҫ. Йәнә шуны өҫтәр инем: олатайым Байков Солтан Шаһимәрҙән улы Башҡортостандын мәҙәниәтен һәм мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес – ғалимлығым шунан киләлер, тип уйлайым.

– Эдуард Артур улы, һеҙҙе фәндәге һәм әҙәбиәттәге, журналистикалағы ҙур уныштарығыҙ, донъя кимәлендәге абруйлы исемдәрегеҙ менән ҡотлайбыҙ, Европанын тәбиғи фәндәр академияһынын Тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып китеүегеҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә тағыла бейегерәк ижади үрҙәр теләйбеҙ!

 

© Миляуша Годбодь, текст, 2011

© Книжный ларёк, публикация, 2015

Опрос

Нравится ли Вам сайт "Книжный ларёк"?

Общее количество голосов: 1200

Koнтакт

Книжный ларек keeper@knizhnyj-larek.ru