Миләүшә Годбодь. Иҫтәлекле осрашыу

17.11.2015 20:21

Иҫтәлекле осрашыу

(Памятная встреча)

на башкирском языке

 

Ғүмергә матур бер иҫтәлек булып ҡалды был осрашыу. Һәм был ғүмерҙә, бәлки, бер тапҡыр ғына була торған матур мәлде яҙмайынса булдыра алмайым. Донъя йыр сәнғәтенен “алтын тауышы”, илле йыл ғүмерен йыр сәнғәтенә бағышланған, 37 мәртәбә Чехия Республикаһынын “алтын һандуғас” йыр фестивале һәм тиҫтәләгән донъя кимәлендәге конкурстарҙа енеүсе бөйөк йырсы Карел Готт минен бала саҡтан тәүбашлап тауышын ишеткән мәлдән башлап кумирым булды. Унын Словакиянын Быстрицк ҡалаһында үтәсәк концерты алдынан интервью биреүен үтенеп башта ирем менән хат яҙып тапшырҙыҡ. Унан һун мин Өфөгә юлландым. Һәм ҙур тулҡынланыу менән йырсынан яуап көтә башланым. Көндәрҙән бер көндө, ниһайәт, Карел Готт кеҫә телефоны буйынса өйөмә шылтыратты. Тын алырға ла ҡурҡып трубканы ҡулыма алам.

– Аһой, пани Һодбодь, то е Карел. Як се мате?(Һаумыһығыҙ, Һодбодь ханым, хәлдәрегеҙ нисек?)

– Добже, декуи (рәхмәт, яҡшы), – тип яуаплайым.

– Тик ҡурҡыуым бушҡа булып сыға: йырсынын бәрхәт тауышы үтә лә тыныс, йомшаҡ. Артабан ул минә үҙенен интервью бирергә ризалығын белдерә, һорауҙарҙы алдан әҙерләп килеүемде үтенә. Әнгәмә ваҡытын билдәләй.

– Насхледоноу! (Һау булығыҙ!)

Иҫ киткес тулҡынланыу тойғоһо кисерәм. Шулай ҙа юғалып ҡалмайым. Чех телендә йырсынын хәлен, кәйефен һорашам, ҡыуанысымды белдереп, рәхмәт әйтәм. Карел Готтын концерты беренсе апрелгә тура килгәнгә күрә көлөшөп алабыҙ. Йырсы йәнләнеп китә. Үҙенен дә тулҡынланыуын белдерә: күптән Рәсәй журналистарынын үҙенән интервью алмағандарын белдерә.

Словакиянын Быстрицк ҡалаһындағы ун мен кеше һыйҙырышлы Спорт һарайында үткән йылдын беренсе апрель көнө энә төртөр ҙә урын юҡ ине. Йәштәр баҫып тынлаһа, өлкәндәргә ултырғыстар килтерҙеләр. Ләкин барыбер барыһы ла инәлманы. Күптәр урын етмәү сәбәпле тышта ҡалды.

Билет хаҡы 350 евро тора. Шуны әйтергә кәрәк: 75-кә аяҡ баҫҡан Карел Готт Европала ин популяр, ин ҡиммәтле йырсы иҫәпләнә. Мон һандуғасы ун биштән ашыу телдә йырлай, унын концерттарын ер шарынын төрлө мөйөштәрендә һәр саҡ көтөп алалар. Репертуарында чех композиторҙары яҙған йырҙар менән бер рәттән сит ил композиторҙарынын да йырҙары күп. Немец телендәме, инглиз, португал телендәме, ысын сәнғәткә тәржемә кәрәкмәй шул, Карел Готтын һәр йырын халыҡ гөрр килеп ҡул сабып ҡаршылаһа, оҙон-оҙаҡ алҡышлап оҙат ла. Концерт барышында сәхнә аллы-гөллө ялан сәскәләр үҫкән болонға оҡшап ҡала. Йырсы бер ваҡытта ла фонограмма ҡулланмаған. Башҡорт халыҡ йырсыһы Абдулла солтановтын тауышы нисек саф көйө һаҡланһа, Карел Готтын тауышы ла шул көйө: концерт ваҡыты бөткәндәндән һун да ул сәғәттәй ваҡыт халыҡ һорауы буйынса йырланы ла йырланы...

Карел Готт концертты үҙе алып барҙы. Ҡыҫҡа ғына итеп үҙенен тормош юлы, нисек йырсы булып китеүе, йәшлек йылдары, ҡайһы бер кин билдәле йырҙарынын тарихы һәм артист тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында һөйләп көлдөрҙө. Ихласлығы, ябайлығы, һөйкөмлөлөгө тамашасылар менән менән ихлас мөнәсәбәт урынлаштырырға ярҙам итте. Йырсынын репертуарында Рәсәй композиторҙары ижад иткән йырҙар, кин билдәле романстар ҙа булды, үҙенен чех телендәге бер йырын “Карел Готтын тауышын ишетеү өсөн дүрт мен саҡрымдан килгән Рәсәй журналисына арнайым (ошо юлдар авторына)”, тип иғлан иткәс, ҡыуанысымдын сиге булманы!

Карел Готт менән алдан килешкәнсә концерт алдынан әнгәмәләштек. Йырсы шаян, төртмә телле булып сыҡты. Ике һүҙҙен береһендә көлдөрөп ала, үҙенен дә һорауҙары бихисап. Өфөнән бүләккә тип алып килгән йәш рассәм Юлай Әминевтын “Башҡорт ҡыҙы”, “Автопортрет” исемлеп картиналарын бүләк иткәс, йәнләнеп, шатланып китә. Үҙенен дә рәссам икәнлеген, Юлайҙын картиналарын оҡшатыуын, уларҙын үҙенен шәхси коллекцияһында һаҡланасағын һәм ошондай уҡ бүләк ителгән башҡа эштәр менән бергә кикүргәҙмәләрҙә ҡуйыласағын белдерә. Юлайҙын форсат табып үҙенен күргәҙмәһенә килеүен теләй.

“Башҡорт ҡыҙы” картинаһы Карел Готты айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Ул: “Бөтә башҡорт ҡыҙҙары ла шулай сибәрме, барыһы ла шулай аҡыллы, ипле, әҙәплеме?” тип һоҡлана-ҡыҙыҡһына башлағас, “Эйе, Карел, барыһы ла шулай”, – тип яуаплайым. Артист үҙенен, һис шикһеҙ, Өфөгә барып башҡорт ҡыҙҙарын күрәсәген әйткәс, мәлдән файҙаланып, Башҡортостандын баш ҡалаһы Өфөлә Халыҡ-ара йыр, сәнғәт конкурстары һәм фестивалдәре үтеүен, беҙҙә хатта Ла-Скала, Париж сәхнәләрен яулауған опера йырсылары йәшәүен хәбәр итәм. Былар йырсыны иҫ киткес тулҡынландыра. – Килегеҙ, күрегеҙ, үкенмәҫһегеҙ, Өфө бик матур ҡала! Концертығыҙҙа зал туп-тулы буласаҡ!-тигәс,ул уғата йәнләнеп китә.

Ошо осрашыуҙа йырсыға өс телдә нәшер ителеүсе “Панорама Башҡортостана” журналын, “Башҡортостан” альбомын (үҙем тәржемәсеһемен), “Башҡортостан мөғжизәләре”, “Өфө” төҫлө открыткаларын бүләк иттем. Артист Рәсәй, Башҡортостан, башҡорттар, Өфө хаҡында үҙен ҡыҙыҡһһындырған һорауҙарын бирҙе.

Үкенескә ҡаршы, тәғәйен ваҡытыбыҙ тиҙ генә үтеп китә. Карел Готҡа тип алып килгән раузалар букетытын йырсыға тотторғас, ул битемдән үбеп ала һәм беҙ шаяра-көлә фотоға төшәбеҙ. Осрашыу һунында Карел Готт артист Юлай Әминев менән минә автографтар яҙып дисктар бүләк итте, яйы сыҡҡанда мин дә тиҙ генә Өфөнән алып килгән пластинкаларға йырсынын автографын алдым.

Хәҙер әзит уҡыусыларға Карел Готт менән булған әнгәмәне тәҡдим итәм.

Ихтирам менән Миләүшә Ҡолмөхәмәтова (Годбодь)

 

– Үҙегеҙҙен нисек итеп донъя сәхнәләрен яулауығыҙҙы һөйләгеҙ әле?

– Ихластан. Мин бик боронго кеше инде. 1939 йылдын 14 июлендә Плзень ҡалаһында ябай ғаиләлә донъяға килгәнмен... Ә һеҙ нисәнсе йылда тыуғанһығыҙ?

– 1957-лә.

– Йәшһен әле. Ә минен тап һин тыуған йылда йырсы булараҡ карьерам башланды. Уға тиклем үҙешмәкәр йыр түнәрәктәрендә шөғөлләндем, төрлө вокал конкурстарында һәм фестивалдәрҙә ҡатнаштым. Прагала ”Влтава”, “Штванице”, “Альфа” кафеларында йырлап йөрөнөм. Тап ошо йылда үҙемде тулыһынса йырға бағышларға булдым. Магнитофон таҫмаһына яҙылған тәүге йырым инглиз телендә 1960 йылда донъя күрҙе.

– Сит илдәге тәүге гастролдәрегеҙ ҡасан булды?

– 1961 йылда. Башта Польшаға, унан Мәскәүҙә, Тбилисиҙа, Бакуҙа, Ереванда һәм Ленинградта сығыш яһаным. Рәсәйҙә мине бик йылы ҡаршыланылар, үҙемде тыуған илемдәгеләй хис иттем.

Мәскәүҙә, Ленинградта, Киевта, Алматала, Ригала 1970-се йылдан башлап 1988 йылға тиклем унышлы сығыш яһаным. Унан һун юлдар өҙөлөп торҙо. Артабанғы килеүем 2000, 2004 2008 йылдарға тура килә. 2011 йылда Мәскәүҙә бер кис кенә йырлап киттем. Хәҙер Рәсәйҙә йыш булмағас, рус телен дә онотоп барам инде. Рәсәйҙә мине лә онотҡандарҙыр инде шулаймы?...

– Юҡ, юҡ, Карел! Һеҙҙе берәүҙен дә онотҡаны юҡ, шәхсән үҙем, мәҫәлән, Һеҙҙе бала саҡтан яратып тынлайым. Телевизорҙан тапшырылған бер генә сығышығыҙҙы ла төшөрөп ҡалдырғаным булманы. Ин яратып тынлағам йырҙарым “Паганини скрипкаһы” һәм рус романстары. Һеҙҙен кеүек ҙур талант эйәләре Анна Герман, Дин Рид, Марыла Родович, Бисер Киров, Мирей Матье, Джо Дассен... Барығыҙ ҙа рәсәйлеләргә яҡшы таныш. Йырҙарығыҙҙы хәҙер нисәмә быуын тынлап үҫә! Етмешенсе йылдарҙан башлап бөтә грампластинкаларығыҙҙы йыйып барҙым, уларҙы мин генә түгел, 1980 йылда тыуған улым менән ҡыҙым да тынлап үҫте. Шулай булғас, мон оҫталарынын тауышына йәш быуындын да һоҡланыуына ышанһағыҙ ине! Хатта элекке пластинкаларығыҙҙы ла һаҡлайбыҙ, тауышығыҙҙы, моноғоҙҙо һағынабыҙ, тик үкенескә ҡаршы, Өфөлә һеҙҙен дисктарығыҙҙы бөтөнләй табып булмай...

– Шулай ҙа бик шатмын. Онотмағандары өсөн ҙур рәхмәт!

– Һеҙ күберәген Европа илдәрендә сығыш яһайһығыҙ, Германияла йыш булаһығыҙ...

– Улай уҡ тип әйтмәҫ инем. Америкала, Австралияла, Һиндостанда, Японияла, ғәрәп илдәрендә, Израилдә лә булам, ләкин Германияла мине нығыраҡ яраталар кеүек. Бәлки, күп йырҙарымды немец телендә башҡарыуым сәбәпселер? Ниндәй илгә барам, репертуарыма шул ил телендәге йырҙар индерәм. Чех мәҡәлендә әйтелгәнсә: Күпме тел белһән, һин шунса кешеһен!

– Күп илдәрҙә булып, донъя сәхнәләрен яулағанһығыҙ. Ҡайҙа барһағыҙ ҙа Һеҙҙе “Праганын алтын тауышы” булараҡ ҡабул итәләр. Ниндәй сығыштарығыҙҙы ин иҫтәлеклеһе тип иҫәпләйһегеҙ?

– 1963 йылда Европа илдәре йырсыларынын конкурсында “Таузенд фенстер” (“Мен тәҙрә”) исемле йыр менән ун өсөнсө урынға сыҡҡас, уныш йылмайҙы, артабан “Евровидение – 1968”-ҙә енеп сыҡтым. 80-се йылдарҙа Азия һәм Америка илдәрендәге турым ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. 1989 йылда Прагала Вацлав майҙанында “бәрхәт революция”ны яҡлап сығыш яһаным.

– Һеҙҙен менән бергә сығыш яһау күп йырсыларҙын хыялы. Ниндәй йырсылар менән сығыш яһарға яратаһығыҙ?

– Алтмышынсы йылдарҙа популяр чех йырсыһы Власта Прухова, менән радио хитпарадында ҡатнашып, енеү яуланыҡ. “Күҙҙәренә яуа ҡарҙар” исемле йыр менән уныш ҡаҙандыҡ.

1963 йылда , аҙаҡ 2010–2011 йылдарҙа Германия, Канар утрауҙары, Испания, Австрия, Швейцария, Чехия һәм Словакия буйлап Ева Урбанова, Карл Штедрим менән сығыш яһаныҡ. Талантлы йырсы Гелена (Елена) Вондрачкова менән унышлы сығыш яһайбыҙ. Рәсәй йырсыларынан София Ротару ижадын яратам. Унын менән “Отчий дом” йырын бергә башҡарҙыҡ, Иосиф Кобзон менән аралашабыҙ.

– Ниндәй композиторҙар менән ижади хеҙмәттәшлектә эшләйһегеҙ?

– Композиторҙар һәм музыканттар Ладислав Штайдл, Иржи Сухи, Иржи Шлитр, талантлы театр режиссерҙары Олдржих Липски, Ян Немец, Ладислав Рихман, Андрей Гречиха менән бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, анлашып, аралашып йәшәйбеҙ.

Әлбиттә, йыр талантлы йырсынын репертуарына килеп инһә, ул ошо йырҙы ғүмерле яһай. Һәм киреһенсә лә булырға мөмкин. Алтмышынсы йылдарҙа йырсы, музыкант һәм композитор Карл Краутгартнерҙын джаз оркестры менән Рәсәй ҡалаларында сығыш яһаныҡ. Беҙҙән алда Бенни Гудман сығыш яһаған булһа ла, зал тулы халыҡ булды. Ғөмүмән, Рәсәйҙен ниндәй генә мөйөшөндә булһаҡ та, һәр ваҡыт дуҫтарса ҡаршыланылар. Хәҙер шул йылдар хәтеремдә матур бер иҫтәлек булып һаҡлана.

Шәхсән күнелгә ятҡан, тәрән йөкмәткеле йырҙарҙы башҡарырға тырышам. Ин беренсе сиратта йырҙын монона, аһәнлелегенә, эстәлегенә иғтибар итәм. Йөрәк ҡушыуы буйынса йырлайым. Мөхәббәт темаһына яҙылған йырҙарҙы яратып башҡарам. Рус композиторҙарына килгәндә инде Леонид Дербеневтын йырҙарына өҫтөнлөк бирәм. Мәғәнәле, монло йырҙар ижад итте ул. “Верни мне музыку”, “Я открою двери”, “Едет ярмарка” кеүек йырҙар әле булха репертуарымдан төшмәй. “Ах, ты душечка”, “Я вас любил”, “Я встретил вас”, “Соловьи, соловьи, не тревожьте солдат” кеүек рус романстарын айырыуса яратып башҡарам. Ә бына башҡорт йырҙарын йырларға тура килгәне юҡ әле! (көлә). Кем белә, саҡырһағыҙ, бәлки, өйрәнеп репертуарыма индерермен...

 

– Карел, Һеҙ йырсы ғына түгел, ә актерһығыҙ ҙа. Бик күп кинофильмдарҙы тауышығыҙ менән биҙәгәнһегеҙ, үҙегеҙ ҙә киноға төшкәнһегеҙ. Шулар хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине!

– Эйе, ижадымдын был тармағы алтмышынсы йылдар башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә. Минә “Лимонадный Джо”, “Если бы тысяча кларнетов”, “Мученики любви”, “Три орешка для Золушки”, “Звезда падает вверх”, “С рекла штести”, “Наследство, или блин, ребята, гутен таг!”, “Жизнь меняет тебя” һәм башҡа популяр кинофильмдарҙе йырҙарым менән биҙәнем, тиҫтәләгән оперетталарҙа төр ролдәрҙе башҡарҙым. Комедияларҙа уйнарға яратам. Владимир Свитачек, ян Рохач, Ян Немец кеүек талантлы чех режиссерҙары, Вольдемар Матушка, Ева Пиларова кеүек монло тауышлы йырсылар менән хеҙмәттәшлек итәм.

Карел, тауышығыҙҙын, уныштарығыҙҙын сере нимәлә?

– Уны һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ инде. Уныш ҡаҙанам тигән йырсыға үҙ өҫтөндә күп эшләргә кәрәк, ә күп эшләү өсөн тырышлыҡ кәрәк, шулай бит? Арбанан йырсы арбаһынан төшөп ҡалмаҫ өсөн заман бергә атлау кәрәк. Алтмышынсы йылдарҙа, мәҫәлән, поп-музыкала мэйнстрим тип аталған стиль өҫтөнөк ала башлағас, АҠШ-ҡа барып шуны өйрәнеп ҡайттым. Илле йыл репертуарымдан төшмәгән “Леди Карнавал” ошо эш сәфәре һөҙөмтәһе.

Донъя йыр сәнғәте маһирҙарынан Элвис Пресли, Фредди Меркьюри, Роя Орбисон йырҙарын өйрәндем. Матбуғатта: “Карл Готт сәхнәлә үҙен тота белмәй”, тип тәнҡит һүҙҙәре әйтелгәс, Америкаға барып тәжрибә арттырып ҡайтыуҙын файҙаһы ҙур булды. Йырсыға тағы ла монло тауыш ҡына түгел, сәхнәлә үҙ-үҙенде ышаныслы тотоу ҙа кәрәк.

– Һеҙ һаман да йәшһегеҙ, дәртлеһегеҙ, тауышығыҙ ҙа шул көйө, бынын сере нимәлә?

– Спорт менән шөғөлләнәм. Һаман да күп эшләйем. Һәр иртәм йүгереүҙән башлана, спортты яратам.

– Һынлы сәнғәт менән дә шөғөлләнәһегеҙ, күргәҙмәләрегеҙ үтә...

– Бала саҡта йырсы булырға түгел, ә рәссам булырға хыялландым. Был ҡыҙыҡһыныуым ата-әсәйемә лә оҡшаны. Улар минә мольберт, буяуҙар, төҫлө ҡәләмдәр һатып алғас, ҡыуанысымдын сиге булманы! Мәктәптә уҡығанда Боттичеллиҙын бер картинаһынын тулыһынса үҙаллы яҙғаным хәтерҙә. Яратҡан рәссамдарым Сальвадор Дали, Пабло Пикассо, Поль Гоген, улар кеүек яҙырға хыялландым. Бала саҡ хыялын өлкәнәйгәс кенә тормошҡа ашырҙым. Концерттарҙан бушаған ваҡытта живопись менән шөғөлләнәм. Портрет жанрына ла өҫтөнлөк бирәм. Ә улығыҙ һоҡланғыс талант, минен әле ундай бейеклеккә күтәрелә алғаным юҡ(көлә).

Бала саҡта кем кем булырға хыялланмай инде? Мин электромонтер, гинеколог булырға ла хыялландым ул (көлә). Ләкин йырға булған һөйөү барыһынан да өҫтөнөрәк булып сыҡты. Башта Прагала музыка училищеһында уҡыным. Прага дәүләт консерваторияһында бөйөк рус йырсыһы Федор Шаляпиндын уҡыусыһы профессор Карениндын опера вокалы класында белем алдым. Уны тамамлағас, талантлы музыкант Краугартнерҙын джаз оркестрында йырланым, шул уҡ ваҡытта Прагала “Семафор” һәм “Аполлон” театрҙарында ла уйнаным. Алтмышынсы йылдарҙағы сығыштарым иҫтәлек булып хәҙер кинотаҫмаларҙа ғына ҡалды. Артабанғы уныштарым хаҡында ишеттегеҙ инде. Ижадымды ҡайҙа ғына йырлаһам да, яратып, үҙ итеп ҡабул иттеләр, ләкин алтын, көмөш, платина, бриллиант дисктарға лайыҡ булдым тип күкрәк киреп йөрөмәйем, үҙ өҫтөмдә эшләүемде дауам итәм. Ысын сәнғәт кешеһе өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш-уныш үҙенән-үҙе килмәй.

– Сәхнә менән хушлашырға ашыҡмайһығыҙ, шикелле...

– 1990 йылда сәхнә менән хушлашам тип турға сыҡҡайным, ул киреһенсә, сәхнәгә мәнгелеккә кире ҡайтыу булып сыҡты. Германия, Чехия, Словакия буйлап гастролдәрҙә йөрөнөм... һәм халыҡ яратҡас, халыҡ һорағас, ни эшләйһен, сәхнәне ҡалдырыу теләге бөтөнләйгә һүнеп ҡалды. Ошо тур һөҙөмтәһе булып 1992 йылда “Ир һәм ҡатын бергә булғанда...” исемле дискым донъя күрҙе. Ул тиҙ арала таралып бөткәс, 1995, 1997 йылдарҙа ҡабаттан сығарҙыҡ.

– Башҡортостан менән дә таныштырып китегеҙ әле?

– Суверенлы Башҡортостан Россия Федерацияһындағы Президентлы дәүләт, территорияһы буйынса Чехия Республикаһынан саҡ ҡына ҡалыша. Тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовты һайланылар, икенсеһе – Рөстәм Хәмитов.

Башҡорттар ирек һөйөүсе, ҡунаҡсыл, егәрле халыҡ. Тарихтан билдәле булыуынса, Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа ла әүҙем ҡатнашҡандар: 1812 йылғы француз һуғышында, 1941–1945 йылдарҙа Икенсе бөтә донъя һуғышында айырыуса ҙур батырлыҡтар күрһәткәндәр. Тик бер башҡорт кавалерия дивизияһы ғына 78 кешеһе советтар Союзы Геройын биргән. 1945 йылдын 9 майында Праганы фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә башҡорт егеттәре лә ҡатнаша, әйткәндәй, улар араһында “За освобождение Праги” миҙалы менән наградланған атайым Ҡолмөхәмәтов Мотиғулла Фәтҡулла улы ла бар.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында чехтар Советтар Союзы Геройы генерал Л. Свобода (милләте буйынса чех) етәкселегендә 1-се Украина фронтында айырым чехословакия корпусы булараҡ фашистарға ҡаршы ингә-ин терәп һуғыша һәм тинһеҙ батырлыҡтар күрһәтә. Был һуғышта 140 мен совет, 400 менгә яҡын чех һәләк була.

Ә Чехословакиянын милли геройы, йөҙҙән ашы ауыл һәм ҡаланы немецтарҙан азат итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан Ян Жижка исемендәге партизандар отрядынын ҡыйыу командиры Даян Баян улы Мурзин да Башҡортостан егете. Хәҙерге Злин ҡалаһында (элекке Готвальд) унын исемендәге урам бар, ә донъя сәхнәләрен шаулатҡан балет йондоҙо Рудольф Нуриевтын Өфө егете икәнлеген, бәлки, һеҙ белмәйһегеҙҙер ҙә әле?

Быларҙы ишеткәс, йырсы ҡанатланып китә һәм:

– Эйе, һеҙ, башҡортостанлылар, бөйөк шәхестәрегеҙ менән, ысынлап та, ғорурлана алаһығыҙ. Рәсәйлеләргә, Башҡортостанлыларға күп сәләмдәремде ебәрәм, ғаиләгеҙгә именлек, һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уныштар теләйем. Мине онотмауығыҙ өсөн рәхмәт, йыр-мондан айырылмағыҙ, дуҫтар!

 

© Миляуша Годбодь, текст, 2012

© Книжный ларёк, публикация, 2015

—————

Назад