Роман Филиппов. Халыҡ батыры-бағымтасы Салауат…

23.04.2017 16:13

ХАЛЫҠ БАТЫРЫ-БАҒЫМТАСЫ САЛАУАТ…

әҫәрҙән ѳҙѳмтә

(Народный герой-пастырь Салават)

на башкирском языке

 

От Смотрителя: Мне кажется символичным, что на конкурсе башкирских докладов, проводившемся в уфимской гимназии № 39 с углублённым изучением языков, первый приз взял русский юноша. Может быть, жюри умилил именно этот факт! Что Рома Филиппов свободно и литературно-складно докладывает на языке родной республики. Это Башкортостан, собратья, дружба народов в действии!

 

Эссәләмә ғәләйкүм! Минең исемем Роман. Мин Салауат саҡыртам. Мин Салауат менән һөйләшкем килә…

Тағы бер мөһим мәсьәләгә туҡталғым килә. Башҡортостан, Рәсәй составындағы дәүләт булараҡ, үҙенең дәүләтселек атрибутикаһына эйә – флагы, гербы һәм гимны бар. Тик дәүләт гимнының тексында ниңәлер Салауаттың исеме юҡ. Уға бағышлап бөгөн дә халыҡ шиғырҙар, йырҙар, ҡобайырҙар ижад итә, ул, шишмә булып, тынмай аға ла аға. Батыр исеменең гимн тексында булмауы дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым.

 

Салауат Юлаевтың тормошо һәм яҙмышы хаҡындағы документтарҙың һәм шиғри әҫәрҙәренең бик аҙ өлөшө генә һаҡланған.

Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр урыҫ телендә Ф. Д. Нефёдов «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880) тигән очергында баҫтырып сығара. Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр баҫылып сыға.

Салауат 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Тикшереү ваҡытында Салауат үҙен Өфө өйәҙенең Тәкә ауылында тыуған, ә Юлай ауылында йәшәгән тип күрһәтә. Тарихсылар билдәләүенсә, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналинды ябай общинниктар иҫәбенә мал йыйған бай старшиналарға индереп булмай. Ул башҡорттарҙы аҫаба ерҙәрен һатыуға өндәгән, үҙҙәре өсөн файҙалы шарттарҙа тимер юл заводтары төҙөү өсөн ер һатып алыу йәки ҡуртымға алыу тураһындағы закондарҙы аңлы рәүештә боҙған губерна хакимиәте вәкилдәренә ҡаршы көрәшкән.

Салауат Юлаев 1773–1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышы башланғандан алып баш күтәргән бөтә Башҡортостан башында тора. Уны батша властары 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға ала, ә атаһы Юлай Аҙналинды унан да алда әсиргә алған булалар.

Бығау һалып, улар Мәскәүгә оҙатыла. Юлай Аҙналин бик һәләтле, бай, аҡыллы һәм абруйлы кеше була. Башҡорттар уны бик ихтирам итә һәм улус старшинаһы итеп һайлай. Урындағы властар ҙа старшинаға ышаныс һәм хөрмәт менән ҡарай. әүәм иге булһа был бәктәр үҙҙәре, бары бүйне байый ҙа бына баҙлыҡ етеш ителә.

1768 йылда Ырымбур губернаторы кенәз Путятин үҙе Юлайҙы башҡорт командаһы старшинаһы итеп тәғәйенләй. Ләкин тиҙҙән сауҙагәр Твердышев Юлай Аҙналин биләмәһендәге ерҙәрҙе Сим заводына тартып ала. Башҡорт ерҙәре бөлгөнлөккә төшә, шуға күрә лә Юлай Аҙналин менән уның ун туғыҙ йәшлек улы Салауат Емельян Пугачев етәкселегендәге хәрәкәткә ҡушыла.

Салауатты тотҡандан һуң ун ай үткәс, 1775 йылдың сентябрендә, атаһы менән бергә язаға тарттырыла. Бөтә халыҡ алдында икеһен дә 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар. Бер айҙан һуң танау япраҡтарын өҙөп алалар, маңлайҙарына һәм йөҙҙәренә келәймә баҫтыралар. 1775 йылдың 2 октябрендә ҡул-аяҡтары бығауланған Салауат менән Юлай һаҡ аҫтында Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) мәңгелек каторгаға оҙатыла.

Балтика порты Рогервикка Петр I тарафынан нигеҙ һалына. Әммә башҡорт ихтилалында ҡатнашыусыларҙы Рогервикка килтергәндә ҡәлғә ташландыҡ хәлдә була. Унда ҙур булмаған бер гарнизон һәм аҙ ғына әсирҙәр ҡалған була. Салауат менән Юлай бында үҙ көрәштәштәрен: Пугачев полковнигы И. С. Аристовты, полковник Ҡәнзәфәр Усаевты һәм башҡаларҙы осрата. Салауат Юлаев менән атаһы ҡалған ғүмерен ошонда үткәрә.

Тәхеткә Павел Беренсе күтәрелгәс, ҡәлғә коменданты Лангель ҡалған пугачевсыларҙы Таганрогка йәки Иркутскиға буҫтау фабрикаһына күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Әммә Сенат, уларҙың ҡасыуынан ҡурҡып, рөхсәт бирмәй. 1775 йылдың 17 мартында императрица Екатерина II-нең махсус манифесы индерелә. Уға ярашлы, Пугачев бунтында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ғүмерлек һөргөнгә ебәрелергә, ә исемдәре мәңгегә онотолорға, телгә алынмаҫҡа тейеш була. Ошо манифест буйынса властар урындарҙа баш күтәреүселәрҙең исемдәрен телгә алыусыларҙы аяуһыҙ эҙәрлекләй.

Салауат һөргөндә 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.

Салауатты бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә алалар. Башҡортостанда район, ҡала, урамдар, мәҙәни-ағартыу учреждениелары уның исеме менән аталған. Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы һәм Әлкә ауылында музейҙың бүлеге асылған. 1967 йылда уҡ әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы ижад эше өсөн Салауат Юлаев исемендәге БАССР премияһы (1992 йылдан – Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы) булдырылды.

Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була, шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Әммә халыҡ хәтерендә ул йәш, 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ титан булып һаҡлана.

Яҡшы һүҙегеҙгә рәхмәт!

 

© Роман Филиппов, текст, 2017

© Книжный ларёк, публикация, 2017

—————

Назад