Миләүшә Годбодь. Шиғри биҙәккә бай монло ижад

17.03.2017 08:37

ШИҒРИ БИҘӘККӘ БАЙ МОНЛО ИЖАД

(Творчество, богатое на литературные узоры)

на башкирском языке

 

Филология фәндәре кандидаты, шағирә Гөлназ Ҡотоеванын әҙәби тәнҡит хаҡында ошондай һүҙҙәре бар: “Тәнҡит һәр шағир эсендә ултыра, әгәр ул үҙенә һәм башҡаларға талапсан булмаһа, үҫмәй. Тәнҡитсе ижадҡа фатиха биреүсе лә ул. Йәштәр менән эшләгәндә тәнҡитсе туҡтауһыҙ эҙләнә һәм үҙе лә үҫә”. Ысынлап та ижадсынын әҫәрҙәре дөрөҫ баһаланырға тейеш, тәнҡит яҙыусынын артабан үҫеүе өсөн бик кәрәк нәмә. Ләкин тәнҡитсе ижадсы йөрәгендәге утты һүндермәҫкә, киреһенсә, дөрләтеп ебәрергә, яҙыусыға дөрөҫ йүнәлеш бирергә тейеш. Шул ваҡытта ғына ул маҡсатына ирешә һәм унын менән ижадсы араһында эшлекле бәйләнеш булдырыла.

Мин үҙемде тәнҡитсе һанамайым, сөнки был яуаплы исемде ныҡ итеп аҡларға кәрәк – ләкин әҙәбиәтте, шиғриәтте, сәнғәтте мөкиббән китеп яратам. Төрлө йылдарҙа байтаҡ башҡорт әҙиптәре, шул иҫәптән Башҡортостандын халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев, халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим һәм Марат Кәримов, шағирҙар Яҡуп Ҡолмой, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Риф Мифтахов, Рауил Ниғмәтуллин, Фәниә Чанышева, Тамара Ғәниева, Гөлназ Ҡотоева, Нефтекама төбәге шағиры Мәснәүи Зәйнуллин, прозаиктарҙан Марат Муллаҡаев, Орбелий Әхмәтов, Эдуард Байков, билдәле Рәсәй сатиригы, Чехия Республикаһынын рус телле яҙыусылар һәм журналистар союзы рәисе Сергей Левицкий ижады буйынса рус һәм башҡорт телдәрендә рецензиялар һәм тәнҡит мәҡәләләре әҙерләп баҫтырҙым.

Әле уҡыусыларға һәр шиғыры бәғерҙәрҙе өҙөрҙәй монло, ҡаранғыны телерҙәй нурлы таланты менән яҡтыртҡан шағирә Гөлнара Хәлфетдинова ижады буйынса әҙерләнгән мәҡәләмде тәҡдим итәм. Унын уҡыусыларға ла, авторҙын үҙенә лә файҙаһы булырына ышанам.

Автор.

 

 

Шиғриәт һүҙе ғәрәп телендә матур, нәфис һүҙ сәнғәте тигәнде анлата. Унын ныҡлығы – хис-тойғолар һәм һүҙ көсөндә. Шиғыр оҫтаһы унда үҙен уратып алған донъяға, йәмғиәткә, тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен, ваҡиғалар, күренештәрҙен фәлсәфәүи асылын күреү-анлатыуҙы төп урынға ҡуя ята. Һәм тулҡынландырғыс уй-кисерештәре, йөрәк тибеше аша шул замандын, шул быуындын тын алышын сағылдыра. Быға өҫтәп әгәр шағирҙын күнеле лә, шиғырҙары ла йырлап торһа, ҙур тормоштон бөтә бөйөк гармонияһы – донъяға, тәбиғәткә бәйлелек һәм уға ынтылыу көсө менән әҫәрҙен үҙенә генә хас эске моно ла үрелеп килһә, әҫәрҙен тәьҫир итеү көсө тағы ла көслөрәк була.

Шағир өсөн шиғриәт менән йәшәү – ҙур бәхет ул. Билдәле башҡорт шағиры Муса Ғәли “Шиғриәт – күп монло сәнғәт ул, ә сәнғәт ишектәрен асыу үтә лә яуаплы эш. Шағирлыҡ кешегә тыумыштан бирелә. Ә бына шиғыр тыуыуын мин тәбиғәттен һирәк осрай торған күренештәренә тинләр инем. Сөнки шиғырҙын сере һүҙҙәрҙе теүәл үлсәүҙәргә теҙеп, уларҙы рифмалар менән генә сынлатып ебәреүҙә түгел, ә шағирҙын йөрәгендә ята”, тигән хикмәтле һүҙҙәр әйткән. Тимәк, поэзия ҡыйыуҙар, ҡайнар йөрәклеләр эше, ә талантлы шиғыр ҙур ауырлыҡтар, даими уйланыуҙар, фекерҙәр өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләү нәтижәһендә тыуа. Ысын шағир тормош ниндәй генә булмаһын һәр саҡ үҙе булып ҡала: ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, ижадтан айырылмаҫҡа тырыша.

Өҫтә әйтелгән һүҙҙәрҙе йөпләп, балҡар шағиры Ҡайсын Кулиевтын: “Поэзия иҫ киткес һоҡланыуҙарҙан, тетрәнеүҙәрҙән, сикһеҙ тулҡынланыуҙан, йоҡон ҡасып тәрән уйланыуҙарҙан тыуа”, тигән һүҙҙәрен дә килтерер инем. Шағир поэзияны тоя белергә тейеш. Унын оҫталығы тормошто анлай һәм күрә белеүендә күренә. Шағир булырға йыйынған кеше ин башта үҙен тапһын, ижады эш араһындағы кәсеп булмаһын, уға ғүмерен бағышлаһын һәм хеҙмәт итһен. Шул саҡта ғына шиғырҙары көйҙөрөр ҙә, яндырыр ҙа, шатландырыр, ашҡындырыр ҙа.

Миненсә, оло әҙиптәр әйткән был фәһемле һүҙҙәр шағирә Гөлнара Хәлфетдинованын ижадына тап-таман килеп тора. Әгәр ҙә шағирә үҙе үк, ”Күнел тулы хистәремдән ҡара, сәсеп түгер инем, йәл минә. Енел түгел, һағыштарҙан-мондар, мондарымдан минә хәл инә”, тип яҙа икән, тимәк, шиғриәтте яҙмышы иткән. Был юлдарҙа әҙибә шиғриәткә булған һөйөүенбашҡалар тоймаған хис-тойғолар һәм һүҙҙәр аша һынландырырға тырышҡан.

Гөлнара Хәлфетдинованын шиғриәтен байтаҡтан бирле уҡып, күҙәтеп барам. Шөкөр, Интернет тигән техника ҡаҙанышы бар бөгөн – үҙенен сайтына ҡуйған яны шиғырҙарын да уҡыйым. Уҡып ҡына ҡалмайым, һоҡлана! Тик әле мин шағирәнен яны әҫәрҙәре хаҡындағы һүҙҙе ситкәрәк ҡуйып тороп, унын ваҡыт һынауын үткән 2005 йылда нәшер ителгән “Ҡынғыраулы яланда...” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы хаҡында һөйләмәксемен.

Ыҡсым ғына был китапсыҡҡа 104 шиғыр һыйған, ул өс бүлектән тора. Ләкин эш һанда түгел бит, ә сифатта. Яҙыуҙын хикмәте-нимә яҙыуҙа түгелме ни? Тәүҡарашҡа тәүге йыйынтығына ингән әҫәрҙәре аша лирик героиняны тормош ауырлыҡтарына бирешмәйсә донъянан йәм-тәм табып зауыҡланып ижад итеүсе темпераментлы, ут-йөрәкле, сая шағирә булараҡ ҡабул итәһен. Һәр әҫәренен ҡайнар тойғолар, ҡанатлы фекерҙәр менән нығытылып сағыу эмоциялар, романтик хыял-ынтылыштар, ташҡын хистәр тулҡыныны солғанышында ижад ителгәнен тояһын. Автор донъяны, кешеләрҙе тормоштағыса йәнле, теремек итеп һүрәтләй, уйлағандарын, борсолоуҙарын, теләк-ашҡыныуҙарын хыял менән тултырып анлатырға тырыша. Телден һәм образлылыҡтын ҡәҙерен белә шағирә, үҙенен төп ижад ҡоралы – тел менән бик уйлап эш итә, урынлы ҡулланылған һүҙҙәр ярҙамында әйләнә-тирәләге донъяны, лирик геройынын ҡылыҡтарын йәнле итеп һүрәтләүгә өлгәшә, ритм-интонация яғынан шиғырҙары йырлап тора. Һәр образы хәтерҙә ҡала, былар иһә шағирәнен әҙәби оҫталығына бәйле.

Гөлнара Хәлфетдинованын был йыйынтығына ингән әҫәрҙәрен яҡынса түбәндәгесә төркөмләргә мөмкин: фәлсәфәүи шиғырҙары, тәбиғәт һәм мөхәббәт, ил-йорт, ғүмер асылы һәм тормош, яҙмыш хаҡындағы уйланыуҙары, шағирә-әсә булараҡ ижад ителгән әҫәрҙәре һ.б. Былары, миненсә, ин-индәре. Күренеүсенсә, ул трибун – шағир түгел, ә лирик планда ижад итеүсе шағирә. Ижадындағы төп йүнәлеш – лирика. Мәҫәлән, фәлсәфә, пейзаж, мөхәббәт лирикаһы һ.б. Йәнә лә шуны өҫтәргә кәрәк: ижадында публицистик элементтар ҙа юҡ түгел. Ләкин төрлө йүнәлештә, төрлө темаға ижад ителгән әҫәрҙәрен бер уртаҡ сифат – үтә лә нескә уй-тойғолар, күнел һәм йөрәк хистәре берләштерә. Гөлнаранын лирикаһы нескә һәм сағыу, ә лирик героиняһы шиғри тәбиғәтле, йөрәге, күнеле менән хисле, хыял-фантазияға бай, тәбиғәте менән күркәм һәм бер аҙ шаталағыраҡ, ҡыйыу холоҡло үҙаллы шәхес. Донъяға берсә һоҡланып, берсә һағышланып баға, матурлыҡты анлай, изгелеккә табына, ғәҙелһеҙлеккә һыҙлана, йыйып әйткәндә, күнел һәм зиһен ҡанундарына буйһоноп йәшәй һәм ижад итә. Ихласлыҡ һәм тәбиғилек Гөлнаранын лирикаһында өҫтөнлөк итеүсе сифаттар.

Шиғриәттен нигеҙендә мөхәббәт ята. Шуғамылыр бигрәк тә мөхәббәт темаһына яҙылған шиғырҙары күнел даръяларын сайпылтып-сайҡалтып, тулҡынландырып тора. Шул сәбәпле һүҙемде шағирәнен мөхәббәт шиғырҙарына күсеп дауам итәм.

Гөлнара Хәлфетдинованын лирик героиняһы утты-һыуҙы кискән, сирҡаныс алған, тормоштон асылын анлаған, шәхес булып формалашҡан кеше. Болоҡһоған, йәки шатлыҡлы мәлдәре булһынмы, һөйгәне менән айырылышыу ғазабын да, осрашыу шатлыҡтарын да татығанын, ярһып-шашып һөйә белеүен кисерһенме, йә булмаһа тыны менән тартып алырҙай булып һөйгәнен көтһөнмө, хаталанһынмы, бер ваҡытта ла кешелеклеген ташламай. Мөхәббәттән ваз кисмәй, килеп сыҡҡан хәлдәрҙән ҡотолоу юлдарын эҙләй. “Ҡыҙым бар, ҡыҙғынамдын наҙы бар”, – ти халыҡ. Тәбиғәте менән шар-шаруан кеүек күренһә лә, наҙлы һәм алсаҡ лирик героинянын һөйөү-һыҙланыуҙары, янып-көйөүҙәре барыбер сабыр һәм тыйнаҡ. Әҙәп һаҡлай белә ул, өмөткә урын ҡалдыра. Кәрәк ерҙә уй йома белә.

Бына, мәҫәлән, бер-береһенен йөрәгенә юл табалмайса икеһе ике утрау булып йәшәгән парҙар хаҡында шаиғрә былай тип яҙа:

 

Йөрәктәрҙе тоташтырған

Ептәрҙе.

Өҙә алмайҙар.

Икәүләшеп бер ағымдын

Ынғайына

Йөҙә алмайҙар.

Тартылалар бер-береһенә,

Тағы ла

Ҡаҡлығып китәләр.

Осрашыуҙар һиркәләнһә

Үҙҙәре

Йотлоғоп көтәләр.

Үле түгел ул мөхәббәт,

Терелмәй ҙә.

Таш сәскә ул,ә нурҙары

Һүрелмәйҙәр (“Таш сәскә”).

 

Мөхәббәтһеҙ донъянын йәме лә, йәне лә юҡ шул. Шулай ҙа йөрәгендә мөхәббәт тойғоһо дөрләгән саҡтарында ла лирик героиняһы донъянан йәм тапмай болоҡһоп, монайып ултырыуҙы хуп күрмәй. Кәрәк саҡта наҙлана, иркәләнә лә белә:

 

Ә мин һип-һил көн балаһы,

Тандырса ғына усаҡ,

Осондороп йәшәтергә

Кәрәкме һинен һинен ҡосаҡ?

Күпертһән дә,үлтертһән дә,

Ихтыяр, теләгендә.

Ойоп ҡына бәүеләмен

Әле бер беләгендә (“Бурандарым”).

 

Гөлнара Хәлфетдинованын мөхәббәт шиғырҙары нурҙан, мондан яралған, аҫыл сифаттары – матурлыҡ, тәбиғилек һәм эскерһеҙлек. Рус шағирәһе Марина Цветаева: “Ваҡыт үтеүҙән шиғыр үҙенән-үҙе яҡшырмай, әммә поэтик натуранын сафлыҡ, эскерһеҙлек, анлайышлылыҡ сифаттары артабан кешенен ғәҙәт-холоҡҡа әүерелә” тигән. Унын был матур һүҙҙәре әҙибәнен аҡыл һәм хистән туҡылған, нурҙан-мондан яралған мөхәббәт шиғырҙарына ҡарата төбәп әйтелгән кеүектәр.

Шағирәнен “Аҡ томандар иле”, “Зәнгәр күлем”, “Ҡайнар сәләм”, “Икеләнеү”, “Күләгән”, “Ғәфү ит, мөхәббәт!”, “Әрнеүле йән монологы”, “Яуапһыҙ мөхәббәт” мөхәббәт темаһына яҙылған шиғырҙары йыйынтыҡтын икенсе бүлегенә урынлаштырылған. Уларҙа автор өгөт-нәсихәткә бирелмәй, бөҙрә һүҙҙәр ҙә эҙләмәй, барыһын да ябай ғына итеп, тормоштағыса һүрәтләгән. Ел-дауыллы, көсөргәнешле хис-тойғолар йомғағынан торған был әҫәрҙәрендә бер ниндәй ҙә яһалмалылыҡ юҡ, теле йәнле, образлы. “Мөхәббәтен артыҡ ышаныслы, һиндәге наҙ, түҙем. Шуларға бер үҙем ҡашҡамын. Ҡалай тыныс был донъялар, тиеп, бәхетемә көйҙөм, һәм янынан һөйҙөм башҡаны (“Үләм дә тереләм”); Һин эҙләгән йырҙы мин юғалттым, дөрөҫө шул. Шуныһы шау-ысын. Берәү йырлар әле минеке тип, отоп алған булһа тауышын (“Үкенес”); Барлыҡҡа мин бармын да ул, бар булырға бар барым, белмәнем шул бар барлыҡты, бушлыҡ килеп арбарын (“Шартлауҙар”); Йәшлек иле йәшәр. Һандуғас та шул уҡ көйөн һуҙып башҡарыр. Тан һыҙыуға аҡ томандар ярып һуҡмаҡтарҙан уҙыр башҡалар” (“Аҡ томандар иле”) тигән юлдарҙа бер-береһен һөйгәндәрҙен мөхәббәттә яуаплы булырға тейешлеге, тоғролоҡҡа саҡырыу, йән һөйгән кешенде һағыныуҙар, йөрәкте һыҙлатҡан үкенестәр, күнелдәрҙе тетрәндерер ярһыу хис-тойғолар – барыһы ла бар. Йәғни шағирә Гөлназ Ҡотоеванын “Сыраҡ” поэмаһында әйтелгәнсә, “Был донъянын асылдары тетрәнеүҙән тора һымаҡ” тигәнсә, барыһы ла бар.

Гөлнара Хәлфетдинованын пейзаж лирикаһы үҙе бер донъя, сафлыҡ һәм гүзәллек иле. Тыуған ерҙән илһам алып тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәү – әҫәрҙәрендә үҙәк урында тора. Ә тәбиғәт автор өсөн үҙе бер йәнле тормош китабы. Шиғриәтенен матур биҙәктәре шағирәнен тәбиғәт менән бәйләнешенән дә, үҙенен поэтик тәбиғәтенән дә киләлер тим. Тәбиғәттен бит унын драматизм менән тулы үҙ донъяһы бар: йыл миҙгелдәре бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тора, унын йәмле мәлдәре лә, ҡайһы саҡта ҡырыҫлыҡтары ла була. Ошо миҙгелдәрҙен үҙенсәлектәрен тасуирлағанда шағирә уларҙын башҡаларға билдәле булмаған яҡтарын күрә, әйтергә теләгәндәрен тәбиғәт күренештәре менән йәнәшә ҡуйып анлата, фекер таба белә. Шулай итеп лирик герой менән тәбиғәт араһында күнел берҙәмлеге хасил була, ә тәбиғәт шағирәнен күнел көҙгөһөнә әйләнә.

Ләкин Гөлнаарнын шиғырҙары тәбиғәткә бәйле булһа ла, саф пейзаж лирикаһына ғына ҡоролмаған. Уларҙын эсендә тәрән фәлсәфә ята. Быларҙы авторҙын кеше күнелендәге төрлө уй-тойғолар һәм кисерештәрҙе тәбиғәт күренештәренә күсереп тасуирлаған “Ер”, “Илһам”, “Ағиҙел зары”, “Ҡынғыраулы ғына яланда”, “Ай тулған төн”, “Ап-аҡ донъя”, “Тәбиғәт” тигән шиғырҙарында күрергә була. Тәбиғәт миҙгелдәре һәм унын матурлығы хаҡында һүҙ алып барғанда автор тәбиғәтте һаҡлау һәм уны киләсәккә алып барып еткереү хаҡында ла уйлана – ә был әҫәрҙен публицистик көсөн арттыра.

Поэзия мондан ярала. Ә йөрәк йылыһы поэзияһын эстән балҡыта, уны сыуаҡ һәм нурлы яһай. Шул саҡта ғына мон һәм нурҙан яралған шиғырҙар ысын гүзәллек донъяһына әйләнә. Шағир Н. Нәжмиҙен: “Шағир йөрәге-шиғриәт ҡоралы ул. Монло скрипка ҡылдары һымаҡ ул һәр ваҡыт көйләп ҡуйылған һымаҡ булһын да, ошо ҡорал заманыбыҙҙын төп көйөн тотоп алһын ине”, тигән фәһемле һүҙҙәре бар. Гөлнаранын яҙмыш, тормош хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған “Бары йән генә ҡала”, “Үтеккә үтенес”, “Янылыштым”, “Кейек кеүек”, “Дыуамалым минен”, “Бөжәк-ҡурсаҡ”, “Эскерһеҙлек”, “Ҡара монолог”, “Бәхет ҡошо”, “Ҡурҡам” тигән шиғырҙары әҙәм балаһынын тормоштағы урыны, бурыстары һәм яуаплылығы хаҡында һөйләй, булғанды ҡәҙерләргә, үткәнгә ҡарап һабаҡ алырға, тәбиғәт-әсәне һаҡларға, рәнйетмәҫкә, киләсәк быуындарға ҡалдырырға саҡыра. Шиғырҙағы был төп фекер әҫәрҙен публицистик көсөн арттыра:

 

Зәнгәр күлем минен, зәнгәр күлем,

Зәнгәр күҙҙәренә ғашиҡмын.

Дауылдарҙа йән өшөткөс инен,

Нинә кисерергә ашыҡтым?

Ҡара болоттарҙы ҡунаҡ итеп,

Ағыу эсеүҙәрен һанмы ни?

Офоҡтарын шуға ҡыҙыл,ҡыҙыл,

Күҙҙәренә һауған ҡанмы ни? (“Зәнгәр күлем”).

 

Гөлнара Хәлфетдинова ғүмер һәм йәшәү асылы, тормош, ғаилә, ир һәм ҡатын бурыстары, әсә һәм бала мөнәсәбәттәре хаҡындағы ҡарап тороуға ғәҙәти генә күренгән донъяуи темаларға ла ҡыйыу мөрәжәғәт итә. Һәр әҫәрендә фәлсәфәнен урыны түрҙә: шағирә әйтергә теләгән һүҙҙәренә ниндәйҙер бер эске мәғәнә һалып уларҙы өр-яныса балҡыта ебәрә белә, лирик геройы аша үҙ тормош тәжрибәһе менән дә бүлешә. Йәғни В. Г. Белинский һүҙҙәре менән әйткәндә, “кешене мауыҡтырған, шатландырған, тулҡынландырған, монайтҡан, ғазаплаған, йыуатҡан, рухи донъяһынын асылын тәшкил иткән, унын йөрәгенә үтеп инә алған һәр нәмә” унын күнеленә яҡын. Мөхәббәт һәм нәфрәт, шатлыҡ-ҡайғы, табыштар һәм юғалтыуҙар кеүек ҡиммәттәр хаҡында уйланғанда, йәшәү асылы һәм тормошта үҙ урынынды билдәләү, кешелектен киләсәге хаҡында уйланғанда тос фекерҙәр әйтә, хатта ҡайһы саҡта үҙ йәшенән олораҡ һығымталар ҙа яһап ҡуя. Көсөргәнешле кисерештәрҙән торған ошондай шиғырҙары һине уйландыра, битараф ҡалдырмай. Әлбиттә, бер мәҡәләлә генә шағирәнен йөҙҙән ашыу шиғыры хаҡында һөйләп бөтөү мөмкин булмаған хәл, шуға күрә мин миҫалдарҙы күп килтермәйем. Йыйынтыҡтын өсөнсө бүлегенә ингән шиғырҙарҙы ҡыҙыҡһынғандар үҙҙәре табып уҡыр. Ә бына бала һәм әсә темаһына яҡыныраҡ үтеп инмәксемен. Былары йыйынтыҡтын һунғы бүлегенә ингән.

Шағир Яҡуп Ҡолмой балаларҙы “Ғүмер сәскәләре” тип атаған. Гөлнара өсөн әсә күнеле саф шәфҡәт дингеҙе. Балаһы өсөн өҙөлөп тора. “Зомби”, “Әсә”, “Әсәй”, “Атай һүҙе”, “Фәрештә”, “Төҫһөҙ йәнһүрәт” тигән шиғырҙары, мәҫәлән, ана шундайҙар. Уларҙа әҙибә донъяға әсә күҙҙәре менән ҡарай:

 

Үҙ-үҙемдән ҡотолдомдор, бәлки...

Юғаламын хәҙер баламда...

Ҡынғыраулы ғына юлдарымда,

Ҡынғыраулы ғына яланда...

 

Былай тип, миненсә, балаһын өҙөлөп һөйгән әсә генә әйтә ала торғандыр.

Һөйөүе ихлас, эскерһеҙ унын лирик героиняһынын. Унын балаһын яратыу хисе шул тиклем ҙур, хатта ихлас мөхәббәте бөтә донъяны яҡтыртырға, бөтә сабыйҙарҙы бәхетле итергә етер ине һымаҡ. Сабыйына булған мөләйем наҙын әҙибә әллә күпме поэтик биҙәктәрҙә балҡыта белә:

 

Бәләкәс кенә кеше.

Мөхәббәтем емеше.

Үҙ көйөнә бейетеүсе

Хоҙайҙын бер енмеше

Бәләкәс кенә кеше,

Без-без иткән инкешем.

Мон-даръямдын инешеһен,

Тиндәр менән тин кеше (“Бәләкәс кенә бер кеше”.)

 

Шағирәнен ҡатын-ҡыҙ һәм унын тормошта тотҡан урыны, әсә менән бала, ата-әсә бурыстары, ғаилә һәм яҡындарын хаҡындағы уйланыуҙарға ҡоролған әҫәрҙәрендә ҡаты тормош һынауҙары үткән лирик героинянын әсә булараҡ холоҡ-фиғеле лә асыла. Балаһына енел, рәхәт булһын өсөн сабыйын ҡурсалап ул ниндәй генә ауырлыҡтар күтәрмәй ҙә, ниндәй генә ҡайғы-һағыштар, борсолоуҙар кисермәй! Ә шағирә-әсәләр быларҙы икеләтә кисерә бит. Әсә булараҡ та, шағирә булараҡ та. Гөлнаранын лирик героиняһы ла шулай. Ләкин ул бәхетле, ауырлыҡтарға зарланмай. Йылы поэтик тойғолар менән һүрәтләнгән шундай юлдарҙы уҡығанда үҙен дә һиҙмәҫтән Гөлнаранын үҙенә тиклем ижад иткән Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Гөлфиә Юнысова, Факиһа Туғыҙбаева, Әнисә Таһирова, Танһылыу Ҡарамышева, Рәмзилә Хисаметдинова, Тамара Ғәниева, Йомабикә Ильясова, Гөлназ Ҡотоева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлшат Әхмәтҡужиналар лирикаһы традицияһын дауам иткәнен күрәһен. Тик Гөлнаранын үҙ моно, үҙ буяуы бар, башҡалар менән бутап булмай. Унын лирик героиняһы нескә, наҙлы, хәстәрлекле һәм сабыр:

 

Уйламаған ерҙән уй(ы)лып инден,

Көтмәгәндә килден кәйелеп.

Убып инден, үбеп инден йәнгә,

Төпкөлдәргә тиклем йәйелеп.

Йәйҙәремде һин йәмлерәк иттен,

Көҙҙәремде иттен көлдөрөк.

Күнел ҡылдарымды көйләп ҡуйҙын,

Үҙ көйөнә тура килтереп.

Һинен минә тындай кәрәклеген,

Минен һинә йәндәй кәрәгем.

Гөжләп кенә торған умартанын

Ғаиләбеҙ – бөртөк кәрәҙе.

Урау-урау юлдар аша үтеп,

Килден бит мон беҙҙен йөрәккә.

Мөхәббәттен фәрештәһе ана,

Күмелеп ята ап-ап йүргәккә (“Килде бит мон”).

 

Иман һүҙе ғәрәп телендә ышаныу, инаныу тигәнде анлата. Иманлы һүҙ-дөрөҫлөктө нығытыу ул. Гөлнара Хәлфетдинованын поэзияһында әшәкелек, бер-беренде һанламау, ихтирамһыҙлыҡ, һатлыҡ йәнлек, ялағайлыҡ, көнсөллөк, ғәҙелһеҙлек кеүек беҙҙе уратып алған йәмһеҙ күренештәрҙе фашлау, бейеклеккә, бөйөклөккә, матурлыҡҡа саҡырыуға әйҙәгән әҫәрҙәр ҙә бар. “Тау билгеһе таш булыр, бай билгеһе аш булыр. Аҙғын илден билгеһе – бер-береһенә хас булыр”, тигән әйтемдә әйтелгәнсә, бөгөнгө ата улды, әсә ҡыҙҙы айырмаған, ололарға, ил һаҡлап яуҙа ятып ҡалған ветерандарға, үҙен үҫтергән ата-әсәһенә хөрмәт юғалған болғауыр заманда әҙәп-әхлаҡ ҡиммәттәренен арзанланыуына ла борсола шағирә. Мәҫәлән, “Ҡәҙер төнө алдынан”, “Берҙәмлек”, “Ҡоралай хәтирәһе” тигән шиғырҙары ана шундайҙарҙан. Рухташ ҡәләмдәштәрен күтәреп яҙған бер шиғырында әҙибә яманлыҡҡа-яһиллыҡҡа булған ҡарашын былай тип белдерә:

 

Эй, маһирым, ҡанығыр ул хөсөт,

Мөһөр һуғыр, һаһырынды бесеп.

Һәләт алты гәүһәр мәһәрен дә

Йәлләт затлы зәһәр ҡәһәрендә.

Эй, һәләтем һәләк кенә булып,

Осоп китмә мәләк кенә булып.

Замандарҙы яман бутағанда,

Бар өмөтөн имән ботағында.

Иман тамырҙарын ҡанатҡанда

Сусҡа көсө менән сынбарлығын,

Һин йыр сығар һаман, тан атҡанда,

Сәскә ише генә сынларлығын... (“Эй,маһирым”).

 

Талантлы шағирә Тамара Ғәниеванын: “Милләттен ҙурлығын мәҙәниәт билдәләй. Ә мәҙәниәттен төп күрһәткесе-тел сәнғәте. Ә милләттен ин ҙур ҡиммәте тел һәм рухиәт ул”, тигән ҡанатлы һүҙҙәре бар. Йәмғиәттен йәшәү һәм үҫеү шарты булған телден үҙәген һүҙҙәр тәшкил итә. Ә һүҙ – яҙыусынын төп эш ҡоралы. Төҙөүсе кирбес менән эш итһә, шағирә һүҙ менән эш итә. Был ҡорал яҙыусыға дөрөҫ ҡулланғанда халыҡ күнеленән йыйылған аҫыл һүҙҙәр ярҙамында поэзия тыуҙырырға, һүҙҙәргә йән өрөп саф ынйыларҙан торған шиғри юлдар ҡойорға ярҙам итә.

Ғәҙәттә, шиғыр китабын уҡый башлаһан, ин тәүҙә авторҙын тел-стиль үҙенсәлектәре, һүҙ байлығына иғтибар итәһен. Ә телебеҙ бай беҙҙен, тамырҙары сал тарих төпкөлөндә ята. Туған телебеҙ – башҡорт теле һүрәтләү сараларына бик бай, музыкаль тел. “Әҙәбиәт, шиғриәт кешеләренә һүҙҙәрҙен аҫыл мәғәнәләрен анлап, төшөнөп, һәр һүҙҙе нәҡ үҙ урынында ҡуллана белергә кәрәк. Һүҙ үҙ урынына тура килгәндә генә аҫылташ кеүек үҙенен бөтә нурҙары менән балҡып-нурланып китә. “Әгәр әҙип һүҙҙен мәғәнәһен анламайынса эш итеп уны тегенән, бынан эләктереп алып сит-ят ояға ябып ҡуя икән, ул шыҡһыҙ өйрәк бәпкәһе шикелле, зар илаясаҡ”, тигән тел ғалимы Ғ. Бәширов та. Хаҡ һүҙҙәр. Әгәр, мәҫәлән, әллә күпме варианттары (синонимдары) булған бер матур һүҙен генә алғанда ла күпме әҫәрҙәрҙә ул кәрәгенән артыҡ йәки урынһыҙ ҡулланылып йөрөй! Йәғни мәҡәлдә әйтелгәнсә: “Уйҙын күрке-тел, телден күрке – һүҙ”.

Гөлнара Хәлфетдинованын һүҙлек хазинаһы ғәжәп бай. Әҫәрҙәренен теле анлайышлы, халыҡсан һәм образлы. Унын телмәрендә тамыр, яһалма, ҡушма һүҙҙәр, ҡулланыштан төшөп ҡалғандары һәм яныртып ҡулланыуҙар, ҡапма-ҡаршылыҡ, һүҙ уйнатыу, образлылыҡты арттырыу маҡсатында ҡулланылған эпитеттар, бер нисә күренеште йәнәш ҡуйып һүрәтләүгә нигеҙләнгән йәнәшәлек, шиғыр туҡымаһында унышлы ҡулланылған күп мәғәнәле һүҙҙәр (омонимдар), ҡушма, игеҙәк һәм тапҡыр һүҙҙәр, синонимдар,антонимдар, ялғау менән береккән һүҙҙәр (мәҫәлән, әрһеҙ, үкһеҙ) кеүек һәм башҡа алтын-көмөш һүҙ биҙәктәре бихисап. Шиғырҙын музыкаллеге, мәғәнәүи һәм эмоциональ көсөн арттырыу маҡсатында поэтик ҡабатлауҙарҙы ла урынлы ҡуллана автор, шулай шиғри телмәрен ан-аҡыл яғынан да, хис-тойғолар яғынан да байытып, һүҙҙен утын-ҡуҙын анлап, бәпләп-көйләп ижад итә.

Гөлнара Хәлфетдинова шиғыр төҙөлөшөндә кәрәк булған теҙемдәр, метафоралар, тапҡыр һәм көтөлмәгәнлекте анлатҡан һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәрҙе, пейзаж, әйбер йәки күренештәрҙен исемен йәки сифатын икенсе төрлө атау өсөн алмаштырып һүрәтләгән перифраз, шиғырҙа ниндәйҙер һүҙгә иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн тик үҙенсә генә ҡуйылған тыныш билдәләре йәки поэтик пунктуациялар, эмоционаллекте көсәйтеү өсөн өндәш рәүешендә әйтелгән поэтик һөйләмдәр һәм риторик һорауҙар, лирик шиғырҙарҙағы ҡырҡыу уй-тойғолар һәм борсолоу-ярһыуҙарҙы күрһәтеү өсөн ҡулланылған драматизм элементтарын да белеп файҙалана. Унын әҫәрҙәрендә урын алған ошондай һүҙ биҙәктәрен зауыҡ менән йыйылған ялан сәскәләренән торған матур бер гөлләмәгә сағыштырып булыр ине. Шағирә ябай ғына нәмәләрҙән дә йәшәү шатлығы, тормош йәмен таба, уларҙы поэтиклаштыра белә – ғәҙәти күренештәрҙән тәрән мәғәнә табыу, ябайлыҡтын матурлығын асыу үҙе ошо түгелме ни?

Һүҙҙе автор әҫәрҙәренен тел-стиль үҙенсәлектәренә күсерһәк тә байтаҡ табыштарға юлығаһын: “Барлыҡҡа мин бармын да ул, бар булырға бар барым, белмәнем шул бар барлыҡты бушлыҡ килеп арбарын (“Шартлауҙар”); “Үҙе бәләкәй булһа ла, хәбәрҙәре олонан” (“Йөрәгем сенләгәндә”); Минен һинә артыҡ талабым юҡ, тик түнәрәк булһын арабыҙ. Гел әйтерлек булһын, етәкләшеп, бер-беребеҙгә китеп барабыҙ” (“Бер-беребеҙгә китеп барабыҙ”); Матурла ла күнелден битәрләнгәнен дә, турайт йәнемде өшөп бөгәрләнгәнендә, тик үтекләп ҡуйма сырыштарын мейемден (“Үтеккә бер үтенес”); “Үтә ҡыҙыл тиҙ уна”, “ундыммы мин, тундыммы”, “өлөшөмә төшкән көмөшөм” тигән мәҡәл-әйтемдәр; “Һин яратҡан һүҙбәйләнеш:кәләш-кәләш, йәнкәй-йәнәш. Яҙмышыбыҙ күҙ бәйләне, юлдарыбыҙ йәнәш-йәнәш” (“Йәнкәй-йәнәш”) һ.б. Әлбиттә, бер мәҡәләлә генә шағирәнен тел байлығы хаҡында һөйләп бөтөрөү мөмкин түгел. Шуға тағы ла миҫалдар килтерәйек: “Яҙ тунҡанбаш йөрөгәндә” (“Табандарым эреләнә”) – тунҡанбаш диалект һүҙе; “Йәнкәй-йәнәш”, кәләш-кәләш (“Йәнкәй-йәнәш” – парлы һүҙ), “Биләүенде бутап-бутап” (“Бәхет ҡошо, йәки Кассандра илауы”), “Янғыҙ-арпы” (“Был енләнгән ваҡыт өйөрмәһе”), “Һинән күргән биҙа-ыҙаларҙан... Манлайыма һырҙар һыҙа барһан. Һиҙә барам, һаман биҙә барам” (“Әрнеү, әрем тигәндәрем”) – ҡушма һүҙҙәр; “Бимазанды улай ҡылыҡ итмә, үҙен кит һин, йәме, талаҡ көтмә” (“Әрнеү, әрем тигәндәрем” ) – бимазалау ҡулланыуҙан төшөп ҡалып барған һүҙ; “Йән көйгәндә шәмде тотоп, баҫтырам ҡороғорҙо” (“Шәм янында”), “Һеҙ бит энер, бары энер генә, арзан ейәнкәсе ҡара тандын” (“Энер”), “мөһөр һуғыр наһырынды эсеп” – диалект һүҙҙәре ҡулланыла; “Бер ҡараһан – алданһын, мин һине батырым, тиеп, әйҙә күнел алданһын” (“Алданһын”) – омоним һ.б. Бер һүҙ менән әйткәндә Гөлнаранын монға бай шиғырҙары йырлап-көйләп торғандай, ритм-интонация яғынан да камил.

Башҡорт поэзияһында ин боронғо алымдарҙын береһе ҡабатлауҙы, ғәҙәттә күберәк ҡобайырҙарҙа осратабыҙ: борон сәсәндәр үҙҙәренә оҡшап ҡалған ниндәйҙер фекерҙе иҫтә ҡалдырыу өсөн уны бер аҙ үҙгәртеп ҡат-ҡат ҡабатлар булған. Ләкин айырым һүҙҙәрҙен мәғәнәүи әһәмиәтен арттырыу йәки шиғри ритм өсөн ҡулланылған шиғри телмәргә хас был стилистик алымды шағирҙар ҙа яратып ҡуллана. Ул Гөлнарала ла бар: “Илһөйәрлек – инде мен быуатлап килгән йолаларға таяныу. Аһ, халҡым тип ятып китеүҙәрен, аһ, балам, тип килеп уяныу (“Илһөйәрлек”); “Асылына ҡайтыр шайтандар ҙа, асылына ҡайтыр фәрештәләр (“Иҫке ерҙә”); Нисә тапҡыр инде алдыҡ тәнкә төшә тора минен өлөшкә. Табыш алам, тиеп, табып алдым инде тынысһыҙлыҡ (“Тағы янылыштым”); “Тимер ҡолдар ҡаты ҡулда, биләүенде тишеп инер. Биләүенде бутап-бутап, тәнкәйенде тишеп инер (“Бәхет ҡошо, йәки Кассандра илауы”) һ.б. Лирик геройҙын сараһыҙлығын, тыумаған сабыйҙын бәхетһеҙлеген һәм ғазраилдан ҡасып ҡотола алмаясағын анлатыу өсөн ул хатта “ҡ”, “д” өндәренен унышлы ҡабатлай. Өндәрҙе лә тынлай-тоя белә шағирә. Әйткәндәй, башҡорт шиғриәтендә бөгөн был алымды унышлы ҡулланыусылар араһынан Гөлназ Ҡотоеваны миҫал итеп килтерер инем.

Бер телдә лә артыҡ һүҙҙәр булмай. Уларҙын һәр ҡайһыһы үҙ урынында ҡулланыла. Шағирә тәбиғәттә әйләнә-тирәләге тауыштарға оҡшатып төҙөлгән ауаздар, йәки икенсе төрлө уларҙы һүҙ эйәртемдәре тиҙәр, телден лексик-грамматик мәғәнәһе һәм формаһы, һөйләм ҡулланышы яғынан хәбәрлекте белдереп йөрөгән һүҙҙәрҙе, шиғыр юлы һәм строфаларҙа бер төрлө йәки оҡшаш өндәрҙен ҡабатланып килеүе кеүек алымдарҙы ла, әҙәбиәт ғилемендә шиғри телмәрҙен янғырашлылығын, аһәнлелеген арттырыуға булышлыҡ иткән аллитерация күренешен дә унышлы ҡуллана Гөлнара: “Әфиүндән улар иҫергәнме, әллә баш төҙәтеп ҡырын һалған (“Иҫке ерҙә”); “Уйҙарым ни менән ҡәҙерле? Уйын булыуы менән. Уй-хистәрһеҙ тороуҙары Ҡыйын булыуы менән. Һөйөүем ни менән ҡәҙерле? Һүрәт булыуы менән. Һүрәт кенә булһа ла шул, Терәк булыуы менән (“Йәйғор”) һ.б.

Халыҡ мәҡәлендә “Һүҙ – фекерҙен ҡоралы” тигән әйтем бар. Гөлнара Хәлфетдинова телден асылын, тел һәм уй-фекер, күнел һәм һүҙ, һүҙ һәм унын көсө, һүҙҙе дөрөҫ ҡулланыу кеүек поэзия ҡанундары менән әҙәпле, мәҙәниәтле эш итә. Һөйләмдәре төрлө-төрлө һәм монло унын. Һүҙгә көс-ҡеүәт биреү, уны матурлыҡ өлгөһөнә әйләндереү өсөн шағирә әйберҙәрҙен төрлө төҫөн, сифаттарын билдәләгән эпитеттарҙы, унышлы сағыштырыуҙар, гипербола, антонимдар, нығынған һүҙбәйләнештәр, ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәрҙе лә ситкә типмәй. Шиғриәттә йәнләндереп-һынландырып, йәнһеҙ әйбер-предметтарҙы, төрлө күренештәрҙе һәм тәбиғәт миҙгелдәрен тормоштағыса йәнле итеп һүрәтләү оҫталығына ирешеүе енел түгел. Һүҙ биҙәгестәр шағирәгә буш шалтырауыҡ уйынсыҡ түгел, ә әҫәрҙә аҙ һүҙ менән күп мәғәнә анлатыу, йәнле бер картина тыуҙырып образлылыҡҡа ирешеү, лирик геройҙын эске һәм тышҡы сифаттарын асыҡлау өсөн хеҙмәт итә. Лирик героинянын уй-фекере, хистәрен сағылдырған һүҙҙәрҙен һәр береһенен шиғырҙа үҙ урыны, үҙ күркәмлеге бар. Миҫал өсөн “Монға талаҡ” шиғырынан өҙөк алайыҡ:

 

Бер хәсрәтһеҙ,

Бер хәстәрһеҙ ҡоштар

Һайрауҙарын ғына беләләр.

Бер көнләшкән, бер көйләшкән ҡуштан,

Монлолоҡтан бөтә бәләләр.

Мондарҙын ни – моно сыға ла,

Хаҡы ғына сыҡмай,

Хаҡы юҡ бит.

Ҡәҙер юйғас ҡоно сағыла.

Халҡы ғына сыға,

Ханы юҡ бит.

Вәт,мин илаҡ,

Бер таяныс эҙләп

Күнел сиҙәмдәрен ҡайырған.

Йәтим талаҡ...

Талаҡ әйтеп кенә

Төнөлдөрһән мондан... айырһан...

 

Кеше-тәбиғәт балаһы. Унын йәне тәбиғәт йөрәге менән бәйле. Шуға әҙәм балаһы ҡайғыһы, шатлығы булһа ла, тәбиғәткә мөрәжәғәт итә, серҙәрен айға, йондоҙҙарға һөйләүсән. Шундай саҡтарҙа шағирәнен лирик героиняһы ла тәбиғәт күренештәренә әллә ниндәй төҫтәр, билдәләр өҫтәп, тәбиғәттәге йәнһеҙ әйберҙәрҙе йәнләндерә башлай. Тасуирлау сараһынын был төрөн яҡшы үҙләштергән әҙибә йәнләндереү алымына шиғыр эстәлеген тәрәнерәк асыу, йәки мөрәжәғәт итә, тик енел-елпе һүҙҙәр ҡулланмай. Бер нисә миҫал ҡарап китәйек:

 

Ялҡып бөттөм. Күнелемде тойған

Ос(о)рар тип тип өмөтләнеп көттөм.

Бер көн килеп йөрәгемә тулғас

Мин тәгәрәп күккә менеп киттем (“Ғәфү ит һин мине,эй,мөхәббәт”);

 

Был енләнгән ваҡыт өйөрмәһе,

Аҡ көймәмде күсәренән өҙгәс,

Юл-енгәмдән ялҡып эйәрмәһә,

Юҡ йәйемде кисерһәнә, көҙкәс.

Юртаҡ ялы, ана, офоҡ ялай,

Йәйем хәсрәт тәпәй генә әле.

Уртаҡ юлым, эй, мыуафиҡ былай,

Йәнем хәс тә бәпәй генә, илай (“Был енләнгән ваҡыт өйөрмәһе”);

 

Һин йотмаһан,һине йота торған,

Һин йоҡмаһан һинә йоғорлоҡ”,

“Бер-беребеҙгә үлем булһаҡ та беҙ,

Тере етемдәр юҡ далала.

Тере көйөктәр юҡ, бөйөктәр юҡ,

Ҡҡ далала ябай алла ла (“Ҡоралай хәтирәһе”).

 

Поэтик образлылыҡ өлөгөһө булған “Аҡман-тоҡман” шиғырынан өҙөк килтерәйек:

 

Шашып-шашып бейей бар тәбиғәт,

Барабаны унын бурандар.

Билдәренән елкәй ҡосаҡлағас,

Тартҡылашҡан була ҡорғандар.

Тәҙ(е)рәһе уны ҡыҙғаныуҙан

Күҙ йәшенә йөҙөн сылата.

Был буранда сатандар ҙа бейей,

Ихлас ҡул сабалар сулаҡтар.

Ҡурҡыуынан ай ҙа ҡарпышлана,

Олоуынан мен-мен торбанын.

Аждаһалар юха булам, тиеп,

Эҙләп йөрөй һунғы ҡорбанын.

Ишек алдарында март ҡоҙалар

Ҡыштын кинйәкәүен дөмбәҫләй.

Иҫе китмәй завод бабай ғына –

Төрөпкәһе һауа төтәҫләй (“Аҡман-тоҡман”).

 

Һүҙҙен тәьҫир көсөн арттырыу маҡсатында төрлө төшөнсәләрҙе, күренештәрҙе, образдарҙы ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү кеүек поэтик биҙәктәр түбәндәге шиғыр куплетында ап-асыҡ күренеп тора:

 

Шатлыҡтарым ҡайғыралар

Ҡайғыларым үлгәнгә.

Илап тороп таптыралар,

Күмеп ҡайттым Шүлгәнгә.

Ҡайғыларым шатланалар

Шатлыҡтарым үлгәнгә.

Аптыраным ҡайғы-шатлыҡ

Бергәлеген белгәнгә (“Шул минен ҡайғыларым”) һ.б.

 

Шиғриәттә әҫәрҙен иҫтә ҡалырлыҡ бай йөкмәткеһе булыу өҫтөнә әгәр унын ритм, рифма һөйкөмлөлөгө лә булһа, яны шиғыр тыуған тигән һүҙ. Гөлнара иһә йәштәргә хас ҡыйыулыҡ-дәрт менән ритм – интонация төрлөлөгөнә лә ынтыла, төрлө шиғыр үлсәмдәренә мөрәжәғәт итә. Шиғыр үлсәменен ете, һигеҙ, туғыҙ, ун ижеккә нигеҙләнгәндәрен дә, дүрт, биш ижеклеләрен дә ҡыйыу ҡуллана. Унға туғыҙ ижек менән яҙылған “Ап-аҡ донъя” тигән шиғырынан алынған өҙөккә иғтибар итәйек, мәҫәлән:

 

Күпме хаталандым һәм алдандым,

Ҡан тамғанды тиеп бал тамды...

Кеше ынғайына янылыштан

Күтәрҙем бит мин дә балтамды.

Фәрештәләр осто микән өркөп,

Яҡынларға ҡабат ҡурҡтылар.

Бер аяулы ғына бала инем,

Ҡурсаҡлыҡты кемдәр ҡырҡтылар?.. (“Ҡынғыраулы ғына яланда”).

 

Ләкин шиғырҙы рифма-ритм ғына шиғыр яһамай бит, шуға әҙибә сағыштырыу-оҡшатыу кеүек һүҙҙәргә лә мөрәжәғәт итә. Был унын ижадында ин йыш осраған шиғри биҙәктәренен береһелер, моғайын. Ғөмүмән, сағыштырыу поэзияла ин ныҡ ҡулланылған алым, унын үҙ көйө, үҙ законы бар. Шиғриәттә лә, прозала ла ин ныҡ таралған был һүрәтләү сараһынын игеҙендә ике әйбер йәки күренеш араһындағы образлы, күсмә мәғәнәле бәйләнеш ята. Гөлнаранын шиғриәтендә был шиғри биҙәк әйберҙен әллә күпме үҙенсәлеге, матурлығы, ҡупшылығын билдәләй, тормош күренештәрен һүрәтләгәндә ин мөһим фекерҙе әйтеү өсөн хеҙмәт итә. Автор уларҙын ин унышлыларын, поэтик янғырашлыларын, матур эстәлеклеләрен, көндәлек тормошта тәбиғи ҡулланылғандарын һайлап ала. Аҙ һүҙ менән күп мәғәнә анлатырҙайҙарына, әҫәрҙен асылына тура килерҙәйҙәренә мөрәжәғәт итә. Шуға ла улар поэтик образлылыҡтын ерлеге, сығанағы, йәғни поэтик һүрәтләүҙен йәнәшәлек, метафора, гипербола кеүек ҡатмарлы төрҙәре булараҡ ҡабул ителә, мәҫәлән: “Ике бите бер тәнкәнен, беҙ икән дә беҙ икән. Бер-беребеҙ донъяһына сумдыҡ, инде сырмалдыҡ. Был ҡояш беҙҙе йылыта, был төн – беҙҙен сымылдыҡ (“Ысын”); “Офоҡтарын шуға ҡыҙыл, күҙҙәренә һауған ҡанмы ни? (“Зәнгәр күлем”); “Ҡурмағыҙ һеҙ дингеҙ шауҙарынан, һаҡланығыҙ кеше-дейеүҙәрҙән” (“Юҡ, иламай йәндәр...”), “Ике усым йөрәк тапҡырында, йөрәк – һалдат минен. Һинән бит мин күпте һорамайым, бары алдат мине” (“Йөрәк – һалдат минен”); “Пассажирҙар бит беҙ был тормошта, хаҡыбыҙ юҡ бер ҙә туҡтарға” (“Салют”)”; “Көйә күбәләге генә булып төрөндөм дә һоро шәлдәремә, бар донъянан ҡасып ҡатып ҡалдым, инеп ҡурсаҡ-бөжәк хәлдәренә” (“Бөжәк-ҡурсаҡ”); “Йыһандай булыуын да, бер сандай булыуын да ҡалай бәхет – әгәр һин кемгәлер кәрәк икән!” (“Күккә олғашыу”); “Көттөм, көттөм инде, арып бөттөм, юллап ҡына сыҡтым далаға. Тан йөҙөндә йыртҡыс күҙҙәреләй ялтлап ҡына китте ялағай” (“Ҡоралай хәтирәһе”) һ.б.

Ә ниндәй образдар, ниндәй поэтик деталдәр менән эш итә шағирә Гөлнара Хәлфетдинова? Әҙибәнен күнеленә борондан ҡулланылған ай, ҡояш, ҡар бөртөгө, ямғыр, тамсы, ел, төн кеүек традицион образдар яҡын булһа – буран, ҡар яуыу кеүек тәбиғәт күренеше, аҡтамыр, ҡынғырау сәскәһе, былбыл, ҡарға, ҡоралай кеүек ҡоштар-йәнлектәр, сәскәләр, үтек, шәм, тәҙрә ҡорғаны кеүек предметтар – барыһы ла йәнле, ҡәҙерле. Кешеләрҙе, уларҙын ҡылыҡ-холоҡтарын, тормошто һынландырыу өсөн хеҙмәт иткән бындай деталдәр менән бик һаҡ эш итә шағирә, уларға йән өрөп “терелткәндән һун” улар менән серләшә, уй-хистәрен менән уртаҡлаша:

 

Ҡар күҙҙәре төшә устарыма,

Семәрҙәре һуштан юйырлыҡ.

Ҡарашында ғына боҙ һыуығы,

Семәрләтеп усты уйырлыҡ.

Мәнгелеккә түгел, ваҡытлыса,

Аҡлығына кеше ышана.

Иреһәләр улар төҫһөҙ бит ул,

Йәлләмәй күк, шуға бушана.

Бына бөгөн ҡарҙар булып яуа,

Бик юғары сәнғәт өлгөһө.

Һары ҡояш тетрәп ағарына,

Килмәй унын әле көлгөһө (“Сәнғәт һәм сәнәғәт”) һ.б.

 

Әгәр шиғырға образлылыҡ, мәғәнә, идеялылыҡ, хис-тойғо йәки эмоционаллек етешмәй икән, шиғыр күренмәй һәм хәтерҙә ҡалмай. Шуға Гөлнара биҙәкле ябай ғына ҡар бөртөгө образы ярҙамында ғына ла, мәҫәлән, һәр кешенен ҡабатланмаҫ булыуы, һоролоҡтан ҡотолоу, бөтә кешене бер сыбыҡтан ҡыумау, ҡайһы берҙә яҡшы иптәш тип иҫәпләгән бәғзе берәүҙәрҙен тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап тороуы кеүек күренештәрҙе тасуирлау өсөн ҡуллана, килеп сыҡҡан хәл-ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдерә, уйландыра. Ҡар бөртөгө һине әллә күпме уйҙарға тарыта, уйландыра. Бына ниндәй көскә эйә унын ҡар бөртөгө! Шағирәнен ин һөйкөмлө поэтик табышы ул. Әлбиттә, бер мәҡәләлә генә Гөлнаранын бөтә шиғырҙарына ла туҡталыу мөмкинлеге юҡ, шулай ҙа “Ап-аҡ донъя” тигән шиғырын уҡып үтәйек – авторҙын әйтергә теләгәндәрен анлай-тойоу өсөн шиғырҙы тулыһынса килтермәйенсә булмаҫ:

 

Битараф һәм монһоу ғына

Ҡарҙар яуа.

Талғынлығы, тыныслығы

Йәнгә дауа.

Ҡар биҙәге ҡабатланмай

Тиһәләр ҙә.

Бер иш кеүек беҙ йәшәгән

Тирәләрҙә.

Ап-аҡ донъя. Ҡар ниндәй һун?

Мамыҡ һәм тун.

Мин дә һинә ҡар бөртөгө

Һымаҡ? Кем һун?

Минен дә бит үҙ биҙәгем,

Үҙ көйөм бар.

Беләм, һине күмеп киткән

Бер өйөм ҡар.

Араһында мин дә төҫһөҙ

Төймә инде.

Тик усына ала күрмә,

Теймә инде.

Иреп тамсыға әйләнһәм,

Танымаҫһын.

Мин бүтәндәр һымаҡ булһам,

Табынмаҫһын.

Тамсы йәне әллә нисә,

Игеҙәкле.

Күрмәһәм дә семәремде,

Мин биҙәкле.

 

Халыҡ: “Бер һүҙҙә мен биҙәк”, ти. Һүҙҙен эске мәғәнәһе, образлылыҡтын нигеҙе һәм унын эстетик ҡеүәте стилистик маҡсатта дөрөҫ ҡулланылғанда ул ниндәйҙер яны сифаттар менән байып, үҫеп китә. Миҫалға “Көнсөллөк тигән ҡурсаҡ” тигән шиғырҙа шағирәнен “ҡара” һүҙен төрлө мәғәнәлә уйнатып бер һүҙ-детал аша кеше күнеленен эсенә үтеп инә алыуына иғтибар итәйек. Әҫәрҙә яҡшылыҡ менән яманлыҡ, кешелелек һәм кешеһеҙлек, шәфҡәтлелек һәм шәфҡәтһеҙлек, тәрбиәлелек һәм тәрбиәһеҙлек кеүек төшөнсәләргә баҫым яһала, көтөлмәгән һығымталар яһала:

 

Ҡара уйын. Ҡара, йыуан!

Ҡурҡытманымы?

Ҡара, уйым, ҡарайыуым

Ҡырҡ отманымы?

Үҙем үҙемде кимергән

Аяуһыҙ ҡурҡаҡ.

Ан-тон нисбәтен емергән

Аяҡһыҙ ҡурсаҡ (“Көнсөллөк тигән ҡурсаҡ”).

 

Әгәр телдә һәр төшөнсәгә бер генә һүҙ булһа, һәр һүҙ бер генә мәғәнәлә бирелһә, телгә бик күп һүҙҙәр кәрәк булыр ине. Бәхеткә ҡаршы, һүҙҙәр күп мәғәнәле. Ләкин бер генә мәғәнә лә осраҡлы бирелмәй, улар һөйләм эсендә үҙ-ара бәйләнеп киләләр. Ләкин мәғәнәләре бер-береһенән айырыла башлаһа, шағирә аптырап ҡалмай – айырым һүҙ таба һала. Шулай, оҫта ювелир төҫлө, шағирә тел биҙәктәре менән оҫта эш итә, һүҙҙе дөрөҫ файҙалана-ҡуллана, уларҙы образлы фекерләү өсөн хеҙмәт иттерә белә. Был осраҡта әҙибәнен интеллекты һәм ижади талантын күрмәү мөмкин түгел.

Поэзияла элек-электән шиғыр яҙыусылар күп булһа ла, ысын шағирҙар һирәк булған. Рифма-ритмды тойоу ғына кешене шағир итмәй, шағир булып тыуалар. Шиғри оҫталыҡ иһә шағирҙын тырышлығына бәйле. Йәғни Владимир Маяковский һүҙҙәре менән әйткәндә: “Бер алтын һүҙ табыу өсөн менләгән көрәк тау-таш аҡтарырға кәрәк”. Миненсә, шиғриәттә үҙен асҡан, үҙ стихияһынын һүҙ асҡысын тапҡан шағир ғына был бөйөк исемгә дәғүә итә ала. Алда һөйләнгәндәрҙен барыһы ла шуны раҫлай – дәлилләй. Поэзиянын хис, хыял ҡанатында яралауы хаҡында Эрнест Хемигуэйҙын да: “Шағирлыҡ – тәбиғи һәләт ул. Әҙәби ижад ни тиклем ауыр һәм ғазаплы булмаһын, яҙыусы өсөн ул ҙур ҡәнәғәтлек һәм күнел байрамы алып килә. Ижад – минен өсөн байрам”, тигән фәһемле һүҙҙәре бар. Ошоға ауаздаш фекерҙе Гөлнара Хәлфетдинованын “Йөрәгемден осҡан минуты” тигән шиғырында ла тойорға мөмкин:

 

Кем әле ул минен Салауатым,

Хыял, уймы, әллә уйынмы?

Әй, арманһыҙ анау ҡояш килеп

Йәйғоромдо тағы юйһынмы?

Салауатым-тик сынъяһау хыял,

Юғарыла йөрөр юлдары.

Ирендәрем ҡыбыр-ҡыбыр килә,

Күккә күтәрелә ҡулдарым.

Кем әле ул минен Салауатым,

Йөрәгемден осҡан минуты.

Үҙәктәрем, аһ, өҙөлөп бара,

Йылы эҙләп ҡосҡанмын утты.

 

Йыйып әйткәндә, Гөлнара Хәлфетдинова башҡорт шиғриәтендә күптән үҙ поэтик йөҙө, әйтер һүҙе, үҙ һуҡмағы булған өлгөрөп еткән шағирә. Әҙерҙе ҡабатлауҙан яны мон яралмай – ижадта ул башҡаларҙы ҡабатламай, кешегә эйәрмәй, кеше йырын дауам итмәй. Ә замандаштары, быуындаштары араһында юғалып ҡалмау, үҙ тауышын ишеттереү өсөн арымай-талмай эшләй, үҙ поэтик тауышын баҙыҡландыра. Әҫәрҙәренен художество ҡиммәте, биҙәк-нурҙары, затлы-зауыҡлы поэтик үҙенсәлектәре өҫтөндә эшләй, камиллаштыра. Унын ижадында Бабич рухы, Рәми уйланыуҙары, Бикбайҙар, Ниғмәтиҙәрҙен тормошто күнел күҙенән үткәреү, Игебай, Ҡолмойҙарҙын ихласлығы, Фәниә, Әнисә алсаҡлығы, Рауил Бикбай ижадына хас гражданлыҡ тойғолары ла сағыла. Шиғырҙарынын тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе хаҡында иҫкәртеүе уйландыра-һиҫкәндерә, монһоҙ ҡалдырмай. Минен бер ваҡытта ла әҙибәнен ижадта торғонлоҡ кисергәнен, зарланып ултырғанын күргәнем булманы. Ижади әүҙемлеге һоҡландырғыс: тағы ла бер китаплыҡ өр-яны әҫәрҙәре күптән әҙер унын, йыйынтыҡтары йышыраҡ сыҡһын да, башҡорт шиғриәте хазинаһын байытһын ине.

 

Заман һулышын һиҙгер тойған, ин мөһиме мәнгелек алдында кеше ғүмеренен бары тик бер миҙгел генә икәнен анлап ижад иткән шағирәләр көн дә тыуып тормай. Ихлас, алсаҡ, матур йөрәкле әҙибәләр кәрәк беҙгә, уларҙы һаҡларға, яҡларға кәрәк. Бөгөнгө болғауыр заманда ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ, туғанлыҡ бәйләнештәре юҡҡа сыға, көнсөллөк, берәүҙен үҫкәненә ҡара көйгән, алға сыҡҡанына таяҡ тыҡҡан тар күнеллеләр күпләп үрсегән заманда ысын ижадсыларҙын ҡанаттыр һынмаһын-ҡайырылмаһын ине. Хәйер минен әйтергә теләгәндәремде Гөлнара Хәлфетдингованын “Көйөнөс” исемле шиғыры яҡшыраҡ анлатыр кеүек:

 

Эскерһеҙме һин, ҡояшым,

Эскерһеҙме һин айым.

Эскерһеҙме мөхәббәтен,

Йәрем, һинән һорайым.

Бүтәндәр мине ишетмәй,

Үҙ-үҙемдән һорайым.

Эскерһеҙме эске моном,

Эскерһеҙме ҡурайым?

Эскерһеҙме болоҡһоуҙар,

Эскерһеҙме һөйөнөс?

Ә яуаптар ихласмы һун?

Белеп булмай, көйөнөс.

 

Әле мин Гөлнара Хәлфетдинованын ҡәҙерленән-ҡәҙерле тәүге балаһы “Ҡынғыраулы ғына яланда...” шиғри йыйынтығы буйынса ғына һүҙ алып барҙым, әгәр шағирәнен унан һун яҙылған әҫәрҙәре хаҡында һөйләй китһән, тотош бер кандидатлыҡ диссертацияһы яҙырға мөмкин булыр ине. Әҙибәнен ижад потенциалы ҙур, иманым камил: ул киләсәктә башҡорт шиғриәтенен бәҫен күтәрерлек заман һулышын сағылдырған өр-яны әҫәрҙәр, поэмалар ижад итер, балалар өсөн дә яҙыр, публицистиканы ла үҙ итер, тигән теләктә ҡалайыҡ.

Шиғырҙарын да, үҙен дә эскерһеҙ, ихлас, һылыу. Ихласлығына һоҡланам, шиғырҙарындан һөйөн! Бәхетле ижади яҙмыш насип булһын һинә – фатихам шул.

 

Миләүшә Годбодь (Ҡолмөхәмәтова), Чехия.

 

© Миляуша Годбодь (Кульмухаметова), текст, 2017

© Книжный ларёк, публикация, 2017

—————

Назад